This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
1 май — Яҙ һәм хеҙмәт байрамы менән!
Күгебеҙ аяҙ, еребеҙ тыныс, донъялар имен булһын! Һәммәгеҙгә ныҡлы һаулыҡ, бәхет һәм именлек теләйбеҙ!

❤7
Маҡсатлы йүнәлтмә буйынса ҡабул итеү ҡағиҙәләре үҙгәрә
Яңы норма ил буйынса бөгөндән ғәмәлгә инә. Республика менән идара итеү үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, хәҙер бер йүнәлтмә менән бер генә ВУЗды һайларға мөмкин. Уҡыу йорто ярты йыл һайын студенттың нисек өлгәшеүе тураһында мәғлүмәт биреп бара. Диплом алып сыҡҡас студентты уҡытыуға заказ биргән ойошмала кәмендә 3 йыл эшләргә кәрәк була.

👍2
Һөжүмсе Джошуа Ливо Өфөлә ҡала
"Салауат Юлаев" Канада һөжүмсеһе менән контрактты оҙайтты. Килешеү бер йылға иҫәпләнгән. Джошуа Ливо уҙған миҙгелдә 47 уйында 19 шайба индерҙе, 28 һөҙөмтәле пас бирҙе. Шулай уҡ Александр Хмелевский менән контракт оҙайтылды. Һаҡсы Павел Коледов менән килешеү өҙөлдө. Ҡапҡа һаҡсыһы Илья Ежов карьераһын тамамланы.

Тәүлек эсендә "112 системаһы"на һыу баҫыу тураһында хәбәр килмәгән
Өфө ҡалаһы янында ҙур йылғалар кимәле бер аҙ кәмегән. Күгәрсен һәм Көйөргәҙе райондарында Ағиҙелдә һыуҙың күтәрелеүе теркәлгән, тип хәбәр итәләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан. Бөгөн Баймаҡ, Шишмә райондарында, Өфө ҡалаһында һыу баҫыуға бәйле 7 хәл даими контролгә алынған.

👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров «Өфө-хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стелаһына сәскә һалды
Бөгөн - яҙ һәм хеҙмәт байрамы. Байрам айҡанлы Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре «Өфө-хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стелаһына сәскә һалды. Яҙ һәм хеҙмәт байрамына арналған тантаналар икенсе йыл инде ошо стела янында башлана. Дуҫлыҡ Монументы аҫтында, Ағиҙел йылғаһы ярында урынлашҡан һәйкәл халҡыбыҙҙың Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы хеҙмәт батырлығын мәңгеләштерә.

Ҡырмыҫҡалы районынан Николай Астафьев 79-сы Еңеү яҙын ҡаршылырға әҙерләнә
97 йәшлек ветеран Һәүәләй ауылында йәшәй. Николай Дмитриевич Бөйөк Ватан ғына түгел, Рус-япон һуғышын да үткән. Оло йәштәге яугир хаҡында киләһе яҙмала.
97 йәшлек ветеран Һәүәләй ауылында йәшәй. Николай Дмитриевич Бөйөк Ватан ғына түгел, Рус-япон һуғышын да үткән. Оло йәштәге яугир хаҡында киләһе яҙмала.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Милләттәр кросы» үтте
Иглиндәр тыныслыҡ, яҙ һәм хеҙмәт байрамын еңел атлетика буйынса ярышта ҡатнашып ҡаршыланы. «Милләттәр кросы» халыҡсан спорт сараһы хаҡында киләһе яҙмала.

Башҡорт ҡыҙы Forbes рейтингына ингән!
Опера йырсыһы Айгөл Әхмәтшина Forbes-тың «30 йәшкә тиклемге иң уңышлы 30 кеше» рейтингына ингән. Был исемлеккә 30 йәшкә тиклем Бөтә Рәсәй һәм донъя кимәлендә ҙур танылыу яулаған шәхестәр инндерелә.
Айгөл Әхмәтшина — Ҡырғыҙ-Миәкәлә тыуып үҫкән, Өфө сәнғәт училищеһын тамамлаған йырсы. Яҡташыбыҙ Decca Classic донъя кимәлендәге лейблының артистары иҫәбенә индерелде. Ул — һуңғы 30 йылда контракт төҙөгән беренсе меццо-сопрано.
Афарин!

👍9❤1
❤Йырсы Йәмил Баймырҙин кәләш алған!
Талантлы йырсы Йәмил Баймырҙин Ғаилә йылында кәләшле булған.
Хәйбулла районының Байғусҡар ауылында тыуып үҫкән Йәмил Баймырҙин (Ябай Малай) үҙенең сәхифәһендә кәләш алыуы хаҡында хәбәр иткән. "Яңы ғаилә. Баймырҙиндар ғаиләһе. Ғаилә йылы- 24" тигән хештег менән никах фотоһын һалған.
Йәш ғаиләгә оло мөхәббәт, шатлыҡ-ҡыуаныстар теләйбеҙ!

