Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Учалы районында ер аҫты ҡаҙылма байлыҡтарын ҡулланыу мәсьәләләре буйынса комиссия ултырышы үтте
Учалы районында ер аҫты ҡаҙылма байлыҡтарын ҡулланыу мәсьәләләре буйынса ведомство-ара комиссия ултырышы ойошторолдо. Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары - хөкүмәт аппараты етәксеһе Азамат Абдрахманов ҡатнашлығында үткән сарала ер аҫты ҡаҙылма байлыҡтарын тәбиғәткә мөмкин тиклем аҙ йоғонто менән эшкәртеү мәсьәләләре иғтибар үҙәгендә булды.

🤮1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Ҡыҙыл пролетарий» предприятиеһынан оҙатылған тауар күләме 2 миллиард һумға етер тип көтөлә
Йыл аҙағына Стәрлетамаҡтағы «Ҡыҙыл пролетарий» предприятиеһынан оҙатылған тауар күләме 2 миллиард һумға етер тип көтөлә. Экспорт яҡынса 30 процентҡа артасаҡ. Пландар ҙур. Ҡасандыр ҡатмарлы иҡтисади хәлдә булған компанияның бөгөнгө үҫеш күрһәткестәре сәнәғәт производствоһы индексында ла сағылыш тапҡан. Импортты алмаштырыу йүнәлешендә уңышлы эшләгән предприятие мөмкинлектәре менән БЮТ ижади төркөмө лә танышты.

Республиканың 17 ҡалаһы уңайлы мөхит буйынса федераль рейтинг талаптарына яуап бирә
Рәсәй Президенты Указына ярашлы, 2030 йылға һәр бер төбәктә ҡалаларҙың кәмендә 80 проценты уңайлы мөхит рейтингы күҙлегенән ыңғай баһаланырға тейеш. Башҡортостан был маҡсатҡа 2023 йылда уҡ иреште. Әле республиканың 17 ҡалаһы уңайлы мөхит буйынса федераль рейтинг талаптарына яуап бирә. Сағыштырыу өсөн: 2018 йылда бары 4 ҡала ғына мөхит сифаты индексын үтәгән булған. Был күрһәткестәргә Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың төбәктә уңайлы мөхит булдырыу программалары үтәлешен шәхси контролгә алыуы һөҙөмтәһендә ирешелгән.

Башҡортостанда апрелдең өсөнсө йомаһында милли кейем көнө билдәләнә
Яҡынлашып килгән байрам уңайнынан «Торатау» Конгресс-холында түңәрәк өҫтәл ойошторолдо. Сарала ҡул оҫталары, ғалимдар, тарихсылар, яҙыусылар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре башҡорт милли кейемдәрен һаҡлау, уны популярлаштырыу юлдары буйынса фекер алышты, милли образдың әҙәбиәттә, фольклорҙа әһәмиәтен билдәләне. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала

Хәйбулла районы Аҡъяр ауылында күренекле педагог Роберт Арыҫлановты иҫкә алдылар
Остаз, комсомол лидеры, дәүләт эшмәкәре. Хәйбулла районы Аҡъяр ауылында күренекле педагог Роберт Арыҫлановты иҫкә алдылар. Хөрмәт һәм хәтер саралары «Почет билдәһе» һәм «Халыҡтар дуҫлығы» ордендары кавалеры, СССР-ҙың мәғариф алдынғыһының тыуыуына 90 йыл тулыу уңайынан ойошторолдо.

