Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Шаран районы Дүртөйлө ауылында «Юғалғанды тергеҙеү» төбәк-ара форумы үтте
Шаран районы Дүртөйлө ауылында «Айыҡ ауыл - 2023» республика конкурсы сиктәрендә «Юғалғанды тергеҙеү» төбәк-ара форумы үтте. Сарала күрше райондар, Мәскәү, Татарстан вәкилдәре ҡатнашты. Форум программаһына «Айыҡ ауыл - 2023» конкурсы сиктәрендә эшләп килгән «Юғалғанды тергеҙеү» проектын тормошҡа ашырыу индерелде. Сара «Акатуй», йәғни Һабантуй милли байрамын тергеҙеүҙән башланды. Байрамда төрлө милләт - башҡорт, рус, татар, марый ижади коллективтары сығыш яһаны.

👍2
Бөгөн Республика халыҡ ижады үҙәге ойошторолоуға 87 йыл
Ул 1937 йылдың 20 февралендә Республика халыҡ ижады йорто булараҡ эшләй башлай. Үҙәк Башҡортостанда йәшәгән халыҡтарҙың мәҙәни мираҫын һаҡлау һәм үҫтереү, мәҙәниәт ойошмаларына үҙэшмәкәр һәм һәүәҫкәр ижадты үҫтереүгә ярҙам итеү, халыҡтың ялын ойоштороу йүнәлешендә эшмәкәрлек алып бара. “Глобалләшеү осоронда бик иғтибарлы һәм һаҡ булырға кәрәк. Халыҡ хазинаһына ҡул һуҙырға маташыусылар осрап тора”, - ти Республика халыҡ ижады үҙәге генераль директоры урынбаҫары Нәфисә Тулыбаева.

👍3
“Берҙәм Рәсәй” “Милләттәр азатлығы өсөн” тигән беренсе халыҡ-ара форум уҙғарҙы
Унда Африка, Азия, Яҡын Көнсығыш, Латин Америкаһы һәм Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһенән 55-тән ашыу ил ҡатнашты. Рәсәй президенты форумда килеүселәрҙе сәләмләп, башланғысты бик мөһим,тип билдәләне. “Беҙҙең ил колониаль система нигеҙҙәрен емереү һәм милли-азатлыҡ хәрәкәтенә ярҙам итеү өсөн күп эш башҡарҙы. Үҙ аллы йәш дәүләттәргә хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, иҡтисадты аяҡҡа баҫтырыу, социаль, гуманитар мәсьәләләрҙе хәл итеү буйынса ярҙам күрһәтте.Халыҡ-ара хоҡуҡ принциптары, бер-береңә ышанысты нигеҙ итеп алған дәүләттәр менән хеҙмәттәшлеккә һәр саҡ әҙербеҙ”,- тине Владимир Путин.

👍3❤1👎1
Башҡортостан депутаттары ҡомарлы уйындарҙы сикләргә ниәтләй
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай спортҡа бәйле закон проектына төҙәтмә әҙерләгән. Ул букмекер конторалары һәм тотализаторҙар эшмәкәрлегенә ҡағыла. Ҡанун проекты буйынса спортсылар, тренерҙар, спорт судьялары, командалар етәкселәре һәм агенттар уйын һөҙөмтәһенә ставка ҡуя алмаясаҡ. Спорт федерациялары һәм лигалар ошондай осраҡтарҙы тикшереп законды боҙған өсөн яза бирергә тейеш. Ҡанун проекты был аҙнала пленар ултырышта беренсе уҡыуҙа ҡарала.

Рәсәйҙә үрмәле гөлдәр үҫтергән өсөн яза була
Хөкүмәт рәйесе Михаил Мишустин бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы өс төҫлө ипомеяны үҫтерергә ярамай. Гөл орлоҡтарында наркотик һәм психотроп матдәләр булыуы асыҡланған. Законға ярашлы, 10 төптән күберәк баҡса сәскәһен үҫтергән өсөн енәйәт кодексы буйынса яуап бирергә тура киләсәк.

Анита Цой Өфөнән бер йәшлек Эрнесҡа атай һәм әсәй эҙләй
Билдәле йырсы «Бәхет биләмәһе» хәйриә фондының «Беҙҙең өйҙөң йәме» проектында ҡатнаша. Анита Цой Өфөләге балалар йортонда ҡунаҡҡа килгән.
- Ул проектта ҙур теләк менән ҡатнашты. Яҡын көндәрҙә бер йәшлек Эрнес, ниһайәт, «Һин беҙҙең өйҙөң йәме» тигән һүҙҙәрҙе ишетер тип ышанам, - тип яҙа проект авторы Карина Хәбирова.

