БСТ | Яңылыҡтар
2.42K subscribers
5.14K photos
7.9K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан юлдаш телевидениеһында «Еңеү көнө» телемарафоны уҙа

Иртәгә, 9 майҙа, Башҡортостан юлдаш телевидениеһында «Еңеү көнө» телемарафоны уҙа. Республиканың төп телеканалы байрам сараларын иртәнге сәғәт 8-ҙә күрһәтә башлай, тура эфир төнгө 11-ҙән һуң тамамлана.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡта «Һалдат бутҡаһы» һәм «Блокада икмәге» акциялары үтте

Бөйөк Еңеүҙең 79 йыллығы уңайынан Баймаҡ районында ла төрлө саралар үтә. Ҡаланың 2‐се мәктәбендә уҡыусылары һәм «Күбәләк» балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре өсөн «Һалдат бутҡаһы», «Блокада икмәге» акциялары үтте.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын тәбрикләү саралары дауам итә

Яугирҙар йәшәгән йорт алдында хәрби сафтар үтә һәм концерт номерҙары күрһәтелә. Әлеге вҡытта дауаханала ятыусы ветерандар ҙа иғтибарһыҙ ҡалмай. Баш ҡаланың Октябрь районы хакимиәте 21-се клиник дауаханаһына барып, дауаланыу курсы үткән ветеранды ҡотланы.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
🙌 Өфөлә Ғәзи Заһитовҡа һәйкәл асылды

1945 йылдың 30 апрелендә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы Ҡыҙыл армия һалдаты Ғәзи Заһитов Рейхстагҡа байраҡ ҡаҙай.
2👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров «Еңеү паркы»ндағы мемориалға сәскә һалыу тантанаһында ҡатнашты.

Бөйек Еңеү көнө уңайынан республикала илһөйәрлек саралары үтә. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Еңеү паркы»ндағы мемориалға сәскә һалыу тантанаһында ҡатнашты. Башҡортостанда йәшәүсе күп милләтле халыҡ исеменән Советтар Союзы геройҙары Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин менән Александр Матросовтың үлемһеҙ ҡаһарманлығына арналған һәйкәлгә сәскә һалынды. «Мәңгелек ут» майҙанында Ватан өсөн башын һалған батырҙар, һуғыш ҡорбандары бер минут тынлыҡ менән иҫкә алынды. Шулай уҡ бөгөн 9 майҙа Өфөнөң Еңеү паркында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы Ғәзи Заһитовҡа һәйкәл асылды. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ҡаһарман яҡташыбыҙ 1945 йылдың 30 апрелендә Берлинда Рейхстагҡа тәүгеләрҙән булып Еңеү байрағын ҡаҙай.
👍21
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баҡалы районы үҙәгендә Еңеү көнөнә арналған байрам саралары үтә

Баҡалы районы үҙәгендә Еңеү көнөнә арналған саралар байрам концерты менән башланды. Үҙәк урамда хәрбиҙәр һәм локаль бәрелеш ветерандары, Баҡалы ауылының беренсе мәктәбе һәм Иҫке Ҡорос һәм мәктәптәре Шайморатов класстары парад менән үтте.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Стәрлетамаҡ ҡалаһы халҡы Еңеү Көнөн билдәләй

Стәрлетамаҡта байрам саралары иртәнге сәғәттәрҙә башланды. Тәү сиратта мәңгелек ут мемориаль комплексына сәскә гөлләмәләре һалынды. Еңеү парадында 50-нән ашыу хәрби техника, ретро автомобилдәр, һыбайлылар колоннаһы үтте. Байрам сараларында кадет һәм Шайморатов класы уҡыусылары, юнармеецтар, хәрби бәрелештәр ветерандары ҡатнашты.
👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Бөгөн Салауат ҡалаһына пилотһыҙ осҡос һөжүм иткән

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә пилотһыҙ осҡостоң Салауат ҡалаһының сәнәғәт зонаһына һөжүм итеүе хаҡында һөйләне.

Һөжүмдән һуң «Газпром нефтехим Салауат» ҡоролмаларының береһенән төтөн сыҡҡан. Радий Хәбиров әйтеүенсә, предприятие штат режимында эшләүен дауам итә.

