БСТ | Яңылыҡтар
2.42K subscribers
5.14K photos
7.89K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда талпан ҡаҙалыу осраҡтары артыуы күҙәтелә

Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтары хеҙмәтенең төбәк идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, бөгөнгә медицина ойошмаларына ике меңдән ашыу кеше мөрәжәғәт иткән, уларҙың яҡынса ҡырҡ проценты балалар. Тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләре буйынса һәр бишенсе талпан зарарлы булған. Был бөжәктән нисек һаҡланырға? Ниндәй хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре үтәлергә тейеш. Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы бүлеге етәксеһе Гөлфиә Сәләхетдинова менән БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина әңгәмәләште.
⚡️ Белгород ҡалаһында ауыр фажиғә...

Белгород ҡалаһында Украина хәрби көстәренең снаряд менән шартлатыуы һөҙөмтәһендә күп ҡатлы йорт подъезы емерелгән. Подъезд унынсы ҡаттан алып беренсе ҡатҡа тиклем ишелеп төшкән.

Тиҫтәләрсә кеше һәләк булған, ҡырҡлап кеше зыян күргән. Әлегә аныҡ мәғлүмәттәр юҡ. Тағы ла бер нисә кеше емерелектәр аҫтында ҡалырға мөмкин.

Украина армияһы AASM HAMMER француз авиабомбаһы менән һөжүм иткән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, нацистар күп ҡатлы йорт янында урынлашҡан йылылыҡ электр станцияһын шартлатмаҡсы булған.
😢2👍1
Шойгу вазифаһын ҡалдырҙы

Сергей Шойгу 2012 йылдан алып Рәсәй Оборона министрлығын етәкләне. Президент Владимир Путин был вазифаға Рәсәй хөкүмәте рәйесенең беренсе урынбаҫары Андрей Белоусовты тәҡдим итте.
👍3🤮2
Белгородта теракт һөҙөмтәһендә һәләк булыусылар һаны 15-кә етте

Хәбәр итеүебеҙсә, кисә Белгород ҡалаһындағы күп ҡатлы йортҡа Украина көстәре француз авиабомбаһы менән һөжүм итте. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, фажиғәлә һәләк булыусылар һаны ун бишкә етте. Улар араһында балалар ҙа бар. Ҡотҡарыусылар 19 кешене емереклектәр аҫтынан сығарған.

Бөгөн фажиғә урынында ҡотҡарыу эштәре дауам итә.
👎1😢1
Зөһрә Гордиенко Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығына етәксе итеп тәғәйенләнде

Был хаҡта республика етәксеһе Радий Хәбиров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә белдерҙе. БР Башлығы указы менән Ҡыйғы районы башлығы Зөһрә Гордиенко Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры итеп тәғәйенләнде.

Бынан алда Рөстәм Афзалов икенсе эшкә күсеү сәбәпле вазифаһын ҡалдырғайны.
👍5
Еңеүҙе яҡынайтырға ярҙам итәйек!

Хөрмәтле дуҫтар, алғы һыҙыҡта еңеүҙе яҡынайтҡан егеттәребеҙгә ярҙам акцияһына ҡушылырға саҡырабыҙ.

Коллегабыҙ, радиожурналист Зөһрә Арсаева башланғысын хуплап, коллегабыҙ, БСТ телеканалы хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин өсөн икенсе дронға аҡса йыябыҙ. Ул «Башҡортостан" мотоуҡсылар полкында хеҙмәт итә, былтыр үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға китте.

«Бөгөн дрондар махсус операцияла бик ҙур әһәмиәткә эйә. Хәрбиҙәребеҙ уларҙы уңышлы ҡуллана. Шуға ла «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы өсөн тағы ла бер «ҡошсоҡ» һатып алыу маҡсатында аҡса йыйыу ойошторорға ҡарар иттем», - ти Зөһрә.

Ярҙам акцияһына ҡушылырға теләгәндәр +7-937-167-19-86 телефон номеры буйынса Зөһрә Фәнил ҡыҙының иҫәбенә аҡса күсерә ала. (Сбербанк).
🙏5
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Учалыла ҡарлы иртә

Ҡыш республиканың күп райондарына әйләнеп ҡайтты. Баҡсасылар уңыш өсөн борсола. Ҡырау 13 мең гектар яҙғы культураларҙы һәләк иткән — башлыса был сөгөлдөр һәм көнбағыш.

Йәйҙе көтөргәме — яҡшы һорау. Әлегә йылы кейемдәрегеҙҙе төпкә тәңкләп һалмай тороғоҙ.
😱3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
«Башҡортостан егеттәре,
Ирәндек бөркөттәре,
Салауат тоҡомдары,
Күк бүре тамғалары», - тип йырлай Баймаҡ егете, 428-се полк яугире «Анджи».

