БСТ | Яңылыҡтар
2.42K subscribers
5.14K photos
7.9K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Салауат районы ирекмәндәре бер йыл эсендә алғы һыҙыҡҡа 200-ҙән ашыу маскировка селтәре оҙатҡан

Гуманитар ылау туплауҙа йәше лә, ҡарты ла әүҙем ҡатнаша. «Малаяҙ үҙебеҙҙекеләр өсөн» ирекмәндәр төркөмө эшмәкәрлеге менән БЮТ ижади төркөмө лә танышты. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
👌2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда иген һәм ҡуҙаҡлы культураларҙы сәсеү дауам итә

Сәсеү кампанияһы ике аҙна эсендә тамамланырға тейеш. Теманың дауамы Иглин районынан әҙерләнгән яҙмала.
👌1
Мәктәптәрҙә дәүләт имтихандары башлана

Республика премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев белдереүенсә, уҙған йылдарҙа асыҡланған бөтә етешһеҙлектәр бөтөрөлөргә тейеш. Төп маҡсат - имтихандарҙы яҡшы ойоштороу. Быйыл урта дөйөм белем биреү программаһы буйынса һынауҙарҙа 15 мең ярым кеше ҡатнаша. Уларҙың 14 мең 430-ы 11-се класты быйыл тамамлай. Шулай уҡ колледж студенттары, үткән йылдарҙа мәктәпте тамамлаусылар, 42 10-сы класс уҡыусыһы бар. Дәүләт имтихандары өсөн 165 урын әҙерләнгән. Иртәгә Берҙәм дәүләт имтихандарының төп этабы башлана.
👌1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Республикала йәштәр сәйәсәте менән бәйле проекттарға быйыл 40 млн һум аҡса бүленә

Өфөлә Йәшлек-хаус биәмәһендә Башҡортостан башлығы гранттары фонды активистары йәштәрҙе грант юллау ҡағиҙәләре менән таныштырҙы. Белгестәр ғаризаларҙы тултырыу, отошло проект эстәлеге, бюджетты дөрөҫ планлаштырыу миҫалдарын килтерҙе. Төбәктәге коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың социаль проекттары 30 миллион һумға тиклем грант ярҙамын алыу мөмкинлегенә эйә. Проекттарҙы тормошҡа ашырыу ваҡыты 12 айҙан артмаҫҡа тейеш.
1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Телеүҙәкте дер һелкетеп бейеп йөрөй кемдәр?

Бөгөн «Телеүҙәк» тапшырыуы эфирында «Башҡортостандың иң яҡшы ауыл клубы» конкурсы еңеүселәре бүләкләнде. Еңеүселәр түбәндәгесә билдәләнде:

✔️Асҡын районының Ҡашҡа ауылы мәҙәниәт йорто;
✔️Ишембай районының Үрге Әрмет ауылы мәҙәниәт;
✔️Бөрйән районының Килдеғол ауылы мәҙәниәт йорто.

Приздарҙы һәм дипломдарҙы еңеүселәргә «Баянлайн» компанияһы директоры Филүс Гәрәев тапшырҙы.
👍3🔥3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан Ҡарағалпаҡстан менән хеҙмәттәшлекте нығыта

Бөгөн Радий Хәбиров Үзбәкстан составындағы республиканың делегацияһын ҡабул итте. Уны Ҡарағалпаҡстандың министрҙар Советы рәйесе Фарход Эрманов етәкләй.
Осрашыуҙа һүҙ ике яҡ араһындағы бәйләнештәрҙе нығытыу тураһында барҙы. Ҡунаҡтар әйтеүенсә, уларҙы сәнәғәт, ауыл хужалығы өлкәһендәге хеҙмәттәшлек ҡыҙыҡһындыра.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Өфөнөң 9-сы холоҡ төҙәтеү колонияһында булды

Ул учреждениеның енәйәт-башҡарыу системаһының етештереү базаһы менән танышты һәм федераль яза башҡарыу хеҙмәте идаралығы етәксеһе Владислав Дзюба менән үҙ-ара эшмәкәрлектең көнүҙәк мәсьәләләрен тикшерҙе.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Асҡын районының Ҡубыяҙ ауылында яңы мәктәп төҙөлә

