Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө юлдарында йыл аҙағына тиклем 70 видеокүҙәтеү ҡоролмаһы ҡуйыласаҡ
Интеллектуаль транспорт системаһы. Өфө юлдарында йыл аҙағына тиклем 70 видеокүҙәтеү ҡоролмаһы ҡуйыласаҡ. Күҙәтеү системаһы тығындар һәм транспорт ағымы менән бәйле хәлде Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге идаралығы үҙәгенә еткерә. Оператив мониторинг юл-транспорт ваҡиғаларын күҙ уңында тотоп юлдағы хәлде контролдә тоторға ярҙам итә.

👍3❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан хужалыҡтары шәкәр сөгөлдөрө баҫыуҙарының яртыһын ҡаҙып алған
Йәй һауа торошо ҡырыҫ булыуына ҡарамаҫтан, уңыш ҡыуандыра. Техник культураны республиканың 19 районы үҫтерә. Ҡаҙыу менән бергә аграрийҙар техник тәьминәтте байытыуға ла иғтибар бүлә. Ғафури районының «Восход СТ» аграр предприятиеһы «Грим» шәкәр сөгөлдөрө комбайнын һынай. Иң һуңғы версиялы техника әле яҡшы һөҙөмтә күрһәтә.

❤2👍2👎1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә һөнәри байрамдары уңайынан бер төркөм уҡытыусылар тәбрикләнде
Һөнәри байрамдары уңайынан бер төркөм уҡытыусыларға маҡтаулы исемдәр һәм юғары дәүләт наградалары, рәхмәт хаттары тапшырылды. Педагогтарҙы Федерация советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова, Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры вазифаһын башҡарыусы Илдар Мәүлетбирҙин тәбрикләне.

😁3👍2❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейында «Минең Башҡортостаным» күргәҙмәһе асылды
Өфөнөң 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейында бөгөн ҡул эштәре оҫталары Ләлә Камалетдинова менән Зөләйха Ырыҫҡолованың «Минең Башҡортостаным» тип исемләнгән күргәҙмәһе асылды.

👎4👍3❤1👏1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Педагогик хеҙмәт коллективын һәм ветерандарын һөнәри байрамдары менән ҡотланы
Бөгөн - Халыҡ-ара уҡытыусылар көнө. Педагогик хеҙмәт коллективын һәм ветерандарын һөнәри байрамдары менән Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡотланы.

👍4👎3❤1👏1🤬1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Экологик акция сиктәренда Өфөнөң Булат Имашев урамына емеш ағастары ултыртылды
«Йәшел Башҡортостан» экологик акцияһы сиктәрендә Өфөнөң Булат Имашев урамына алмағастар, йүкәләр ултыртылды. Йәшелләндереү акцияһына өлкәндәр, балалар, ирекмәндәр йәлеп ителде. Шәмбе өмәһен ойоштороусылар «Йыл миҙгелдәре» тип аталған йәйге баҡса урындағы халыҡтың яратҡан ял урынына әйләнер тигән өмөттә.

👍4🤬4❤1🔥1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
«Башҡортостан» полкының хәрби хеҙмәткәре махсус хәрби операция биләмәһендә батырлыҡ күрһәтә
«Волк» ҡушматлы яугир пилотһыҙ осоу операторы булып хеҙмәт итә. Ул төндә дошман оборонаһының алғы сиген разведкалау ваҡытында «Баба-яга» тибындағы дронды күреп ҡала. Был осоу аппараттары башлыса шартлатҡыс хәрби припастар ташый, улар менән оборона позицияларын зарарлай. Был юлы ла ул «Башҡортостан» полкын тар-мар итергә йыйынған була. Яҡташыбыҙ дошман ҡоролмаһын юҡ итә, шул уҡ ваҡытта үҙенең коптерын да һаҡлап ҡала.

👍5🤬5❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Шишмә районында «Хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған иптәштәргә» мемориал комплексы асылды
12-се айырым гвардия инженер бригадаһы урынлашҡан частә «Хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған иптәштәргә» тип исемләнгән мемориал комплекс асылды. Обелиск Бөйөк Ватан һуғышында, локаль бәрелештәрҙә һәм махсус хәрби операцияла һәләк булған хәрбиҙәр иҫтәлегенә арналған.

🤬4👍3❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Борай районында дәүләт программаһы сиктәрендә Аҡҡош күле тәртипкә килтерелгән
Аҡҡоштар ҡайтһын күлгә. Борай районында «Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» дәүләт программаһы сиктәрендә Аҡҡош күле тәртипкә килтерелгән. Был урында йәшәүселәрҙең генә түгел, туристарҙың да яратҡан урыны. Тик һуңғы йылдарҙа биләмә ташландыҡ хәлдә була. Ундағы үҙгәрештәрҙе БЮТ ижади төркөмө лә барып күрҙе.

👍5🤬4❤2👏1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Айыҡ ауыл» конкурсы еңеүселәре Өфө районы Шамонин ауылына слетҡа йыйылды
Сарала республиканың 30 районынан 51 ауыл вәкилдәре ҡатнашты. Слет сиктәрендә конкурсты ойоштороу комитетының киңәйтелгән ултырышы ла үтте. Эшмәкәрлекте камиллаштырыу буйынса төп темалар һәм тәҡдимдәр тураһында репортаж.

