БСТ | Яңылыҡтар
2.42K subscribers
5.12K photos
7.85K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Республика Хөкүмәтендә һыу инеү миҙгеленә бәйле хәл ҡаралды. Вице-премьер Ирек Сәғитов Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса комиссия ултырышын үткәрҙе. Йәй башланғандан алып 50 кеше һыу ҡорбаны булған, улар араһында 6 бала. Бәхетһеҙ осраҡтарҙың күбеһе һыу инергә рөхсәт ителмәгән урындарҙа теркәлгән, балалар ҡарауһыҙ ҡалдырылған булған. Әле республикала 170 рәсми пляж бар. Исемлек менән Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты сайтында танышырға мөмкин.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
1 сентябрҙән Башҡортостандың ике мәктәбендә «Курчатов кластары» асыла

Был «Курчатов институты» милли тикшеренеү үҙәге менән берлектәге проект, уны тормошҡа ашырыу тураһында Радий Хәбиров фәнни-тикшеренеү үҙәге президенты Михаил Ковальчук менән осрашыу ваҡытында һөйләшеп килеште.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң Нуғай юл үткәргесендә өлөшләтә транспорт хәрәкәте сикләнә

Баш ҡала хакимиәтенән белдереүҙәренсә, аҙна дауамында объектта ремонт эштәре алып барыласаҡ. 14-нә тиклем бордюр ташын алмаштырыу өсөн ике яҡҡа ла берешәр һыҙат буйынса хәрәкәт ябыла. 15 июлдән 17-һенә тиклем юл үткәргескә яҡынлашыу урындарында яңы асфальт-бетон япма һалыу өсөн дүрт һыҙаттың икәүһе буйынса хәрәкәт туҡтатыла.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ ҡалаһында Урал аръяғы хәрби хәрәкәттәрендә ҡатнашыусыларының һәм ветерандарының етенсе слеты үтте

Рухи яҡтан көслө булғандар хаҡында. Баймаҡ ҡалаһында Урал аръяғы хәрби хәрәкәттәрендә ҡатнашыусыларының һәм ветерандарының етенсе слеты үтте. Был хаҡта киләһе яҙмала.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Әбйәлил районының Салауат ауылына 350 йыл

Салауат республикаға билдәле шәхестәр биргән, тәүге хоспис асылған данлыҡлы ауыл. Ерле халыҡ тарихи датаны ла арҙаҡлы яҡташтарын йыйып, абруйлы ҡунаҡтар саҡырып, оло ҡор менән билдәләне. Байрам алдынан Салауатта социаль объекттар төҙөкләндерелде, йорт-ҡуралар тәртипкә килтерелде, шәжәрәләр барланды. Ауыл йыйыны иҫтәлекле осрашыуҙарға ла, йыр-моңға ла, милли уйындарға ла бай булды.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров республика рәссамдарына дәүләт наградаларын тапшырҙы

Ижадсыларға Һынлы сәнғәт өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы тигән маҡтаулы исем бирелде. Рәссамдар төбәк етәксеһен махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға бағышланған илһөйәрлек күргәҙмәһе менән таныштырҙы һәм төбәк етәксеһенең паториотик йүнәлештәге эшен юғары баһаланы.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Хәйбулла районы Ҙур Арыҫланғол ауылында ғәҙәттән тыш хәл теркәлгән

Урындағы хакимиәт башлығы Рөстәм Шәрипов хәбәр итеүенсә, ҡойма ямғыр һәм көслө ел ваҡытында 20-гә яҡын ағас ҡолаған, ауыл эсендәге бәләкәй күпер, ауыл клубы ҡыйығы емерелгән, электр һәм бәйләнеш селтәре өҙөлгән. Бәхеткә күрә, халыҡ һәм шәхси йорттар зыян күрмәгән.
Бөрйән районында ла көслө ямғырҙан һуң Һөйәнәк йылғаһы ташҡан, Байғаҙы ауылында күпер ағып киткән. Яңы Усманда юлдар һәм ике ихата алды һыу аҫтында ҡалған. Синоптиктар алдағы көндәрҙә лә Башҡортостандың күпселек төбәктәрендә оҙайлы, көньяҡта һәм көнсығышта иһә көслө ямғырҙар көтөлә тип иҫкәртә.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Шаран районында «Баҫыу көнө» төбәк-семинар кәңәшмәһе үтте

