БСТ | Яңылыҡтар
2.42K subscribers
5.14K photos
7.9K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Нацизмһыҙ донъя өсөн» халыҡ-ара йәштәр форумы асылды

Ул Башҡортостан мәҙәниәт министрлығы, Халыҡтар Дуҫлығы йорто һәм Рәсәй тарих йәмғиәтенең Башҡортостан төбәк бүлексәһе тарафынан ойошторолған. «Нацизмһыҙ донъя өсөн форумы» быйыл өсөнсө тапҡыр ойошторола. эксперттар фекеренсә, әлеге заманда был тема бик актуаль.
Башҡортостанда транспорт министры Александр Клебановты ҡулға алғандар

Башҡортостанда хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебановты ҡулға алған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, уға ришүәт алыуҙа ғәйепләнә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Александр Клебанов ведомство етәксеһе вазифаһына 2022 йылдың декабрендә тәғәйенләнгәйне.
😁1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Владимир Путин Рәсәй Президенты вәкәләтен башланы

Яңы мөҙҙөткә бағышланған инаугурация бөгөн ҙур Кремль һарайында үтте. Тантанала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров етәкселегендәге делегация ҡатнашты.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Башҡортостан» мотоуҡсылар полкының танк батальоны яугирҙары МХО биләмәһендәге эштәре хаҡында һөйләне

Броня ныҡлы, ә танкистар тағы ла нығыраҡ тора. «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкының Сергей Зорин исемендәге танк батальоны тәүлек әйләнәһенә тиерлек Украинаның неонацистар режимын ҡаҡшата. Экипаждар көнөнә ике-өс тапҡыр атыу позицияларына сыға. Һуңғы ваҡыттарҙа төндә дә сығып ҡаршы яҡ нығытмаларын ҡыйрата. Танкистар эше тураһында Луганск халыҡ республикаһынан репортаж.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Шайморатов исемендәге батальон яугирҙары менән телекүпер ойошторолдо

Бәйләнешкә сыҡты. Хәрби хеҙмәткәрҙәр яҡындары менән аралашты. Был юлы телекүпер Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальон яугирҙары менән ойошторолдо.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Туймазы ҡалаһында йәшәүсе ветеран Бөйөк Ватан һуғышы тураһында хәтирәләре менән уртаҡлашты

98 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Хатип Латип улы Ғирфанов Туймазы ҡалаһында йәшәй. Тиҙҙән 79-сы Еңеү яҙын ҡаршыларға әҙерләүсе яугир менән БЮТ ижади төркөмө осрашты
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Юлдаш plus» йәштәр үҙәге асылды

Бөгөн - Радио көнө. «Юлдаш PLUS» интернет-радиоһы коллективы һөнәри байрамын Йәштәр үҙәге асып ҡаршы алды. Ул «Башҡортостан» телерадиокомпанияһының Өфө ҡалаһы, Ғафури урамы, 9/1 адресы буйынса урынлашҡан. Үҙәк эргәләге юғары уҡыу йорттары студенттары өсөн ижади үҫеш майҙансығы буласаҡ.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Борай ауылында химик-эшҡыуар шпагат етештереү буйынса бизнес асҡан

Был йүнәлештәге етештереү районда берҙән-бер һанала. Былтыр асылған цех донъя кимәленә сығып өлгөргән. Унда эшләнгән шпагат Рәсәйҙә генә түгел, башҡа илдәрҙә лә һатыла.
1❤‍🔥1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә яугирҙар һәм уларҙың ғаиләләренә психологик реабилитация программаһы буйынса уҡыуҙар үтә

Республика йәштәр психология үҙәге белгестәре «Махсус хәрби операцияла ҡатнашып ҡайтҡан хәрбиҙәр, уларҙың ғаиләләренә психологик реабилитация» программаһы буйынса уҡыуҙар үтә. Был йүнәлеш буйынса хеҙмәткәрҙәрҙең квалификацияһын күтәреү, заманса алымдар, психология-диагностика ҡорамалдарын ҡулланып эшләү мәсьәләләре брифинг сиктәрендә лә ҡаралды.
1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
БСТ каналында Еңеү көнөнә арналған тура эфирҙы ҡарағыҙ!

