БСТ | Яңылыҡтар
2.41K subscribers
5.16K photos
7.97K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡорт дәүләт аграр университеты Дания тоҡомло сусҡалар урынына үҙебеҙҙекен үрсетергә иҫәп тота

Юғары уҡыу йорто «Өҫтөнлөк 2030» дәүләт программаһында ҡатнаша. Башҡорт ғалимдары сит ил тоҡомо ДНК-һын тулыһынса асыҡлап, яңы кросс, йәғни тоҡом-ара гибрид уйлап сығармаҡсы.
Буласаҡ хайуанды ғалимдар башта микроскоп аша күрә. Бына, әйтәйек, улар быҙау йомортҡа күҙәнәктәренең йәшәү һәләтен тикшерә. Иң көслөләре инкубаторҙан һуң, һыйырға күсереләсәк. Сусҡа һәм һыу ҡоштарын үрсетеү ҙә ошо уҡ тәртип буйынса эшләр, тип көтөлә.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Айрат Ҡобағошов иҫтәлегенә башҡорт музыка ҡоралдарында уйнаусыларҙың асыҡ конкурсы үтте

Билдәле композитор Айрат Ҡобағошов иҫтәлегенә бөгөн башҡорт музыка ҡоралдарында уйнаусыларҙың асыҡ конкурсы үтте. Өфө районының Алексеевка мәҙәниәт йортонда ойошторолған сарала республика район-ҡалаларынан ансамблдәр, айырым башҡарыусылар һынау тотто.
3👍1
Махсус хәрби операциянан ялға ҡайтҡан егет ғаилә ҡорҙо

Әбйәлил районының Хәмит ауылында махсус операциянан ялға ҡайтҡан яугир һөйгәне менән сәстәрен-сәскә бәйләне, тип хәбәр итә «Осҡон» гәзите.

Егет — һөнәре буйынса сәнәғәт альпинисы. 2022 йылдың сентябрь айында мобилизация буйынса хеҙмәткә алынған. Өйләнгәндән һуң, кесе сержант махсус хәрби операция зонаһына тағы ла юлланды.

Йәштәргә бәхетле киләсәк, именлек теләйбеҙ!
🙏3👍1🥰1
Башҡортостан ҡотҡарыусылары үҫмерҙәрҙе эҙләүҙең 16-сы көнөнә йомғаҡ яһаны

Бөгөн Өфөнөң Граждандарҙы яҡлау идаралығы һәм БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары Ағиҙел йылғаһы буйлап 31 саҡрым араны тикшергән. Белгестәр сүп-сар өйөмдәрен һәм ағаслыҡтарҙы ҡарап сыҡҡан.

Бынан тыш, «Лиза Алерт» отряды ирекмәндәренә моторлы кәмәләр һәм йылға төбөн өйрәнеү өсөн эхолоттар талап ителә. Ярҙам итергә теләүселәр ирекмәндәр менән бәйләнешкә сығырға мөмкин: Елена 8-987-099-70-92, Анастасия 8-937-320-44-74.
5
БСТ телеканалы «Бәйләнештә» селтәрендә тура эфирҙа!

Һеҙ һоранығыҙ – беҙ эшләнек! Хәҙер республиканың төп телеканалын телевизорҙан ғына түгел, «Бәйләнештә» селтәрендә лә ҡарарға мөмкин.

Тыуған яғыбыҙ хаҡында яратҡан тапшырыуҙар, сериалдар, яңылыҡтар, ток-шоу – былар барыһы ла һеҙҙең гаджетта. Ҡайҙа булһағыҙ ҙа, БСТ каналынан айырылмағыҙ.

Әйткәндәй, тура эфир беҙҙең телеграм-каналда ла бара, бының үрҙәге «Вступить» төймәһенә баҫырға кәрәк!
https://vk.com/video-27097047_456277514
👍2
Һай, бүреге, бигерәк шәп!

Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә арналған шиғыр һөйләү конкурсында Сабина Юнысова еңеү яулағайны. Ул М. Кәрим исемендәге Башҡорт гимназияһының 2-се "Д" класында белем ала. Бөгөн еңеүсебеҙҙе ихлас күңелдән башҡорт бүреге һәм диплом менән бүләкләнек.

Афарин!
Конкурс бағыусыһы - Илсур Исхаҡов.
👍4
Мотоциклда сәйәхәт иткән Баймаҡ егете Индонезияға барып еткән

Баймаҡ районының Әбделкәрим ауылынан Ғәзим Мөхәмәтйәновтың мотоцикл менән донъя буйлап сәйәхәткә юлланыуы тураһында яҙғайныҡ. Ул Мәскәү политехник университетын тамамлаған, инженер булып эшләй.