Барығыҙ ҙа иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ, ҡыйыу йөрәкле яҡташтарыбыҙ!
8👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Сәсеүлектәрҙең зыян күреүе һәм кадрҙар алмашыныуы: Башҡортостан Башлығы оператив кәңәшмә үткәрҙе

Май ҡырауҙарынан шәкәр сөгөлдөрө, рапс һәм көнбағыш баҫыуҙары зыян күргән. Был хаҡта бөгөн Радий Хәбиров үткәргән аҙналыҡ кәңәшмәлә әйтелде. «Алға» махсус иҡтисади биләмәһе резиденттары арта, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарыуҙа яңы ысулдар ҡулланыласаҡ. Киләһе аҙнала республикала халыҡ-ара икенсе китап-байрамы уҙасаҡ. Бөгөн хөкүмәттә уҙған оперативкала ошо һәм башҡа көнүҙәк темалар ҡаралды.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда подъездарҙы ремонтлау буйынса программа старт алды

2019 йылдан бирле тормошҡа ашырылған проект сиктәрендә 8 мең тирәһе подъезд тәртипкә килтерелгән. Быйыл иһә йөҙҙән ашыу торлаҡты төҙөкләндереү ҡаралған. Программала күп фатирлы йортта йәшәүселәрҙең фекере иҫәпкә алына: буяу, плитка төҫтәрен улар үҙҙәре һайлай.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Лугансктың халыҡ советы һәм Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Луганск халыҡ республикаһы ойошторолоуға ун йыл тулыуға арналған байрам сараларында ҡатнашты. Константин Толкачев республика етәксеһе Леонид Пасечник, парламент рәйестәре менән бергә «Донбастың уңалмаҫ яраһы» мемориалына сәскә һалды. Һуңынан Лугансктың халыҡ советы һәм Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Фәйзи Ғәскәров исемендәге ансамбль «Йәшәү хаҡына» театр-хореография сюитаһын тәҡдим итте

Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле тамашасыға «Йәшәү хаҡына» театр-хореография сюитаһын тәҡдим итте. Ул Башҡортостанда ғына түгел, тотош Рәсәйҙә махсус хәрби операция темаһына бағышланған тәүге бейеү. Ғәскәровсылар әйтеүенсә, постановка уларҙы айырыуса тетрәндергән, сөнки ул үткәндәрҙе иҫкә төшөрөү түгел, ә беҙҙең бөгөнгө ысынбарлыҡ тураһында.
👍42
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Ғаилә усағы» фестивале үтте

Милли йолалар, ғөрөф-ғәҙәттәр байрамы республика район-ҡалаларының ижад ҡомары менән янған, әүҙем ғаиләләрен берләштерҙе. «Башҡортостан» дәүләт концерт залында ойошторолған сараға БЮТ ижади төркөмө лә тамаша ҡылды.
👍3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Заман башҡа - заң башҡа

Башҡорт ҡыҙҙарының милли кейемдә заманса бейеүҙәр башҡарыуына нисек ҡарайһығыҙ?
Ыңғай - 👍
Кире ҡараштамын - 😁
👍14👎11😁5
"Төньяҡ амурҙары" йәнһүрәте Мәскәүҙә юғары баһа алды

Еңеү музейында Халыҡ-ара кинофестиваль ойошторолдо. "Төньяҡ амурҙары" "Иң яҡшы анимация фильмы" номинацияһында еңеп сыҡты. Йәнһүрәттә 1812 йылғы Ватан һуғышында башҡорт яугирҙәренең батырлығы һүрәтләнә.
👍5
Өфө урамдарында мотоцикл йөрөтөүселәр туҡтатыла

Юл полицияһы профилактик операция башланы. Мотоцикл хужаларының документтары тикшерелә, техниканың төҙөклөгө ҡарала. Ҙур етешһеҙлектәр асыҡланһа транспорт ваҡытлыса тартып алына, махсус урынға ҡуйыла. "Мотоцикл" операцияһы ошо аҙна аҙағына тиклем бара.
👍3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ҡурҡыныс үлем: Башҡортостандан вахтовик карьерҙа БелАЗ менән ҡолаған

БелАЗ водителе артҡа биргән саҡта яңылыш рулде борған һәм юлдан төшөп киткән. Машина 90 метр түбәнгә карьерға тәгәрәп төшкән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, водитель ярҙам килеп еткәнсе һәләк булған.

😥Ир Башҡортостандан Качканарға вахта менән йөрөп эшләгән. Тракторист-машинист стажы өс йыл булған.
😱5
Башҡортостанда һыу буйҙарында мобиль ҡотҡарыу постары булдырыла

Улар тәүҙә бер нисә районда һынала. Радий Хәбиров белдереүенсә, батып үлеүселәрҙең күбеһе рөхсәт ителмәгән урындарҙа һыу ингән. Шуға тейешенсә йыһазландырылған пляждарҙы арттырыу бурысы ҡуйыла. Муниципалитеттар эшен баһалағанда һыуҙа һәм утта үлем менән көрәш һөҙөмтәлелеге лә иҫәпкә алына.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Өфөлә «Валдай» халыҡ-ара дискуссия клубы IV Үҙәк Азия конференцияһын асыуҙа ҡатнашты

Сара - халыҡ-ара мөнәсәбәттәр һәм заман талаптарын баһалау өсөн интеллектуаль майҙан. Өфө быйыл Рәсәй, Һиндостан, Ҡаҙағстан, Ҡытай, Ҡырғыҙстан, Тажикстан һәм Үзбәкстандан эксперттарҙы ҡабул итә. Быйылғы конференцияның темаһы - «Рәсәй һәм Үҙәк Азия: үҙгәрешле донъяуи ысынбарлыҡта үҫеш һәм хәүефһеҙлек».
👍1