БСТ | Яңылыҡтар
2.42K subscribers
5.14K photos
7.91K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант – 2024» акцияһы үтте

Быйыл республикала Башҡорт теленән Халыҡ-ара диктантҡа мең ярымдан ашыу майҙансыҡ әҙерләнгәйне. Унда башҡорт телен өс кимәлдә: башлап өйрәнеүселәр, иркен аралашыусылар, төньяҡ-көнбайыш диалектында һөйләшеүселәр өсөн диктант яҙыу мөмкинлеге булдырылды. Мәртәбәле сарала ҡатнашырға теләүселәр өсөн БСТ каналы тура трансляция ла ойошторҙо.
👍21
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Атайсал» форумының йомғаҡлау тантанаһы үтте

Илһөйәрлек ҡоронда илдең һәм республиканың төрлө төбәктәренән делегаттар ҡатнашты, сара ҡунаҡтарын Башҡортостан башлығы тәбрикләне. Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙар иҫтәлегенә Өфөлә, «Патриот» паркы биләмәһендә мәсет төҙөтәсәген дә белдерҙе. 2021 йылда старт алған «Атайсал» программаһы 5 меңдән ашыу кешене берләштергән күләмле майҙансыҡ, уның сиктәрендә 25 меңдән ашыу проект тормошҡа ашырылған. Башҡарылған эштәрҙең дөйөм суммаһы 1 миллиард 300 миллион һум тирәһе.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Төбәктә «Йәшел Башҡортостан» акцияһы старт алды

Экологик өмәләр, йәшелләндереү эштәре бөтә райондарҙа ла киң йәйелдерелгән. Ҡарағай, йүкә, тирәк - республика район-ҡалаларына меңдәрсә үҫенте ултыртыла.
👍31
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфөгә махсус операцияла ҡатнашҡан һалдат ялға ҡайтҡан

Блогер, баҡсасы Әлфиә Ибраһимова алғы һыҙыҡтан туғанын ҡаршы алған. Был тулҡынландырғыс минуттарҙы ул видеоға төшөргән һәм социаль селтәргә урынлаштырған.

Егеттәр имен-һау ҡайтһын!
5👍1
❤️ СВО-ла ҡулын юғалтҡан Артур Ғәлиев өйләнде

Уҙған йылдың декабрендә Өфөнән СВО-ла ҡатнашыусы Артур Ғәлиев һөйгән ҡыҙына тәҡдим яһағайны, ә кисә, 27 апрелдә, йәштәр өйләнеште.

Яңы тыуған ғаиләне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡотланы. Ул Артур менән Виолеттаға ғаилә бәхете теләне.

Былтыр майҙа гранатометсы Артур Ғәлиев штурм төркөмөндә иң беренселәрҙән булып дошманға табан бара. Һөҙөмтәлә һалдаттар танк һөжүменә эләгә. Снаряд Артурҙың янында ғына шартлай һәм уның ҡулын яралай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, табиптар уның ҡулын һаҡлап ҡала алмай. Яугир бихисап наградалар менән бүләкләнә.
👍21
❗️Күгәрсен районында аварияла дүрт кеше һәләк булған

Күгәрсен районында Магнитогорск-Ира автоюлында ҡурҡыныс авария булған: «десятка» еңел машинаһы ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡан һәм «Шевроле Ланос» автомобиленә бәрелгән.

«Шевроле» пассажирҙары - ҡатын, 2021 һәм 2023 йылғы балалар һәләк булған. Сит машинаһы водителе дауаханаға оҙатылған.

«ВАЗ-2110» машинаһының бер пассажиры һәләк булған. Водителе һәм ике пассажиры дауаханаға оҙатылған.

Авария урынында ашығыс хеҙмәттәр эшләй. Фажиғә сәбәптәрен асыҡлау маҡсатында БР ЮХДДИ идаралығы начальнигы Күгәрсен районына юлланған.
👍1🤯1
Өфөлә билдәле эшҡыуар, йәмәғәт эшмәкәре Илдар Бикҡужин вафат булған

Был хаҡта «Башинформ» агентлығы хәбәр итә.
Илдар Бикҡужин тәүге һөнәре буйынса фотограф, БДУ-ның журналистика факультетын тамамлаған. Туризмды популярлаштырыу менән шөғөлләнде. 2022 йылда уның командаһы «Башҡортостан йөрәгенә инклюзив тур» һәм «Мин башҡорт телен өйрәнәм» проекттары менән Башҡортостан Башлығының Гранттар фондында еңеү яуланы.