Бынан алда Ғәзим Рәсәйҙән Һиндостанға тиклем араны мотоцикл менән үтте. Унан инде ул самолет менән Таиландҡа осҡан. Әлбиттә, транспортын осороу бер аҙ мәшәҡәттәр тыуҙырған, бының өсөн 110 мең һум сығым киткән. Бөгөн иһә ул карап менән Индонезияға барып еткән.

— Индонезия буйлап сәйәхәт дауам итә, бәлки, Австралияға етеп, кенгуруны күреп тә ҡайтырмын, — ти Ғәзим.

Хәйерле сәфәр теләйбеҙ яҡташыбыҙға!
Фотоһүрәттә Ғәзим Таиландтағы мотосәйәхәтселәр менән.
👍4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанға Белгород өлкәһенән 498 бала килде

Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ. Башҡортостанға Белгород өлкәһенән 498 бала килде. Бындай ҡарарҙы өлкә губернаторы менән һөйләшкәндән һуң Радий Хәбиров ҡабул итте. Өлкән класс уҡыусылары уҡыу йылын республикала тамамлай. Оператив кәңәшмәлә республика башлығы балаларҙы ҡабул итеүсе район башлыҡтарына туҡланыу, мәктәпкә йөрөтөү кеүек етди һорауҙарҙы хәл итергә ҡушты. Республика менән идара итеү үҙәгендә шулай уҡ Башҡортостанда индерелгән янғынға ҡаршы махсус режим, ҡыштан һуң урамдарҙы тәртипкә килтереү, яҙғы ташҡынға бәйле хәл тураһында һүҙ барҙы. Оператив кәңәшмәнән репортаж.
👍21
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан башлығы хөкүмәттә һәм хакимиәттә кадрҙар алмашыныуы тураһында хәбәр итте

Махсус хәрби операция биләмәһенән ҡайтҡан һәм быға тиклем Башҡортостан премьер-министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын биләгән Азат Бадранов Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләнде. Урал Килсенбаев Башҡортостан премьер-министрының беренсе урынбаҫары итеп билдәләнде. Был турала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә белдерҙе.
1💩1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Миәкә районына эш сәфәре менән барҙы

Беҙ бизнесҡа ярҙам итеү инфраструктураһы үҫешенең эволюция этабындабыҙ. Маҡсат- был йүнәлештәге эшмәкәрлекте тағы ла әүҙемләштереү, тине Радий Хәбиров Миәкә районына эш сәфәре барышында. Республика етәксеһе Ҡырғыҙ-Миәкәлә эшҡыуарлыҡ объектары, коммуналь хужалыҡ учреждениеларын ҡараны, урындағы халыҡ менән әңгәмәләште.
2💩1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Стәрлетамаҡ районында ауыл эшсәндәре баҫыуҙарға минераль ашламаларҙы индереүгә төшкән

Стәрлетамаҡ районының иң эре хужалыҡтарының береһендә яҙғы-сәсеү кампанияһына әҙерлек 30 процентҡа теүәлләнгән. Ауыл эшсәндәре бөгөн баҫыуҙарға минераль ашламаларҙы индереүгә төшкән. Һәм эште ике өс көндә тамамларға иҫәп тота.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветераны 105 йәшлек юбилейын билдәләне

9 май алдынан «Яңылыҡтар» хеҙмәте Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары тураһында яҙмалар циклын башлай. Киләһе сюжет геройы - Өфөлә йәшәгән Лидия Баженова. Бөгөн ветеран 105 йәшлек юбилейын билдәләй. Ханымдың яҙмышы ябай түгел.
4
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
🤬 Нефтекамала «шумахер» юғары тиҙлектә үткәүелдән сығып барған ҡыҙҙы төкөгән

Фажиғә Ленин урамында булған. Водитель юлдағы сикләүҙәргә ҡарамаҫтан, юғары тиҙлектә үткәүел аша сығып барған ҡыҙҙы төкөгән. Әлеге ваҡытта зыян күреүсе реанимация бүлегендә.
😱2
Өфөлә башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыу майҙансыҡтары аталды

Быйыл акция өс көн бара. 27 апрелдә БСТ каналында тура эфир ойошторола. Баш ҡалала юғары һәм урта уҡыу йорттарында, Милли музей һәм китапханала, “Йәшлек House” йәштәр йортонда һәм башҡа урындарға килеп диктант яҙырға була. Бының өсөн сайтта алдан теркәлергә кәрәк. Ошонда уҡ майҙансыҡтар исемлеге менән танышырға мөмкин. Сарала 27 апрелдә ҡатнаша алмағандар, сайтҡа инеп яҙа ала. Бында 29 апрелгә тиклем тура эфир яҙмаһы һаҡлана.
👍2
Өфөлә сит ил боксерҙары ҡатнашлығында турнир ойошторола