Республиканың төп телеканалында 9 майҙа иртәнге сәғәт һигеҙҙә Бөйөк Еңеү байрамына арналған тура эфир була: рәсми саралар, махсус сығарылыштар, яңылыҡтар һәм республика ветерандарының хәтирәләре.

БСТ-ла Еңеү көнө тапшырыуҙарынан ситтә ҡалмағыҙ!
2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнән Ырымбур өлкәһенә гуманитар ярҙам ҡуҙғалды

Бөгөн Өфө дәүләт нефть техник университетынан Ырымбур өлкәһенә гуманитар ярҙам ҡуҙғалды. Юғары уҡыу йорто хеҙмәткәрҙәре, уҡытыусылар һәм студенттар һыу баҫыуҙан зыян күреүселәргә кәрәкле әйберҙәр туплаған. Йөк автомобиленә аҙыҡ-түлек, шәхси гигиена һәм балалар өсөн кәрәкле әйберҙәр тейәлде.
2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Бөрйән районында айыу айыуҙы ашап киткән

«Шүлгәнташ» ҡурсаулығы хеҙмәткәрҙәре Бөрйән урмансылығы сигендә айыу һөйәктәрен тапҡан. Айыуҙы айыу ашап киткән, тип ышаныс менән әйтә улар.

«Айыуҙар араһында бындай күренеш осрай, ҡышҡы йоҡонан һуң улар ныҡ ас булырға мөмкин. Ҡайһы берҙә улар, башлыса, ата айыуҙар, ас йөрөгән саҡтарында йәшерәктәренә ташлана», — тип белдерҙеләр ҡурсаулыҡта.

Былтыр ҙа ҡурсаулыҡ биләмәһендә айыуҙар араһында каннибализм осрағы теркәлгән.
😱3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ауырғазы районында йәшәүсе яратҡан шөғөлөн бизнесҡа әүерелдергән

Башҡортостан эшҡыуарҙар һаны буйынса Волга буйы федераль округында-2-се, Рәсәйҙә 10-сы урынды биләй. Республикала 136 мең ойошма һәм 186 меңдән ашыу үҙмәшғүл иҫәпләнә. Бындай үҫешкә муниципаль, республика һәм федераль кимәлдәге ярҙам саралары булышлыҡ итә. Һуңғы йылда ғына бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары һаны 6,4 процентҡа артҡан. Ауырғазы районында йәшәүсе Илшат Зиннуров яратҡан шөғөлөн бизнесҡа әүерелдергән. Гаражда оҫтахана асҡан герой янында БЮТ ижади төркөмө лә булды.
👍21
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡта 101 йәштәге Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Валентина Потапова йорто алдынан парад уҙҙы

Унда ҡаланың 5-се мәктәбенең 6-7 класс уҡыусылары тантаналы марш менән үтте. Валентина Потапова аэродромдарҙы хеҙмәтләндереү батальонында хеҙмәт итә. Боеприпастарҙы һаҡлай, штабта элемтәсе булып эшләй. 1943 йылда Валентина Потапованы радистар курсында уҡытып, унан Вильнюс ҡалаһына ебәрәләр. Еңеүҙе лә радист батыр ҡыҙ Прибалтикала ҡаршылай. Һуғыш бөткәндән һуң ике йылдан ғына Баймаҡҡа әйләнеп ҡайта. Бында ул тормош иптәше Михаил Потаповты осрата һәм улар ғаилә ҡора. Бәхетле пар биш бала тәрбиәләп үҫтерә.
👍4
Фидан Ғафаровтың ҡыҙына 15 йәш!

«2009 йылдың 8 майында донъяға килде Ғафарова Самира Фидан ҡыҙы. Бөгөн минең берҙән-бер яратҡан ҡыҙымдың юбилейы - 15 йәш. Тыуған көнөң менән, балам!

Һиңә таҙалыҡ теләйем, мәктәптә уңыштар, матур һәм ғорурланырлыҡ бала булып үҫ. Мин ғорурмын һинең атайың булыуына😘🙏🥰 Беҙ һине яратабыҙ, ҡыҙым», - тип яҙған Башҡортостандың һәм Татарстандың, Рәсәйҙең халыҡ артисы Фидан Ғафаров социаль селтәрҙә.

