Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә дрон менән идара итеү курстары асылды
Дәрестәрҙе Өфө радиоэлектроника, телекоммуникациялар һәм хәүефһеҙлек колледжында үтергә мөмкин. Пилотһыҙ осоу аппараттары менән идара итеү курстары илдең 30 субъектында, шул иҫәптән, Башҡортостанда тормошҡа ашырыла башлаған. 62 миллион һумлыҡ федераль грант иҫәбенә матди-техник база булдырылған, коптерҙар һатып алынған.

👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан «Профессионалитет-2024» проектына инде
2025 йылға тиклем федераль субсидиялар һәм республика бюджетынан керемдәр менән 19 үҙәк булдырыласаҡ. Проект эш биреүселәрҙең ихтыяждарынан сығып белгестәрҙе маҡсатлы әҙерләүгә булышлыҡ итәсәк. Компаниялар һәм предприятиелар белем биреү программаларын әҙерләүҙә лә әүҙем ҡатнашасаҡ.

👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының профилле юғары уҡыу йорттарын тамамлаусылар таныҡлыҡ алды
Хеҙмәт таныҡлыҡтары тапшырылды. Өфөлә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының профилле юғары уҡыу йорттарын тамамлаусы 11 лейтенант йүнәлтмә һәм таныҡлыҡ алды. Улар республиканың төрлө райондарындағы янғын һүндереү частарында хеҙмәт итәсәк.
Хеҙмәт таныҡлыҡтары тапшырылды. Өфөлә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының профилле юғары уҡыу йорттарын тамамлаусы 11 лейтенант йүнәлтмә һәм таныҡлыҡ алды. Улар республиканың төрлө райондарындағы янғын һүндереү частарында хеҙмәт итәсәк.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Учалы районынан күн әйберҙәр тегеү оҫтаһы дәүләт ярҙамында етештереү күләмен арттыра
Социаль контракт буйынса эшҡыуарға 350 мең һум субсидия бүленгән. Оҫта күндән сумка, янсыҡтар, бумажник, паспорт тышлыҡтары һәм башҡа әйберҙәр эшләй.

This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Все участники специальной военной операции – герои
Выбирай путь патриота, путь воина, путь настоящего мужчины. Дорогу осилит идущий со СВОими!
ℹ Подробности на сайте башбат.рф и по телефону +7 (347) 218-19-19 или 122

🤮2
Өфөлә электр самокаттар өсөн сикләү индерелә
Баш ҡала хакимиәте кикшеринг операторы менән яңы килешеү төҙөнө. Документ инфраструктура үҫеше, юл йөрөү хәрәкәте хәүефһеҙлеген профилактикалау проекттарын берлектә ашырыуға йүнәлтелгән. Уға ярашлы, электр самокаттар өсөн айырым урындарҙа тиҙлекте кәметеү, йәки тыйыу ҡаралған. Мәҫәлән, Ленин урамында һәм Октябрь проспектында хәрәкәт сикләнә, Затонда Әхмәтов урамында тиҙлекте 10 километрға тиклем кәметеү ҡарала.

Башҡортостанда сабыйҙарға ҡушылған иң үҙенсәлекле исемдәрҙе атанылар
ЗАГС реестры 1 ғинуарҙан алып авгусҡа тиклемге мәғлүмәттәрҙе иғлан итте. Һирәк исемдәр араһында Аллана, Сауда, Радмилла, Асият һәм Әсмә бар. Малайҙарға Астемир, Саяр, Трофим, Чан Вьюнг Ань һәм Танир тигән үҙенсәлекле исемдәр ҡушылған. Иң популяр исемдәр Әминә, София, Йәсмин, Эмилия, Арина, Тимур, Әмир, Марк һәм Артем булған.

