БСТ | Яңылыҡтар
2.41K subscribers
5.15K photos
7.93K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Башҡортостанда халыҡ һаны кәмегән

Республикала 4 миллион 64 меңдән ашыу кеше йәшәй. Бер йыл элек был һан 13 меңгә күберәк булған. Ил буйынса ла шундай хәл күҙәтелә. Бер йылда халыҡ һаны 296 меңгә кәмегән. Әле Рәсәйҙә 146 миллион 447 мең кеше теркәлгән, тигән мәғлүмәттәр бирә Статистика хеҙмәте.
😢1
В небе над Уфой и пригородами во вторник будет летать БПЛА самолетного типа

Сегодня 2 апреля над территорией уфимского Затона и северной части столицы будут летать дроны и БПЛА самолетного типа. Эта техника участвует в поисках двух пропаших подростков - Павла Паличева и Дамира Адигамова. Напомним, сотрудники МЧС, МВД и волонтеры поисково-спасательного отряда "Лиза Алерт" занимаются поиском школьников уже трое суток.

Как сообщили телеканалу БСТ в ПСО "Лиза Алерт", сегодня в рамках поисковой операции было принято решение поднять в воздух БПЛА для того, чтобы исследовать поверхность реки Белая и окрестностей. В связи с этим жителей Уфы, пригородов и Благовещенского района предупреждают о появлении в воздухе беспилотника самолетного типа
Татарстанда пилотһыҙ осҡостар һөжүмендә һәләк булғандар юҡ

Бөгөн төндә һәм иртән Түбәнге Кама ҡалаһында заводты һәм “Алабуға” махсус иҡтисади зонаһында шартлауҙар булған. Биналарға өс пилотһыҙ осҡос һөжүм иткән. Ваҡиғала алты кеше зыян күргән, етди емереклектәр юҡ, заводтар эшмәкәрлеге туҡтатылмаған.
Өфөлә юғалған үҫмерҙәрҙе эҙләүҙә дрондар ҡулланыла

Баш ҡала граждандарҙы яҡлау идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, Октябрь һәм Орджоникидзе райондарында баҡсасылыҡ ширҡәттәре һәм урман биләмәһендә, шулай уҡ Ағиҙел йылғаһы буйында пилотһыҙ осҡостар һауаға күтәрелә. Халыҡҡа артыҡ хафаланмаҫҡа һәм уяу булырға үтенәләр. 13 һәм 14 йәшлек үҫмерҙәр 30 март кис юғалды. Уларҙы эҙләүҙә 100-ҙән ашыу ҡотҡарыусы, волонтер йәлеп ителгән.
2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Афарин, БСТ!

Әлеге минуттарҙа Өфөнөң «Динамо» стадионында легендар диктор Әхәт Мортазин иҫтәлегенә волейбол турниры бара.

Матбуғат баҫмалары, телевидение һәм радио компания хеҙмәткәрҙәре һәм республика артистары ҡатнашҡан ярышта БСТ каналының йыйылма командаһы лайыҡлы өсөнсө урын яуланы. Беренсе урын өсөн көрәште «Рәсәй-Башҡортостан» телеканалы командаһы һәм Әхәт Мотаһар улы Мортазиндың туғандары дауам итә.

Еңеүселәргә ҡиммәтле приздар һәм бүләктәр тапшырыласаҡ.
👍5
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Мәрйәм Бураҡаева исемендәге Иҫәнғол ауылы башҡорт гимназияһында был эш юғары кимәлдә ойошторолған

Уҡыусыларға профориентация. Мәрйәм Бураҡаева исемендәге Иҫәнғол ауылы башҡорт гимназияһында был эш юғары кимәлдә ойошторолған. Йәш тарихсылар, журналистар, экскурсоводтар эшмәкәрлеге менән беҙҙең ижади төркөм дә танышты. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.
👍62
Башҡортостанда балыҡ тотоуға сикләү индерелә

Бындай талап йыл һайын балыҡ ыуылдырыҡ сәскән осорҙа була. Сикләү 25 апрелдән 5 июнгә тиклем ҡабул ителә. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, был осорҙа балыҡты ярҙан тороп бер генә ҡармаҡҡа тоторға мөмкин.
1
Армияға мотлаҡ саҡырылыш башланды