👍6
Өфөлә юл фажиғәһендә иҫән ҡалған егетте дауахананан сығаралар
Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан биш кеше һәләк булған юл фажиғәһендә иҫән ҡалғандарҙың хәле тураһында хәбәр иттеләр.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 19 апрелдә Өфө — Ырымбур юлының 1-се саҡрымында «ВАЗ-2115» автомобиле «КамАЗ» йөк машинаһы менән бәрелешкән. Юл-транспорт ваҡиғаһында водитель һәм уның пассажирҙары, 22 һәм 20 йәшлек егеттәр һәм 18 йәшлек ике ҡыҙ һәләк булған. 21 йәшлек егет менән ҡыҙ иҫән ҡалған. Уларҙың барыһы ла — Өфө районында йәшәгән, бер ҡыҙ — Өфөнән.
«Пациентты бөгөн сығаралар. Ҡыҙ ауыр хәлдә реанимацияла ята», — тип белдерҙеләр министрлыҡта.

😢2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтҡан яугирҙарҙы оҙатыу тантанаһы үтте
«Өфө-Арена» комплексы алдындағы майҙанда ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтҡан яугирҙарҙы оҙатыу тантанаһы үтте. Хәрбиҙәрҙең күбеһе өсөнсө-дүртенсе тапҡыр ялда булып, тыуған яғында көс туплап, йәнә алғы һыҙыҡҡа юлланды.
«Өфө-Арена» комплексы алдындағы майҙанда ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтҡан яугирҙарҙы оҙатыу тантанаһы үтте. Хәрбиҙәрҙең күбеһе өсөнсө-дүртенсе тапҡыр ялда булып, тыуған яғында көс туплап, йәнә алғы һыҙыҡҡа юлланды.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бишбүләк ауыл советы коммуналь автопаркы өр-яңы техника менән тулыланды
Бергәләп таҙартабыҙ. Бишбүләк ауыл советы коммуналь автопаркы өр-яңы техника менән тулыланды. Быға тиклем файҙаланылған 4 «Белорус»ҡа ярҙамға күп функциялы тейәгес «Амкодор» һатып алынған. Район үҙәгенең экологик именлегенә урындағы халыҡ та ҙур өлөш индерә. был турала киләһе яҙмала.
Бергәләп таҙартабыҙ. Бишбүләк ауыл советы коммуналь автопаркы өр-яңы техника менән тулыланды. Быға тиклем файҙаланылған 4 «Белорус»ҡа ярҙамға күп функциялы тейәгес «Амкодор» һатып алынған. Район үҙәгенең экологик именлегенә урындағы халыҡ та ҙур өлөш индерә. был турала киләһе яҙмала.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөгә дүрт палубалы «Александр Пушкин» теплоходы килде
Премиум класслы һыу судноһы Түбәнге Новгород - Өфө-Түбәнге Новгород маршруты буйынса сәйәхәт итә. Круиз 120 турист өсөн ҡыҙыҡлы ял программаһы тәҡдим итә. Сәйәхәтселәрҙе Башҡортостан милли музейы, Өфө буйынса экскурсия, «Торатау» геопаркы, милли ризыҡтар һәм мәҙәни тамаша көтә.
Премиум класслы һыу судноһы Түбәнге Новгород - Өфө-Түбәнге Новгород маршруты буйынса сәйәхәт итә. Круиз 120 турист өсөн ҡыҙыҡлы ял программаһы тәҡдим итә. Сәйәхәтселәрҙе Башҡортостан милли музейы, Өфө буйынса экскурсия, «Торатау» геопаркы, милли ризыҡтар һәм мәҙәни тамаша көтә.
👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә бер ир күперҙән һикермәксе булған
Видео авторы һөйләүенсә, бөгөн улар Затон күперен үткәндә күпер ситендә торған бер ирҙе күреп ҡалған. Ир йылғаға һикерергә йыйынған. Шаһиттар туҡтап, уны был аҙымға бармауын үтенгән, тәмәке тәҡдим иткән.
Ир ярҙамға килгән кешеләргә ғаиләһендә проблемалар булыуы, ҡатыны ташлап сығып китеүе, эскегә бирелеүе хаҡында һөйләгән.
Ҡотҡарыусылар килеп еткәнсе ир ике тапҡыр һикерергә ынтылған. Үтеп барыусылар уны ергә һалып, ярҙам килгәнсе тотоп торған. Психолог һөйләшкәндән һуң ирҙе полиция алып киткән.

