БСТ | Яңылыҡтар
2.41K subscribers
5.16K photos
7.98K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә инвалидтар өсөн көндөҙгө файҙалы мәшғүллек үҙәгенең яңы бүлексәһе ойоштороласаҡ

Өфөнөң Азатлыҡ урамында инвалидтар өсөн көндөҙгө файҙалы мәшғүллек үҙәгенең яңы бүлексәһе ойоштороласаҡ. Әле ҡала хакимиәте тарафынан ҡуртымға тапшырылған объектты реконструкциялауға әҙерлек эштәре бара. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, күләмле проект 2021 йылда тормошҡа ашырыла башлағайны. Уның сиктәрендә менталь һәм физик мөмкинлектәре сикләнгән йәштәргә хеҙмәт оҫтаханалары булдырыла. Мәктәпте тамамлағандан һуң профориентация саралары үтеп, эш башлаған егет-ҡыҙҙар менән БЮТ ижади төркөмө осрашты.
👍1
Рәсүл Ҡарабулатов яугирҙәр алдында сығыш яһаны

Башҡорт батальоны яугирҙәре өсөн 10 көн эсендә 7 концерт ҡуйыла.

“Егеттәр йылы ҡабул итте. Махсус хәрби операция биләмәһендә алдында сығыш яһау башҡаса. Егеттәрҙең тыуған илде һағыныуы, яҡындары, балалары, һөйгәндәре тураһында һөйләүенән күҙгә йәш тулды. Әбйәлил, Ейәнсура, Бөрйән, Күгәрсен, Туймазы, Ишембай, Белорет, Хәйбулла, Бәләбәй, Благовар райондарынан яҡташтарҙы осраттым. Егеттәрҙең берҙәмле һәм дуҫлығына һоҡландым. Улар тормош ҡәҙерен белгән, үлем менән күҙмә-күҙ осрашҡан кешеләр. Ысын геройҙар киләсәк быуын өсөн батырлыҡ һәм илһөйәрлек өлгөһө булып тора”, - ти халыҡ артисы.
👍7👎1💩1
Башҡортостанда спиртлы эсемлектәрҙе ҡойоп һатыу кибеттәрен ябырға рөхсәт ителде

Президент Владимир Путин тейешле законға ҡул ҡуйҙы. Уға ярашлы, төбәктәр ресторан, бар, кафе һәм буфеттарҙа хәмер һатыуға талаптар ҡуя ала. Бынан тыш, күп фатирлы йорттар йәки улар эргәһендә урынлашҡан йәмәғәт туҡланыу урындарында иҫерткес эсемлек һатыу ваҡытын сикләргә рөхсәт ителә. Закон 1 апрелдән көсөнә инә. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа ла спиртлы эсемлектәрҙе ҡойоп һатыу кибеттәрен тыйыуға бәйле закон проекты ҡаралғайны.
👍4
Башҡортостанда Дмитриевка-Кушнаренко юлы ремонтлана

Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан белдереүҙәренсә, бындағы трасса Шишмә һәм Кушнаренко райондары халҡы өсөн мөһим. Эштәр "Хәүефһеҙ сифатлы юлдар" милли проекты буйынса башҡарыла. Бишкәзә Иҫке Ғүмәр, шулай уҡ Иҫке һәм Яңы Туҡмаҡлы араһы тәртипкә килтерелә. Ремонт яҙын башлана, йыл аҙағына тамамлау планлаштырыла.
👍51
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Өфө» индустриаль паркы биләмәһендә яңы предприятие эш башланы

«Россильбер» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт нефть-газ һәм металлургия тармаҡтары, машиналар эшләү, сәнәғәт, юл төҙөлөшө өлкәһе өсөн төрлө продукция етештерә. Завод тулы ҡеүәтенә йәйгә эшләй башлаясаҡ, уның ике етештереү линияһының технологик асышы менән республика башлығы Радий Хәбиров, Рәсәйҙең сәнәғәт һәм сауҙа министры урынбаҫары Алексей Беспрозванных танышты.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Тиҙҙән Өфөлә Радиоэлектрон технопарктың инфраструктура объекттары төҙөлөшө башлана

