БСТ | Яңылыҡтар
2.42K subscribers
5.14K photos
7.9K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Пассажирҙар «Грушин экспрессы» мөмкинлектәрен баһаланы

Өфөнән Златоустҡа- ретропоезда. Рәсәйҙә махсус рәүештә булдырылған «Грушин экспрессы» мөмкинлектәрен Башҡортостандан ярты меңгә яҡын пассажир баһаланы. 1978-cе йылғы состав илдең төп бард фестиваленең илле йыллығына арнап махсус йыһаздандырылған. Музыкаль стилдә, сәхнә ҡуйылған ижади поезд туристарҙы һәм пассажирҙарҙы йөрөтөү өсөн ҡаралған. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Иглин районында «Яратам һине, тормош!» конкурсы үтте

Башҡортостанда «Яратам һине, тормош!» республика фествале уҙғарыла. Иглин районының 150-гә яҡын үҙешмәкәр һәләттәрҙе туплаған 30 ижади коллективы республика фестивале финалына сығыу өсөн көрәшә. Өлкән быуын вәкилдәре ярышы хаҡында киләһе яҙмала.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Шаран районында йәш белгес крәҫтиән-фермер хужалыҡ ойоштораған

Тыуған ергә ерегеп. Йәш белгес Азат Әһилиуллин Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлағандан һуң тыуған ауылына эшкә ҡайта. Ер эшен яратҡан герой хаҡында киләһе яҙмала.
👍41
Яр буйында юғалған малайҙарҙың береһе табылды

30 мартта Өфөлә юғалған 13 йәшлек Павел Паличевты һәм 14 йәшлек Дамир Әҙеһәмовты эҙләү бер көнгә лә туҡталғаны юҡ. Ағиҙел буйында уларҙың әйберҙәре табылғас, эҙләү ҙә шул юҫыҡта дауам итте.

Шул ваҡыттан алып эҙләү эшенә йөҙәрләгән ирекмән һәм ҡотҡарыусы йәлеп ителгәйне. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һаман һөҙөмтә булмай килде.

Бөгөн йылға буйҙарын тикшереү барышында Башҡортостан Республикаһы Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының Авария-ҡотҡарыу хеҙмәте ҡотҡарыусылары бер баланың кәүҙәһен табып алды. Билдәләре буйынса Павел Паличевҡа оҡшаған. Уны Өфө ҡалаһының Орджоникидзе районындағы Ағиҙел йылғаһы ярында табалар.
😢5
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Үзбәкстан Премьер-министры Абдулла Арипов менән осрашты

Хеҙмәттәшлек аныҡ эш һәм проекттар кимәленә сыға. Радий Хәбиров Үзбәкстан Премьер-министры Абдулла Арипов менән осрашыуҙа ике республика араһындағы эшлекле бәйләнештәрҙе юғары баһаланы. Башҡортостан башлығы сит илдә рәсми делегацияны етәкләй.
👍1
Павел Паличевтың ата-әсәһе улының үле кәүҙәһен таныған

‼️РФ Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, 13 йәшлек малайҙың ата-әсәһе улдарының мәйетен таныған һәм уның шәхесен раҫлаған. Баланың кәүҙәһе кисә Өфөнөң «Еңеү» паркы янында Ағиҙел ярында табылғайны. Уның кейеме 13 йәшлек Павел Паличевтыҡына оҡшаш ине.

