БСТ | Яңылыҡтар
2.42K subscribers
5.14K photos
7.92K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
БСТ каналында «Йөрәгемдә Ватаным» проекты старт ала

Беҙҙең телеканалда яңы проект старт ала. «Йөрәгемдә Ватаным» тапшырыуы махсус хәрби операция геройҙарына арналған. БСТ каналы журналистары даими рәүештә Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларына барып үҙебеҙҙең яугирҙар менән осраша, уларҙың хеҙмәте, республика күрһәткән ярҙам тураһында һөйләй.
2👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Көтөп алынған «Башҡорт аты» фестивале!

Иң сағыу тамаша — аттар парады, ат сабыштары, джигитовка ярышы, күп бәйге буйынса чемпионат, Эльбурс Ниғмәтуллин менән бәһлеүәндәр тамашаһы, ҡымыҙ байрамы, башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары менән этно-фестиваль һәм башҡалар!

Барығыҙҙы ла 15 - 16 августа Баймаҡ районында Граф күле буйында көтәбеҙ!
👍4🤮1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда ерҙең үтә дымлы булыуына бәйле, Ғәҙәттән тыш хәл режимы индереү планлаштырыла

Оператив кәңәшмә барышында хужалыҡтарҙың ураҡ эштәрен һәм мал аҙығын әҙерләүҙе аномаль климатик шарттарҙа алып барыуы хәбәр ителде. Хеҙмәт баҙарындағы хәл, юл ремонты, мәктәптәрҙә ойошторолған медицина хеҙмәте - көн үҙәгенә сығарылған төп темалар хаҡында киләһе яҙмала.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан юлдарҙың сифаты буйынса Волга буйы федераль округында алдынғы төбәк

Республика был күрһәткестәр буйынса күрше Татарстанды уҙған. Иң тәүге өсәү исемлеген Пермь крайы йомғаҡлай. Абруйлы РИА-рейтинг агентлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, 2023 йылда Башҡортостанда төбәк һәм муниципаль-ара юлдарҙың 67,1 проценты нормаларға тап килгән. Ил буйынса Башҡортостан 17-се урында. Быйыл республикала «Хәүефһеҙ сифатлы юлдар» милли проекты буйынса 218 километр трасса һәм дөйөм оҙонлоғо 415 метрға етерлек күперҙәр төҙөкләндереләсәк.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан «Профессионалитет» проектына инде

Уның сиктәрендә федераль субсидиялар һәм республика бюджетынан 2025 йылға тиклем 19 үҙәк булдырыласаҡ. Проект эш биреүселәр ихтыяждарына ярашлы белгестәрҙе маҡсатлы әҙерләүгә булышлыҡ итә. Был осраҡта компания һәм предприятиелар белем биреү программаһын әҙерләүҙә әүҙем ҡатнаша.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан Курск ҡалаһында нацистар һөжүменән зыян күргән халыҡҡа ярҙам итеү өсөн йәнә берләште

Башҡортостан Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә был хаҡта төбәк башлығы Радий Хәбиров белдерҙе. Өфөлә бер-нисә гуманитар ярҙам йыйыу нөктәһе ойошторолдо. Республика тыныс халыҡҡа, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан яугирҙарға ярҙам итеүҙе бер ҡасан да туҡтатмай.
Күптәр бомбаға эләккәндән һуң бер нәмәһеҙ ҡалған - улар өсөн республиканан ярҙам күрһәтелә. Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика етәксеһе Радий Хәбиров : «Курскта нацистар һөжүменән зяын күргән халыҡҡа һәм балаларға Башҡортоостан ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер, беҙҙең төп бурыс кешеләрҙе һәм балаларҙы тыныс урынға күсереү»,тип белдерҙе.
🙏1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Ҡалҡан» ирекмәндәр хәрәкәтенә маскировка селтәрҙәре үреүсе ирекмәндәр талап ителә

«Ҡалҡан» ирекмәндәр хәрәкәтенең Өфөнөң Черниковка биҫтәһендәге цехына маскировка селтәрҙәре үреүсе ирекмәндәр талап ителә. Еңеүҙе яҡынайтыуға үҙ өлөшөн индерергә теләүселәрҙе «Умарта» йәмәғәт биләмәһендә урынлашҡан цехта көтәләр.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә махсус хәрби операцияла һәләк булған Эдуард Хизбуллинды һуңғы юлға оҙаттылар