Проект республика өсөн «өҫтөнлөклө» тип иҫәпләнә, «Баҫтырыу һәм микроэлектроника технологиялары федераль үҙәге» проектын тормошҡа ашырыуҙың тәүге этабы булып тора. Сәнәғәт корпустары күтәреүгә өс гектарҙан ашыу ер участкаһы бүленгән. Биләмәлә импортты алмаштырыу буйынса һөҙөмтәле эш алып барыласаҡ.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Ярҙам поезы» һуңғы туҡталыш - Өфө ҡалаһына килеп туҡтаны

Быға тиклем республиканың 15 районында ойошторолған акция махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға, уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Акцияла ҡатнашыусылар бер майҙанға йыйылған төрлө ведомство белгестәренә борсоған һорауҙар менән мөрәжәғәт итә алды.
👍4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә студенттар өсөн «ТрудКрут» карьера форумы үтте

Ул иртәгә билдәләнәсәк Рәсәй студенттар отряды көнө уңайынан ойошторолдо. «Торатау» конгресс-холы майҙанына баш ҡала вуздары һәм урта белем биреү учреждениелары студенттары йыйылды.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә иң яҡшы уҡытыусылар билдәләнде

«Баш ҡала йыл уҡытыусыһы» һәм «Баш ҡаланың башҡорт теле буйынса йыл уҡытыусыһы» конкурсы финалы Ҡала мәҙәниәт һарайында үтте. Бәйгелә маҡтаулы исемгә 60 белгес көрәшкән, уларҙың яртыһы - йәш белгестәр.
2👍2
Башҡортостанда быйыл сабыйҙарға һирәк ҡушылған исемдәр аталды

Ҡыҙҙарҙы Айла, Лидия, Илона, Инйегөл, Манэ тип яҙҙырыусылар булған. Малайҙарға Мөхәмәт-Әмин, Магаррам, Айрат, Иброхим, Риваль тигән һирәк исем ҡушҡандар. Быйыл Әминә, София, Йәсминә, Евалар, Әмир, Тимур, Марк, Матвейҙар күп тыуған тип хәбәр итәләр ЗАГСтың мәғлүмәт порталынан.
👍71
Президент һайлау көндәрендә ҡайһы бер мәктәптәрҙә дәрестәр туҡтатыла

Быйыл һайлау 15, 16 һәм 17 мартта уҙғарыла. Күп һайлау участкалары белем усаҡтарында урынлашҡан. Ошоға бәйле йома балаларҙың уҡырға бармауы ихтимал. Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Марат Ғәҙелов шулай тип белдерҙе. Хәүефһеҙлекте тәьмин итеү маҡсатында 14 мартта мәктәп биналарында тикшереү була. Һайлау участкаларына ингән урында металл эҙләгестәр ҡуйыла.
👍4
Башҡортостанда “ИнформУИК” проекты старт ала

Бөгөндән 7 мартҡа тиклем участка һайлау комиссиялары ағзалары барлыҡ ҡала һәм райондарын урап сыға. Был халыҡҡа Рәсәй Президентын һайлау тураһында хәбәр итеү өсөн кәрәк. Комиссия ағзалары анкеталағы һорауҙарҙы бирә һәм мәғлүмәттәрҙе мобиль ҡушымтаға индерә. Бының өсөн бер нисә минут ваҡыт талап ителә. Рәсәй Президентын һайлау 15 марттан 17-һенә тиклем дауам итә.
👍1🤪1
Һаҡмар һыуһаҡлағысы капиталь төҙөкләндерелә

Бының өсөн 234 миллион һум бүленә. Эштәр федераль һәм республика ҡаҙналарынан финанслана. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ремонт тиҙҙән башланырға тейеш, эште 2026 йыл аҙағына тамамлау маҡсаты ҡуйыла. Һаҡмар һыуһаҡлағысы Баймаҡ районында урынлашҡан. Ул ҡоролоҡ ваҡытында эргә-тирәләге райондарҙы һыу менән тәьмин итеү өсөн төҙөлгән. Быйыл шулай уҡ Йомағужа һыуһаҡлағысында ремонт башлау планлаштырыла.
👍1🤪1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Өлфәт Мостафин исемендәге физкультура-һауыҡтырыу комплексы асылды

