БСТ | Яңылыҡтар
2.43K subscribers
5.12K photos
7.83K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Ҡунаҡҡоловтар ғаиләһенән күңелһеҙ хәбәр

Хеҙмәттәшебеҙ, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Рәмзиә Кәримова хәбәр итә:

– Ҡунаҡҡоловтарымдың иң өлкәне Фәиз ағай мәрхүм булып ҡалды. Оҙаҡ йылдар инвалид коляскаһында ултырһа ла тормошҡа, кешеләргә һөйөүен юғалтмаған, йыр-моңға ғашиҡ, сабыйҙарса эскерһеҙ, сабыр, ихлас күңелле кеше ине ул. Бөгөн ошо хәбәрҙе ишеткәс тә "Ярай әле өйҙәренә һыу, канализация, газ үткәреп өлгөрҙөк. Ғүмеренең һуңғы йылдарын булһа ла заманса шарттарҙа, уңайлыҡтар менән йәшәп өлгөрҙө" тип ҡыуандым. Йәнең йәннәттә булһын, Фәиз ағай. Тормош юлында һеҙҙе осратыуыма рәхмәтлемен! Һеҙҙең менән аралашыу миңә донъяға бөтөнләй икенсе күҙлектән бағырға, бөтә ваҡлыҡтарҙан өҫтөн булырға, һәр бер көндөң ҡәҙерен белергә өйрәтте. Рафиҡ менән Рәфискә, Гөлфиәгә сабырлыҡ теләйем.
😢4🙏2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда «Салауат йыйыны» байрамы үтте

Башҡортостан картаһында тағы ла бер яңы туристик маршрут барлыҡҡа килде. Радий Хәбиров республиканың төньяҡ-көнсығышында «Салауат ере» тарихи-мемориаль комплексын асыу тантанаһында ҡатнашты. Ул башҡорт халҡының милли геройы һәм шағир-импровизаторҙың тыуған төйәге Тәкәй ауылы урынында төҙөлгән. Салауат Юлаевтың бала сағы һәм йәшлеге үткән урындарҙа БЮТ ижади төркөмө лә булды.
👍32
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Барҙа йыйыны» 14-се Бөтә Рәсәй ауыл һабантуйы быйыл ғәйнә башҡорттары йәшәгән тарихи ерлектә уҙҙы

Федераль һабантуй илдең 50-нән ашыу субъектынан 70 меңләп кешене бер майҙанға йыйҙы. Сара милли уйындарға ла, спорт ярыштарына ла бай булды. Тирмәләрҙә быуаттар буйы ошо ерҙә йәшәгән ғәйнә башҡорттарның кейем өлгөләре, аш-һыуҙары, кәсептәре, ғөрөф-ғәҙәттәре менән танышырға мөмкин ине. Башҡортостан башҡорттарының милли-мәҙәни хазиналары менән ҡунаҡтарҙы Тәтеште һәм Дүртөйлө райондары таныштырҙы, ә Нефтекама филармонияһы артистары йырлы-моңло тамаша бүләк итте.
3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда Ҡорбан байрамы үтте

Республикала йәшәүселәр мәсеттәрҙә иртәнге намаҙ уҡып,вәғәз тыңланы, илгә тыныслыҡ теләне. Дини байрам уңайынан һарыҡтар салынды. Төбәктә бының өсөн 60 махсус майҙансыҡ ойошторолғайны.
1👍1
Башҡортостанда ҙур археология экспедицияһы уҙғарыла

Өфө янында Алтын Урҙа дәүерендәге ҡаласыҡ тикшерелә. Экспедицияла 100 кеше ҡатнаша. Әлегә тиклем бындай ҙур эҙләнеү 1990-сы йылдарҙа Таналыҡ биләмәһендә ойошторолған булған. Археологтар хәбәр итеүенсә, Подымалово янындағы биләмә 27 гектарҙы алып тора. Металл етештереү, металлы эшкәртеү, керамака, һөйәк әйберҙәр эшләү буйынса 9 объект табылған. Экспедиция бөгөн башлана һәм 4 аҙна дауам итә.
👌2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Хеҙмәттәшебеҙ Рафиҡ Әхмәтшин яҡташтарынан посылка алған

Бөгөн Белорет районы башлығы Андрей Иванюта «Башҡортостан» полкына гуманитар ярҙам алып барған. Ул «Журналист» позывнойлы һалдатҡа исемле посылкалар тапшырған.