👍2❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Рәмил Баҙамшин Баймаҡ ҡалаһында хәйриә концерты менән сығыш яһаны
Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәмил Баҙамшин Баймаҡ ҡалаһында хәйриә концерты менән сығыш яһаны. Ижади проект махсус хәрби операция яугирҙарына арналған. Сәхнәлә ил һаҡсыларының ҡаһарманлығы, илһөйәрлек һәм мөхәббәт тураһында йырҙар яңғыраны. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

🔥3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Сабыр иткән - моратына еткән
Әбйәлил районының Мораҡай ауылында йәшәгән Мөнирә Сәйәрова Мәккәгә ғөмрә хажы ҡылыу хаҡында хыялланған.
Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, оҙаҡ уйлап тормаған, Мөнирә инәй Себер тарафтарына эшкә сығып киткән. Ул тәүҙә өс ай буйына ҡайтмайынса Яңы Уренгой ҡалаһында эшләгән, һуңынан йәнә 45 көнгә киткән. Айына 60 мең һум хеҙмәт хаҡы алып. Шулай итеп, инәй күптәнге хыялын тормошҡа ашырыу мөмкинлегенә эйә булған. "Иҙел-тур" аша бәйләнешкә сығып, ғөмрә хажы ҡылып ҡайтҡан.
Афарин!

Башҡортостанда апрелдә мал зыяраттарына бәйле закон ҡабул ителә
Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтайҙа ветеринарияға бәйле ҡанунға үҙгәреш әҙерләнә. Уға ярашлы, республикала яңы мал зыяраттары булдырыу тыйыла. Бындай ҡарар кешеләр һәм малдар араһында йоғошло ҡурҡыныс ауырыуҙар таралыуын иҫкәртеү өсөн ҡабул ителә. Ғәмәлдәге мал зыяраттарын 2030 йылға тиклем ҡулланыу рөхсәт ителә, элеккеләрен юҡ итеү бурысы ҡуйыла. Әле республикала 900-гә яҡын мал зыяраты иҫәпләнә. Улар нығытылған биотермик соҡор ҡоролмаларын хәтерләтә. Был айҙа пленар ултырышта закон проекты тулыһынса ҡабул ителер тип көтөлә.

❤1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Радий Хәбиров Марат Латипов менән осрашты
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы етәксеһе Марат Латипов менән осрашты. Ведомство етәксеһе белдереүенсә, Башҡортостанда ташҡынға бәйле хәл тотороҡло. Төбәктәге ҙур йылғалар әкренләп күтәрелә, ә Эҫем, Инйәр һәм Әй кеүек тау йылғаларында һыу кимәле юғары күрһәткестәргә еткән. Дала йылғаларында һыу кәмей башлаған. Шул уҡ ваҡытта торлаҡ йорттар һәм баҡсасылыҡ ширҡәттәрен һыу баҫыу күҙәтелмәй. 27 апрелдән, йылы көндәр етеү менән, Марат Латипов төбәктә янғынға ҡаршы айырым режим индерергә тәҡдим итте.

❤3
Көйөргәҙе районында балыҡсылар һигеҙаяҡ тотҡан
Яңы Ҡалта ауылында быйыл ташҡын хәтәр булды, тип хәбәр итә «Юшатыр» район гәзите. Был ташыуҙы ҡалталар тиҙ генә онотмаҫ, балыҡ тотайыҡ тип сыҡһалар, балыҡтар менән бергә бына ошо йән эйәһен дә тотҡандар.
Һигеҙаяҡ. Русса әйтһәк, осьминог. Бындай януарҙы бында ғүмер иткән йөҙйәшәр бабайҙар ҙа күргәне юҡ, беҙгә фото ебәргән кешеләр ғәжәп итеп (уны ашарға яраймы, яраһа, нисек итеп әҙерләйҙәр һигеҙаяҡты, табаға һалып ҡуралармы, һурпалы аш итеп бешерәләрме) ултыралар: Ахырызаман етеүе ошолайыраҡ буламы икән?

