БСТ | Яңылыҡтар
2.41K subscribers
5.15K photos
7.93K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда «Рәхмәт» акцияһы буйынса фатир һәм автомобиль отоусыларға асҡыс тапшырылды

Һайлауҙа тауыш биреп акцияла ҡатнашысуылар тантаналы шарттарҙа тәбрикләнде. Бынан тыш еңеүселәргә акция буйынса Сочиҙа, республика шифаханаларында ял итеүгә юллама һәм башҡа приздар тапшырылды.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостандың йәш инспекторҙары Өфөләге «Торатау» конгресс-холына йыйылды

Күләмле сарала республика район-ҡалаларынан 250 уҡыусы ҡатнашты. Улар юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә бәйле төрлө тематик һәм интерактив майҙансыҡтарҙа ҡатнашты.
👍31
Киләһе аҙнала Өфөлә Әхәт Мортазин иҫтәлегенә волейбол турниры үтә

Ярыш “Динамо” спорт комплексында ойошторола. Башҡортостандың халыҡ артисы, танылған диктор кубогына ярышта матбуғат баҫмалары, теле- һәм радио компания хеҙмәткәрҙәре ҡатнаша. Волейбол турниры 2 апрелдә иртәнге сәғәт 10-да башлана. Турнирҙа ҡатнашҡандар һәм көйәрмәндәр өсөн мәҙәни-күңел асыу программаһы ҡаралған, приз һәм бүләктәр әҙерләнгән.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты һыу баҫыу хәүефе тураһында иҫкәртә

2 апрелдән 5-нә тиклем төбәктә аномаль йылы һауа торошо фаразлана, уртаса һауа температураһы норманан 3-7 градусҡа юғарыраҡ буласаҡ. Термометр бағанаһы төндә 0-дән 5 градусҡа тиклем, көндөҙ 10-15 градусҡаса күтәреләсәк. Ҡар әүҙем ирейәсәк. 3 апрелдән 7-һенә тиклем дала йылғалары асылыуы көтөлә.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Бергәләп тапшырабыҙ. Ата-әсәләр Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырған көн» акцияһы үтте

Республика «Бергәләп тапшырабыҙ! Ата-әсәләр Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырған көн» бөтә рәсәй акцияһына ҡушылды. Ҡасим Дәүләткилдиев исемендәге республика һынлы сәнғәт гимназия- интернаты базаһында ата-әсәләр, мәғариф учреждениелары директорҙары уҡыусылар менән бергә һынау тотто. Бөтә рәсәй акцияһы быйыл һигеҙенсе тапҡыр ойошторолдо. Ул тарих предметынан үтте. Эшлекле уйын Рәсәйҙең донъя үҫешендәге ролен тағы бер тапҡыр аңларға ярҙам итәсәк, ти ойоштороусылар.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Мәскәү башҡорттары «Ҡайтам тыуған яғыма» исемле тамаша менән сығыш яһаны

Мәскәү башҡорттары Өфө сәхнәһен гөрләтте! «Сесен» халыҡ коллективы баш ҡаланың «Атайсал» мәҙәниәт йортонда «Ҡайтам тыуған яғыма» исемле тамаша менән сығыш яһаны. Концерт программаһын әле илебеҙҙең баш ҡалаһы Мәскәүҙә йәшәүсе башҡорттар тәҡдим итте
👍4
Өфөлә сәйер шарттарҙа юғалған ике үҫмерҙе эҙләү дауам итә

30 мартта 14 йәшлек Дамир Әҙеһәмов һәм 13 йәшлек Павел Паличев өйҙән сығып китә һәм дәрестән әйләнеп ҡайтмай. Улар бөгөнгәсә яҡындары менән бәйләнешкә сыҡмаған.

Һуңыраҡ эҙәрмәндәр малайҙарҙың сумкаһын урманда табып алды. Водолаздар Ағиҙел йылғаһына төшөп үҫмерҙәрҙе эҙләне, тик әлегә бер һөҙөмтә лә юҡ. Өфөнөң 40-сы мәктәбендә эҙләү штабы булдырылған, унда ирекмәндәр туплана. Теләгән һәр кем үҫмерҙәрҙе эҙләүҙә ҡатнашырға мөмкин.