👍4
Республикала квадроциклдар сығарыла
Башҡортостан Үҫеш корпорацияһы һәм инвестор араһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. “Өфө” индустриаль паркында техника етештереү яйға һалына. Бының өсөн 23 миллион һум йәлеп ителә. Бөгөнгә “Өфө” индустриаль паркында 20 компания теркәлгән. Инвесторҙар проекты 38 миллиард һумға баһалана.

Ватанды һаҡлаусылар көнөнә бәйле саралар лайыҡлы үтергә тейеш
Радий Хәбиров 23 февралдә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә айырым иғтибар бирергә ҡушты. Башҡортостан Башлығы район һәм ҡала етәкселәренә Ватанды һаҡлаусылар көнөнә бәйле сараларҙы лайыҡлы үткәреү бурысын ҡуйҙы. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәр һәм уларҙың яҡындарына иғтибар булырға тейеш, тине Радий Хәбиров. Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан күмәк халыҡ ҡатнашлығында мәҙәни-спорт саралары ойошторола. Дәүләт байрамы булараҡ 23 февраль ял көнө тип иҫәпләнә. Быйыл ул йомаға тура килә.

👎2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан хәрбиҙәре 100 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү аласаҡ
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Башҡортостан хәрбиҙәре 100 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү аласаҡ. Бындай хоҡуҡ менән 2023 йылдың 11 ноябренән мобилизация буйынса хеҙмәт иткән һәм Оборона министрлығы менән контракт төҙөгән граждандар файҙалана ала. Республика башлығы указына ошо туралағы үҙгәреш 19 февралдә үҙ көсөнә инде. Алдараҡ, Рәсәй Гвардияһы составындағы ирекле формированиеларҙа ҡатнашыусылар берҙәм өлгөләге хәрби хәрәкәттәр ветераны танытмаһын аласаҡ, тип хәбәр ителгәйне.

👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан Яңылыҡтар хеҙмәте акция иғлан итте
Бөгөн Башҡортостандан күп кенә ир-егеттәр махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Нацизмға ҡаршы көрәштә пилотһыҙ осоу аппараттары киң ҡулланыла. Сөнки дрондар ярҙамында командирҙар бөтә мәғлүмәтте реаль ваҡыт режимында күрә, тиҙ һәм аныҡ ҡарарҙар ҡабул итә. Тап шуның өсөн дә Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан Яңылыҡтар хеҙмәте акция иғлан итте. Яугирҙар һорауы буйынса, «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы өсөн DJI Mavic 3 квадрокоптеры һатып алынасаҡ. Яҡташтарыбыҙҙың ғүмерен һаҡлауға һәм еңеүҙе яҡынайтыуға һәр кем үҙ өлөшөн индерә ала. Бының өсөн аҡсаны Һаҡлыҡ банкы картаһына ебәрергә мөмкин. 2202 2069 3314 9457 (Регина Салаватовна)

👍5
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республика ҡан тапшырыу станцияһында Хөкүмәт аппараты хеҙмәткәрҙәре изге эштә ҡатнашты
Утыҙға яҡын кеше донорҙар хәрәкәтенә ҡушылды. Табиптар билдәләүенсә, ҡан компоненттарына ихтыяж һәр ваҡыт бар, бигерәк тә өсөнсө һәм дүртенсе төркөм ҡаны булған кешеләргә. Базаны даими тулыландырыу мотлаҡ.
Тәүгә килеүсе донорҙар сәләмәт булырға тейеш, уларҙың ҡаны лабораторияла ентекле тикшерелә. Процедура алдынан ашарға кәрәк. Ир-егеттәр йылына 4, ҡатын-ҡыҙҙар 5 тапҡыр донор була ала. Республика ҡан тапшырыу станцияһы республиканы етәрлек кимәлдә ҡан менә тәьмин итә, донорҙар йылына 40 тонна ҡан тапшыра.

Әбйәлил районында хәрби көрәш буйынса асыҡ турнир уҙҙы
Ярыштар биш йәш категорияһында ике дисциплинала үтте, унда Әбйәлил районының һәм Силәбе өлкәһенең 12 спорт клубынан 197 спортсы ҡатнашты.

