Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Рәсәйҙә Берҙәм дәүләт имтихандарының төп осоро башланды
Төбәктең мәғариф һәм фән министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, быйыл Башҡортостанда урта дөйөм белем биреү программалары буйынса 15 мең ярым уҡыусы һынау тота. Уларҙың дүрт меңе география, рус әҙәбиәте, химия буйынса. Сығарылыш синыф уҡыусылары өсөн яуаплы һәм тулҡынландырғыс мәл тураһында киләһе яҙмала.

❤2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостандың халыҡ артисы махсус хәрби операция ихтыяждарына 3 миллион һум аҡса тапшырған
«Әсән» ҡушаматлы яугир 20 көнлөк реабилитацияға ҡайтҡан. Яу яланында уның ҡабырғаһы һынған. Әммә хәрбиҙәр алған йәрәхәттәр менән сағыштырғанда, был еңелсә имгәнеү генә, ти билдәле яҡташыбыҙ. Шуға ла ул Оборона министрлығы бүлгән 3 миллион һум компенсацияны еңеүҙе яҡынайтыуға йүнәлтергә ниәтләгән. Республика башлығы кәңәшсеһе Алик Камалетдинов менән һөйләшкәндән һуң, ул «Башҡортостан» полкына пилотһыҙ осоу аппараттары һәм медицина ротаһына башҡа кәрәк-яраҡтар, ә инде ҡалған суммаға Бишбүләк һәм Дүртөйлө райондарында маскировка селтәрҙәре үреүсе ирекмәндәргә тейешле материалдар һатып алырға ҡарар иткән.

👍5❤3🤮1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда иң оҫта иретеп-йәбештереүсе билдәләнде
Һөнәрмәндәр ярышы бөгөн Өфөлә үтте. Республиканың төрлө предприятиеларынан килгән хеҙмәткәрҙәр теоретик һәм практик белемен һынап ҡараны. Төбәк еңеүсеһе Башҡортостан данын федераль округ кимәлендә яҡлаясаҡ.

❤3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ғафури районы Красноусол ауылында Алмаз Шафиҡовҡа хәтер таҡтаһы асылды
Ғафури районы Красноусол ауылында махсус хәрби операцияла һәләк булған Алмаз Шафиҡовҡа хәтер таҡтаһы асылды. Объект һалдат тамамлаған 3-сө урта мәктәп бинаһына ҡуйылған.

❤2👎2
Өфөлә сығарылыш уҡыусылары ҙур вальста әйләнә
Бөгөн республикала Һуңғы ҡыңғырау була. Мәктәптәрҙә тантаналы саралар ойошторола. Өфөлә “Торатау” Конгресс-холының аҫҡы майҙансығында сығарылыш уҡыусылары өсөн байрам ойошторола. Егеттәр һәм ҡыҙҙар вальс бейей, уҡытыусылар хоры яңғырай һәм флешмоб була. Сара серпантин фейервергы менән тамамлана. Быйыл Өфөлә 4 мең 300-ҙән ашыу уҡыусы 11-се класты тамамлай.

👍3
Өфөлә юбилей алдынан трамвайҙар биҙәлә
"Меморандум" тигән проектҡа ярашлы, транспорт сағыу төҫтәргә буяла. Ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 18-се маршуттағы бер трамвай милли балаҫ төҫтәре менән биҙәлде. Тағы өс трамвайҙы биҙәү планлаштырыла. Өфө быйыл 450 йыллығын билдәләй. Төп саралар август айында була.

😢2👎1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә күп балалы әсә 10-сы сабыйын тапҡан
Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһынан унынсы бәпесен тапҡан әсә сыҡты. Күп балалы ғаиләне БР һаулыҡ һаҡлау министры Гөлнара Зиннурова ҡотланы.
Нальгиевтар ғаиләһендә биш малай һәм биш ҡыҙ тәрбиәләнә. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, әсә ун сабыйын да үҙаллы тапҡан. Әлегә ғаилә яңы тыуған сабыйға исем һайламаған.
Нальгиевтар ғаиләһенә Башҡортостан башлығынан һәм клиниканан Рәхмәт хаты, бүләктәр тапшырылды.

Радий Хәбиров «Китап-байрам» икенсе халыҡ-ара китап йәрминкәһен асыу тантанаһында ҡатнашты
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Китап-байрам» икенсе халыҡ-ара китап йәрминкәһен асыу тантанаһында ҡатнашып, Совет майҙанында ойошторолған әҙәби майҙансыҡтар менән танышты. Рәсәй почтаһы күләмле сара символикаһы менән конверт сығарған, почта маркаһына йәрминкәне асып мисәт һуғылды. Шулай уҡ төбәк етәксеһе «Әҙәби прививка» акцияһынан да ситтә ҡалмай, яратҡан китаптарын бүләк итте.

Өфөлә ялға ҡайтҡан яугирҙарҙы махсус хәрби операция биләмәһенә оҙаттылар
Ялдан һуң, кире яуға. Башҡортостандан, ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң, махсус хәрби операция биләмәһенә сираттағы төркөм яугирҙар юлланды. Йөҙҙән ашыу яугир өсөн уңайлы автобустар бүленгән. Колонна Донбассҡа ике көндә барып етәсәк.

👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📚 Башҡортостандың меңәрләгән сығарылыш класс уҡыусылары өсөн бөгөн мәктәптәрҙә һуңғы ҡыңғырау яңғыраны.
Өфөнөң Совет майҙанында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров баш ҡала мәктәптәренең береһен тамамлаусы ҡыҙ менән мәктәп вальсы бейене.
Хәйерле сәғәттә, аҡ юлдар!

🔥3🤮2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Туғанлыҡ» VIII халыҡ-ара милли театрҙар фестивале тамамланды
Аҙна дауамында Өфөнөң өс театр майҙансығында 16 фестиваль спектаклен Башҡорт академия драма театрының баш режиссеры Айрат Абушахманов етәкселегендәге эксперт советы ҡараны. Иң яҡшы спектаклдәр һигеҙ төп номинацияла приздар менән бүләкләнде. Фестивалдә Башҡортостандан Салауат башҡорт драма театрының «Ярлыҡау» спектакле «Милли классиканың заманса сиселеше номинацияһында иң яҡшыһы тип танылды. Фестиваль еңеүселәренә тирмә формаһындағы статуэткалар тапшырылды.

👍4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң Совет майҙанында «Китап-байрам» Халыҡ-ара китап йәрминкәһе старт алды
Өфөнөң Совет майҙанында «Китап-байрам» Халыҡ-ара китап йәрминкәһе старт алды, ул өс көн дауам итә. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров икенсегә уҙғарылған сараны асыу тантанаһында ҡатнашып, уның йәмәғәтселек өсөн оло әһәмиәткә эйә булыуын билдәләне. Быйыл йәрминкәлә ҡатнашҡан нәшриәт, китап магазиндары артыуы күҙәтелә.

Башҡортостан мәктәптәрендә һуңғы ҡыңғырау тантаналары үтте
Быйылғы уҡыу йылын республикала 15 мең ярым ун беренсе һәм 51 мең туғыҙынсы синыф уҡыусыһы тамамлай. Тантаналы линейкаларҙа уҡытусыларға, мәктәп етәкселегенә рәхмәт һүҙҙәре яңғыраны. Сығарылыш уҡыусыларын алда ҙур һынау - Берҙәм дәүләт имтихандары һәм һөнәр һайлау көтә.

👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Башҡортостан рустары соборының алтынсы съезында сығыш яһаны
Милләт-ара татыулыҡ - беҙҙең ата-бабаларҙан ҡалған төп мираҫ. Беҙ бер беребеҙгә ҡарата ихтирам, ауыр мәлдәрҙә терәк була белеүебеҙ менән көслө. Радий Хәбиров Башҡортостан рустары соборының алтынсы съезында сығыш яһап республика милли дуҫлыҡ өлгөһө тип белдерҙе. Был дуҫлыҡта рус мәҙәниәте төп берләштереүсе роль уйнай, ныҡлы рухи фундамент булып тора, тине төбәк башлығы.

Өфөлә күренекле опера йырсыһы Федор Шаляпин исемендәге музей асылды
Бөйөк йырсы иҫтәлегенә. Өфөлә күренекле опера йырсыһы Федор Шаляпин исемендәге музей асылды. Реконструкцияланған Соловьевтар йортонда урынлашҡан тарихи объектты асыу тантанаһында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Өфөлә тотош музейҙар кварталы барлыҡҡа килде тип билдәләне. Бынан тыш ҡайтарылған исемдәр музейы нигеҙенә лә тәүге таш һалынды.

Сибай ҡалаһында «Урал аръяғы-2024» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы башланды
Хеҙмәттәшлек килешеүҙәре, эшлекле һөйләшеүҙәр, туй йолалары һәм самауыр байрамы. Бөгөн Сибай ҡалаһында «Урал аръяғы-2024» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы башланды. Форумда 10-дан ашыу дәүләт делегацияһы ҡатнаша.

💩1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Хәйбулла районы аша Ырымбур өлкәһенә тимер юл һалыныуы ихтимал
Уҙған быуаттың 80-се йылдарында проектланған мәсьәләне бөгөн тормошҡа ашырыу мөмкинлектәре барлана. Был һорау Аҡъяр ауылында үткән ведомство-ара комиссия ултырышында ҡаралды. Сарала шулай уҡ ер аҫты байлыҡтарын сығарған компанияларҙың эшмәкәрлеге лә тикшерелде. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

👍1💩1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Сибайҙа «Урал аръяғы» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйының икенсе көнө үтте
Быйыл көҙ Башҡортостанда Төркиә Республикаһының Генераль консуллығын асыу планлаштырыла. Был мәсьәлә «Урал аръяғы» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйының икенсе көнөндә тикшерелде. Сибайҙағы мәртәбәле форум 10-дан ашыу дәүләт делегацияһын ҡабул итте. Иң ҙур состав Ҡытайҙан, Үзбәкстандан, Төркиәнән килгән. Бөгөн инвестиция һабантуйында Башҡортостан башлығы ла ҡатнаша. Радий Хәбиров сит ил делегациялары менән осрашты, инвестиция сәғәтен үткәрҙе.

Өфөнөң Совет майҙанында «Китап-байрам» икенсе Халыҡ-ара китап йәрминкәһе дауам итә
Күләмле сарала Белоруссия, Әзербайжан, Үзбәкстан, Тажикстан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстандан һәм Рәсәйҙең 18 төбәгенән ике йөҙҙән ашыу нәшриәт, китап магазиндары ҡатнаша. Билдәле яҙыусылар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре саҡырылған.