Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
8 июнь- социаль хеҙмәткәрҙәр көнө
Һөнәри байрам Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указына ярашлы, 2000 йылдан билдәләнә. Ошо уңайҙан Өфөнөң «Башҡортостан» концерт залында тантаналы ултырыш үтте. Сарала эш йомғаҡтары, киләсәккә бурыстар билдәләнде, хеҙмәт алдынғылары тәбрикләнде.

❤2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Ҡала көнө алдынан «Үҙәк» аллеяны төҙөкләндереү тамамлана
Туҡталҡа урынына заманса йәмәғәт киңлеге. Өфөлә Ҡала көнө алдынан «Үҙәк» аллеяны төҙөкләндереү тамамлана. Цюрупа һәм Революция урамдары киҫелешендә барлыҡҡа килгән урын - ысын тәбиғәт утрауын хәтерләтәсәк.
Туҡталҡа урынына заманса йәмәғәт киңлеге. Өфөлә Ҡала көнө алдынан «Үҙәк» аллеяны төҙөкләндереү тамамлана. Цюрупа һәм Революция урамдары киҫелешендә барлыҡҡа килгән урын - ысын тәбиғәт утрауын хәтерләтәсәк.
❤2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республика мәктәп уҡыусылары өсөн «Асыштар юлы буйлап» фәнни-популяр туристик маршрут ойошторолған
«Эколог» экология-биология үҙәгенең мәғариф проекты «Беренселәр хәрәкәте»нең грант конкурсында еңеү яулағайны. Балалар өсөн ойошторолған сәйәхәттәр тураһында киләһе яҙма.
«Эколог» экология-биология үҙәгенең мәғариф проекты «Беренселәр хәрәкәте»нең грант конкурсында еңеү яулағайны. Балалар өсөн ойошторолған сәйәхәттәр тураһында киләһе яҙма.
❤2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республиканың йөҙ мәғариф учреждениеһы «Һомай» платформаһында эшләүсе «Әминә» колонкаһын алды
«Әминә» әлифбаға өйрәтә. Республиканың йөҙ мәғариф учреждениеһы «Һомай» платформаһында эшләүсе «Әминә» колонкаһын алды. Аҡыллы гаджет башланғыс синыфтар һәм балалар баҡсаларына Башҡортостан башлығы гранты буйынса бушлай таратыла. Ләкин әле улар ҡулланыусылар булараҡ түгел, ә эксперттар, һынау үткәреүселәр сифатында һайлап алына. Сөнки күптән түгел генә барлыҡҡа килгән «Һомай» интернет киңлектәрен әле саҡ гиҙә генә башланы. Һәм мәғлүмәт даръяһында ышаныслы йөҙөү өсөн ярҙамсылар кәрәк.

❤5
Башҡортостан халҡы бер тәүлектә 18 миллион һумға алданған
Эске эштәр министрлығынан ошо турала хәбәр итәләр. Йәнәһе лә етәксе ҡушыуы буйынса шылтыратып, алдау осраҡтары бар. Шулай уҡ телефон номерын ҡулланыу ваҡытын оҙайтыу һылтауы менән шылтыраталар, ышанысҡа ингәндән һуң алдап аҡса алыу ысулдарын ҡулланалар. Бер тәүлектә 33 кешенең алданыуы буйынса ғариза ҡабул ителгән.

❤1
Минималь хеҙмәт хаҡы арттырыла
Минималь хеҙмәт хаҡы медиан эш хаҡы, йәғни илдә күпселек алған уртаса түләүҙәргә бәйле була. Был турала Ил президенты белдерҙе. Владимир Путин әйтеүенсә киләһе йылда МРОТ медиан хеҙмәт хаҡының 48 процентына тиңләшә, 22 мең һумға еткерелә. Киләсәктә түләү арта бара, 2030 йылға минималь хеҙмәт хаҡының кәмендә 35 мең һумға етеүе көтөлә. Башҡортостанда әле минималь хеҙмәт хаҡы, Урал коэффициентын иҫәпкә алып 22 мең 128 һумға тиң.