Хоккейға ғашиҡ журналист. Бөгөн Өфөлә махсус хәрби операцияла һәләк булған билдәле журналист, «Толпар» һәм «Ағиҙел» командаларының матбуғат хеҙмәткәре Эдуард Хизбуллинды һуңғы юлға оҙаттылар. Яҡташыбыҙ 4 августа Донецк халыҡ республикаһында хәрби бурысын үтәгәндә һәләк була. Эдуардҡа ни бары 37 йәш ине. Яугир менән хушлашыу Өфө спорт һарайында - Эдуард Хизбуллин хоккей спортына тәүгә аяҡ баҫҡан, һуңынан ошонда бик күп уйындарҙы күҙәтеп, экрандар аша тамашасыға еткергән урында үтте.
😢1
Өфө халыҡ-ара марафонын уҙғарыу ваҡыты үҙгәрҙе

Ул 22 сентябрҙә була. 1 сентябрҙә үтергә тейешле спорт байрамының ваҡыты күсеү 31 августа Өфөнөң 450 йыллығы уңайынан саралар уҙғарылыуы менән аңлатыла. Ҡайһы бер тамашалар сентябрҙең 1-ендә лә була. Теркәлгәндәр тура яңы датаға күсә. Ҡатнашыуҙан баш тартыусыларҙың билет өсөн аҡсаһы кире ҡайтарыла, тип хәбәр итәләр ойоштороу комитетынан. Марафон 10-сы тапҡыр уҙғарыла. Үткән йылда унда 7 меңдән ашыу кеше ҡатнашты.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республика Башлығы БСТ-ла "Башҡорт каникулдары" программаһын ҡарарға тәҡдим итте

- Минеңсә, "Башҡорт каникулдары" беҙҙең тәбиғәт , кешеләр, иҫтәлекле урындар тураһында мәғлүмәт биреүсе иң ҡыҙыҡлы, сағыу телепроекттарҙың береһе. Ул туристарҙы йәлеп итеү буйынса үтә мөһим бурысты ла үтәй. Шәхсән, йәкшәмбе, 18 августа, 13 сәғәт 15 минутта яңы сығарылышты ҡарайым, - тип яҙа Радий Хәбиров.
1👍1
Башҡортостан яугиры СВО-ла күрһәткән батырлығы өсөн миҙал менән бүләкләнде

Башҡортостандан Ҡариҙел районы егете Рәсәй Оборона министрлығының «Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы» миҙалы менән бүләкләнде. Ошо хаҡта район хакимиәте башлығы Айҙар Шәйҙуллин хәбәр итә.

«Федя» позывнойлы һалдат оло батырлыҡ һәм ҡыйыулыҡ менән хәрби йөкләмәләрҙе башҡара һәм ошоноң өсөн дәүләт наградаһына лайыҡ булған.

– Район халҡы яҡташтары менән ғорурлана, уларға һәр эштә ярҙам итә, фронт һыҙығындағы һалдаттар ихтыяжы өсөн гуманитар кәрәк-яраҡтар йыя. Был миҫалдар йәш быуынға этәргес һәм юл күрһәтеүсе булып хеҙмәт итә, Тыуған илгә хеҙмәт итеүҙең уны һәм һаҡлауҙың мөһимлеген күрһәтә», — тип билдәләне Айҙар Шәйҙуллин.
👍2💩1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ты нужен своей стране!

Запишись на службу по контракту.

Подробности:
на сайте башбат.рф

по телефону +7 (347) 218 19 19.

🔹 Минобороны России
🔥1💩1
Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау хеҙмәте рюкзак ауырлығы буйынса талаптарҙы атаны

1-се-2-се кластарҙа уның кило ярымдан ауыр булмауы шарт. 3-сө-4-се кластарҙа бала -2, 5-се-6-сы кластарҙа - 2 ярым, өлкән кластарҙа 4 килограмдан артыҡ күтәрмәҫкә тейеш. Башҡортостанда уҡыусылар һәм студенттар өсөн яңы уҡыу йылы быйыл 2 сентябрҙән башлана.
#элек_хәҙер_Башҡортостан рубрикаһында – Яңауыл ҡалаһындағы Йәштәр һарайы бинаһының нисек үҙгәреүе хаҡында.

🏗 Ремонттың беренсе этабында төҙөүселәр бында ҡыйыҡты, тәҙрәләрҙе һәм витраждарҙы өлөшләтә алмаштырған, фасадты яңыртҡандар.