🐎 Иртәгә – «Башҡорт аты»! Барығыҙҙы ла 15-16 августа халыҡ-ара башҡорт тоҡомло аттар фестиваленә саҡырабыҙ! Өсөнсө тапҡыр ойошторолған фестиваль, ғәҙәттәгесә, Баймаҡ районының Граф күле янындағы майҙансыҡта үтәсәк.
Йылҡы ите һәм ҡымыҙ етештереүселәрҙең күргәҙмә-йәрминкәһенә «Хәләл» стандарты буйынса эшләгән ойошмалар саҡырыла. Ә «Оҫталар ҡалаһы» күргәҙмәһендә оҫталарҙың, шулай уҡ ат биҙәүестәре конкурсында ҡатнашыусыларҙың үҙенсәлекле эштәре менән танышырға мөмкин.
📌Эшлекле программа халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференцияһын, ат спортында башҡорт атының яңы үҫеш этабына арналған семинарҙы һәм Урал аръяғында туризмды үҫтереү буйынса осрашыуҙы үҙ эсенә ала. Шулай уҡ быйыл беренсе тапҡыр республиканың йылҡы тотоусылары менән осрашыу уҙғарыла.
Сараның ижади өлөшөндә театрлаштырылған тамаша һәм концерт программаһы, интерактив этнографик майҙансыҡтар ойошторола. Ҡурсаҡ театры иһә фестиваль өсөн махсус интерактив спектакль әҙерләгән.
🏹 Спорт сараларының һаны быйыл тағы ла күберәк. Иң популяр ярыштар исемлегендә – «Бәйге» халыҡ-ара фестивале, «Ирәндек мәргәне» асыҡ республика, «Урал батыр» халыҡ-ара бәһлеүәндәр турнирҙары. Шулай уҡ быйыл ГТО нормативтарын тапшырыу өсөн майҙансыҡ булдырыла.
🏇 Тулыраҡ мәғлүмәт – фестиваль сайтында: https://bashkort-aty.ru. Килегеҙ, күрегеҙ

Республикала йылғаларында йәнә һыу күтәрелә
Бындай күренештәр Инйәр йылғаһы буйында урынлашҡан Баҫыутамаҡ менән Асы ауылдарында, Ишембай һәм Салауат ҡалаһы эргәһенән аҡҡан Ағиҙел йылғаһында күҙәтелә. Быға Башҡортостанда дауам иткән ҡойма ямғырҙар сәбәпсе. Һыуһаҡлағыстарҙы күҙәтеү дауам итә, тип хәбәр итә республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.

❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ғафури районының бер юлы өс ауылында яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды
Хәҙер төбәктә улар иҫәбе 12-гә етте. Биналарҙың барыһы ла кәрәкле, беренсе медицина ярҙамы ҡоролмалары менән йыһазландырылған.
Хәҙер төбәктә улар иҫәбе 12-гә етте. Биналарҙың барыһы ла кәрәкле, беренсе медицина ярҙамы ҡоролмалары менән йыһазландырылған.
❤1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Кушнаренко районы хакимиәте хеҙмәткәрҙәре яугирҙарыбыҙ өсөн маскировка селтәрҙәре үрә
Бының өсөн Мәҙәниәт йортонда махсус майҙансыҡ ойошторолған. Эш ҡатмарлы булмаһа ла, ваҡыт һәм көс талап ителә, ти ирекмәндәр. Шулай уҡ бында зип-пакеттарға йыуыныу кәрәк-яраҡтары тултырыла, паракордтан беләҙектәр бәйләй, изге эшкә ауыл халҡы ла ҡушылған. Яҡын арала Кушнаренко районы башлығы һалдаттарға гуманитар ярҙам алып барасаҡ. Яугирҙар өсөн шәхси посылкаларға башҡорт балы ла һалына.

Ҡырмыҫҡалы районы Ҡолош ауылына зәңгәр яғыулыҡ үтте
Ҡырмыҫҡалы районы Ҡолош ауылы халҡы өсөн күптән көтөп алынған ваҡиға - биләмәгә зәңгәр яғыулыҡ үтте. Бөгөн унда ҡасаба-ара һәм ҡасаба эсендәге газ үткәргестәр сафҡа индерелде. Тантанала «Берҙәм Рәсәй» партияһының Генераль советы секретары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы, Рәсәй президентының Урал федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Владимир Якушев, Радий Хәбиров һәм «Газпром Межрегионгаз» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттең генераль директоры Сергей Густов ҡатнашты.

👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Владимир Якушев Өфөлә студенттар кампусында булды
«Берҙәм Рәсәй» партияһының Генераль советы секретары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы, Рәсәй президентының Урал федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Владимир Якушев Өфөлә студенттар кампусында ла булды.
Радий Хәбиров менән бергә Владимир Якушев кампустағы юғары уҡыу йорттары лабораториялары һәм инновацион майҙансыҡтар эше менән танышты. Улар иҫәбендә - Алдынғы ҡорамалдарҙа эшләү күнекмәләрен үҙләштереү һәм төрлө патологияларҙы дауалау өсөн Башҡорт дәүләт медицина университетының уҡыу кластары, шулай уҡ «Киләсәк медицинаһы» кабинеты, Өфө фән һәм технологиялар университетының Берлога киберфизик платформаһы оҫтаханаһы, пилотһыҙ осоу аппараттарын йыйыу, программалау һәм эксплуатациялау зонаһы тора.

Өфөнән 130-сы гуманитар ылау юлға сыҡты
130-сы гуманитар ылау юлға сыҡты. Конвойҙың бер өлөшө Курск өлкәһендә зыян күреүселәргә, икенсеһе - махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Башҡортостан яугирҙарына тәғәйенләнгән. Уны оҙатыу сараһында «Берҙәм Рәсәй» партияһының Генераль советы секретары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы, Рәсәй президентының Урал федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Владимир Якушев менән Радий Хәбиров ҡатнашты.

👍4👏1🎉1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары бушлай ҡайтанан уҡый ала
Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары мәшғүллек үҙәге аша бушлай ҡайтанан уҡый йәки квалификацияһын күтәрә ала. Бының өсөн уларға 50 мең һумға тиклем номиналдағы сертификаттар бирелә. Махсус операцияның элекке ҡатнашыусыһы Андрей Татаринов мөмкинлек менән бер нисә тапҡыр файҙаланған. Ул өҫтәмә һөнәри белем алыуҙы тамамлау тураһында ике сертификатҡа эйә булып эшкә урынлашҡан. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.

❤2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Махсус хәрби операция яугирҙары тураһында музыкаль клип төшөргөн яҡташыбыҙ көрәшеүселәр сафына баҫҡан
Йыр йәшәргә һәм еңергә ярҙам итә. Махсус хәрби операция яугирҙары тураһында музыкаль клип төшөргөн яҡташыбыҙ үҙе лә ҡулына ҡорал алып, ил азатлығы өсөн көрәшеүселәр сафына баҫҡан. Ҡыйыу аҙымын «Певец» ҡушаматлы яугир берҙән-бер дөрөҫ ҡарар тип иҫәпләй. Ул әйтеүенсә, яуҙа Башҡортостан егеттәре берҙәмлеге менән айырылып тора. Улар тыуған ерҙән алыҫта ла республика ярҙамын тойоп хеҙмәт итә.

БСТ каналында «Ватанды һаҡлаусылар» тапшырыуы эфирға сыға башланы
Бөгөн республиканың төп телеканалында өр-яңы проект эфирға сыға башланы. Һәр шаршамбы «Ватанды һаҡлаусылар» тип исемләнгән тапшырыу яугирҙарҙың ғаиләләре тураһында бәйән итә. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың яҡындарына мәғлүмәт ярҙам күрһәтеү маҡсатында тормошҡа ашырылған проект хаҡында киләһе сюжетта.

Күмертауҙа Ҡала көнө үткәрелмәй
Был турала ҡала хакимиәте башлығы Олег Астахов хәбәр итте. Тантана ошо шәмбе уҙғарылырға тейеш ине. “Курск өлкәһендәге ваҡиғаларға бәйле байрам ойошторуҙан баш тарттыҡ. Ундағы халыҡҡа һәм махсус хәрби операция яугирҙәренә ярҙам итергә ниәтләйбеҙ”, - тигән Олег Астахов.

👍6
Нефтекаманан ир телефон номерын алмаштырып миллион ярым һум аҡсаһын юғалтҡан
Ул мутлашыусы тоҙағына эләккән. Пенсионер банк ҡушымтаһына беркетелгән иҫке номерҙы ғәмәлдән сығарыу тураһында белмәгән. Тиҙҙән, банктан кредит өсөн аҡса талабы алынған. Ир кеше финанс учреждениеға барғас, уның банк ҡушымтаһына беркетелгән иҫке номеры ярҙамында 800 мең һум кредит алыуҙарын асыҡлаған. Шулай уҡ картаһында булған 640 мең һум юҡҡа сыҡҡан. Әле был хәлде полиция тикшерә.

😱2