БСТ | Яңылыҡтар
2.42K subscribers
5.13K photos
7.88K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Азат Бадранов Баймаҡ районында йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан граждандар менән осрашты

Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Азат Бадранов Баймаҡ районында йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан граждандар менән осрашты. Осрашыуҙа ҡатнашыусылар араһында билдәле уҡытыусылар ҙа, медицина хеҙмәткәрҙәре лә, ауыл хакимиәттәре башлыҡтары ла, депутаттар ҙа, йәмәғәт эшмәкәрҙәре лә бар. Һәр береһен тыуған төйәгенең бөгөнгөһө, киләсәге борсой. Осрашыуҙа ла улар ерле халыҡты борсоған көнүҙәк проблемаларҙы күтәрҙе.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда контракт төҙөүселәр өсөн түләүҙәр суммаһы артты

Бынан һуң, махсус хәрби операцияға үҙ теләге менән барыусылар өсөн миллион һум ҡаралған. Ул бер тапҡыр түләнә. Хәрби бәрелеш биләмәһендә һалдатҡа Оборона Министрлығынан ай һайын 210 мең һум күләмендә хеҙмәт хаҡы ҡаралған. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфө һайлау пунктында контракт буйынса хеҙмәткә алыу дауам итә. Ул баш ҡаланың Революция урамы, 156 адресы буйынса урынлашҡан. Бынан тыш, райондарғы Күп функцияла үҙәккә, Хәрби комиссариатҡа ла мөрәжәғәт итергә мөмкин. Һорауҙар буйынса 117 берҙәм белешмә номеры йәки: 8 (347) 218-19-19, 8 (347) 248-29-31 ҡыҙыу линия номерҙары буйынса шылтыратырға була.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡорт яугиры генерал-майор дәрәжәһенә лайыҡ булды

Звание махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Олег Саматовҡа Рәсәй Президенты указы буйынса быйыл 11 июндә тапшырылған. Хәрби хеҙмәткәрҙе мәртәбәле дәрәжә менән тантаналы шарттарҙа Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзалары, йәмәғәт эшмәкәрҙәре һәм яуҙаштары ҡотланы. Олег Саматов - Жуков миҙалы, 2-се дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены һәм башҡа хәрби наградалар эйәһе. Сарала милләттәшебеҙҙең ҡаҙаныштар исемлеге тағы ла бер билдәгә артты. Офицерға «Ал да нур сәс халҡыңа!» миҙалы тапшырылды.
👍3
Республикала 1 июндән башлап 13 мең ярым бала имгәнгән. Бөгөн Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин ошо турала социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙған. “Ҡыҙҙар һәм малайҙар йышыраҡ велосипед, самокат һәм роликтарҙа йөрөгәндә, батутта һикергәндә имгәнә. Уларҙың аяҡ-ҡулдары, умыртҡа бағанаһы һына, мейе һелкенә. Электр самокаттар һайлаусылар ауыр имгәнеүҙәр ала. Аҙна һайын балалар травмпункттары 4-5 пациентты дауаханаға ебәрә. Уларға ҡатмарлы операция яһарға, тимер конструкциялар ҡуйырға тура килә”, - тип яҙған ведомство башлығы. “Иғтибарлы һәм һаҡ булыу - йәрәхәттәрҙе иҫкәртеүҙең ышаныслы юлы. Ата-әсәләр балаларға өлгө күрһәтергә, уларға юл ҡағиҙәләрен өйрәтергә тейеш", - тигән министр.
👍3
Илдә йәй башынан 1 меңдән ашыу кеше һыуҙа һәләк булған. Уларҙың 200-гә яҡыны балалар. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министры Александр Куренков ошо турала белдерҙе. Һыу ятҡылыҡтарындағы фажиғәләр ял көндәрендә арта. Күптәр рөхсәт ителмәгән урында һыу инә, балаларҙы яңғыҙ ҡалдыра. Ведомство башлығы кешеләрҙең именлеген тәьмин итеү өсөн өҫтәмә саралар күрергә, ҡырағай пляждарға иғтибарҙы көсәйтергә, йылға һәм күлдәргә даими патруль ойошторорға ҡушты. Республикала һыу инеү миҙгеле башланғандан алып 30-ҙан ашыу кеше батҡан. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан идаралығынан белдереүҙәренсә, уларҙың күбеһе рөхсәт ителмәгән урындар һыу ингән.
Бөрйән районында көслө ямғырҙан һуң Һөйәнәк йылғаһы ташҡан, Байғаҙы ауылында автомобиль күпере ағып киткән. Шулай уҡ Бетерә йылғаһындағы һыу кимәле күтәрелгән. Яңы Усман ауылында юлдар һәм ике ихата алды һыу аҫтында ҡалған. Урында Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика идаралығы белгестәре дежур итә. Оператив штаб булдырылған. Хәл күҙәтеүгә алынған.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө фән һәм технологиялар университетында Евразия һанлы технологиялар үҙәге асылды

Ул уҡыу йортоноң төп корпусы ҡаршыһындағы элекке ашхана бинаһында урынлашҡан. Үҙәк эшмәкәрлеге менән бөгөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров танышты. Евразия һанлы технологиялар үҙәгендә айти технологиялар, анимация һәм 3d-уйындар өлкәһендәге иң алдынғы йәш белгестәр йыйылған. Был үҙәк республика технологик кластерының бер өлөшө. Уның маҡсаты - мәғлүмәт технологияларынан алып ижади индустрияларға тиклем төрлө йүнәлештәрҙе берләштереү.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә баш ҡаланың 450 йыллыҡ юбилейына әҙерлек буйынса ултырыш үтте