Асҡын районының Ҡубыяҙ ауылында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса яңы мәктәп төҙөлә. Объект Республика адреслы инвестиция программаһына индерелгән. Белем биреү комплексында йәмғеһе 180 урынға иҫәпләнгән мәктәп менән балалар баҡсаһы урынлашасаҡ.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ғафури районында йәшәгән эшҡыуар ҡатын үҙ эшен үҫтереүгә дәүләттән матди ярҙам алған

Бизнесты үҫтереүгә - 350 мең һум. Ғафури районында йәшәгән эшҡыуар ҡатын үҙ эшен үҫтереүгә дәүләттән матди ярҙам алған. Земфира Рәхимова матурлыҡ салонын район үҙәгендә асҡан. Субсидияны ул техник базаны нығытыуға йүнәлткән. Социаль ярҙамға тағы ла кемдәр дәғүә итә? Яуап киләһе яҙмала.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә йәшәүсе 10 йәшлек Байрас Мараҡановҡа ярҙам кәрәк

Өс йыл элек Хәйбулла районы Аҡъяр ауылында тәне бешкән малайға тағы ла операция талап ителә. Ҡатмарлы операцияны Санкт- Петербург табиптары эшләйәсәк. 6 миллион һумға яҡын сумманы йәш ғаилә үҙе таба алмай.
😢4😁1
Түтәлдәрҙе машина тәгәрмәстәре менән биҙәү тыйыла

Торлаҡ һәм төҙөлөш өлкәһендә күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты ошо турала иҫкәртә. Законға ярашлы, ҡулланылған автомобиль шинаһы 4-се класлы хәүефе булған ҡалдыҡ тип һанала, ул махсус полигонда утилләштерелергә тейеш. Шинаны биләмәләрҙе матурлау өсөн ҡулланыусыларға штраф ҡаралған.
👍2😁2🤔1
Уҡыусыларға көмөш миҙал да тапшырыласаҡ

Быйылдан Башҡортостан мәктәптәрендә сығарылыш уҡыусыларына алтын миҙалдан тыш, көмөшө лә тапшырыла. Был турала “Сәләм” тапшырыуында Мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Светлана Антипина белдерҙе. Һүҙ аттестатта тик "бишле" билдәләре булған егет һәм ҡыҙҙар тураһында бара. Республикала дәүләт аттестацияһына 51 мең 9-сы, 15 мең ярым 11-се класс уҡыусыһы әҙерләнә. 24 май “Һуңғы ҡыңғырау” байрамынан һуң имтихандар башлана.
👍4
Ҡатмарлы туристик маршруттарға сығыусыларҙы махсус инструктор оҙатып барасаҡ

Башҡортостанда туристик эшмәкәрлек тураһындағы законға төҙәтмәләр әҙерләнә. Төп маҡсат - туристар хәүефһеҙлеген тәьмин итеү. - Эске туризм үҫешә, был баҙарҙа тәҡдимдәр күбәйә бара. Тауға менеү, йә мәмерйәгә инеү күптәр өсөн ғәҙәти шөғөлгә әйләнде. Бурыс - туристик һуҡмаҡтарҙы хәүефһеҙ итеү. Ҡатмарлы, махсус әҙерлек һәм ҡорамалдар талап иткән маршруттар айырым теркәлергә, унда сәфәр ҡылыусыларҙы профессиональ инструктор оҙатып барырға тейеш - тине Республика парламенты спикеры Константин Толкачев. Закон проекты 30 майҙа беренсе уҡыуға сығарыла.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Көмөш» йәштәге туристар өсөн Белоруссия һәм Үзбәкстан буйлап турҙар ойошторола

Быйыл 20 мең кеше «Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге. Туризм» программаһы сиктәрендә республика буйлап бер көнлөк бушлай сәйәхәткә сыға. Был хаҡта социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров яҙҙы. 2020 йылдан алып дәүләт программаһы менән 34 меңдән ашыу кеше файҙаланған.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң 450 йыллығына 450 биттән торған альбом барлыҡҡа киләсәк