❤1🥱1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда дауыл ике машинаны емергән
Республикабыҙҙа һәм күрше Силәбе өлкәһендәге тәбиғәт ғәрәсәте төшөрөлгән видеояҙмалар интернетҡа таралды.
Көслө дауыл һөҙөмтәһендә Әбйәлил районында һигеҙ тимер-бетон бағана, юл билдәләре ҡолаған, заправка зыян күргән һәм ике машина емерелгән. Силәбе өлкәһендәге Субутулак ауылында йорт ҡыйыҡтары осҡан. Бәхеткә күрә, кешеләр зыян күрмәгән.

👍1😱1😢1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Сираттағы төркөм мобилизацияланғандар ялдан һуң махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды
Уларҙы оҙатырға яҡындары, власть вәкилдәре һәм хәрбиҙәр йыйылды. Яугирҙарҙы Өфө-Арена боҙ һарайы алдынан тантаналы шарттарҙа оҙаттылар. Яҡташтарыбыҙҙы хеҙмәт иткән урындарына тиклем илтеү өсөн уңайлы автобустар бүленгән.
Уларҙы оҙатырға яҡындары, власть вәкилдәре һәм хәрбиҙәр йыйылды. Яугирҙарҙы Өфө-Арена боҙ һарайы алдынан тантаналы шарттарҙа оҙаттылар. Яҡташтарыбыҙҙы хеҙмәт иткән урындарына тиклем илтеү өсөн уңайлы автобустар бүленгән.
❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Башҡортостан» полкы яугирҙары Республика Хәрби дан музейына үҙ ҡулдары менән яһаған ҡурай тапшырҙы
Еңеү көйө. «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы яугирҙары Республика Хәрби дан музейына үҙ ҡулдары менән яһаған ҡурай тапшырҙы. Был милли музыка ҡоралы ҡурай үләненән түгел, ә юҡҡа сығарылған НАТО бронетехникаһының һыуытыу системаһы торбаһынан эшләнгән. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
Еңеү көйө. «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы яугирҙары Республика Хәрби дан музейына үҙ ҡулдары менән яһаған ҡурай тапшырҙы. Был милли музыка ҡоралы ҡурай үләненән түгел, ә юҡҡа сығарылған НАТО бронетехникаһының һыуытыу системаһы торбаһынан эшләнгән. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Иглин районы Кәлтә ауылында дөйөм практика табибының яңы офисы асылды
Республиканың тағы ла 13 ауылы халҡы заманса һәм уңайлыҡтары булған бинала сифатлы медицина ярҙамы аласаҡ. Иглин районы Кәлтә ауылында дөйөм практика табибының яңы офисы асылды. Был мөмкинлек «Cәләмәтлек» милли проектының беренсел медицина звеноһын модернизациялау программаһын тормошҡа ашырыу ярҙамында булдырылды. Быға тиклем ауылда фельдшер-акушерлыҡ пункты эшләгән, әммә ул 1978 йылда төҙөлгән иҫке бинала урынлашҡан булған. Яңы шарттарҙа күрһәтелгән сифатлы беренсел медицина ярҙамы хаҡында киләһе яҙмала.

Өфөлә иң көслө финанс грамотаға эйә ғаилә билдәләнә
Бөтә Рәсәй ғаилә фестиваленең төбәк этабында тиҫтәнән ашыу команда сығыш яһай, һәр ҡайһыһында кәмендә ике кеше. Һаҡлыҡҡа йыйылған аҡса һәм инвестициялар буйынса һорауҙарға яуап биреүҙән тыш, улар төрлө оҫталыҡ дәрестәрендә, уйындарҙа ҡатнаша.
Бөтә Рәсәй ғаилә фестиваленең төбәк этабында тиҫтәнән ашыу команда сығыш яһай, һәр ҡайһыһында кәмендә ике кеше. Һаҡлыҡҡа йыйылған аҡса һәм инвестициялар буйынса һорауҙарға яуап биреүҙән тыш, улар төрлө оҫталыҡ дәрестәрендә, уйындарҙа ҡатнаша.
❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Әхмәт Сөләймәновтың тыуыуына 85 йыл тулыу уңайынан ғилми-ғәмәли конференция үтте
Башҡорт фольклорын донъяуи кимәлгә күтәргән ғалим Әхмәт Сөләймәновтың тыуыуына 85 йыл тулыу уңайынан бөгөн ғилми-ғәмәли конференция үтте. Фән докторының яҡты иҫтәлегенә арналған сара быйыл өсөнсө тапҡыр ойошторолдо. Конфререцияла халыҡ иғтибарына Әхмәт Мөхәмәтвәли улының ҡулъяҙмалары төп нөсхәләрҙә тәҡдим ителде.