- Тирлән урман хужалығына, район эшҡыуарҙарына оло рәхмәтемде белдерәм. Миңә яңы генератор, бензобысҡы һәм мотопомпа килтерҙеләр. Былар барыһы ла хәрби заданиеларҙы үтәгәндә бик кәрәк, - тип хәбәр итә «Журналист».
👍64
Радий Хәбиров Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына әҙерлеккә бәйле указға ҡул ҡуйҙы

Документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында урынлаштырылған. Указға ярашлы республикала ойоштороу комитеты булдырыла һәм уның составы раҫлана. Ойоштороу комитеты бөтә саралар планын билдәләй. Республика Хөкүмәте документ үтәлеше өсөн яуаплы була. Быға тиклем Рәсәй Президенты Владимир Путин киләһе йылда Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығын билдәләү буйынса указға ҡул ҡуйҙы.
👍1
Башҡортостан Башлығы вазифаһына тағы ике кеше дәғүә итә

Республика Үҙәк һайлау комиссияһында ЛДПР партияһынан Иван Сухаревтан документтар ҡабул ителде. Ул Дәүләт Думаһы депутаты, профилле комитет рәйесенең беренсе урынбаҫары булып эшләй. Икенсе кандидат – Илшат Тимерйәнов. Уны “Яңы кешеләр” партияһы тәҡдим итте. Илшат Тимерйәновҡа 44 йәш, ул эшҡыуар. Быға тиклем “Берҙәм Рәсәй” партияһынан ғәмәлдәге Республика Башлығы Радий Хәбиров һәм “Ғәҙел Рәсәй – Патриоттар – Дөрөҫлөк өсөн” сәйәси фирҡәһенән Владимир Нагорный документтарын тапшырҙы. Башҡортостан Башлығын һайлау сентябрҙә өс көн дауам итә – 6, 7 һәм 8 сентябрҙә үтә.
👍3
Республика халҡы уҙған ял көндәре мутлашыусыларға 16 миллион һум күсергән

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығынан белдереүҙәренсә, Өфөнән 46 йәшлек иргә үҙен мобиль элемтә компанияһы белгесе булараҡ таныштырған кеше шылтыратҡан. Ул алдаҡ юл менән “Дәүләт хеҙмәттәре” порталынан серһүҙҙе асыҡлаған. Аҙаҡ иргә ялған банк хеҙмәткәре шылтыратҡан һәм уның исеменә кредит алырға маташыуҙарын әйткән. Быны булдырмаҫ өсөн алдараҡ аҡса юлларға һәм “хәүефһеҙ иҫәп”кә күсерергә ҡушылған. Мутлашыусылар тоҙағына эләккән ир 2 миллион һумын юғалтҡан. Благовар районынан 27 йәшлек егет ипотекаға бирелгән 6 миллион һум аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан. Ул интернетта инвестицияларҙа күп аҡса эшләүгә бәйле реклама күреп ҡалған. Егеткә тиҙ арала 1 миллиард һум вәғәҙә иткәндәр. Аҡса алынғас ялған брокерҙар элемтәгә сыҡмаған. Полиция таныш булмаған телефон номерҙарына яуап бирмәҫкә һәм шикле рекламаға ышанмаҫҡа кәңәш итә.
🤬2
Ялға ҡайтҡан СВО офицеры һөйгән ҡыҙы менән ғаилә ҡорған

Межгорьенан Владимир һәм Владислава Филатовтар бер-береһен бала саҡтан белә. Улар бер мәктәптә белем ала һәм бер урамда йәшәй. Мәктәпте тамамлағандан һуң йәштәр төрлө ҡалаларға уҡырға юллана: Владислава Силәбе педагогия университетына инә, ә Владимир хәрби олатаһының эҙҙәренән барырға, Санкт-Петербургтағы Михайлов академияһында белем алырға ҡарар итә.

Бер нисә йылдан һуң улар тыуған яғында осраша һәм мәңге бергә булырға ҡарар итә.

Владимир бер йылдан ашыу Донбасста хеҙмәт итә, «Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы», «II дәрәжә Батырлыҡ өсөн», «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалдары менән бүләкләнгән. Оҙаҡламай яугир йәнә алғы һыҙыҡҡа юлланасаҡ.
5👍1
Ҡайғылы хәбәр алдыҡ

Бөгөн билдәле шағирә, бик күп матур йырҙар авторы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Әнисә Таһирова вафат булған.