Өфөнөң 450 йыллығына 450 биттән торған альбом. Баш ҡала юбилейына мегаполистың иң матур архитектураһы, иҫтәлекле урындары, халҡын һүрәтләгән фотокитап барлыҡҡа киләсәк. Уны «Комсомольская правда» гәзите мөхәриррҙәре һәм рәссамдары төҙөй. Әле улар баш ҡалала фото төшөрөү менән шөғөлләнә.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Аҡын районы Барахаевка ауылында йәшәүсе тимерҙән күҙ яуын алырлыҡ продукция етештерә

Уның ҡулында тимер йәнләнә. Аҡын районы Барахаевка ауылынан Эдуард Тимерғәлин тимерҙән күҙ яуын алырлыҡ продукция етештерә. «Атайсал» проекты сиктәрендә ул тыуған ауылын һәм районын төҙөкләндерә.
👍21
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ғафуриҙар махсус хәрби операция биләмәһенә сираттағы партия маскировка селтәрҙәре ебәрергә әҙерләнә

Был эш райондағы һәр бер ауыл советында көйләнгән. Ирекмәндәр һаҡланыу селтәрен махсус үрергә өйрәнеп, көн һайын тиерлек пункттарға йыйыла. Әйтәйек, Родина ауылында маскировка селтәрҙәрен үрергә хаҡлы ялдағылар ҙа, йәштәр ҙә йыйыла.
2
Йәш яҙыусы Рәзинә Зәйнетдинованың яны китабы донъя күрҙе

«Ҡашлы йөҙөк» тип исемләнгән китапҡа повесть, хикәйәләр, юморескалар ингән. Психологик характерҙа яҙылған әҫәрҙәрҙә күп ваҡыт телде һаҡлауға, иманға килеүгә ҡағылышлы проблемалар күтәрелә.Автор үҙен төрлө жанрҙа һынап ҡарай. Мажаралы повесть, детектив, фантастик хикәйәләр уҡыусыларҙың күңеленә хуш килер, тип уйлайбыҙ. "

— Китабымды сығарыуға ҙур өлөш индергән Яҙыусылар Союзы Рәйесе Айгиз Ғиззәт улы Баймөхәмәтовҡа, «Китап» нәшриәтенә рәхмәт! Унда индерелгән әҫәрҙәрҙең барыһы ла тиерлек «Шоңҡар», «Йәшлек», «Башҡортостан», «Йәншишмә»лә баҫылды. «Китап-Байрам»да уны һатып алырға мөмкин», — ти автор шатлығы менән бүлешеп.

2017 йылда «Йәштәр тауышы» серияһында «Килен шәле» исемле китабы донъя күрҙе. Әйткәндәй, 25 майҙа 17:00 сәғәттә «Ҡашлы йөҙөк» китабының презентацияһы уҙасаҡ.
3
Радик Юлъяҡшин мәртәбәле награда менән бүләкләнде

Бөгөн, 23 майҙа, билдәле йырсы Радик Юлъяҡшиндың Өфөләге Йәштәр һарайында барған концерты мәлендә йырсыға «Башҡортостандың халыҡ артисы» исеме тапшырылды. Артист награданы Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары Азат Бадранов ҡулынан алды.

Ихлас ҡотлайбыҙ!
👍72🤮2👏1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Виктор Басаргин менән осрашты

Былтыр республика юлдарында һәләк булыусыларҙы 390 кешегә кәметеүгә өлгәшелгән. Радий Хәбиров Транспорт өлкәһен күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт етәксеһе Виктор Басаргин менән осрашыуҙа ошо йүнәлештәге эш һөҙөмтәләре менән таныштырҙы.
Республика башлығы әйтеүенсә, төбәктә рөхсәтһеҙ пассажирҙар ташыуҙы иҫкәртеү, юл хәрәкте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, автомобиль трассаларын контролдә тотоу буйынса ҙур эш башҡарыла. Федераль ведомство етәксеһе лә Башҡортостандың транспорт өлкәһе ҡаҙаныштарын юғары баһаланы. Осрашыу һуңында Виктор Басаргин Башҡортостан башлығын «Хеҙмәттәшлек өсөн» ведомство миҙалы менән бүләкләне.
2