БСТ | Яңылыҡтар
2.42K subscribers
5.14K photos
7.9K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Салауат ҡалаһында теркәлгән ғәҙәттән тыш хәлгә ҡарата үҙ фекерен белдерҙе

Был Еңеү байрамын боҙорға тырышыу, әммә беҙ провокацияларға бирешергә йыйынмайбыҙ. Радий Хәбиров Салауат ҡалаһында теркәлгән ғәҙәттән тыш хәлгә ҡарата үҙ фекерен белдерҙе. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, бөгөн пилотһыҙ осоу аппараты «Газпром нефтехим Салауат» предприятиеһына һөжүм итергә маташа. Бәхеткә күрә, дрондарҙан һаҡлау системаһы уны кире ҡаға. Ҡоролмаларҙың береһендә сыҡҡан төтөн кешеләргә хәүеф тыуҙырмай. Завод штат режимында эшләүен дауам итә. Зыян күреүселәр теркәлмәгән.
👍21
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Бөйөк Еңеү байрамына арналған тантаналы ултырыш үтте

Бөйөк Еңеүгә 79 йыл үткәндән һуң йәнә көслө рухлы геройҙар дәүере килде. Махсус хәрби операцияла нацизм менән көрәшкән яугирҙарыбыҙ өсөн беҙҙең ветерандарыбыҙҙың Ватанға тоғролоғо лайыҡлы өлгө булып тора. Был турала Башҡортостан башлығы бөгөн Бөйөк Еңеү байрамына арналған тантаналы ултырышта белдерҙе. Радий Хәбиров йылдар үткән һайын байрамдың әһәмиәте тағы ла тәрәнәйеүен билдәләне, төрлө осорҙа ил һағында торған ҡаһарман яугирҙарыбыҙға дәүләт наградаларын тапшырҙы.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң Октябрь проспектында Бөйөк Еңеүҙең 79 йыллығына арналған парад үтте

Еңеүселәргә - дан һәм хөрмәт! Өфөнөң Октябрь проспектында Бөйөк Еңеүҙең 79 йыллығына арналған парад үтте. Тантаналы маршты трибунанан ветерандар, тыл хеҙмәтсәндәре, һуғыш балалары, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙ һәм уларҙың ғаилә ағзалары, хәрби бәрелештәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандары күҙәтте.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан район-ҡалаларында Бөйөк Еңеү көнөнә арналған тантаналар үтте

Йәмәғәтселек һуғыш һәм тыл ветерандарын байрам менән тәбрикләне, илебеҙ азатлығы өсөн башын һалған һалдаттарҙы хәтерләне. Ентекләберәк киләһе яҙмала.
2
Өс бала әсәһен тапатҡан ҡатынды хөкөм иттеләр

Фажиғә былтыр, 20 майға ҡараған төндә, Йылайыр районының Һабыр ауылында теркәлде. Мәктәп уҡытыусылары Йылайыр ауылына концертҡа барған. 34 йәшлек директор коллегаларына үҙенең еңел машинаһында барырға тәҡдим иткәс, барыһы ла ризалаша.

Концерттан һуң ҡатындар юлда туҡтап, кисәнең тамамланыуын билдәләргә булғандар. Улар, автомобилдән сығып, музыка тоҡандырған, эсемлектәр ҡойған.

Мәжлес барышында ғәйепләнеүсе, машинаһының аккумуляторы һүнеүе мөмкин тип хәүефләнеп, двигателде тоҡандырырға булған. Әммә ул тиҙлек рычагын «нейтралка»ға күсермәй. Һөҙөмтәлә машина хәрәкәт итә башлай һәм капот алдында торған 32 йәшлек ҡатынды тапата. Өс бала әсәһе алған йәрәхәттәрҙән шул урында вафат була.

Авария осрағы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыла. Ғәйепләнеүсе енәйәт ҡылыуҙа үҙ ғәйебен таный. Йылайыр район-ара суды уны 2,5 йыл ғүмерен колония-ултыраҡта үткәреүгә хөкөмгә тарттырып, 1,5 йылға водитель таныҡлығынан мәхрүм иткән. Хөкөм ҡарары әлегә законлы көсөнә инмәгән.
😱3👍21
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Салауатта республика оператив штабының күсмә ултырышын үткәрҙе

Бөгөн Салауатта Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Газпром нефтехим Салауат» майҙансығында республика оператив штабының күсмә ултырышын үткәрҙе. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, кисә, 9 майҙа төшкө сәғәт бер тирәһендә дошмандың пилотһыҙ осоу аппараты Салауат ҡалаһының сәнәғәт зонаһына һөжүм итте. Һөҙөмтәлә «Газпром нефтехим Салауат» предприятиеһы объекттарының береһендә төтөн сыға. Зыян күреүселәр юҡ. Заводта технологик процесс боҙолмаған.
2👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бөрө районында үҙмәшғүлдәр арта

Килем килтереүсе шөғөл. Бөрө районында үҙмәшғүлдәр арта, улар ситтән кеше яллап тормай үҙҙәре эшләргә ҡарар итә. Күптәр рәсмиләштерелгән социаль контракт ярҙамында үҙ эшен аса, кәрәкле ҡорамалдар һатып ала. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Саҡмағош районында Бөйөк Ватан һуғышы ҡорбандары иҫтәлегенә обелиск асылды

Саҡмағош районында Еңеү көнөнә арналған саралар дауам итә . Урындағы халыҡ көсө менән Ташҡалмаш ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ҡорбандары иҫтәлегенә обелиск асылды. Бынан тыш ретро автомобилдәр коллекционеры Идгар Еникеев район үҙәгендәге Еңеү парадында ҡатнашҡан машиналар тарихы менән таныштырҙы
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Иглин районында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны өсөн шәхси парад ойошторолдо