Үҫмер 30 мартта 14 йәшлек Дамир Әҙеһәмов менән бергә юғалды. Улар ата-әсәһенә «Чайка» лагеры янында йөрөп килергә йыйыныуы хаҡында белдерә, әммә балалар өйҙәренә әйләнеп ҡайтмай.
😭7
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Әбйәлил районы «Урал аръяғы-2024» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйын ҡабул итте

Төрлө дәүләттәрҙән килгән ҡунаҡтар Айғырбатҡан ауылы эргәһендәге майҙанда халҡыбыҙҙың кәсептәре, йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре менән танышты, сәхнә оҫталары әҙерләгән мәҙәни программаны тамаша ҡылды, милли уйындарҙы, спорт ярыштарын ҡараны.
2💩1
«Башҡорт» кәләш алған

24 майҙа Сибайҙа ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан «Башҡорт» позывнойлы яугир өйләнгән. Былтыр яҡташыбыҙ Рәсәй Федерацияһы милли гвардияһы ғәскәрҙәренең Һарытау хәрби институтын тамамлаған. Быйыл ғинуарҙан алып махсус хәрби операцияла взвод командиры булып хеҙмәт итә. Әйткәндәй, туйҙа, үҙенең тыуған көнөндә, яугиргә 24 йәш тулған.

Шул уҡ көндө тағы бер хәрби һөйгәне менән ғаилә ҡорған, тип хәбәр иттеләр ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән. Йәш ғаиләләрҙе хакимиәт башлығы Азамат Юлдашбаев ҡотлаған. Яугирҙәргә хеҙмәт һәм хәрби бурысын лайыҡлы үтәгәндәре өсөн рәхмәт хаттары тапшырылған.
👍4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ташкентта Рәсәй һәм Үзбәкстан төбәктәре советының беренсе ултырышы үтте

Ике ил лидерҙары Владимир Путин менән Шәүкәт Мирзиёев ҡатнашҡан форумда Рәсәй-Үзбәкстан мөнәсәбәттәрен һәм төбәк хеҙмәттәшлеген артабан үҫтереү перспективалары тикшерелде.
Совет ултырышында Рәсәйҙән ике тиҫтәнән ашыу субъект губернаторы, шул иҫәптән Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Көн тәртибе киң, ул сәнәғәт кооперацияһын үҫтереү, ауыл хужалығы өлкәһендә хеҙмәттәшлек, инновациялар индереү һәм һанлы технологиялар кеүек көнүҙәк темаларҙы үҙ эсенә алды.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә ҡотҡарыусылар һыу аҫтын хәүефле предметтарҙан таҙарта

Тәжрибәле водолаздар өсөн әле ҡыҙыу осор. Һыу инеү миҙгеленә тиклем һанаулы ғына көндәр ҡалды. Һауа торошо пляжда ҡыҙынырға мөмкинлек бирмәһә лә, ҡотҡарыусылар һыу аҫтын хәүефле предметтарҙан таҙарта. Был юлы баш ҡаланың Затон биҫтәһендәге пляжда водолаздар иң ҡурҡыныс әйберҙе тапты.
2👍2🔥2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ҡандракүлдә һыу биологик ресурстарына зыян итеүҙе иҫкәртеү маҡсатында рейд уҙғарыла

Ауһыҙ күл. Ҡандракүл тәбиғәт паркы биләмәһендә һыу биологик ресурстарына зыян итеүҙе иҫкәртеү маҡсатында рейд уҙғарыла. Халыҡ фронты Һәм инспекторҙарҙың берлектәге экологик акцияһы хаҡында киләһе яҙмала.
👍32
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Сварка һәм тикшереү Фест» сараһы үтте

Иретеп-йәбештереүселәр Өфөләге «Торатау» конгресс-холына йыйылды. Баш ҡаланың төп майҙансыҡтарының береһендә «Сварка һәм тикшереү Фест» сараһы үтте.
Унда колледж студенттары, эш биреүселәр һәм федераль эксперттар ҡатнашлығында пленар ултырыш, конференция уҙғарылды.
👍4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө ҡала балалар диңгеҙ үҙәге өҫтәмә белем биреү учреждениеһы ойошторолоуға 50 йыл

Контр-Адмирал Михаил Бакаев исемендәге Өфө ҡала балалар диңгеҙ үҙәге өҫтәмә белем биреү учреждениеһы ойошторолоуға 50 йыл. Үҙәктә ошо уңайҙан байрам тантанаһы ойошторолдо. Черниковка биҫтәһендә урынлашҡан үҙәктең эшмәкәрлеге тураһында репортаж.
👍4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә өс көн дауамында барған Халыҡ-ара «Китап-байрам» йәрминкәһе тамамланды