Был аҙнала Спорт һарайында “Халыҡ-ара бокс ассоциацияһы чемпиондары төнө” тигән ярыш үтә. Унда Рәсәй, Румыния, Үзбәкстан һәм Америка Ҡушма Штаттарынан боксерҙар сығыш яһай. Башҡортостандан Артур Собханҡолов румын Джеймс Череджи менән Европа чемпионы исеме өсөн көрәшә. Тағы бер яҡташыбыҙ Данис Ғабдрафиҡов Азия чемпионы Үзбәкстандан Бобо-Усмон Батуров менән осраша. Рәсәйҙән Павел Суслов американ Питер Добсон менән рингҡа сыға.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ейәнсура районында айыу малдарҙы баҫтырған

Һуңғы көндәрҙә Ейәнсура районында айыуҙарҙың әүҙемләшеүе күҙәтелә. Ҡарадигән, Юлдаш ауылдары янында урман хужаһы кешеләргә осраған. Әлеге видеояҙманан күренеүенсә, айыу ауыл малын баҫтыра.
😱3👍1
Быйыл Мәрхүмдәрҙе иҫкә алыу көнө 28 апрелдә була

Ул йәкшәмбегә тура килә. Республика Башлығы ҡул ҡуйған документ менән рәсми мәғлүмәттәр порталында танышырға була. Был көндә халыҡ зыяраттарҙы тәртипкә килтерә, өмәләр ойошторола. 2020 йылда сыҡҡан указға ярашлы, Мәрхүмдәрҙе иҫкә алыу көнө 2 майға тәғәйенләнде.
👌2👍1
Ҡырмыҫҡалы районында Ағиҙел ярында юғалған ҡатынды эҙләйҙәр

Кисә «Лиза Алерт» отряды ирекмәндәре Башҡортостанда бер ҡатындың ғәйеп булғаны тураһында хәбәр итте. Ҡырмыҫҡалы районының Һарт-Шишмә ауылында йәшәгән 40 йәшлек Реана Айытҡолова өйөнән 13 апрелдә сығып киткән һәм әлеге көнгәсә унан бер хәбәр ҙә юҡ.

Ҡатындың өйҙәше әйтеүенсә, улар 13 апрелдә Ағиҙел йылғаһы буйында хушлашҡан. Ҡатынды һуңғы тапҡыр тап шунда күргәндәр. Аҙағыраҡ яр буйында телефоны табылған. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре биләмәне ҡарап сыҡҡан, шул иҫәптән кәмәләр менән йылғаны иңләгән. Әлегә һөҙөмтә юҡ.

Билдәләре: буйы - 170 сантиметр, ябыҡ, сәстәре ҡыҙғылт-һары, күҙҙәре көрән төҫтә. Ҡара кофта, асыҡ күк төҫтәге джинсы, ҡара ботинкалар кейгән булған.

Телефон һандары: 8-800-700-54-52 йәки 112. Полиция: 8-999-74-111-75.
😱5
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Тәүлек эсендә республиканың 112 системаһына һыу баҫыу тураһында 8 хәбәр килгән

Тәүлек эсендә республиканың 112 системаһы шылтыратыуҙарҙы эшкәртеү үҙәгенә һыу баҫыу тураһында 8 хәбәр килгән. Тәүлек эсендә Нуриман районында Өфө йылғаһы 44 сантиметрға артҡан. Мәләүез янында Ағиҙел йылғаһында һыу 36 сантиметрға күтәрелгән. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы һыу баҫыуға бәйле 26 хәлде контролдә тота. Һүҙ 450 йорт алды ихатаһы, баҡса участкалары,,шулай уҡ юлдар һәм бәләкәй күперҙәр тураһында бара. Йомағужа һәм Павловка һыуһаҡлағыстары һыу тултырыу режимында эшләй. Нөгөштә һыу ташлау эштәре башҡарыла.
2👍1😱1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң 450 йыллығын байрам итеүҙең төп көнө 31 августҡа тәғәйенләгән

Был көндө концерт-күңел асыу программалары бер юлы өс майҙанда - Ленин, Машиналар эшләүселәр һәм «Ватан» этнопаркында ойошторола.
Юбилейға әҙерлек мәсьәләләре Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров етәкселегендә үткән сираттағы кәңәшмәлә тикшерелде.
💩1