Яҡындарының һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
😢6
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Мәләүез районы Хәсән ауылында мәсет асылды

Яҡташлыҡ көсө. Мәләүез районы Хәсән ауылында мәсет асылды. Ҡорбан Ғәйетендә иман йортонда тәүге аҙан яңғыраны, намаҙ, вәғәз уҡылды. Төҙөлөштә ҡатнашыусыларға рәхмәт һүҙҙәре әйтелде. «Әсә йөрәге» тип исемләнгән мәсеттә БЮТ ижади төркөмө лә булды.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров һәм Александр Куренков республика янғын һүндереүселәренә яңы техника тапшырҙы

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров һәм Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министры Александр Куренков республика янғын һүндереүселәренә яңы техника тапшырҙы. Тантаналы шарттарҙа ҡотҡарыусыларға 36 берәмек техника бүләк ителде.Бынан тыш видеобәйләнеш аша Красноусол ҡасабаһында янғын-ҡотҡарыу депоһы асылды.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров урман янғындарында ғәйеплеләрҙе ҡәтғи яуаплылыҡҡа тарттырға ҡушты

Башҡортостан Урман хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, быйыл бер кешегә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған. Республика менән идара итеү үҙәгендә ойошторолған оператив кәңәшмәлә һыу объекттарындағы хәл, Өфөнөң 450 йыллығына арналған саралар планы ла ҡаралды. Тулыраҡ киләһе яҙмала
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
1 июлдән Башҡортостанда коммуналь хеҙмәттәргә тарифтар үҙгәреүе көтөлә

1 июлдән Башҡортостанда, бөтә илдәге кеүек үк, коммуналь хеҙмәттәргә тарифтар үҙгәреүе көтөлә. Һүҙ йылытыу, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу, һыу тәьминәте, һыу ағыҙыу, шулай уҡ электр энергияһы тураһында бара. Һуңғы тапҡыр тарифтар 2022 йылда күтәрелгәйне. Шул уҡ ваҡытта айырым категория граждандарға коммуналь түләүҙәргә льготалар ҡарала. Уларға кемдәр иҫәп тота ала һәм нисек яҡшы ташлама алыу мөмкинлегенә эйә булырға? Тулыраҡ киләһе яҙмала.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Федоровка районында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар иҫтәлегенә мемориаль комплекс асылды

Федоровка районы Яңы Яуыш ауылында Ҡорбан ғәйете көнөндә Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған һәм еңеү яулап ҡайтҡан яҡташтар иҫтәлегенә мемориаль комплекс асылды. Яңы һәйкәл «Атайсал» проекты һәм ауылдаштар көсө менән төҙөлгән. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
👍3
Башҡортостан яугирҙәре СВО биләмәһендә үҙ көсө менән мәсет төҙөгән

Донецк Халыҡ Республикаһында Салауат Юлаев исемендәге башҡорт батальоны яугирҙәре төҙөгән яңы мәсет асылды. Мәсет Донецк Халыҡ Республикаһының азат ителгән ауылдарының береһендә урынлашҡан.

Яҡташтарыбыҙ мосолмандарҙың иман йортона армия йондоҙҙары хөрмәтенә «Йондоҙ-рахман» исемен биргән. Мәсет хәрбиҙәр үҙҙәре йыйған аҡсаға һалынған. Төҙөлөш эштәре хеҙмәттән буш ваҡытта алып барылған.

Мәсет асылған көндә яугирҙәр намаҙ уҡыған һәм байрамса төшкө аш ойошторған. Бында тәүгеләрҙән булып заданиенан ҡайтҡан «юлаевсылар», Ростов өлкәһе мосолмандарының Диниә назараты вәкилдәре һәм Донецк Халыҡ Республикаһының муниципаль берәмеге етәкселәре килгән.
👍5👏1🙏1
Башҡортостанда сүп-сар майҙансыҡтарында видеокамералар ҡуйыла

Республика Хөкүмәтендә үткән ултырышта ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеү мәсьәләһе ҡаралды. Сүп-сар һауыттарына ҡый үләндәре йәки малсылыҡ ҡалдыҡтарын ташлаған кешеләрҙе видеокамера төшөрөп ала һәм яуапҡа тарттырасаҡ. Бының өсөн айырым майҙансыҡтар бар. 58 район һәм ҡалала ҡый үләндәрен ташлау өсөн 567 урын, шулай уҡ малсылыҡ ҡалдыҡтары өсөн 800-ҙән ашыу мал зыяраты булдырылған.
Рәсәйҙә балаларға энергетиктар һатырға ярамай

Дәүләт Думаһы беренсе уҡыуҙа закон проектын ҡабул итте. Уға ярашлы, бәлиғ булмағандарға алкоголһеҙ тонусты күтәргән эсемлектәр, шул иҫәптән энергетиктар, һатыу тыйыла. Магазинда сауҙа хеҙмәткәрҙәре паспорт һорарға хоҡуҡлы була. Энергетиктар һаулыҡ өсөн етди зыян килтерә. Бындай эсемлектәр юғары ҡан баҫымы, шәрәк диабеты, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙере сәбәпсе булыуы ихтимал, ти табиптар. Закон 1 сентябрҙән көсөнә инергә тейеш.
👏2