2018 йылдың декабрендә бинала Рәсәй кинематографияһына социаль һәм иҡтисади ярҙам федераль фонды ярҙамында «Нефтсе» кинотеатры асыла.

Ремонттың икенсе этабы 2020 йылдың февралендә тамамлана. Яңыртылған Йәштәр һарайында хәҙер заманса кинотеатр, үҫмерҙәр өсөн клубтар, төрлө түңәрәктәр һәм секциялар, ҙур спорт залы, бейеү залы һәм лекторий бар.

2020 йылдың сентябрендә, эш сәфәре барышында, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров реконструкция эштәренең сифатын баһаланы һәм Психологик ярҙам үҙәгенең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

📌 Йәштәр өсөн тәғәйенләнгән урындарҙы төҙөкләндереүгә республикала айырым иғтибар бүленә. Биш йыл эсендә Өфөлә, Күмертауҙа, Ағиҙелдә, шулай уҡ Краснокама һәм Хәйбулла райондарында ошондай дүрт объект һәм биш бина ремонтланған.
#элек_хәҙер_Башҡортостан

📸 Фотоһүрәттәрҙә – Дәүләкән районының Ҡоръятмаҫ ауылы мәҙәниәт йорто. Бында 2023 йылдың апрелендә капиталь ремонт эштәренә тотоналар, ә йыл аҙағына заманса бина әҙер ҙә була.

Мәҙәниәт усағында хәҙер иркен тамаша залы, музей, китапхана һәм түңәрәктәр өсөн бүлмәләр бар. Бер ҡыйыҡ аҫтында шулай уҡ яңы велосипед тренажерҙары һәм йүгереү юлы менән йыһазландырылған спорт залы, фельдшер-акушерлыҡ пункты ла урынлашҡан.

🪗 Ижади коллектив халыҡты яңы саралар һәм концерттар менән ҡыуандыра. Сәхнә өсөн яңы кейемдәр ҡайтарылған, юбилярҙарҙы хөрмәтләү йолаһы ла тергеҙелә. Мәҙәниәт йортонда ойошторолған барлыҡ саралар ҙа халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлауға йүнәлтелгән.

«Мәҙәниәттең сиктәре юҡ. Кешеләрҙең гражданлығына, милләтенә, диненә ҡарамай, уларҙы берләштереүсе ҡорал», – тип билдәләгәйне Башҡортостан Башлығы.

Ҡоръятмаҫ ауылының мәҙәниәт усағында эштәр «Мәҙәниәт» милли проекты ярҙамында башҡарылған.

#национальныепроекты #миллипроекттар #нацпроекты
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан башлығы вазифаһына кандидат Радий Хәбиров йәмәғәтселек ярҙамы штабы менән осрашты

Ул Өфө кампусында диалог форматында үтте. Алдағы йылдарҙа төбәкте үҫтереү идеялары яңғыраны. Пандемия, санкция баҫымы, махсус операция - Радий Хәбиров биш йылдан ашыу ваҡыт эсендә идара итеү мәленә тура килгән ваҡиғалар һәм уларҙы лайыҡлы үткәреү, артабанғы бурыстарҙы атаны.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң 450 йыллығы уңайынан баш ҡалала яңы спорт объекттары төҙөлә

Юбилей объекттары буйлап сәйәхәт. Өфөнөң 450 йыллығы уңайынан баш ҡалала яңы спорт объекттары - Ишкәкле слалом, Көрәш һарайы, Фехтование үҙәге төҙөлә, Ағиҙел йылғаһы ярында Башҡортостан менән Абхазия араһындағы дуҫлыҡты символлаштырған Коллонада күтәрелә. Бөгөн журналистар һәм блогерҙар төҙөлөш майҙансыҡтарында булып, ведомство етәкселәре, архитекторҙар һәм төҙөүселәр менән аралашты.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанға Курск өлкәһенән бер төркөм балалар килде

Бөгөн төндә Башҡортостанға Курск өлкәһенән бер төркөм балалар килде. Украина хәрби көстәре һөжүм итеү сәбәпле йортһоҙ ҡалған малай-ҡыҙҙар республика шифаханаларында, лагерҙарҙа ял итәсәк. 34 баланан торған тәүге төркөм Дүртөйлө районынында сәләмәтлектәрен нығытасаҡ.
1