Әгәр ниндәй ҙә булһа мәғлүмәт булһа, 112 йә 89373102112 телефон һандары буйынса хәбәр итеүегеҙ һорала.
😱8👍1
Билдәле опера йырсыһы Сәлих Сөләймәнов вафат

Өфөлә билдәле опера йырсыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сәлих Сөләймәнов арабыҙҙан китте. Уға 67 йәш ине.

Сәлих Фәрих улы Сөләймәнов 1956 йылдың 1 октябрендә Күгәрсен районының Теләүембәт ауылында тыуған.

Ул бик сағыу характерлы артист булды. 1987 йылдан — Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының опера труппаһы солисы. Уның репертуарында Горо («Мадам Баттерфляй») һәм Пеппе («Паяцы»), Леопольд («Сильва») һәм Блинд («Летучая мышь»), Бомелий («Царская невеста») һәм Ротшильд («Скрипка Ротшильда»), Бохайыр («Салауат Юлаев»), Насир («Ҡаһым түрә») һәм Яппар («Ҡоҙаса») һәм башҡалар бар ине.

2002 йылда уға «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы» тигән маҡтаулы исем бирелде.

Сәлих Сөләймәнов балаларында ла сәнғәткә һөйөү уятҡан: скрипкасы һәм дирижер Рөстәм Сөләймәнов, телевидениела алып барыусы Ләйсән Мәзитова, 2019 йылда арабыҙҙан киткән хореограф Саръян Сөләймәнов.
😢21
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
🐻 «Башҡортостан» милли паркында беренсе айыу уянған

Бөрйән районының Ғәҙелгәрәй ауылынан Ридан Хәкимов Ағиҙел ярында айыу осратҡан. Яңы уянған тайыштабан һыу эргәһендә йөрөгән. Белгестәр фаразлауынса, хайуан өңөнә һыу төшөүгә бәйле килеп сыҡҡан.

Яҙ килә! 😊
👍6
«Пионер» руднигында ҡотҡарыу операцияһы туҡтатылды

Сөнки шахтаның ҡабаттан емерелеү хәүефе бар. Был хаҡта 1 апрелдә рудник етәкселеге хәбәр итте.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 18 мартта «Пионер» руднигында тау тоҡомдары ишелеү һөҙөмтәһендә ун өс кеше 120 метрҙан ашыу тәрәнлектә емереклектәр аҫтында ҡалды. Уларҙың дүртәүһе — Сибайҙан, береһе — Учалынан, 31-48 йәшлек ир-егеттәр. Барыһы ла машинист булып эшләгән. Һәләк булыусыларҙың ғаиләләренә аҡсалата компенсация түләнәсәк.
😢12😭5
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң Бехтерев урамында ер ишелеп төшкән

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына 1 апрелдә Өфөнөң Бехтерев урамында ер ишелеүе тураһында хәбәр иткәндәр.

«Мәғлүмәт Өфөнөң Киров районы хакимиәтенә еткерелде. Күсмә кәңәшмә була, шунан һуң артабанғы саралар күреү тураһында ҡарар ҡабул ителәсәк. Соҡорҙоң ситендә гараждар тора, милекселәрҙе асыҡлайҙар», — тип белдерҙеләр республика буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
👍4❤‍🔥1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә юғалған ике үҫмерҙе эҙләү буйынса штаб тәүлек әйләнәһенә эшләй

Малайҙарҙы табырға ярҙам ҡулы һуҙырға теләгән ирекмәндәр 40-сы мәктәптә йыйыла. Бөгөн ирекмәндәр өс йөҙҙән ашып китте. Ҡотҡарыусылар ҙа эшен дауам итә. Урман биләмәләренән тыш, улар йылғаларҙы, боҙ өҫтөн һәм аҫтын да тикшерә. Үҫмерҙәрҙе эҙләү операцияһы тураһында киләһе яҙмала.
👍2🙏21❤‍🔥1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров ҡушыуынса махсус хәрби операция биләмәһенә 118-се гуманитар ылау юлланды

Йөк автомобилдәрендә республика муниципалитеттарынан, ойошмалар, битараф булмаған граждандар әҙерләгән әйберҙәр оҙатылды. Конвой Рәсәйҙең 3 яңа субъектында урынлашҡан 11 хәрби бүлексә өсөн тәғәйенләнгән.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Профессионалдар» һөнәри оҫталыҡ буйынса чемпионаттың төбәк этабы еңеүселәре билдәләнде

