Һаҡмар һыуһаҡлағысы капиталь төҙөкләндерелә
Бының өсөн 234 миллион һум бүленә. Эштәр федераль һәм республика ҡаҙналарынан финанслана. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ремонт тиҙҙән башланырға тейеш, эште 2026 йыл аҙағына тамамлау маҡсаты ҡуйыла. Һаҡмар һыуһаҡлағысы Баймаҡ районында урынлашҡан. Ул ҡоролоҡ ваҡытында эргә-тирәләге райондарҙы һыу менән тәьмин итеү өсөн төҙөлгән. Быйыл шулай уҡ Йомағужа һыуһаҡлағысында ремонт башлау планлаштырыла.

👍1🤪1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Өлфәт Мостафин исемендәге физкультура-һауыҡтырыу комплексы асылды
Күләмле спорт объекты боҙ аренаһы, көрәш, тренажер залдары, шулай уҡ ике бассейн бүлектәренән тора. Баш ҡаланың 450 йыллыҡ юбилейына арналған комплекс «Газпром - балаларға» программаһы буйынса төҙөлдө. Объектты асыу тантаһында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, Рәсәйҙең спорт көрәше федерацияһы президенты Михаил Мамиашвили һәм башҡа ҡунаҡтар ҡатнашты.

👍2🤪1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә студенттар отрядтары хәрәкәтен 65 йыллығы менән ҡотланы
«Үҙемдең беренсе ҙур хеҙмәт хаҡын студент отрядында эшләп алдым. Уның нимәгә тотонғанымды иҫләмәйем. Әммә бергә эшләгән студенттарҙы һәм шул йәшлек, хәстәрһеҙлек, үҙ-ара ярҙам итеү мөхитен бик яҡшы хәтерләйем. Бөгөн Башҡортостанда 112 студент отряды, улар юғары уҡыу йорттарыбыҙҙың һәм колледждарыбыҙҙың 5 меңдән ашыу студентын берләштерә. Йәштәрҙең барыһын да һәм студент отрядтары мәктәбен үткәндәрҙе ошо күңелле хәрәкәттең 65 йыллығы менән ҡотлайым! Барыһына ла уңыштар!», тип яҙған республика етәксеһе.

👍2🤪2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бөгөн илдә Президент һайлауҙары алдынан халыҡҡа мәғлүмәт биреү башланды
Участка һайлау комиссиялары ағзалары һайлаусыларҙың адрестары буйынса йөрөй һәм мөһим кампанияла ҡатнашырға саҡыра. Обходсылар мобиль ҡушымта ҡуллана, тауыш биреү ысулдары тураһында һөйләй. Һайлау участкаһына бара алмаусыларҙың өйҙә тауыш биреү теләген теркәй. Өфө районы Михайловка ауылында ике мең тирәһе һайлаусы иҫәпләнә. Уларҙың өйҙәренә участка комиссияһы рәйесе килеп мәғлүмәт бирҙе.

БСТ каналының тауыш режиссеры Ләйлә Владимирова милли көйҙәрҙе аранжировкалап бейеү өсөн яраҡлаштыра
Башҡорт музыкаһына һөйөү менән. БСТ каналының тауыш режиссеры Ләйлә Владимирова милли көйҙәрҙе аранжировкалап бейеү өсөн яраҡлаштыра. Әле музыкант яңы альбом өҫтөндә эшләй.

👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бүздәк районы Түреш ауылы мәсете имам-хатибы Лотфулла Гәрәев 95 йәшен билдәләне
Тыуған ерҙән алған көстө - халыҡҡа. Бүздәк районы Түреш ауылы мәсете имам-хатибы Лотфулла Гәрәевтың бар булмышы яҡташтарына, тыуған төйәгенең рухи ҡөҙрәтен күтәреү бәйле. Рухи остаз 95 йәшен билдәләне. Замандашыбыҙҙың ғүмер байрамына арналған сара тотош төбәк халҡын бергә йыйҙы.
Тыуған ерҙән алған көстө - халыҡҡа. Бүздәк районы Түреш ауылы мәсете имам-хатибы Лотфулла Гәрәевтың бар булмышы яҡташтарына, тыуған төйәгенең рухи ҡөҙрәтен күтәреү бәйле. Рухи остаз 95 йәшен билдәләне. Замандашыбыҙҙың ғүмер байрамына арналған сара тотош төбәк халҡын бергә йыйҙы.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Сәүиә Сираеваның «Алҡыштарым - тамашасыма» тип аталған юбилей кисәһе уҙҙы
75 йыл сәхнәгә тоғролоҡ. Cәүиә Сираева «Халыҡтар дуҫлығы» ордены менән бүләкләнде. Өфөнөң «Нур» дәүләт татар театрында Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Сәүиә Сираеваның «Алҡыштарым - тамашасыма» тип аталған юбилей кисәһе уҙҙы. Легендар актрисаны 90 йәшлек юбилейы менән ҡотларға Башҡортостан һәм күрше төбәктәрҙән дә сәнғәт әһелдәре килде.

Өфөнән программист Илгиз Фазлыев инвалидтар өсөн электромобиль уйлап тапҡан
Заманса ҡоролма өлгөһө “Яңы дәүер өсөн көслө фекерҙәр” төбәк форумында тәҡдим ителде. Электромобиль мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн инновацион уңайлы арбаны хәтерләтә. Уның менән джойстик-манипулятор ярҙамында идара итергә мөмкин. 2024 йыл Башҡортостанда Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек йылы тип иғлан ителде. “Яңы дәүер өсөн көслө фекерҙәр” төбәк форумына 4 меңгә яҡын проект ҡабул ителгән. Иң яҡшы идеялар киләһе аҙнала Мәскәүҙә федераль форумда күрһәтелә.

👍1
Яугирҙәргә – кейеҙ билбау
Йырсы, йырҙар авторы Зилә Лира изге эшкә тотонған. Ул «Атайсал» мәҙәниәт үҙәгендә ҡатын-ҡыҙҙар менән бергә СВО-ла ҡатнашҡан һалдаттар өсөн кейеҙ билбауҙар баҫа башлаған.
Кейеҙ билбауҙар бик йылы. Кейеп йөрөргә лә, йоҡлағанда уранып ятырға ла мөмкин. Һалдаттар бушлай «Атайсал» үҙәгенән барып алырға мөмкин. Адресы: Өфө, Кустарная урамы, 17(«Атайсал»)
Бында һарыҡ йөнө тапшырырға ла була, бик ҡыуанып ҡабул итерҙәр.

👍7❤1🔥1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Рус ҡыҙы Пурахина Полина башҡорт халыҡ йырын башҡара
Полина Туймазы ҡалаһынан. Музыка мәктәбен тамамлаған. М.Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультетында ғәрәп теле уҡытыусыһына уҡый. Ғәрәпсә йырлай ҙа башлаған.
Афарин!

👍9👏3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө районында «Һырғалаҡ - 2024» ҡышҡы спорт фестивале үтте
«Һырғалаҡ - 2024», ғәҙәттәгесә, меңләгән спорт һөйөүсене бер майҙанға йыйҙы. Локотки ауылы янындағы яланда ҡышҡы ял байрамы үткәреү матур йолаға әүерелгән. Быйыл да сараға Өфө ҡалаһы һәм районынан ғына түгел, республиканың башҡа төбәктәренән дә халыҡ килде. Саңғы ярышы, ҡышҡы футбол һәм волейбол - ҡатнашыусылар тағы ла ниндәй спорт төрҙәрендә көс һынашты? Тулыраҡ киләһе яҙмала.

❤2
«Иң батыры минең атайым» фотоконкурсы иғлан ителә!
Яҡынлашып килгән Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан яңы фотоконкурс башланды.
Атайҙар хаҡында ҡыҙыҡлы, фәһемле тарихтар һәм фотоһүрәттәр 23 февралгә тиклем «Башҡорттар» тапшырыуы төркөмөндә ҡабул ителә. Уларҙы БАШКОРТТАР-БСТ төркөмөнә хат-хәбәр итеп ебәреү кәрәк буласаҡ. Фотоһүрәттәр 5 мартҡа тиклем Башҡортостан юлдаш телевидениеһы төркөмдәренә яҙылыусылар ярҙамында баһаланасаҡ.
Еңеүсегә Таһир Һибәтовтың «Тамъян» күн әйберҙәр оҫтаханаһынан юғары сифатлы билдек һәм Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырыласаҡ.