😢4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Өфө эргәһендә юл тығындары барлыҡҡа килеүҙә ғәйеплеләрҙе яуаплылыҡҡа тарттырырға ҡушты
Был турала төбәк етәксеһе бөгөн «Төҙөлөш һәм транспорт сәғәте»ндә белдерҙе. Кисә Булгаков ауылы янында меңдәрсә автомобилдәр тығыны юлдағы ремонт эштәренә бәйле барлыҡҡа килгән. Юл хеҙмәткәрҙәре эште көндөҙгө 12-гә тиклем тамамларға тейеш булған, тик ямғыр арҡаһында ремонт кисектерелгән. Бынан һуң, юлда ремонт эштәре иртәнге сәғәт 11-ҙән 5-кә тиклем һәм киске 8-ҙән таңғы 7-гә тиклем башҡарыласаҡ. Подрядсы ойошмаға штраф һалынған. Радий Хәбиров республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы, Өфө районы хакимиәте һәм Республика менән идара итеү үҙәгенең берҙәм эш итмәүҙәрен билдәләне һәм яуаплыларҙы язаға тарттырырға ҡушты.

Башкортостанда техник һәм таҙа фосфор кислотаһы етештереү буйынса предприятие төҙөү күҙаллана
Инвестиция проекты бөгөн сираттағы инвестиция сәғәтендә Башҡортостан башлығына тәҡдим ителде. Эшҡыуарҙар яҡынса 20 гектар майҙанда фосфор кислотаһы етештереүҙе йәйелдерергә ниәтләй. Тәүге этапта инвестор проеткҡа бер миллиард 900 миллион һум аҡса йүнәлтергә ниәтләй.
Инвестиция проекты бөгөн сираттағы инвестиция сәғәтендә Башҡортостан башлығына тәҡдим ителде. Эшҡыуарҙар яҡынса 20 гектар майҙанда фосфор кислотаһы етештереүҙе йәйелдерергә ниәтләй. Тәүге этапта инвестор проеткҡа бер миллиард 900 миллион һум аҡса йүнәлтергә ниәтләй.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республиканың мәктәп туҡланыуын ойоштороу илдә иң яҡшы тәжрибә тип танылды
Социаль ойошмаларҙы, атап әйткәндә, мәктәп һәм балалар баҡсаларында, дауаханаларҙа туҡландырыуҙы ойоштороу системаһын үҙгәртеп ҡороу яҡшы һөҙөмтә бирә. Социаль туҡланыуҙы күҙәтеү идаралығы эшләп килә, ата-әсәләр тарафынан ялыуҙар ҙа кәмегән.
Социаль ойошмаларҙы, атап әйткәндә, мәктәп һәм балалар баҡсаларында, дауаханаларҙа туҡландырыуҙы ойоштороу системаһын үҙгәртеп ҡороу яҡшы һөҙөмтә бирә. Социаль туҡланыуҙы күҙәтеү идаралығы эшләп килә, ата-әсәләр тарафынан ялыуҙар ҙа кәмегән.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Красноусол ауылындағы «Ғафури» кооперативында сыр етештереү бүлеге асылған
Башҡортостанда «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ» проекты сиктәрендә ауыл хужалығы кооперативтары дәүләт ярҙамы менән файҙалана ала. Красноусол ауылындағы «Ғафури» кооперативында грант аҡсаһына сыр етештереү бүлеге асылған, махсус цех ҡеүәтле ҡоролмалар менән йыһазландырылған. Яңыртылған хужалыҡта 16 төрлө сыр һәм башҡа ризыҡтар етештерелә.

Хәйбулла районында «Таланттар йондоҙлоғо» конкурсының икенсе этабы тамамланды
Хәйбулла районы предприятиелары, учреждениелары һәм ауыл биләмәләре араһында «Таланттар йондоҙлоғо» район конкурсының икенсе этабы тамамланды. Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты акционерҙар йәмғиәте призына 9 коллектив көс һынашты.

Хеҙмәттәшебеҙ Рәмзиә Кәримова «Рәсәйҙең атҡаҙанған журналисы» исеменә лайыҡ булды
Рәсәй президенты Владимир Путин биш яҡташыбыҙға маҡтаулы исемдәр биреү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Рәсми документ хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.
Хеҙмәттәшебеҙ, «Башҡортостан» телерадиокомпанияһында мәғлүмәт тапшырыуҙарының төп редакцияһының махсус хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова-Байбулатова илебеҙ журналистикаһын үҫтереүҙәге ҡаҙаныштары һәм күп йыллыҡ емешле хеҙмәте өсөн Рәсәйҙең атҡаҙанған журналисы исеменә лайыҡ булды.
Ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!

❤13👍4🙏3👏2