Өфөнөң «Торатау» Конгресс-холлында «Профессионалдар» һөнәри оҫталыҡ буйынса чемпионаттың төбәк этабы еңеүселәре билдәләнде. Күләмле ярыш ике аҙна дауам итеп, 186 компетенция буйынса 3 меңдән ашыу ҡатнашыусыны берләштерҙе.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә онкология һәм гематология үҙәге пациенттарына Көлкө көнө уңайынан байрам ойошторолдо

Ҡатмарлы сир менән ауырыусы сабый һәм үҫмерҙәрҙең кәйефен күтәреү өсөн. Республика балалар клиник дауаханаһының яңыраҡ асылған онкология һәм гематология үҙәге пациенттарына Көлкө көнө уңайынан байрам ойошторолдо. Уны «Изгелек эшлә» командаһы үткәрҙе. Әле үҙәктә 50-нән ашыу бәләкәй пациент дауалана.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Дыуан районында «Сыңрау торна» башҡорт фольклорының төбәк фестивале конкурсы тамамланды

Халыҡ ижадын халыҡҡа еткереүселәр майҙан тотто. Дыуан районында «Сыңрау торна» башҡорт фольклорының төбәк фестивале конкурсы тамамланды. Ике көн дауамында барған сарала республиканың ике тиҫтәләп ижади коллективы тамашасыларға үҙ ерлегенә хас йолаларҙы сәхнәләштерҙе.
👏42
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Бөтә Рәсәй инклюзив фестивалдең республика этабы башланды

Сараға педагогтар, психологтар, табиптар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, ата-әсәләр һәм аутизм сирле балалар саҡырылған. Фестиваль майҙанында түңәрәк өҫтәлдәр, оҫталыҡ дәрестәре, ҡул эштәре, ижад емештәре күргәҙмәһе, махсус китаптар һатыу ойошторолған. Ошонда уҡ аутист балалар өсөн тәғәйенләнгән аш-һыу менюһы менән танышырға мөмкин
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Яҙғы ташҡынға әҙерлек юғары кимәлдә

Өҙлөкһөҙ яуған ямғыр һәм көндәр йылытыу һөҙөмтәһендә республиканың тиҫтәнән ашыу районында урынлашҡан тораҡ пункттар һыу ҡамауында ҡалды. Оло һыуға эләккән тәүге райондарҙа ҡотҡарыу эштәре хаҡында киләһе яҙмала.
👍2
Республика халҡы бер тәүлектә мутлашыусыларға 2 миллион һум аҡса күсергән

Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 82 йәшлек пенсонерға шылтыратып, ҡыҙының йәнәһе лә авария ойоштороуҙа ғәйепле булыуы тураһында хәбәр иткәндәр. Енәйәт эшен башламау өсөн 600 мең һум күсерергә күндергәндәр. Өфөнән тағы бер ҡатын аҡсаһын инвестиция итеп һалырға ҡарар иткән. 79 йәшлек ханым йәнәһе табыш килтереүсе интернет-баҙарға 470 мең һум һалған. Унан һуң тағы шунса суммаға кредит алған. Салауат ҡалаһынан 34 йәшлек ҡатынға шылтыратып аҡсаһын һаҡлап ҡалыу кәрәклеге тураһында әйткәндәр. Шәхси мәғлүмәттәрҙе асыҡлағандан һуң мутлашыусылар уның иҫәбенә 566 мең һумлыҡ кредит алған.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Татарстанда пилотһыҙ осоу аппараттары ике предприятиеға һөжүм иткән

Татарстанда пилотһыҙ осоу аппараттары «Алабуға» махсус иҡтисади зонаһы территорияһына, республиканың Алабуға һәм Түбәнге Кама предприятиеларына һөжүм иткән. Ете кешенең яраланыуы тураһында билдәле.

«Етди емереклектәр юҡ, предприятиеларҙың технологик процесы боҙолмаған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Алабуғала бинаның емерелеүе һөҙөмтәһендә зыян күреүселәр бар. Уларға барлыҡ тейешле ярҙам күрһәтелә», – тиелә рәсми хәбәрҙә.
😱7