Самира Өфө районының Жуков ауылы мәктәбендә туғыҙынсы класта белем ала. Тик «дүртле»гә һәм «бишле»гә өлгәшә, мәктәп сараларында әүҙем ҡатнаша, атаһы ла Жуков мәктәбендә йыш ҡунаҡта була.
👍6
Шәһиҙә инәйгә 107 йәш!

Өфө районының Нөрлө ауылында йәшәүсе Шаһиҙә Нурияздан ҡыҙы Кәбирова 1917 йылда тыуған. Уға бер йәш тә тулмаған саҡта ата-әсәһе вафат булған, сабый иртә етем ҡалған. Бер туған апалары һәм ағалары балалар йорттарына таратыла, ә уны инәһе тәрбиәгә ала. Бала сағы бик ауыр була, бәләкәйҙән бик күп эшләргә тура килә.

Һуңынан ул буласаҡ ире Хисаметдин Кәбиров менән осраша. Әммә күп тә үтмәй уны һуғышҡа алалар. Һәм тормоштоң бөтә ауырлығы 24 йәшлек йәш ҡатындың иңенә төшә. Шәһиҙә Нурияздан ҡыҙы өс балаһы һәм ауырыу ҡәйнәһе менән ҡала.

Ире һуғыш бөтөп ике йыл үткәс кенә ҡайта. Улар алты йыл ғына йәшәп өлгөрә, яуҙа алынған яралары арҡаһында, фронтовик вафат була. Шәһиҙә Нуриздан ҡыҙы ете баланы бер үҙе аяҡҡа баҫтыра.

Бөгөн 107 йәшендә Шаһиҙә инәй үҙенең матур һәм уңайлы йортонда йәшәй. Ул һәр ваҡыт балаларының, 19 ейән-ейәнсәренең, 29 бүлә-бүләсәһенең, 27 бүләр-бүләсәһенең ҡәҙер-хөрмәтен тойоп көн итә.
6👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусында «Фән сәғәте» үтте

Ҡатмарлы осор булыуға ҡарамаҫтан республика фән өлкәһен финанслауҙы дауам итәсәк, дәүләт ярҙамы саралары һаҡлап ҡалына. Был турала төбәк башлығы Радий Хәбиров Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусында уҙғарылған «Фән сәғәте»ндә билдәләп үтте. Вуз ректорҙары һәм йәш ғалимдар ҡатнашлығында үткән осрашыуҙа йәштәр лабораторияларының ҡаҙаныштары ла барланды. Импортты алмаштырыу йүнәлешендә алып барылған ғилми тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләре менән БЮТ ижади төркөмө лә танышты.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров төрлө һөнәр эйәләренә дәүләт наградалары һәм почет грамоталары тапшырҙы

Хеҙмәтенә күрә хөрмәте. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров төрлө һөнәр эйәләренә дәүләт наградалары һәм почет грамоталары тапшырҙы. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, төҙөүсө, икмәк бешереүсе, табиптар, оборона предприятиеһы хеҙмәткәрҙәре, аграрийҙар - барлығы 70 һөнәрмән Рәсәй һәм Башҡортостан наградаларын ҡабул итте.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө данлыҡлы Мәскәү Пасха фестивален ҡабул итә

Бөгөн Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театрында Мариинский һәм Ҙур театрҙың Валерий Гергиев етәкселегендәге ижади коллективы сығыш яһаны. Өфө мәҙәни тур графигына индерелгән 24 ҡаланың береһе. Башҡала тамашасылары мәшһүр сәхнә оҫталарын алҡыштар менән оҙатты.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары өсөн шәхси парад ойошторолдо

Өфө ихаталарының береһендә совет заманы йырҙары яңғыраны һәм хәрби техника үтте. Был документаль фильм төшөрөү түгел. Башҡала үҙәгендә Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары өсөн шәхси парад ойошторолдо. 97 йәшлек Ғаян Сәлихов һәм 87 йәшлек Людмила Цареградская сираттағы Еңеү көнөн көр кәйефтә ҡаршылай.
3