Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың Президиум ултырышында 4 тиҫтәгә яҡын закон проекты тикшерелде
Етемдәргә социаль ярҙам саралары, йылға порты объекттарын хосусилаштырыу үҙенсәлектәре, һунарға рөхсәт алыу өсөн электрон йәрәбә. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың Президиум ултырышында ошо һәм башҡа закон проекттары ҡаралды.
Етемдәргә социаль ярҙам саралары, йылға порты объекттарын хосусилаштырыу үҙенсәлектәре, һунарға рөхсәт алыу өсөн электрон йәрәбә. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың Президиум ултырышында ошо һәм башҡа закон проекттары ҡаралды.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республикала һабантуй байрамдары дауам итә
Уҙған ял көндәрендә генә халыҡ байрамы тиҫтәнән ашыу төбәктә билдәләнде. Ауыл хужалығы алдынғыларын тәбрикләү менән бергә, төрлө күңел асыу саралары, конкурстар ойошторолдо.

👍1
Башҡортостанда бензин тағы ҡиммәтләнде
“Башнефть” компанияһы яғыулыҡҡа хаҡ арттырған. Бензин һәм дизель был юлы 40 тингә ҡиммәтләнде. Мәҫәлән, бөгөн 95-се марка бензин литры 54 һум 80 тингә һатыла. Шул уҡ ваҡытта 100-се марка бензин 20 тингә арзанайған. Быға тиклем 29 майҙа, 4 һәм 11 июндә яғыулыҡҡа хаҡ 20 тингә күтәрелгәйне.

👍1🤬1
Башҡортостандан көрәшсе Артур Зөлҡәрнәев үҙенсәлекле рекорд ҡуйҙы
Пермь крайында Бөтә Рәсәй ауыл һабантуйында яҡташыбыҙ бер минут эсендә дәғүәселәрен 25 тапҡыр бөгөлөп ташлаған. Бындай күрһәткес Рәсәй рекордтары китабына индерелде. Милли көрәш буйынса ярышта беҙҙең республика вәкилдәре Артур Зөлҡәрнәев, Юнир Закиров һәм Айгиз Зәйнетдинов үҙ ауырлыҡ үлсәмдәрендә еңеү яуланы.

👍3❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров медицина ҡорамалдарының яңы производствоһын асыуҙа ҡатнашты
Производство ҡеүәттәрен арттырыуға 600 миллион һумлыҡ инвестиция. Өфөлә медицина йүнәлешендәге мебель һәм ҡорамалдар етештергән предприятие яңы производство-склад комплексын сафҡа индерҙе. Объектты асыу тантанаһында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты. Шулай уҡ төбәк етәксеһе баш ҡала биләмәһендә тормошҡа ашырылған тағы ла бер инвестиция проекты менән танышты.

❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы 15 йыллығын билдәләй
Ойошма ағзаларын юбилей менән Башҡортостан башлығы тәбрикләне. Радий Хәбиров йәмәғәт эшмәкәрҙәренә фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн рәхмәт белдереп дәүләт наградаларын тапшырҙы.
Ойошма ағзаларын юбилей менән Башҡортостан башлығы тәбрикләне. Радий Хәбиров йәмәғәт эшмәкәрҙәренә фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн рәхмәт белдереп дәүләт наградаларын тапшырҙы.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров быйылғы уҡыу йылында олимпиадаларҙа еңеү яулаған уҡыусылар менән осрашты
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров быйылғы уҡыу йылында Халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй олимпиадаһының йомғаҡлау этабында еңеү яулаған уҡыусылар менән осрашты. Сара Евразия фәнни белем биреү үҙәгенең халыҡ-ара студент кампусында үтте.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров быйылғы уҡыу йылында Халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй олимпиадаһының йомғаҡлау этабында еңеү яулаған уҡыусылар менән осрашты. Сара Евразия фәнни белем биреү үҙәгенең халыҡ-ара студент кампусында үтте.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡорт бал ҡорттары яҡлауға һәм һаҡлауға мохтаж
Бөгөн республика умартасылары менән бергә, лабораторияларҙа ла әүҙем эш алып барыла. Сит ил бал ҡорттарын индермәүгә бәйле, ҡануниәттә махсус саралар ҙа ҡаралған.
Бөгөн республика умартасылары менән бергә, лабораторияларҙа ла әүҙем эш алып барыла. Сит ил бал ҡорттарын индермәүгә бәйле, ҡануниәттә махсус саралар ҙа ҡаралған.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Стәрлетамаҡта Комаров урамындағы юл файҙаланыуға ваҡытынан алда тапшырылған
Стәрлетамаҡта «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» милли проекты буйынса төҙөкләндерелгән Комаров урамындағы юл файҙаланыуға ваҡытынан алда тапшырылған. Эш ҡуйылған пландан бер айға иртәрәк тамамланған. Йәмғеһе быйыл ҡаланың төрлө өлөшөндә 8 саҡрымға яҡын арауыҡ ремонтлана. Ә республикала 1000 саҡрым юлдарҙы тәртипкә килтереү ҡаралған.

Баймаҡ районы Төркмән мәктәбенә - 100 йыл
Бер быуатлыҡ белем усағына был көндә элекке уҡыусылары, балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә бағышлап, хаҡлы ялға сыҡҡан ветеран уҡытыусылар йыйылды.
Бер быуатлыҡ белем усағына был көндә элекке уҡыусылары, балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә бағышлап, хаҡлы ялға сыҡҡан ветеран уҡытыусылар йыйылды.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ғафури районында бер көндө ике иман йорто асылды
Йөҙимән һәм Ибраһим ауылдары халҡының мәсет асыу шатлығын БЮТ ижади төркөмө лә уртаҡлашты.
Йөҙимән һәм Ибраһим ауылдары халҡының мәсет асыу шатлығын БЮТ ижади төркөмө лә уртаҡлашты.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Мәсетле районы башҡорттары ҡоролтайы үтте
Ул VI Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайына әҙерлек сиктәрендә уҙғарылды. Осрашыуҙа оло йыйынға делегаттар һайлау мәсьәләһе ҡаралды, шулай уҡ ойошманың башҡарған эштәренә йомғаҡ яһалды, киләсәккә пландар билдәләнде.