«13:00 сәғәт тирәһендә беҙҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса идаралыҡҡа Салауат ҡалаһы сәнәғәт зонаһына пилотһыҙ осҡос килеп сығыуы хаҡында хәбәр иттеләр. Көс ведомстволары етәкселәре ваҡиға урынына юлланды. Был беҙҙең байрамды боҙорға маташыу осрағы, әммә беҙ ҡотҡоға бирелмәйбеҙ. Беҙҙең хеҙмәттәр тейешле тәртиптә эшләй», — тине Радий Хабиров.
🤯2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Махсус хәрби операция биләмәһендә яугирҙар Еңеү көнөн билдәләй

Махсус хәрби операция биләмәһендә ҡыҙыу бәрелештәр барыуға ҡарамаҫтан, яугирҙарыбыҙ Еңеү көнөн билдәләй. Бөгөн Кураховка йүнәлешендә нацизмға ҡаршы көрәшеүсе яҡташтарыбыҙ урындағы мемориалға сәскә һалды, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған ата-бабалар хәтерен яңыртты. Әле Донецк халыҡ республикаһында БЮТ хәбәрселәре эшләй.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң Еңеү паркында Ғәзи Заһитовҡа һәйкәл асылды

«Еңеү паркы»ндағы мемориалға ла сәскә һалыу тантанаһы үтте. «Мәңгелек ут» майҙанында Ватан өсөн башын һалған батырҙар, һуғыш ҡорбандары бер минут тынлыҡ менән иҫкә алынды. Шулай уҡ бөгөн Өфөнөң Еңеү паркында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы Ғәзи Заһитовҡа һәйкәл асылды.
1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Салауат ҡалаһында теркәлгән ғәҙәттән тыш хәлгә ҡарата үҙ фекерен белдерҙе

Был Еңеү байрамын боҙорға тырышыу, әммә беҙ провокацияларға бирешергә йыйынмайбыҙ. Радий Хәбиров Салауат ҡалаһында теркәлгән ғәҙәттән тыш хәлгә ҡарата үҙ фекерен белдерҙе. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, бөгөн пилотһыҙ осоу аппараты «Газпром нефтехим Салауат» предприятиеһына һөжүм итергә маташа. Бәхеткә күрә, дрондарҙан һаҡлау системаһы уны кире ҡаға. Ҡоролмаларҙың береһендә сыҡҡан төтөн кешеләргә хәүеф тыуҙырмай. Завод штат режимында эшләүен дауам итә. Зыян күреүселәр теркәлмәгән.
👍21
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Бөйөк Еңеү байрамына арналған тантаналы ултырыш үтте

Бөйөк Еңеүгә 79 йыл үткәндән һуң йәнә көслө рухлы геройҙар дәүере килде. Махсус хәрби операцияла нацизм менән көрәшкән яугирҙарыбыҙ өсөн беҙҙең ветерандарыбыҙҙың Ватанға тоғролоғо лайыҡлы өлгө булып тора. Был турала Башҡортостан башлығы бөгөн Бөйөк Еңеү байрамына арналған тантаналы ултырышта белдерҙе. Радий Хәбиров йылдар үткән һайын байрамдың әһәмиәте тағы ла тәрәнәйеүен билдәләне, төрлө осорҙа ил һағында торған ҡаһарман яугирҙарыбыҙға дәүләт наградаларын тапшырҙы.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң Октябрь проспектында Бөйөк Еңеүҙең 79 йыллығына арналған парад үтте

Еңеүселәргә - дан һәм хөрмәт! Өфөнөң Октябрь проспектында Бөйөк Еңеүҙең 79 йыллығына арналған парад үтте. Тантаналы маршты трибунанан ветерандар, тыл хеҙмәтсәндәре, һуғыш балалары, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙ һәм уларҙың ғаилә ағзалары, хәрби бәрелештәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандары күҙәтте.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан район-ҡалаларында Бөйөк Еңеү көнөнә арналған тантаналар үтте

