Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республика клиник перинаталь үҙәгенә яңы медицина ҡоролмалары алынған
Республика клиник перинаталь үҙәктә ваҡытынан алда тыуған сабыйҙарҙың ғүмерен ҡотҡарыу өсөн яңы медицина ҡоролмалары алынған. Үпкәләрҙе яһалма елләтеү аппараты һәм тын алыу ҡоролмаһы ярҙамында табиптар 800 грамм ауырлыҡта донъяға килгән пациентты ҡотҡарған. Етлекмәй тыуған бәпестәрҙе дауалау тураһында киләһе яҙмала.

❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң 136-сы башҡорт лицейында һынлы сәнғәт һәм медиа буйынса ике студия асылды
«Атайсал» проекты сиктәрендә Өфөнөң Мөхәмәт Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейында һынлы сәнғәт һәм медиа буйынса ике студия асылды. Кабинеттарҙы ремонтлап, заманса ҡорамалдар һәм мебель менән йыһазландырыуға бағыусы 1 миллион һум аҡса йүнәлткән.

👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Әр-Рахим» йәмиғ мәсете өсөн грек мәрмәренең Өфөгә тәүге партияһы килтерелде
Конструкция элементтары «Тассос» ятҡылығының тәбиғи ташынан эшләнгән. Был айҙа Грециянан тағы ла республикаға аҡ мәрмәр тейәгән 6 йөк машинаһы килеүе көтөлә. Материалдар тәүҙә иман йорто манараларын төҙөп бөтөүгә, унан һуң тыш яҡтан биҙәкләүгә тотоноласаҡ.

❤2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ул үҙ көсөнә генә таянырға ғәҙәтләнгән
Бер ҡасан да яҙмыш ҡуйған ауыр һынауҙар алдында бөгөлөп төшмәгән, һынмаған. Физик мөмкинлеге сикләнһә лә тормошта үҙ урынын, яратҡан шөғөлөн тапҡан геройыбыҙ Гөлсирен Ғәскәрова Ишембай ҡалаһында йәшәй. Киләһе яҙма көслө ихтыярлы ханым хаҡында.
Бер ҡасан да яҙмыш ҡуйған ауыр һынауҙар алдында бөгөлөп төшмәгән, һынмаған. Физик мөмкинлеге сикләнһә лә тормошта үҙ урынын, яратҡан шөғөлөн тапҡан геройыбыҙ Гөлсирен Ғәскәрова Ишембай ҡалаһында йәшәй. Киләһе яҙма көслө ихтыярлы ханым хаҡында.
❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ишле ғаиләләрҙән уҡыусылар ҡала йәмәғәт транспортында бушлай йөрөй аласаҡ
Был туралағы закон проекты бөгөн Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай ултырышында ҡабул ителде. Быйыл Рәсәйҙә Ғаилә йылы. Ил Президенты Владимир Путиндың указына ярашлы, куп балалы ғаилләрҙе яҡлау тураһындағы закон пректына үҙәрештәр индерелә.
Был туралағы закон проекты бөгөн Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай ултырышында ҡабул ителде. Быйыл Рәсәйҙә Ғаилә йылы. Ил Президенты Владимир Путиндың указына ярашлы, куп балалы ғаилләрҙе яҡлау тураһындағы закон пректына үҙәрештәр индерелә.
❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө мәктәптәрен тамамлаусы 14 уҡыусы химиянан Берҙәм дәүләт имтиханын 100 балға тапшырған
Иң уңышлы эштәр баш ҡаланың 5-се лицейы, 18-се мәктәбе, 39-сы гимназияһы, шулай уҡ Октябрь районы мәғариф учреждениеларында яҙылған. Дөйөм алғанда, Өфөлә Берҙәм дәүләт имтиханын 4300-ҙән ашыу уҡыусы тапшыра.

❤3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Афған һуғышы ветерандары махсус хәрби операцияла ҡатнашыусының ғаиләһенә өмә ойошторған
Рухи берҙәмлек. Афған һуғышын үткән яугир-интернационалистар ауыр ваҡытта дуҫтарының ғаиләләрен ташламай. Улар әлеге ваҡытта махсус-хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт иткән яуҙашы ғаиләһенә өмә ойошторған.

❤4👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Салауат йыйыны» республика фольклор байрамы 16 июндә «Янғантау» геопаркында үтә
Быйыл ул башҡорт халҡының милли геройы Салауат Юлаевтың тыуыуына 270 йыл тулыуға арналған. Әле үк әҙерлек тулы ҡеүәттә бара - мөһим датаға «Салауат ере» тарихи-мемориаль паркы тантаналы асыла. Сара сиктәрендә киң программа планлаштырыла: ат сабыштары, асыҡ турнирҙар ойошторола.

👍6❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостандың рәсми делегацияһын етәкләне
Радий Хәбиров 27-се Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостандың рәсми делегацияһын етәкләне. Был эшлекле сара йыл һайын бөтә донъянан бизнес вәкилдәрен, сәйәсмәндәрҙе һәм эксперттарҙы йәлеп итә. Республикабыҙҙы танытыу йәһәтенән төнъяҡ башҡалалағы форум бик тә әһәмиәтле, тине төбәк башлығы.