Башҡортостан мәктәп һәм балалар баҡсалары төҙөлөшө күләме буйынса тәүге төбәктәр исемлегендә
Был турала Мәскәүҙә үткән «Рәсәй» халыҡ-ара күргәҙмә-форумында мәғариф көнөндә белдерҙеләр. Ил хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Татьяна Голикова республика башлығына рәхмәт хаты тапшырҙы, ә мәғрифәтселек министры Сергей Кравцов Башҡортостанды белем биреү инфраструктураһы үҫеше буйынса флагман төбәк, тип билдәләне. Төҙөкләндерелгән мәғариф учреждениелары буйынса республика беренсе урынға сыҡты.

Өфө тарихында икенсе тапҡыр һыу спорты төрҙәре фестивале уҙҙы
Өс спорт төрөндә: йөҙөү, синхронлы йөҙөү, һыуҙағы полола иң көслөләр асыҡланды. 12 төбәк вәкилдәре ҡатнашҡан фестиваль хаҡында киләһе яҙмала.
Өс спорт төрөндә: йөҙөү, синхронлы йөҙөү, һыуҙағы полола иң көслөләр асыҡланды. 12 төбәк вәкилдәре ҡатнашҡан фестиваль хаҡында киләһе яҙмала.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан «Яңы дәүер өсөн көслө башланғыстар» форумына ғаризалар буйынса алдынғы төбәктәр исемлегендә
Сараның маҡсаты - илдең үҙаллылығын нығытыу һәм милли маҡсаттарға ирешеүгә йүнәлтелгән башланғыстарҙы асыҡлау. Республика индерелгән тәҡдимдәр күләме буйынса икенсе йыл рәттән алдынғылар рәтендә. 2024 йылға Башҡортостандан 2135 ғариза ҡабул ителгән. Радий Хәбиров форумдың «Губернаторҙар клубы» ултырышында ҡатнашып, республиканың был йүнәлештәге уңыш серен һөйләне.

Башҡортостанда шәкәр етештереү күләме яҡынса 5 процентҡа артҡан
Быйыл әлегә 213 мең тонна татлы продукция сығарылған, ошо уҡ арауыҡтағы былтырғы күрһәткестәр менән сағыштырғанда, был 10 мең тоннаға күберәк. Был шәкәр сөгөлдөрө уңышы артыуына бәйле. Татлы продукция күләме тағы нимәгә бәйле? Тулыраҡ видеояҙмала.
Быйыл әлегә 213 мең тонна татлы продукция сығарылған, ошо уҡ арауыҡтағы былтырғы күрһәткестәр менән сағыштырғанда, был 10 мең тоннаға күберәк. Был шәкәр сөгөлдөрө уңышы артыуына бәйле. Татлы продукция күләме тағы нимәгә бәйле? Тулыраҡ видеояҙмала.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө программисы һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн электромобиль тәҡдим итә
Өфө программисы Илгиз Фазлыев һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн электромобиль тәҡдим итә. Уның презентацияһы «Яңы дәүер өсөн көслө идеялар» төбәк форумында үтте. Сара әһәмиәтле башланғыстарҙы асыҡлау һәм тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итеү маҡсатында ойошторолған.
Өфө программисы Илгиз Фазлыев һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн электромобиль тәҡдим итә. Уның презентацияһы «Яңы дәүер өсөн көслө идеялар» төбәк форумында үтте. Сара әһәмиәтле башланғыстарҙы асыҡлау һәм тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итеү маҡсатында ойошторолған.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә колледждар студенттары беренсе асыҡ интеллектуаль уйында көс һынашты
«Осҡон» тип аталған ярыш Халыҡ-ара тыуған телдәр көнө, шулай уҡ Башҡорт теле көнө сиктәрендә ойошторолдо. Үҙенсәлекле бәйгене Өфө сауҙа-иҡтисад колледжы Башҡорт телен үҫтереү һәм һаҡлау фонды менән берлектә ойошторған. Уйын барышын БЮТ ижади төркөмө лә күҙәтте.