Башҡортостанда быйыл яҙ хәрби хеҙмәткә мотлаҡ саҡырылыш буйынса 5 мең ярымдан ашыу егет алына. Республика хәрби комиссары Михаил Блажевич белдереүенсә, был һалдаттар махсус хәрби операцияла ҡатнашмай. Улар хәрби частарға апрель аҙағында оҙатыла. Барыһы ла кейем-алым, аҙыҡ-түлек һәм башҡа кәрәк-яраҡ менән тәьмин ителә. Армияға яҙғы саҡырылыш 15 июлгә тиклем дауам итә. Быйылдан башлап 18 йәштән 30 йәшкә тиклемгеләр саҡырыла.
1👍1👎1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республикала чек биреү осраҡтары арта

Йыл башынан алып төбәктә 14 миллиард һумлыҡ 29 миллионға яҡын чек бирелгән. Контроль-касса техникаһын ҡулланыу ҡануниәтенең үтәлеше «йәмәғәт туҡланыуы» проектына ла бәйле. Йыл башынан алып ул илдең бар төбәктәрендә лә ғәмәлгә ашырыла. Республиканың һалым хеҙмәтендә проектты тормошҡа ашырыу буйынса ведомство-ара эш төркөмө төҙөлгән. Унда башҡарма власть органдарынан тыш рестораторҙар, кулинарҙар ойошмаһы вәкилдәре лә ингән. Сөнки тап йәмәғәт туҡланыуы тармағында иҫәп-хисап ҡағиҙәләрен боҙоу, чек бирмәү, ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын боҙоу осраҡтары йыш теркәлә.
👍31
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
«Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе»нең 100 йыллыҡ юбилейы федераль кимәлдә үтәсәк

Был туралағы указға Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйған. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә яҙыуынса, киләһе йылда билдәләнәсәк ваҡиғаға әҙерлек башланған да инде. Төп йүнәлештәр «Ростех» дәүләт корпорацияһы етәкселеге менән тикшерелгән. Башҡортостан менән «Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе»нең республика һәм ил мәнфәғәтендә тормошҡа ашырылған берлектәге проекттары күп тип билдәләгән Радий Хәбиров.
2👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Һауа судноһынан Ағиҙел йылғаһы үҙәнен тикшереү барышында оҙон ҡуңыслы итек табылған

Күк төҫтәге аяҡ кейеме юғалған үҫмерҙәрҙең береһенеке булыуы ихтимал. Әле был урында водолаз эштәре үткәреү тураһында ҡарар ҡабул ителгән. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған ял көндәрендә Өфөнөң 6-сы пристань районында урман массивында ике үҫмер юғалды. Уларҙы эҙләүгә полиция, ҡотҡарыусылар, ирекмәндәр, водолаздар һәм кинологтар йәлеп ителгән. Шулай уҡ бөгөн Затон һәм баш ҡаланың төньяҡ өлөшө өҫтөнән самолет тибындағы дрондар, пилотһыҙ осоу аппараттары файҙаланыла. Был ҡоролмалар ҙа юғалған үҫмерҙәрҙе эҙләүҙә ҡатнаша.
👍31
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бүздәк районы халҡы махсус хәрби опрация биләмәһенә сираттағы гуманитар ярҙам әҙерләй

Еңеүҙе бергәләп яҡынайтабыҙ. Бүздәк районы ирекмәндәрен берләштергән Шайморатов исемендәге штаб хәрби опрация биләмәһенә сираттағы гуманитар ярҙам әҙерләй. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
1👍1👎1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Быйыл юғары уҡыу йорттарына ҡабул итеү кампанияһы 20 июндә старт ала

Республика вуздарына уҡырға инеү ысулдары, бюджет урындар, яңы йүнәлештәр хаҡында репортаж.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республика йәмәғәтселеге Сәлих Сөләймәновты һуңғы юлға оҙатты

Республика йәмәғәтселеге бөгөн Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, танылған опера башҡарыусыһы Сәлих Сөләймәновты һуңғы юлға оҙатты. Хушлашыу Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театрында үтте.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баш ҡалала Әхәт Мортазин иҫтәлегенә арналған волейбол буйынса турнир үтте

Республиканың «Алтын тауышы» йәнә майҙанға йыйҙы. Баш ҡалала Әхәт Мортазин иҫтәлегенә арналған волейбол буйынса турнир үтте. Бишенсе тапҡыр уҙғарылған спорт байрамында киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре, сәхнә йондоҙҙары үҙ-ара көс һынашты. Быйылғы турнирға тәүге тапҡыр шәхестең туғандары ла команда туплаған. Улар шулай уҡ- «Туғандар» тип атала.
2
МХО-ла һәләк булғандарҙың тол ҡатындарын бер йыл буйы эштән бушатыу тыйыла