👍3
Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ уҡытыусыһы Лиза Әғәҙуллина вафат
«Лиза Ҡыям ҡыҙы иң билдәле химия уҡытыусыһылыр, моғайын, ул бар ғүмерен ошо эшкә арнаны. Уның уҡыусылары араһында йөҙҙән ашыу Бөтә Рәсәй олимпиадаһы еңеүселәре һәм призерҙары, шулай уҡ уның методикаһы буйынса эшләүсе бер нисә быуын уҡытыусылар бар», - тип яҙа социаль селтәрҙә ҡайғы уртаҡлашып, республика Башлығы Радий Хәбиров.
Бәхил бул, уҡытыусы! Мәрхүмәнең яҡындарының һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

😢3💔2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Республикала 19 йәшлек студент төркөмдәш ҡыҙын туҡмаған
Сибай медицина колледжында ыҙғыш ҡупҡан. 19 йәшлек студент практика ваҡытында бер төркөмдә уҡыған ҡыҙҙы туҡмаған. Был хәл видеоға эләккән. Кадрҙа күренеүенсә, ятаҡта егет ҡыҙҙы үлтереү менән янай, һуңынан уға йоҙроғо менән бер нисә тапҡыр һуға.
Студент егет төшкө аш ваҡытында оҙағыраҡ ял итергә теләгән һәм төркөмдәштәренә был хаҡта бер кемгә лә әйтмәҫкә ҡушҡан. Тик бер ҡыҙ ризалашмаған. Шуға ул ҡыҙҙы йәмһеҙ һүҙҙәр менән йәберләй башлаған, йоҙроғо менән һуғырға ла тартынмаған. Хәҙер уның ҡылығын полиция тикшерә.

Башҡортостан милли проекттар буйынса алдынғы төбәктәр иҫәбендә
Был турала Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҙы Марат Хөснуллин билдәләне. Вице-премьер видеобәйләнеш режимында төбәк үҫеше буйынса Хөкүмәт комиссияһы президиумы ултырышын үткәрҙе. Уның эшендә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.
Был турала Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҙы Марат Хөснуллин билдәләне. Вице-премьер видеобәйләнеш режимында төбәк үҫеше буйынса Хөкүмәт комиссияһы президиумы ултырышын үткәрҙе. Уның эшендә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Инвестиция сәғәте»дә юл тармағында, мәғарифта һәм хеҙмәтләндереү өлкәһендә яңы проекттар хупланды
Радий Хәбиров етәкселегендә үткән сираттағы тематик кәңәшмәлә иҡтисадтың һәм социаль өлкәнең төрлө тармаҡтарында яңы башланғыстар ҡаралды. «Юкси Парк» компанияһы вәкилдәре Өфөнөң Нуғай ауылында 140 урынлыҡ балалар баҡсаһы менән берләштерелгән 300 урынлыҡ мәктәп төҙөү проектын тәҡдим итте.

Башҡортостанға туристар ағымы арта
Был республикала шул иҫәптән ял урындары күбәйеүенә лә бәйле. Ял базаларын үҫтереүҙе Радий Хәбиров төбәк менән етәкселек итә башлау осоронда туризм йүнәлешендә төп бурыстарҙың береһе тип билдәләгәйне. Башҡортостан башлығы ҡушыуы буйынса эске туризм менән шөғөлләнгән эшҡыуарҙар өсөн грант һәм субсидиялар системаһы, ташламалар булдырылды. Матди ярҙамға республиканың төрлө райондарында ял йорттары төҙөлә, инфраструктура булдырыла.

Башҡортостан башлығы вазифаһына кандидат күрһәтеү тураһында документтар тапшырыу осоро тамамланды
Шулай итеп, һайлауҙа 5 партия вәкиле ҡатнашырға теләк белдергән. Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһына тәүгеләрҙән булып «Берҙәм Рәсәй» партияһынан тәҡдим ителгән Радий Хәбиров документтар тапшырҙы. Ҡалған партияларға килгәндә, «Ғәҙел Рәсәй» - Владимир Нагорныйҙы, ЛДПР - Иван Сухаревты, «Яңы кешеләр» Илшат Тимерйәновты, Коммунистар - Артур Шәйнуровты тәҡдим итте. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйылғы һайлауҙар өс көн дауамында - 6, 7 һәм 8 сентябрҙә үтәсәк.

Ейәнсура районы Үтәғол ауылында йәшәүсе халыҡ яугирҙарға ярҙам әҙерләй
Махсус хәрби операция биләмәһендәге яугирҙарға тыл ярҙамы. Ейәнсура районы Үтәғол ауылында йәшәүсе халыҡ ирекмәндәр төркөмәнә тупланып был изге эште күмәк көс менән башҡара.

❤3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң «Торатау» Конгресс-холлында һыйырҙарҙы селекциялау мәсьәләләре тикшерелде
Юғары сифатлы ғына түгел, эре баш малдың сәләмәт булыуы ла шарт. Бөгөн Өфөнөң «Торатау» Конгресс-холлында һыйырҙарҙы селекциялау мәсьәләләре тикшерелде. Сара Уралдағы һөт малының тоҡомсолоҡ эше буйынса 66-сы совет ултырышы сиктәрендә үтте. Фекер алышыуҙа илдең алты төбәгенән белгестәр ҡатнашты.