😱2❤1😁1
Бөгөн Ғафури районынан Ырымбур өлкәһенә сираттағы гуманитар ярҙам ебәрелде.
Тулыраҡ Рәзилә Ғиниәтуллина репортажында.🎥

👍3❤1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Республикала контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу дауам итә
Айырыуса ҡоро ер ғәскәрҙәре көстәре нығытыла. Контракт төҙөүселәргә дәүләт тарафынан айына 210 мең һумдан башлап лайыҡлы хеҙмәт хаҡы ҡаралған, килешеү бер йылдан күберәк ваҡытҡа иҫәпләнһә - бер тапҡыр 195 мең һум түләнә. Исемле хәрби бүлексәләр - башҡорт батальондарына эләгеүселәргә республиканан өҫтәмә түләүҙәр ҡаралған. Үҙ ирке менән алғы һыҙыҡҡа барырға теләүселәр 117 берҙәм телефон һандары буйынса шылтыратып, контракт төҙөү шарттарын белешә ала.

❤2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Рәсәй сит ил эштәре министрлығы ҡарамағындағы Мәҙәниәт үҙәгендә Башҡортостан презентацияһы үтте
Башҡортостан - Мәскәү үҙәгендә. Бөгөн илдең баш ҡалаһында, Рәсәй сит ил эштәре министрлығы ҡарамағындағы Мәҙәниәт үҙәгендә Башҡортостан презентацияһы үтте. Экспозицияларҙа республикабыҙҙың тарихи, иҡтисади ҡеүәте, фәнни ҡаҙаныштары, милли-мәҙәни хазиналары сағылыш тапҡан. Сара халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте киңәйтеү, тышҡы иҡтисади бәйләнештәрҙе нығытыу маҡсатында үткәрелә. Презентацияла Рәсәй сит ил эштәре министры Сергей Лавров, Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров 90-дан ашыу дәүләт илсеһе һәм вәкилдәре ҡатнашты.

❤2👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
🙈 «Әйҙә, сыҡ инде. Һин дамбаны кимерҙеңме?»
Ырымбур өлкәһендә, ниһайәт, һыу баҫыуға ғәйепле йән эйәһен тапҡандар. Орскиҙағы дамбаны бына нимә кимергән! Әйткәндәй, дамбаны төҙөгән Ырымбур белгесе лә ошондай фекерҙе белдергәйне.

😁7👍1
Башҡортостандың 44 районында яҙғы-баҫыу эштәре бара
Ауыл хужалығы министрлығынан белдереүҙәренсә, хужалыҡтар минераль ашлама индерә, ужым һәм күп йыллыҡ үләндәр баҫыуҙарын өҫтәмә туҡландыра, тырматыу эштәре алып барыла. Ошо көндәрҙә ҡайһы бер райондарҙа сәсеүгә төшөргә йыйыналар. Быйыл яҙ 2 миллион гектарҙа иртә культуралар сәселә.

👍1
Башҡортостан халҡы май байрамдары уңайынан өҫтәмә 8 көн ял итә
Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан белдереүҙәренсә, киләһе аҙнала алты көн эшләйбеҙ. 27 апрелдә, шәмбе, эш көнө була, ул 29-нан күсерелде. Шуға Яҙ һәм Хеҙмәт байрамында 28, 29, 30 апрель һәм 1 май ял була. Еңеү көнөнә бәйле лә дүрт көн ял була: 9, 10, 11 һәм 12 майҙа ял итәбеҙ.

Башҡортостан дамба йырылыуҙан зыян күргән Ырымбур өлкәһенә ярҙам күрһәтеүен дауам итә
«Красноусол» минераль һыу заводы ебәргән 30 тонна эсәр һыу тейешле урынға барып етте. Ваҡиға урынында БЮТ ижади төркөмө лә эшләй.
«Красноусол» минераль һыу заводы ебәргән 30 тонна эсәр һыу тейешле урынға барып етте. Ваҡиға урынында БЮТ ижади төркөмө лә эшләй.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ районында махсус хәрби операция биләмәһенә «Урал» мотоциклын оҙатылды
Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылынан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Илшат Әхмәтовҡа туғандары яугирҙың «Урал» мотоциклын оҙатҡан. Транспорт сараһы хужаһына сираттағы гуманитар ылау менән юлланасаҡ.