Күләмле спорт объекты боҙ аренаһы, көрәш, тренажер залдары, шулай уҡ ике бассейн бүлектәренән тора. Баш ҡаланың 450 йыллыҡ юбилейына арналған комплекс «Газпром - балаларға» программаһы буйынса төҙөлдө. Объектты асыу тантаһында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, Рәсәйҙең спорт көрәше федерацияһы президенты Михаил Мамиашвили һәм башҡа ҡунаҡтар ҡатнашты.
👍2🤪1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә студенттар отрядтары хәрәкәтен 65 йыллығы менән ҡотланы

«Үҙемдең беренсе ҙур хеҙмәт хаҡын студент отрядында эшләп алдым. Уның нимәгә тотонғанымды иҫләмәйем. Әммә бергә эшләгән студенттарҙы һәм шул йәшлек, хәстәрһеҙлек, үҙ-ара ярҙам итеү мөхитен бик яҡшы хәтерләйем. Бөгөн Башҡортостанда 112 студент отряды, улар юғары уҡыу йорттарыбыҙҙың һәм колледждарыбыҙҙың 5 меңдән ашыу студентын берләштерә. Йәштәрҙең барыһын да һәм студент отрядтары мәктәбен үткәндәрҙе ошо күңелле хәрәкәттең 65 йыллығы менән ҡотлайым! Барыһына ла уңыштар!», тип яҙған республика етәксеһе.
👍2🤪2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бөгөн илдә Президент һайлауҙары алдынан халыҡҡа мәғлүмәт биреү башланды

Участка һайлау комиссиялары ағзалары һайлаусыларҙың адрестары буйынса йөрөй һәм мөһим кампанияла ҡатнашырға саҡыра. Обходсылар мобиль ҡушымта ҡуллана, тауыш биреү ысулдары тураһында һөйләй. Һайлау участкаһына бара алмаусыларҙың өйҙә тауыш биреү теләген теркәй. Өфө районы Михайловка ауылында ике мең тирәһе һайлаусы иҫәпләнә. Уларҙың өйҙәренә участка комиссияһы рәйесе килеп мәғлүмәт бирҙе.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
БСТ каналының тауыш режиссеры Ләйлә Владимирова милли көйҙәрҙе аранжировкалап бейеү өсөн яраҡлаштыра

Башҡорт музыкаһына һөйөү менән. БСТ каналының тауыш режиссеры Ләйлә Владимирова милли көйҙәрҙе аранжировкалап бейеү өсөн яраҡлаштыра. Әле музыкант яңы альбом өҫтөндә эшләй.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бүздәк районы Түреш ауылы мәсете имам-хатибы Лотфулла Гәрәев 95 йәшен билдәләне

Тыуған ерҙән алған көстө - халыҡҡа. Бүздәк районы Түреш ауылы мәсете имам-хатибы Лотфулла Гәрәевтың бар булмышы яҡташтарына, тыуған төйәгенең рухи ҡөҙрәтен күтәреү бәйле. Рухи остаз 95 йәшен билдәләне. Замандашыбыҙҙың ғүмер байрамына арналған сара тотош төбәк халҡын бергә йыйҙы.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Сәүиә Сираеваның «Алҡыштарым - тамашасыма» тип аталған юбилей кисәһе уҙҙы

75 йыл сәхнәгә тоғролоҡ. Cәүиә Сираева «Халыҡтар дуҫлығы» ордены менән бүләкләнде. Өфөнөң «Нур» дәүләт татар театрында Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Сәүиә Сираеваның «Алҡыштарым - тамашасыма» тип аталған юбилей кисәһе уҙҙы. Легендар актрисаны 90 йәшлек юбилейы менән ҡотларға Башҡортостан һәм күрше төбәктәрҙән дә сәнғәт әһелдәре килде.
Ағиҙел күперендәге арка һүтелә

Эштәр мартта башлана һәм өс айға һуҙыла. Ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, яңы арка урынлаштырыла. Ҡоролма заманса материалдарҙан йыйыла. Ағиҙел күперендә капиталь ремонт дауам итә. Эштәрҙе тулыһынса киләһе йылда тамамлау көтөлә.