Илдар Рәшит улының ҡатыны Венера менән бергә Ростуризм гранты ярҙамында асҡан «Бишбармаҡ» милли аш-һыу оҫтаханаһы өфөләрҙең яратҡан урынына әүерелде.
😱8👍2
Башҡортостанда Торатау янында этнокомплекс асыла

Тантана 4 майға планлаштырылған, тип хәбәр итәләр Республика хөкүмәтенән. Этнокомплекс 6 башҡорт тирмәһен берләштерә. Улар халыҡты йыл әйләнәһе ҡабул итә. Бөтә тирмәләр ағас һуҡмаҡтар менән тоташтырылған.
👍1
Бөйөк Ватан һуғышының тере шаһиты һәм геройы

Бөгөн «Яңылыҡтар» хеҙмәте хәбәрселәре Ишембай районының Ҡанаҡай ауылында йәшәүсе 100 йәшлек һуғыш ветераны Әүхәҙи Батыргәрәй улы Миңлеғоловта ҡунаҡта булды. Гөлназ Хәйбуллинаның сюжеты «Яңылыҡтар»ҙың бөгөнгө сығарылышында 22:30 сәғәттә ҡарағыҙ.
👍41
Ике баланы һыуға батыуҙан ҡотҡарған

Башҡортостан буйынса “Росгвардия” идаралығы хеҙмәткәре, полиция капитаны Айҙар Шәйәхмәтов һыуҙа батып барыусы ике баланы ҡотҡарғаны өсөн Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты тарафынан булдырылған “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән наградланды.

2023 йылдың июлендә Айҙар Шәйәхмәтов үҙе йәшәгән Бишбүләк районының Айыт ауылы ихатаһында булғанда, улы йүгереп килеп, Димдә балаларҙың һыуға батыуын хәбәр итә. Айҙар Нуриәхмәт улы шунда уҡ ярҙамға ташлана. Йылғаға килеп етеү менән һыуҙа батмаҫҡа тырышып тыпырсынған ҡыҙ һәм малайҙы күрә. Ир хәлде тиҙ генә баһалап, тәүҙә ҡыҙ баланы ярға сығара, аҙаҡ икенсеһенә ярҙамға ташлана. Бер нисә тапҡыр сумып, һыуға батҡан баланы табып, өҫкә сығара. Малай аңын юғалтҡан була. Медицина хеҙмәткәрҙәре килеп еткәнсе, “Росгвардия” идаралығы хеҙмәткәре балаға тәүге медицина ярҙамын күрһәтә.
👍5
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡта «Хәтер баҡсаһы» акцияһы үтте

«Хәтер баҡсаһы» гөрләп үҫһен. Талҡаҫ күле буйында Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров менән берлектә, төрлө ойошма хеҙмәткәрҙәре, студенттар, мәктәп уҡыусылары, ирекмәндәр ағас ултыртты. Акция һуңында күл буйы сүп‐сарҙан таҙартылды. Экологик өмә хаҡында киләһе яҙмала.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ыуылдырыҡ сәсеү осоронда балыҡ тотоусыларҙы асыҡлау буйынса рейд башланды

Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы инспекторҙары күл һәм быуаларҙы тикшерә. Рейдтар «Асылыкүл» тәбиғәт паркында ла үтте.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ишембай районында йәшәүсе 100 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Еңеү яҙын ҡаршыларға әҙерләнә

Курск дуғаһын үткән яугир. Ишембай районы Ҡанаҡай ауылынан 100 йәшен тултырған Әүхәҙи Миңлеғолов сираттағы Еңеү яҙын ҡаршыларға әҙерләнә. 1942 йылдың авгусында һуғышҡа саҡырылып, ул махсус хәрби әҙерлек үткән. Фронт һыҙығында немецтарҙы әсирлеккә алып, ҡаһарманлыҡ күрһәткән, Днепр йылғаһының икенсе ярына сыҡҡанда ҡаты яраланған ветеран менән БЮТ ижади төркөмө осрашты.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө лимонарийында ысын йәй башланды