Бындай сара республиканың биш климатик зонаһында урып-йыйыу кампанияһы башланыр алдынан ойошторола. Шарандағы семинарҙа биопрепараттар һәм ашламалар ҡулланып ауыл хужалығы культураларын үҫтереү технологиялары тикшерелә. Тәжрибәләр күрһәтеү урындағы фермер базаһында ойоштролдо. Республика аграрийҙары, район ауыл хужалығы идаралыҡтары етәкселәре һәм белгестәре ҡатнашлығындағы уҙған сара хаҡында ентекләберәк киләһе яҙмала.
3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Туған тел» ҡушымтаһында башҡорт телен өйрәнеү мөмкинлеге асылды

Башҡорт телен хәҙер «Туған тел» ҡушымтаһы менән тиҙ һәм еңел генә өйрәнергә мөмкин. Уның өсөн көнөнә ни бары биш минут ваҡыт бүлеү етә. «Ҡушымтала бөгөн башҡорт теле буйынса 20 дәрес бар. Милли кейемдәге геройҙар башҡорт теленә интерактив форматта өйрәтә. Дәрестәрҙе Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы хеҙмәткәрҙәре әҙерләй. Бер үк ваҡытта «Туған тел» ҡушымтаһы хакерҙар һөжүменә лә дусар булды. Әле бының буйынса техник саралар күрелә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Зәйнулла Ихсанов иҫтәлегенә «түңәрәк өҫтәл» ойошторолдо

Өфөлә күренекле ғалим, медицина фәндәре докторы Зәйнулла Ихсанов иҫтәлегенә «түңәрәк өҫтәл» ойошторолдо. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡарамағында үткән сарала ғалимдың яҡындары, хеҙмәттәштәре, уҡыусылары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре йыйылды.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан халҡы һуңғы тәүлектә мутлашыусыларға 6 миллион һум аҡса күсергән

Был башлыса закон боҙоусыларҙың яңынан-яңы мутлашыу схемаларын уйлап табыуға бәйле. Һанлы мөмкинлектәр үҫеү менән кибермутлашыусылар һаны ла арта. Уларҙан халыҡты һәм инвесторҙарҙы яҡлау - төп бурыстарҙың береһе, тине Башҡортостан башлығы. Радий Хәбиров бөгөн Дәүләт Думаһы депутаттары менән осрашты.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ҡыҫҡа ваҡытлы отпусктан һуң бер төркөм яугирҙар йәнә үҙ подразделениеһы урынлашҡан ергә юлланды

Ялдан һуң йәнә яуға. Ҡыҫҡа ваҡытлы отпусктан һуң бер төркөм яугирҙар йәнә үҙ подразделениеһы урынлашҡан ергә юлланды. Мобилизацияланған яҡташтарыбыҙ ике аҙнаны туғандары, яҡындары менән мөмкин тиклем файҙалы һәм һөҙөмтәле үткәрергә тырышҡан. «Старый» ҡушаматлы яугир мәҫәлән мунса төҙөп өлгөргән.
«Акбар» ҡушаматлы артиллерист ике аҙнаны ысын мәғәнәһендә ялға бағышлаған. Йәш яугир һөйгән ҡыҙы менән диңеҙгә ял итергә барып та өлгөргән.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
БСТ телеканалы «Юлдаш» радиоһы менән берлектә яугирҙарға аҡса йыйыу тураһында иғлан итә

Башҡортостан юлдаш телеканалы «Юлдаш» радиоһы менән берлектә махсус хәрби операция биләмәһендәге яугирҙарға ярҙам итеү өсөн аҡса йыйыу тураһында иғлан итә. Маҡсат - автомобиль өсөн дрондар баҫтырыу системаһын һатып алыу. Уны «Башҡортостан» полкы хәрбиҙәренә тапшырырға ниәтләйҙәр. Алығы һыҙыҡта репортаждар төшөргән ваҡытта журналист Гүзәл Хәмитова радиоэлектрон көрәш системаһының әһәмиәтен яҡшы аңлай. Бындай РЭБ һалдаттар ғүмерен ҡотҡара һәм дошман дрондарына ҡаршы тора. Шуға ла ярҙам итеү идеяһы барлыҡҡа килә. Аҡсаны 5469 0600 2035 7783 Гүзәл Сулпан ҡыҙы Х карта номеры буйынса күсерергә мөмкин. Киләһе сәфәрендә журналист аппаратураны яугирҙарға тапшырырға ниәтләй.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Стәрлетамаҡ районындағы йәйге лагерҙа балалар агросменаһы эшләй