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров юбилейға ҡаралған сувенирҙар менән танышып, продукцияны сауҙа итеү юлдарын билдәләне. Өфө өсөн 450 йыллыҡ тарихи байрам ул мәҙәни саралар ойоштороу ғына түгел, ә тәү сиратта күләмле объекттар төҙөү. Юбилей уңайынан баш ҡалала көрәш һарайы, фехтование һәм ишкәкле слалом үҙәктәре төҙөлә, Өфөнөң урам-ихаталары тәртипкә килтерелә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Быйыл көҙ Өфөнөң медицина учреждениелары ҙур капиталь ремонттан һуң үҙ ишектәрен аса

Был хаҡта социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Башҡортостан башлығы яҙҙы. Модернизациялау программаһы буйынса Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының диагностика корпусы, 2-се балалар поликлиникаһының ике бүлексәһе, 5-се балалар поликлиникаһы эшләй башлаясаҡ. Төҙөкләндереү программаһына шулай уҡ туберкулезға ҡаршы диспансер ҙа ингән. Был объектта ремонт 50 процентҡа яҡын теүәлләнгән дә инде.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда йыл аҙағына тиклем 107 фельдшер-акушерлыҡ пунктының сафҡа инеүе көтөлә

Шуларҙың өсәүһе күптән түгел Мәләүез районында файҙаланыуға тапшырылған. Төбәктә кадрҙар мәсьәләһен хәл итеү ҙә яйға һалынған.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республика үҙәк һайлау комиссияһында Башҡортостан башлығы вазифаһына кандидаттарҙы теркәү тамамланды

Законға ярашлы кандидаттарҙы теркәү 11 июлгә тиклем иҫәпләнгән. «Яңы кешеләр» партияһы кандидаты Илшат Тимерйәнов тә Үҙәк һайлау комиссияһына Башҡортостан башлығы вазифаһына хуплау ҡултамғалары менән исемлек тапшырҙы. Уның эшмәкәрлеген хуплап ҡала, муниципалитет советтарынан 450-ҙән ашыу депутат ҡултамға ҡуйған.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Махсус хәрби операция башланғандан алып Ейәнсура районынан 21 гуманитар ярҙам оҙатылған

Яугирҙарға тыл ярҙамы. Махсус хәрби операция башланғандан алып Ейәнсура районынан 21 гуманитар ярҙам оҙатылған. Төбәк халҡы һалдаттар заявкаһы буйынса аҙыҡ-түлек, маскировкалау селтәре, гигиена кәрәк-яраҡтары,киптерелгән үләндәр һәм домшандың пилотһыҙ осоу аппараттарынан һаҡланыу өсөн махсус ҡорамалдар менән ярҙам итә.
2
Хәйерле иртә!

Бөгөн, 11 июлдә республикала һәм Өфөлә көн аяҙлы-болотло була, урыны менән күк күкрәп ямғыр яуыуы көтөлә. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнсығыштан талғын, ваҡыты менән көслө.
Башҡортостанда +23, +28, Өфөлә +25, +27 градус эҫе.
Алдағы ике көндә урыны менән ямғыр яуыуы, һауа температураһының түбәнәйеүе көтөлә.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ғафури районынан эшҡыуарҙар ғаиләһе импортты алмаштыра

Санкциялар индерелеү менән, йорт хайуандары өсөн аҙыҡ баҙарында ла продукциялар исемлеге кәмей. Пивцовтар ғаиләһе бесәй һәм эттәр өсөн тәбиғи аҙыҡ әҙерләп һата. Етештереүҙә тик урындағы сеймал ҡына файҙаланыла, эшкәртеү барышында хайуандар аҙағында файҙалы элементтар һаҡланыла. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ районының малсылыҡ тармағы эшсәндәре һөнәри оҫталыҡта көс һынашты

Ғиззәт Ямантаевтың крәҫтиән-фермер хужалығы йәйләүендә төбәк хужалыҡтарының һыйырҙы машина менән һауыу һәм яһалма ҡасырыу операторҙары араһында ярыш үтте. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Радий Хәбиров Өфөнөң 450 йыллығын байрам итеүгә әҙерлек буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Ултырыш алдынан Башҡортостан Башлығы юбилейға сығарыласаҡ сувенир өлгөләре мәнән танышты. Радий Хәбиров әйберҙәр сифаты һәм биҙәлештәрен юғары баһаланы. Кәңәшмәлә төп иғтибар байрамды үткәреүгә бәйле сараларға йүнәлтелде. 30 августа Инорс биҫтәһендә Ишеү слаломы комплексы файҙаланыуға тапшырыла, Ағиҙел йылғаһы буйында Башҡортостан һәм Абхазия дуҫлығына арналған коллонада асыла. “Ватан” этнопаркында “Евразия йөрәге” халыҡ-ара сәнғәт фестивале башлана. Төп саралар 31 августҡа тәғәйенләнгән. Совет майҙанында Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәли Шайморатов һәйкәленә сәскә һалына. Бында махсус хәрби операция ветерандарын хөрмәтләү сараһы ойошторола. Октябрь районында Көрәш һарайы асыла, “Өфө-Арена” янында “Ваҡыт йылғаһы” тигән театрлаштырылған тамаша күрһәтелә. Байрам көндәрендә баш ҡаланың бөтә майҙандары һәм парктарында халыҡ өсөн мәҙәни, спорт-күңел асыу саралары үткәрелә.