Хеҙмәткәрҙәр башҡорт сакураһы тип йөрөткән миндаль ҡыуаҡлығы, бугенвиллия һәм башҡа үҫемлектәр шау сәскәгә күмелгән. Өфө лимонарийында барлығы 700 төр үҫемлек менән танышып, ял көндәрен йәшеллектә үткәрергә мөмкин.
3
Хмелевский ҡалды, Коледов китте

Александр Хмелевский "Салауат Юлаев" менән килешеүен оҙайтты. Уның менән өс йылға контракт төҙөлдө. Уҙған миҙгелдә һөжүмсе юлаевсылар өсөн 67 уйын уҙғарҙы, 27 шайба индерҙе, 29 һөҙөмтәле пас бирҙе.
Павел Коледов менән контракт өҙөлдө. Һаҡсы Өфө командаһы өсөн 2018 йылдан уйнаны. Юлаевсылар менән 355 осрашыуҙа ҡатнашты, тип хәбәр итә клубтың матбуғат хеҙмәте.
👏5
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Күсмә халыҡтар цивилизацияһы Евразия музейы төҙөлөшө буйынса күсмә кәңәшмә үткәрҙе

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Күсмә халыҡтар цивилизацияһы Евразия музейы төҙөлөшө буйынса күсмә кәңәшмә үткәрҙе. Шишмә районындағы Турахан кәшәнәһе янында туристарҙы йәлеп итәсәк объектты асыу мәсьәләһе ҡаралды. Музейҙың визит-үҙәге быйыл 6 июлдә асылыр тип көтөлә. Бынан тыш, Радий Хәбиров биләмәләрҙе төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү предприятиеһында, «Башҡорт ихаталары» программаһы буйынса яңыртылған биләмәлә булды, урындағы ауыл хужалығы колледжын төҙөкләндереү маҡсаты ҡуйылды.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостандан махсус хәрби операция биләмәһенә сираттағы гуманитар ылау оҙатылды

Яугирҙарға гуманитар йөк туплауға тотош республика халҡы ҡушылған, предприятиелар ҙа, эшҡыуарҙар ҙа үҙ өлөшөн индергән. Ылауҙа төҙөлөш материалдары ла, медицина препараттары ла, кейем-һалым да, аҙыҡ-түлек тә бар.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостандың исемле хәрби подразделениелары республиканан сираттағы ярҙам алды

123-сө гуманитар ылау адресаттарына барып етте. Башҡортостандың исемле хәрби подразделениелары республиканан сираттағы ярҙам алды. Был юлы ла яугирҙарға башлыса техника, элемтә ҡорамалдары һәм көнкүреш кәрәк-яраҡтары тупланған. Улар хәрбиҙәрҙең дислокация урынына уҡ алып барып етеп тапшырылды.
2👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бишбүләк районы «Атайсал» проектында әүҙем ҡатнаша

Ошо төбәктә тыуып үҫеп әле илдең төрлө мөйөштәрендә йәшәгән яҡташтар Кесе Ватанының тормошон яҡшыртыуға үҙ өлөшөн индерә. Улар социаль объекттарҙы ремонтлай, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса эш алып бара, һәйкәлдәрҙе, обелисктарҙы яңырта, балалар, спорт майҙансыҡтары төҙөй, йәшелләндереү буйынса экологик ацияларҙа ҡатнаша. Йәғни, бишбүләктәр ҡайҙа ғына йәшәһә лә, ниндәй генә дәрәжәләргә өлгәшһә лә атайсалынан айырылмай. Иттихат ауылында төҙөлгөн иман йорто ла ошо бәйләнештең бер сағылышы.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
87 йәшен туйларға әҙерләнеүенә ҡарамаҫтан, бүләһе өсөн үҙ ҡулдары менән ике ҡатлы йорт һала

Бәхетле ҡартлыҡта. 87 йәшен туйларға әҙерләнгән Фәнис Сруровтың тормошо күптәргә өлгө булырлыҡ. Оло йәшенә ҡарамаҫтан физик күнекмәләр яһай, һигеҙ телдә иркен аралаша, бүләһе өсөн үҙ ҡулдары менән ике ҡатлы йорт һала. Төҙөлөш урынында Фәнис Фазыл улы менән БЮТ ижади төркөмө осрашты.
4👍3