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны йәшәгән йорт алдында ойошторолған парад Иглин районында ла үтте. Яңыраҡ үҙенең бер быуатлыҡ юбилейын ҡаршылаған Әхмәтзәки Сакаевты Еңеү көнө менән ҡотланылар. Ентекләберәк киләһе яҙмала.
👍32
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Шаран районы Наратаҫты ауылында өлгөлө ғаилә йәшәй

Шаран районы Наратаҫты ауылында Люциә менән Аркадий Ласточкиндар ауылдаштарына һәр яҡлап өлгөлө ғаилә. Бынан 13 элек хужабикә ҡаты сирләп киткәс тә, улар ауырлыҡтарҙы бергә еңеп тулы тормош менән йәшәргә көс таба. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
👏2
Башҡортостан күгендә һаҙағай

Стәрлебаш районында күктә ғәҙәти булмаған башҡышҡа шаһит булғандар. Әлеге ваҡытта социаль селтәрҙә төрлө райондарҙа төшөрөлгән фотоһүрәттәр тарала.

Ҡояш активлығы тәьҫиренең һөҙөмтәһе булып геомагнит дауылдар һәм төньяҡ балҡышы күренеше килеп сыға.Ъ
🔥3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
😱Ишембай районында аварияла еңел машина пассажиры һәләк булған

Бөгөн көндөҙгө сәғәт берҙә Ишембай районының Йәнырыҫ ауылы янында ике автомобиль бәрелешкән. Көслө бәрелеүҙән һуң «Дэу Нексия» машинаһы янып киткән, «Фольксваген» юлдан ситкә осҡан.

Еңел машина водителе һәләк булған, водитель һәм уның ике пассажиры ауыр хәлдә Стәрлетамаҡҡа дауаханаға оҙатылған. Зыян күреүселәрҙең береһе сабый.
😱1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы яугирҙары республиканың юғары дәүләт наградалары менән бүләкләнде

Миҙал һәм ордендарҙы хәрбиҙәргә Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев тапшырҙы. Парламент етәксеһе шулай уҡ Донбас халҡына һәм хәрби подразделениеларға Башҡортостандан килгән гуманитар ярҙамды ла оҙатып барҙы, Красный Луч ҡалаһында йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары менән осрашты.
3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙға субсидия йүнәлтеләсәк

Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙға ярҙамға 6 миллион һумдан ашыу субсидия йүнәлтеләсәк. Йәмғеһе республикала 3 тиҫтәнән ашыу ярҙам сараһы эшләп килә. Уларҙың бер нисәһе менән Бүздәк районында йәшәгән Рүзил Рөстәмов файҙаланған. Яугир махсус хәрби операцияға мобилизация буйынса саҡырылып, йәрәхәт ала. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Салауат районында 3 километрҙан ашыу проблемалы юл ремонтланды

Былтырҙан бирле Мөрсәлим ауылына илткән юлда автомобилдәр даими рәүештә соҡорҙарҙа батып ултырған. Урындағы карьерҙан таш ташыусы ҙур йөк машиналары юл ҡатламын емергән. Республика Башлығы Радий Хәбиров хәлде төҙәтергә ҡушты. Мәсьәләнең сиселеше киләһе яҙмала.
👍21
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң Дим районында «Башҡорт ихатаһы» программаһы буйынса тиҫтәнән ашыу биләмә төҙөкләндерелгән

Өфөнөң Дим районында «Башҡорт ихатаһы» программаһы буйынса тиҫтәнән ашыу биләмә төҙөкләндерелгән, быйыл тағы ла бер ихатаны яңыртыу планлаштырыла. Участкала ремонт эштәре башланған. Дөйөм алғанда, быйыл республика программаһы буйынса ихаталарҙы төҙөкләндереүгә миллиард һум бүленгән.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда халыҡ кәсептәрен үҫтереүгә ярҙам саралары арта

Әле төбәктә ҡул оҫталары тауарҙарын етештереүгә йыл һайын 10 миллион һум субсидия бүленә. Республика башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме буйынса, Башҡортостанда халыҡ кәсептәре оҫталары өсөн маҡтаулы исем булдырылды, тармаҡ белгестәрен берләштергән форум ойоштороу күҙаллана. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
2👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө районында йәшәүсе 107 йәшен билдәләне

Өфө районының Нөрлө ауылында йәшәүсе Шаһиҙә Кәбироваға ошо көндәрҙә 107 йәш тулды. Тыл хеҙмәтсәне Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында үҙе һатып алған йортонда йәшәй. Һуғыштан һуң бер үҙе ете балаһын аяҡҡа баҫтырған Шаһиҙә Нуриздан ҡыҙының 75 ейән-ейәнсәре һәм бүлә-бүләсәре бар.
3👍1
Ағиҙелдә иң ҙур маскировкалау селтәрен үргәндәр

Был хаҡта ҡала хакимиәте башлығы Денис Ирназаров яҙа. Селтәрҙең оҙонлоғо 79 метр – ул Бөйөк Еңеүҙең 79 йыллығына бағышлана. Дөйөм майҙаны 237 квадрат метр тәшкил итә.

Ағиҙел ҡалаһы һәм Краснокама районы әүҙемселәре селтәрҙе Z хәрефе рәүешендә Еңеү көнөн билдәләгән көндә ҡала майҙанында үргән.
👍7