Йәмәғәтселек һуғыш һәм тыл ветерандарын байрам менән тәбрикләне, илебеҙ азатлығы өсөн башын һалған һалдаттарҙы хәтерләне. Ентекләберәк киләһе яҙмала.
2
Өс бала әсәһен тапатҡан ҡатынды хөкөм иттеләр

Фажиғә былтыр, 20 майға ҡараған төндә, Йылайыр районының Һабыр ауылында теркәлде. Мәктәп уҡытыусылары Йылайыр ауылына концертҡа барған. 34 йәшлек директор коллегаларына үҙенең еңел машинаһында барырға тәҡдим иткәс, барыһы ла ризалаша.

Концерттан һуң ҡатындар юлда туҡтап, кисәнең тамамланыуын билдәләргә булғандар. Улар, автомобилдән сығып, музыка тоҡандырған, эсемлектәр ҡойған.

Мәжлес барышында ғәйепләнеүсе, машинаһының аккумуляторы һүнеүе мөмкин тип хәүефләнеп, двигателде тоҡандырырға булған. Әммә ул тиҙлек рычагын «нейтралка»ға күсермәй. Һөҙөмтәлә машина хәрәкәт итә башлай һәм капот алдында торған 32 йәшлек ҡатынды тапата. Өс бала әсәһе алған йәрәхәттәрҙән шул урында вафат була.

Авария осрағы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыла. Ғәйепләнеүсе енәйәт ҡылыуҙа үҙ ғәйебен таный. Йылайыр район-ара суды уны 2,5 йыл ғүмерен колония-ултыраҡта үткәреүгә хөкөмгә тарттырып, 1,5 йылға водитель таныҡлығынан мәхрүм иткән. Хөкөм ҡарары әлегә законлы көсөнә инмәгән.
😱3👍21
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Салауатта республика оператив штабының күсмә ултырышын үткәрҙе

Бөгөн Салауатта Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Газпром нефтехим Салауат» майҙансығында республика оператив штабының күсмә ултырышын үткәрҙе. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, кисә, 9 майҙа төшкө сәғәт бер тирәһендә дошмандың пилотһыҙ осоу аппараты Салауат ҡалаһының сәнәғәт зонаһына һөжүм итте. Һөҙөмтәлә «Газпром нефтехим Салауат» предприятиеһы объекттарының береһендә төтөн сыға. Зыян күреүселәр юҡ. Заводта технологик процесс боҙолмаған.
2👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бөрө районында үҙмәшғүлдәр арта

Килем килтереүсе шөғөл. Бөрө районында үҙмәшғүлдәр арта, улар ситтән кеше яллап тормай үҙҙәре эшләргә ҡарар итә. Күптәр рәсмиләштерелгән социаль контракт ярҙамында үҙ эшен аса, кәрәкле ҡорамалдар һатып ала. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Саҡмағош районында Бөйөк Ватан һуғышы ҡорбандары иҫтәлегенә обелиск асылды

Саҡмағош районында Еңеү көнөнә арналған саралар дауам итә . Урындағы халыҡ көсө менән Ташҡалмаш ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ҡорбандары иҫтәлегенә обелиск асылды. Бынан тыш ретро автомобилдәр коллекционеры Идгар Еникеев район үҙәгендәге Еңеү парадында ҡатнашҡан машиналар тарихы менән таныштырҙы
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Иглин районында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны өсөн шәхси парад ойошторолдо

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны йәшәгән йорт алдында ойошторолған парад Иглин районында ла үтте. Яңыраҡ үҙенең бер быуатлыҡ юбилейын ҡаршылаған Әхмәтзәки Сакаевты Еңеү көнө менән ҡотланылар. Ентекләберәк киләһе яҙмала.
👍32
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Шаран районы Наратаҫты ауылында өлгөлө ғаилә йәшәй

Шаран районы Наратаҫты ауылында Люциә менән Аркадий Ласточкиндар ауылдаштарына һәр яҡлап өлгөлө ғаилә. Бынан 13 элек хужабикә ҡаты сирләп киткәс тә, улар ауырлыҡтарҙы бергә еңеп тулы тормош менән йәшәргә көс таба. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
👏2