Һөнәри йүнәлешле ял. Стәрлетамаҡ районындағы йәйге лагерҙа балалар агросменаһы эшләй. Өс аҙна дауамында уҡыусылар ауыл хужалығы менән яҡындан таныша. Үҫеп килгән йәш быуын экскурсия менән эшкәртеү предприятиеларына бара, фермерҙар менән аралаша, емеш-еләк питомниктарына йөрөй. Былар барыһы ла, киләсәктә тармаҡҡа яңы йәш кадрҙарҙы йәлеп итергә ярҙам итәсәк.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ районы Йәнйегет ауылында «Өлгөлө йорт» конкурсы үтте

Үҙҙәре йәшәгән төбәкте төҙөкләндереүҙе маҡсат итеп ҡуйған был конкурстың ойоштороусылары булып яҡташтар, төрлө ерҙә уңышлы эшләп йөрөүсе ауылдаштар, Башҡортостандың Йәштәр йәмәғәт палатаһы, Баймаҡ районы хакимиәте һәм Татлыбай ауыл советы торҙо.
Хәйбулланан “Хонда” ҡушаматлы яугир Рәсәй наградаһына лайыҡ булған.

Президент Владимир Путиндың указы менән хәрбигә Изге Георгий орденының IV дәрәжә Георгий Тәреһе тапшырылған. Был турала Хәйбулла районы хакимиәтенә һылтанып, Республика менән идара итеү үҙәге хәбәр итә. 

“Хонда” хәрби бурыстарҙы үтәгәндә батырлыҡ күрһәтә. Ул 2023 йылдың майынан башлап алғы һыҙыҡта хеҙмәт итә. Яралана, әммә реабилитация үткәндән һуң, кире махсус хәрби операцияға китә.
👍41
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Үзбәкстандың Ҡарағалпаҡстан Юғары советы рәйесе менән осрашты

Башҡортостанда үҙебеҙҙе өйҙәге кеүек хис итәбеҙ. Был турала Үзбәкстандың Ҡарағалпаҡстан Юғары советы рәйесе Аманбай Орынбаев белдерҙе. Парламент етәксеһе рәйеслегендәге сит ил делегацияһы Өфөгә эшлекле сәфәр менән килде. Бөгөн ҡунаҡтар Республика менән идара итеү үҙәгендә граждандар мөрәжәғәттәренә яуап биреү системаһы менән танышты. Артабан кәңәшмә барышында туғандаш республика етәкселеге вәкилдәре ике төбәк араһында хеҙмәттәшлек мөмкинлектәрен барланы.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә фундаменталь медицина институты асылды

Башҡортостан ғалимдары онкологияға ҡаршы сара уйлап табыу өсөн тағы ла бер аҙым яһаны. Яман шеш һәм инфекция ауырыуҙарына ҡаршы тыумыштан килгән иммунитетты Башҡорт дәүләт медицина университетының яңы фундаменталь медицина институты хеҙмәткәрҙәре өйрәнәсәк. Бөгөн ғилми медицина учреждениеһын асыуҙа Башҡортостан башлығы, Дәүләт Думаһы депуттары ҡатнашты. 3 ҡатлы объектта урынлашҡан 6 лабораторияла ғалимдар күҙәнәктәрҙе тергеҙеү, һынауҙар өсөн 3д биомоделдәр төҙөү, импланттар сығарыу менән шөғөлләнер, тип көтөлә.
🔥1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Шаҡша күперенең төҙөкләндереүгә бәйле, ҡала яны поезд составы арттырылды

Өфөлә автобус хәрәкәтенә төҙәтмәләр индерелде һәм Шаҡша күперенең төҙөкләндереүгә бәйле, ҡала яны поезд составы арттырылды. Бындай ҡарар юл үткәргес ябылғандан һуң, тәүге 2 көндә хәлде күҙәтеү йомғаҡтары буйынса ҡабул ителде. Был турала республиканың Юл хужалығы һәм транспорт министрлығында үткән брифинг барышында әйтелде. Шулай уҡ чиновниктар күперҙә алып барылған эштәр менән яҡындан танышты.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Стәрлебаш районында эшләүсе фермер ауыл хужалығының алдынғы технологияларын үҙләштерә

Баҫыу өҫтөндә пилотһыҙ осоу аппараты. Стәрлебаш районында эшләүсе фермер Вадим Кинйәбыҙов мул уңыш йыйып алыуы өсөн ауыл хужалығының алдынғы технологияларын үҙләштерә. Әле үк баҫыуҙарҙа дрондар үҫемлектәрҙе эшкәртә, барлыҡ техника глонасс системаһына тоташтырылған, орлоҡтарҙы сәсеү No Till технологияһына ярашлы үтәлә.
👍3