Халыҡ-ара «Китап-байрам» йәрминкәһендә 73 мең дана китап һатылған. Уларҙың дөйөм хаҡы 9 миллион һумға яҡынлашҡан. Был турала социаль селтәрҙәрә Радий Хәбиров яҙҙы. Өфөнөң 450 йыллығына арналған китап байрамы өс көн буйына барҙы. Йылдың иң сағыу һәм күләмле сараһын йомғаҡлау тантанаһы хаҡында киләһе яҙмала.
👍6
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Мин башҡортса һөйләшәм» башҡорт теле фестивале үтә

1 июнь. Өфөнөң Арт-квадрат майҙаны.
👍2
Өфөнән 3-cө класс уҡыусыһы Кирилл Ҡасимов Президент Владимир Путиндан бүләк алды

Дәүләт башлығы портретын Башҡортостан буйынса баш федераль инспектор Алексей Касьянов тапшырҙы. Өфөлә Рәсәй президентының ҡабул итеү бүлмәһендә мәктәп уҡыусыһы ғаиләһе менән осрашыу үтте. Быға тиклем Кирилл Ҡасимов Владимир Путинға хат яҙған. Ул автографлы президент фоторәсемен һораған һәм киләсәктә татамиҙа осрашырға теләк белдергән ине. Кирилл дәүләт башлығы кеүек дзюдо менән шөғөлләнә. Алексей Касьянов ҡабул итеү бүлмәһе буйлап экскурсия үткәрҙе һәм үҫмергә уңыштар теләне.
👍3
Өфөлә «Башҡортостан гүзәле» матурлыҡ бәйгеһе үтә

Бәйгелә биш йәштән алып ун ете йәшкә тиклемге балалар һәм үҫмерҙәр, шулай уҡ 18 - 35 йәшлек һылыуҙар ҡатнашырға мөмкин. Кастингта ҡатнашыу өсөн ғаризалар ҡабул ителә.

Беренсе урын алыусыға - 100 мең һумлыҡ приз, ҡиммәтле таж, призерҙарға бағыусыларҙан бүләктәр һәм приздар тапшырыла. Финалда ҡыҙҙарҙы Мәскәүҙән билдәле актер, «Холоп» фильмында уйнаусы артист Сергей Соцердотский бүләкләйәсәк.

Конкурстың финалы 5 июлдә «Торатау» конгресс-холы сәхнәһендә үтә.

Тулыраҡ мәғлүмәт рәсми төркөмдә: https://vk.com/bashguzel
👍3🤮1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Андрей Назаров Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығына мәктәптәрҙә аш-һыуҙы төрләндерергә ҡушты

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығына мәктәптәрҙә аш-һыуҙы төрләндерергә ҡушты. Ведомство алдында бындай бурыс Республика йортонда район-ҡалалар хакимиәттәре башлыҡтары ҡатнашлығында үткән кәңәшмә йомғаҡтары буйынса ҡуйылды.
🍌1
Ҡотҡарыусы штраф та һалыуы мөмкин

Башҡортостанда ҡотҡарыусыларға һыу ингән халыҡҡа штраф һалыу хоҡуғы бирелә. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары закон проекты әҙерләгән. Уға ярашлы, рөхсәт ителмәгән урында йәки эскән килеш һыу ингән өсөн ябай кешеләргә 5 мең һумғаса штраф һалына. Пляжда хәүефһеҙлек сараларын тәьмин итмәгән өсөн юридик шәхестәргә 25 мең һум түләргә тура киләсәк. Закон проекты был аҙнала пленар ултырышта ҡарала. Өфөлә һыу инеү миҙгеле 1 июндә башлана, 10 пляж йыһазландырыла.