👍2❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан яугирҙары ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды
Бөгөн бер төркөм Башҡортостан яугирҙары ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Яҡташтарыбыҙ алғы һыҙыҡҡа Өфө арена спорт һарайы алдындағы майҙандан «Ютонг» турист автобустарында ҡуҙғалды.
Бөгөн бер төркөм Башҡортостан яугирҙары ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Яҡташтарыбыҙ алғы һыҙыҡҡа Өфө арена спорт һарайы алдындағы майҙандан «Ютонг» турист автобустарында ҡуҙғалды.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республиканың 9 муниципалитет хужалыҡтары сенаж әҙерләүгә төшкән
Барлығы ике мең ярым гектар майҙанда үлән сабылған. Стәрлетамаҡ районында тәүгеләрҙән булып «Рощинский» ауыл хужалығы предприятиеһы ялан эштәрен башлаған.
Барлығы ике мең ярым гектар майҙанда үлән сабылған. Стәрлетамаҡ районында тәүгеләрҙән булып «Рощинский» ауыл хужалығы предприятиеһы ялан эштәрен башлаған.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республикала ноябрҙә үтәсәк Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының 6-сы съезына әҙерлек дауам итә
Борай районында ойошторолған ултырышта съезда ҡатнашыу өсөн делегаттар теркәлде, Башҡортостан башлығын һайлау кампанияһында әҙерлек һорауҙары һәм башҡа мөһим мәсьәләләр ҡаралды.

👍1🤡1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә ағас һындар эшләү буйынса конкурс башланды
Республика район-ҡалаларынан ете оҫта үҙ композициялары өҫтөндә эшләй. Тематикаһы баш ҡаланың 450 йыллығына арнала. Эш өсөн материал итеп Өфөлә санитар өмәләрҙә бысылған тирәктәр файҙаланыла.
Республика район-ҡалаларынан ете оҫта үҙ композициялары өҫтөндә эшләй. Тематикаһы баш ҡаланың 450 йыллығына арнала. Эш өсөн материал итеп Өфөлә санитар өмәләрҙә бысылған тирәктәр файҙаланыла.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ ҡалаһының 5‐се мәктәбендә мәктәп лагеры эшләй башланы
Йәйге каникулды - файҙа менән. Баймаҡ ҡалаһының 5‐се мәктәбендә балаларҙың 21 көнлөк мәктәп яны лагеры эшләй. Экологтар көнөнә арналған сараны БЮТ ижади төркөмө күҙәтте.

👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡорт ҡыҙы Зарина Исламова донъя чемпионаты финалында!
Сибайҙан Зарина Исламова Грецияла үткән тай боксы буйынса донъя чемпионатында ҡатнаша. Кисә ҡыҙ муай-тай дисциплинаһында өс алышта ышаныслы еңеү яулап, ярыштың финалына сыҡҡан.
Афарин, еңеүҙәр көтәбеҙ!

👍7❤2
Иглин районындағы юл фажиғәһендә күп балалы атай һәләк булған
Кисә М-5 «Урал» автомобиль юлының 1524-се саҡрымында «Киа К5» рулендәге водитель FAW йөк машинаһы менән бәрелешкән. Төрлө йәрәхәттәр алған еңел автомобиль водителе ашығыс ярҙам килеп еткәнсе йән биргән.
Водитель Салауат районының Яхъя ауылынан булған. Ҡатыны менән өс бала тәрбиәләгәндәр. Изге күңелле, яҡшы ғаилә башлығы ине, тиҙәр уның хаҡында.
Социаль селтәрҙәге фотоларынан күренеүенсә, яҡташыбыҙ хоккей менән мауыҡҡан, «Салауат Юлаев» хоккей клубы өсөн янып-көйгән, шулай уҡ бокс менән шөғөлләнгән.

😢3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан менән «Таврос» компанияһы араһында инвестиция килешеүе төҙөлдө
Шишмә районында - «Агроауыл» туристик кластеры, ә Өфөлә агросәнәғәт паркы төҙөләсәк. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән «Таврос» компаниялар төркөмөнөң директорҙар советы ағзаһы Рөстәм Мирғәлимов Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында инвестиция килешеүҙәренә ҡул ҡуйҙы.

❤1😁1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә театралдар аллеяһына нигеҙ һалынды
Экоакция Рәсәйҙең бәләкәй ҡала театрҙары фестивалендә Якутов исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркында үтте. Илдең төрлө төбәктәренән килгән 16 ижади коллектив бында сараның символы булған миләш ултыртты.
Экоакция Рәсәйҙең бәләкәй ҡала театрҙары фестивалендә Якутов исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркында үтте. Илдең төрлө төбәктәренән килгән 16 ижади коллектив бында сараның символы булған миләш ултыртты.
❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Рәсәй төбәктәрендәге инвестиция климаты торошоноң милли рейтингында Башҡортостан өсөнсө урын алды
Стратегик инициативалар агентлығының эшҡыуарҙарҙан һорау алыу һөҙөмтәләре Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында иғлан ителде. 2023 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан үҙенең күрһәткестәрен бер баҫҡысҡа яҡшыртып, Мәскәү һәм Төмән өлкәләре менән бүлешеп, өсөнсө урынға сыҡты. Рейтингтың тәүге ике баҫҡысын Мәскәү менән Татарстан биләй. Рәсәй субъекттарының инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингы 2014 йылдан Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса төҙөлә. Рейтинг төбәктәрҙең бизнес алып барыу өсөн уңайлы шарттар булдырыу буйынса эшен баһалай.

👍2❤1🤔1