Ауырғазы районында «Табын фест» төбәк-ара фестивале ойошторолдо
Ауырғазы районында йәшәүселәр һабантуйҙы йыр-бейеү, спорт ярыштары менән ҡаршы алды. Бынан тыш, был көндө биләмәлә «Табын фест» табын ырыуҙары йәштәренең 6-сы төбәк-ара фестивале ойошторолдо.

❤2👍1
Талпандан зыян күреүселәр арта
Быйыл 4 мең ярымдан ашыу кеше медицина учреждениеларына мөрәжәғәт иткән. Уларҙың һәр өсөнсөһө - бала. Уҙған йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда талпан ҡаҙалыусылар һаны аҙыраҡ. Республикала халыҡ күпләп йөрөгән 4 мең гектарҙан ашыу биләмә талпанға ҡаршы препараттар менән эшкәртелгән.
Быйыл 4 мең ярымдан ашыу кеше медицина учреждениеларына мөрәжәғәт иткән. Уларҙың һәр өсөнсөһө - бала. Уҙған йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда талпан ҡаҙалыусылар һаны аҙыраҡ. Республикала халыҡ күпләп йөрөгән 4 мең гектарҙан ашыу биләмә талпанға ҡаршы препараттар менән эшкәртелгән.
❤2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Радик бик оялсан була торғайны»
Башҡортостандың халыҡ артисы Радик Юлъяҡшиндың музыка уҡытыусыһы Ирғәле Байрамғолов йырсының мәктәп йылдары хаҡында һөйләй.

💩3❤2
Грециянан еңеү менән!
Сибайҙан Зарина Исламова Грецияла үткән тай боксы буйынса донъя чемпионатында алтын миҙал яуланы. Ҡыҙ муай-тай дисциплинаһында сығыш яһаған һәм дүрт алышта ла ышаныслы еңеп сыҡҡан.
Зарина Сибайҙағы «Ҡара аждаһа» клубында шөғөлләнә, тренеры - Александр Гаврилов.
Афарин, башҡорт ҡыҙы!

🔥5👍3
Өфөлә мигрант туғыҙынсы класс уҡыусыһын көсләгән
8 июндә Өфө аэропортында Рәсәйҙән ҡасып барған Үзбәкстан гражданын ҡулға алғандар.
Быйыл май ай айында Мастурбек (исеме үҙгәртелде) WhatsApp мессенджерында аҡыл үҫеше йәһәтенән артта ҡалған инвалид ҡыҙ менән танышҡан. Мигрант уҡыусыны саф һауала йөрөргә саҡырған, һуңыраҡ өйөнә алып ҡайтып, ҡыҙға ҡарата енси енәйәт ҡылған. Инвалид үҫмер ауырға ҡалған. Әлеге ваҡытта тикшереү үткәрелә.

😱1😢1
Республика Башлығы Радий Хәбиров гуманитар ылау водителдәрен бүләкләргә ҡушты
- Тиҫтәләрсә тапҡыр йөк менән барғандар бар. Шайморатов миҙалының статусын билдәләргә кәрәк. Улар ысынлап та ҙур батырлыҡ ҡыла, наградаға күрһәтегеҙ, - тине Радий Хәбиров. Башҡортостандан махсус хәрби операция биләмәһенә 127 ылау алып барылды.

👍2
Ҡорбан салыу өсөн махсус урындар билдәләнгән
Уларҙа тейешле контроль булдырылған. Ветеринария идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, Өфөлә ике урын булдырылған. Зинин ауылында һәм Төньяҡ автовокзал янында ҡорбан салына. Быйыл Башҡортостанда ҡорбан өсөн 8 мең һарыҡ әҙерләнгән. Ҡорбан байрамы 16 июндә билдәләнә.

👍1