Думала ошо турала закон ҡабул ителде, Хеҙмәт кодексына төҙәтмәләр индерелә. Проект авторҙары белдереүенсә, һәләк булғандарҙың ғаиләләренә һәр яҡлап ярҙам итергә кәрәк. Ғәмәлдәге ҡануниәт буйынса шулай уҡ 3 йәшкә тиклем балаһы булған, 18 йәшкәсә инвалид бала тәрбиәләүсе ҡатындарҙы, яңғыҙ әсәләрҙе эштән бушатырға ярамай.
2
Башҡортостан халҡы бер тәүлектә 8 миллион һумға алданған

Полиция мутлашыу тураһында 26 ғариза ҡабул иткән. Өфөнән 67 йәшлек ирҙе мобиль телефон номерын ҡулланыу ваҡыты тамамлана, банк картаһында шәхси мәғлүмәттәр юғала тип алдағандар, ул 2 миллион ярым һум аҡсаһына өҫтәп тағы 1 миллион һум кредитты мутлашыусыларға күсергән. Мәсәғүттән 82 йәшлек ханым йәнәһе лә аварияла ғәйепле ҡыҙын енәйәт эшенән һаҡлап ҡалам тип 300 мең һумынан ҡолаҡ ҡаҡҡан. Полициянан хәбәр итеүҙәренсә, билдәһеҙ кешеләрҙең аҡса, иҫәп, инвестиция, авария тураһында һүҙ башлауы шунда уҡ шик тыуҙырырға тейеш, улар менән һөйләшергә ярамай.
👍2👎1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә аҡсаға диверсия яһарға маташҡан үҫмерҙәрҙе ҡулға алғандар

Был хаҡта Федераль именлек хеҙмәтенең төбәк идаралығынан хәбәр итәләр.
‼️Үҫмерҙәр элемтә объектына ут төртөргә тейеш булған, был йөкләмәне Telegram ҡушымтаһынан алғандар. Өсөһө лә ҡулға алынған.
😱3
Фатир хужалары - Саҡмағоштан Латиповтар ғаиләһе

Ойоштороусылар «Рәхмәт-2024» акцияһына йомғаҡ яһаны. Унда республикабыҙҙан Рәсәй президентын һайлауҙа тауыш биргән 2,5 миллиондан ашыу кеше ҡатнашты.

Саҡмағош ауылынан күп балалы Латиповтар ғаиләһе акцияның абсолют еңеүсеһе һәм Өфөләге бер бүлмәле фатир хужаһы тип танылды. Айгөл һәм Илдар өс ул тәрбиәләй. Еңеүселәр әйтеүенсә, хәҙер уларҙың тормошонда бәхетле номер бар.

«Ғаилә йылында был беҙҙең өсөн көтөлмәгән бүләк булды. Аҙаҡҡаса ышанып етмәнек. Бәхетебеҙҙең сиге юҡ. «Рәхмәт-2024» акцияһын ойоштороусыларға рәхмәт, — тип шатлығы менән уртаҡлашты улар «Игенсе» район гәзите хәбәрсеһе менән әңгәмәлә.

Башҡортостанда акцияла йәмғеһе 400-гә яҡын кеше телевизор, электросамокат, кофемашина, телефон, яндекс-станция, робот-саң һурҙырғыс һәм башҡа ҡиммәтле бүләктәргә эйә булды.
👍71
Татарстанда пилотһыҙ осҡостар һөжүме ваҡытында Баймаҡ үҫмере зыян күргән

Күрше Татарстанда самолет тибындағы дрондар һөжүме ваҡытында Башҡортостан студенты зыян күргән. Билдәле булыуынса, 16 йәшлек үҫмер Баймаҡтан. Республика рәйесенең матбуғат хеҙмәте етәксеһе Лилиә Ғәлимова зыян күреүселәрҙең хәле тураһында хәбәр итте.

«Барыһының да хәле уртаса ауырлыҡта, ыңғай динамика күҙәтелә», — тине ул.

Әлеге ваҡытта 14 яралы, шул иҫәптән ике бәлиғ булмаған үҫмер тураһында билдәле. Алты кеше - Алабуға үҙәк район дауаханаһында, ҡалғандары өйҙә дауалана. Яраланған йәштәрҙең һәммәһе лә «Алабуға Политех» колледжында уҡый.
😱3👍1