“Атайсал – Ватан көсө” республика форумын үткәреү ваҡыты иғлан ителде
Сара 27-28 апрелдә Өфөлә ойошторола. Был турала Республика Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе. Форумға тыуған яғы үҫешенә ҙур көс һалған яҡташтар саҡырыла. Быға тиклем район һәм ҡалаларҙа осрашыуҙар уҙҙы. “Атайсал” социаль проекты 2021 йылда тормошҡа ашырыла башланы. Ошо ваҡыт эсендә 22 меңдән ашыу объект тәртипкә килтерелгән.

Нуғай ауылының үҙ поликлиникаһы барлыҡҡа килде
Быға тиклем ауыл халҡы табиптарға эләгеү өсөн Өфөгә йөрөргә мәжбүр ине. Булған фельдшер-акушерлыҡ пункты йүнәлтмәләр биреү, эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙҙары асыу менән генә шөғөлләнә ине. Хәҙер Нуғай халҡы урында уҡ ҡатмарлы медицина ярҙамы ла аласаҡ. Һаулыҡ һаҡлау учреждениеһын асыуҙа Радий Хәбиров та ҡатнашты.

«Алға» махсус иҡтисади зонаһын киңәйтеү планлаштырыла
«Алға» махсус иҡтисади зонаһын киңәйтеү, аграр тармаҡта аҙыҡ-түлек сәнәғәте продукцияһын арттырыу. Ошо һәм башҡа һорауҙар Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашлығында үткән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә ҡаралды. Ауыл хужалығы продукцияһын арттырыу өсөн 24 миллиард һумға иҫәпләнгән инвестициялар тиҫтәләгән предприятие ҡеүәтен арттырып, килем алырға булышлыҡ итәсәк. Башҡортостан биатлонсыларын тәбрикләү, Ватанды һаҡлаусылар көнөнә әҙерлек һәм башҡа һорауҙар тураһында тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.

«Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе» - Әбйәлил районында
Бөгөн асыҡ академия дәрестәрендә төрлө йәштәге һәм төрлө шөғөлдәре булған гүзәл зат вәкилдәре ҡатнашты. Көн дауамында улар өсөн бай йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы программа әҙерләнгәйне. Башҡортостан башлығы грантары фонды ярҙамында тормошҡа ашырылған проект йәнә йөҙҙәрсә гүзәл заттарҙы берләштерҙе.

Өфөлә йәшәүсе Асия Кәримова 100 йәшлек юбилейын ҡаршылай
Тырыш хеҙмәте өсөн «СССР-ҙың совет сауҙаһы отличнигы» билдәһе, «Хеҙмәт ветераны» исеменә лайыҡ булған Асия Мәүлиевна бөгөн ҡотлауҙар ҡабул итә. Юбиляр менән БЮТ ижади төркөмө лә осрашты.
Тырыш хеҙмәте өсөн «СССР-ҙың совет сауҙаһы отличнигы» билдәһе, «Хеҙмәт ветераны» исеменә лайыҡ булған Асия Мәүлиевна бөгөн ҡотлауҙар ҡабул итә. Юбиляр менән БЮТ ижади төркөмө лә осрашты.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң «Нур» татар дәүләт театрында «Тағы ла мөхәббәт тураһында...» проекты тормошҡа ашырыла
«Тағы ла мөхәббәт тураһында...» Өфөнөң «Нур» татар дәүләт театрында мәктәп уҡыусылары өсөн күләмле ижади проект тормошҡа ашырыла. Йәш артистар һәм балалар театр студияһы тәрбиәләнеүселәре сәхнәлә популяр йырҙар башҡара, гитарала уйнай һәм билдәле шағирҙарҙың әҫәрҙәрен уҡый.
«Тағы ла мөхәббәт тураһында...» Өфөнөң «Нур» татар дәүләт театрында мәктәп уҡыусылары өсөн күләмле ижади проект тормошҡа ашырыла. Йәш артистар һәм балалар театр студияһы тәрбиәләнеүселәре сәхнәлә популяр йырҙар башҡара, гитарала уйнай һәм билдәле шағирҙарҙың әҫәрҙәрен уҡый.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Күгәрсен районың Мораҡ ауылында спартакиада үтте
Күгәрсен районың Мораҡ ауылы балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе базаһында муниципаль райондар һәм Урал аръяғы ҡала хакимиәттәре хеҙмәткәрҙәренең традицион спартакиадаһы үтте. Ярыштар 32-се тапҡыр ойошторолдо. Көслөләр, етеҙҙәр байрамы хаҡында киләһе яҙмала.