👍7😁4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө эргәһендәге Иҫке Турбаҫлы ауылында яңы мәсет сафҡа инде
Башҡортостанда бөгөн йәнә бер ауыл аҙан тауышына күмелде. Өфө эргәһендәге Иҫке Турбаҫлы ауылында яңы мәсет сафҡа инде. Иман йортон асыу тантанаһы ауылдаштарҙы ғына түгел, республика район-ҡалаларынан бик күп кешеләрҙе бергә йыйҙы.

❤4😁4👍1
Башҡортостанда эттәргә чип беркетелә
Бының өсөн ике йылда республика ҡаҙнаһынан 57 миллион һум тотоноу ҡарала. Парламент спикеры Константин Толкачев белдереүенсә, ошо турала закон ҡабул ителгәндән һуң бөтә эттәр мотлаҡ теркәлергә тейеш була. Тәүге ике йылда чип беркетеү өсөн аҡса алынмай. Киләсәктә эттәрҙе теркәү өсөн түләргә кәрәк була. Чипта эт һәм уның хужаһы тураһында мәғлүмәттәр яҙыла. Республикала законға төҙәтмәләр әҙерләнгән.

😁4❤2👍2👎1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Батырҙар дәүере
Рәсәйҙең Оборона министрлығы менән контракт төҙөгәндә бирелгән түләүҙәр күләме 3 миллион 725 мең һумға тиклем артты. Ай һайын 210 мең эш хаҡы, ғаилә һәм балалар өсөн 40-тан ашыу төрлө льготалар ҡаралған.
Телефон номеры - 122.

🤬5👍3❤1
Бөгөн Рәсәй президентының тыуған көнө
Владимир Путинға 72 йәш тулды. Ил Президенты Ленинград ҡалаһында тыуған. 1999 йылда ил хөкүмәте Премьер-министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнә, 2000-се йылдың 7 майында ил башлығы булып һайлана. Владимир Путин иң оҙаҡ эшләгән сәйәсмәндәрҙән һанала.

❤13🤬4👎2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Салют» республика балалар реабилитация үҙәге асылды
Был учреждениены төҙөү тураһында Республика башлығы 2018 йылда, физик мөмкинлеге сикләнгән балаларҙың ата-әсәләре менән осрашыуҙа иғлан иткәйне. Күләмле проект тормошҡа ашырылды, үҙәк 26 мең квадрат метрға яҡын майҙанды үҙ эсенә ала, бында көн һайын 250 баланы ҡабул итеүгә иҫәпләнгән реабилитация үҙәге, медицина блогы менән стационар, 192 урынлыҡ «Йондоҙ» мәктәбе урын алған. Объектты сафҡа индереүгә 2 миллиард һум тирәһе аҡса йүнәлтелгән.

👍3👎3❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров йылытыу миҙгелен етешһеҙлек менән башлаған муниципалитеттарҙы тәнҡитләне
Йылы тиҙ арала йорттарға һәм социаль объекттарға ебәрелергә тейеш. Аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә ураҡ кампанияһы йомғаҡтары, республикала медицина тармағын кадрҙар менән тәьмин итеү һорауҙары ла ҡаралды. Ҡыҫҡа эш аҙнаһы менән бәйле Республика көнөнә әҙерлек мәсьәләләре лә тикшерелде.

👎4👍3❤1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфөгә «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы яугирҙары ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтты
Бөгөн Өфөгә «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы яугирҙары ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтты. Көтөп алынған осрашыу «Өфө - арена» алдындағы майҙанда үтте. Әлбиттә, бында башлыса ватан һаҡсыларының туғандары һәм дуҫтары йыйылды. Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса яугирҙарҙы махсус хәрби операция биләмәһенән алып ҡайтыу өсөн автобустар бүленгән. Хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең күбеһе ике аҙна дауам иткән отпуск мәленә ҙур пландар ҡорған. Шулай ҙа төп маҡсат - ғаиләләренә күберәк ваҡыт бүлеү.

👍4🤬4❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә БПЛА операторҙары уҡытыла башланы
Заман һөнәре. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында «Мультироторлы пилотһыҙ осоу аппараты белгесе һәм операторы» программаһы буйынса уҡыуҙар башланды. Унда Өфө вуздарынан йыйылған 50 кеше белем ала.
Заман һөнәре. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында «Мультироторлы пилотһыҙ осоу аппараты белгесе һәм операторы» программаһы буйынса уҡыуҙар башланды. Унда Өфө вуздарынан йыйылған 50 кеше белем ала.
👍4🤬4❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостандың дүрт фермеры «Агротуризм» программаһы буйынса федераль грант аласаҡ
Был турала Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы хәбәр итте. Грант конкурсы шарттары буйынса унда ауыл хужалығы тауарҙары етештереүсе эшҡыуарлыҡ субъекттары көс һынай ала. Бәйгелә үҙ проекты менән Борай районынан Русалина Шакирова ла ҡатнашып, 10 миллион һумлыҡ грантҡа лайыҡ булған.

👍6❤4👎3🔥3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Иглин районында «Ғаилә скверы» барлыҡҡа килде
Республикала яңы йәмәғәт биләмәһе барлыҡҡа килде. Ул «Ғаилә скверы» тип атала. Йәмәғәт биләмәһе Иглин районы Ҡалтыман ауылы халҡының «Айыҡ ауыл-2024» республика конкурсында еңеү һөҙөмтәһе. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.

👍5👎3❤1🤬1