БСТ | Яңылыҡтар
2.41K subscribers
5.16K photos
7.98K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Ағиҙел күперендә аркалар һүтелә башлай

Бының өсөн төҙөүселәр өҫтәмә терәүҙәр ҡорған. Бынан тыш ҡеүәтле крандар ултыртыу өсөн майҙансыҡтар ҙа эшләнә. Улар хатта, һыуҙа ла урынлашасаҡ. Техника арканы һүткәндә ҡолап китмәһен өсөн күтәреп тора.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республика ҡан тапшырыу станцияһында бөгөн «Изгелек ҡыл» акцияһы үтте

Ҡан һәм уның компоненттарын тапшырырға донорҙар яңғыҙы ғына түгел, парҙары менән килде. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда «Ҡарағайҙар « экологик турбазаһы асылды

Ул Стәрлетамаҡ районында урынлашҡан. Мегаполистан алыҫ түгел урында ғаилә менән ял итеү, туризмды үҫтереү мөмкинлектәре хаҡында ентекләберәк видеояҙмала.
👍71
Совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға бөгөн 35 йыл

Хәрби кампанияла республиканан 10 меңдән ашыу кеше ҡатнаша. Уларҙың 343-ө һәләк була, алтыһы хәбәрһеҙ юғала. Иҫтәлекле датаға арнап республикала төрлө саралар үтә. Афған һуғышы ветерандары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре Өфөлә "Хәсрәтле әсә" мемориалына сәскә һала. Баш ҡаланың белем усаҡтарында, йәштәр һәм үҫмерҙәр клубтарында батырлыҡ темаһына дәрестәр уҙа, локаль һуғыш ветерандары менән осрашыуҙар, тематик күргәҙмәләр ойошторола, фильмдар күрһәтелә.
👍4
Өфөлә бер ҡатын сихырҙан ҡотолоу өсөн 850 мең һум аҡса түләгән

47 йәшлек ҡатын мутлашыусынан алданған. Ул социаль селтәрҙә күрәҙәсене менән танышҡан. Мутлашыусы ҡатынды сихырланыуы тураһында ышандырған, аҡсаһын "таҙартып" сирҙе бөтөрөргә вәғәҙәләгән. Ҡатын аҡсаһын әйтелгән иҫәпкә күсергән, ярты йыл буйы "таҙартылғанын" көткән. Ошонан һуң ғына алданыуын аңлаған.
👍2🐳2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
😱Ейәнсура районында йортоноң ҡыйығын таҙартып торған уҙамандың өҫтөнә ҡар өйөмө төшкән. Һаҡ булығыҙ!
👍5👀2
Өфөлә ташҡынға әҙерлек башланды

Граждандарҙы һаҡлау идаралығы һәм янғын һағы хеҙмәткәрҙәре һыу баҫыу хәүефе булған биләмәләрҙә йәшәүселәр менән осраша. Ҙур һыу мәлендә хәүефһеҙлек тураһында консультация бирелә. Республика кимәлендә лә ташҡынға әҙерлек бара. Һыу баҫыу хәүефе булған урындар һауанан күҙәтелә, шулай уҡ ҡайһы бер биләмәләрҙә боҙҙо шартлатыу эштәре алып барыласаҡ.
👍2
Армия тураһында фейк таратыусының мөлкәте тартып алына

Президент армия тураһында ялған мәғлүмәт өсөн мөлкәтте тартып алыу хаҡында законға ҡул ҡуйҙы. Һүҙ илдең именлегенә ҡаршы енәйәт эшмәкәрлеген финанслау өсөн файҙаланылған йәки тәғәйенләнгән аҡса тураһында бара. Бынан тыш, хәҙер суд ҡарары менән бындай эштәр өсөн почетлы исемдәрҙән мәхрүм итеүҙәре ихтимал. Рәсәйгә ҡарата санкциялар индерергә саҡырыу, нацизмды реабилитациялау һәм Рәсәй ҡатнашмаған ойошмалар, йәки сит ил дәүләт органдары ҡарарҙарының үтәлешенә булышлыҡ итеү ҙә ҡанун боҙоу тип ҡабул ителә.
😱4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бөгөн Афғанстандан совет ғәскәрҙәрен сығарыуға 35 йыл

Иҫтәлекле дата айҡанлы бөгөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, министрлыҡтар, ведомстволар етәкселәре, хәрби ветерандар, яугир-интернационалистар «Хәсрәтле әсә» һәйкәленә сәскә һалды. Һәләк булғандарҙы иҫкә алды.
👍6
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙ ялдан һуң фронтҡа юлланды

Отпускыға бергә ҡайтҡан кеүек, махсус хәрби операция биләмәһенә лә яугирҙар ойошҡан рәүештә «Өфө -Арена» спорт һарайы алдынан ҡуҙғалды. Ир-егеттәрҙе хеҙмәт урынына «Башавтотранс» автобустары алып барасаҡ. Транспорт саралары маршруты республика башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса ойошторола. Көс туплап, туғандары менән ваҡыт үткәргән яҡташтарыбыҙ Ватанды һаҡларға әҙер. Оҙатыусылар араһында әле алғы һыҙыҡтағы яугирҙарҙың туғандары ла булды. Улар егеттәрҙән махсус хәрби биләмәгә күстәнәс, хаттар тапшырыуҙарын һораны.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы мәктәп директоры уҡыусыларына «Ҡаһарманлыҡ дәресе» ойошторҙо

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы мәктәп директоры уҡыусылары менән осрашып, «Ҡаһарманлыҡ дәресе» ойошторҙо. Стәрлетамаҡ районы Оло Ҡуғанаҡ мәктәбе директоры Рушан Сәғитов ике аҙнаға иҫәпләнгән ялға ҡайтып балалар менән аралашты. Рушан Вәкил улы 2022 йылдың көҙөндә үҙ теләге менән махсус хәрби операция биләмәһенә юлланған.
👍13👎2
👩‍⚕️ 1 марттан табиптарҙың эш хаҡы артасаҡ!

Был хаҡта Владимир Путин белдерҙе. Президенттың һүҙҙәренсә, 50 меңдән алып 100 мең кешегә тиклем йәшәгән ҡалаларҙа табиптар эш хаҡынан тыш, өҫтәмә 29 мең һум, урта персонал 20 мең аҡса аласаҡ. 50 меңдән аҙыраҡ кеше йәшәгән ҡалаларҙа — 50 мең һум һәм 30 мең һум аҡса түләнәсәк. 👍

«БСТ | Яңылыҡ»тар телеграм-каналына яҙылығыҙ.
👍10
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Афғанстандан совет ғәскәрҙәрен сығарыуҙың 35 йыллығына арналған тантаналы йыйылыш үтте

Афған ветерандары бөгөн дә сафта һәм илһөйәрлек өлгөһө булып тора. Был турала Башҡортостан башлығы бөгөн Афғанстандан совет ғәскәрҙәрен сығарыуҙың 35 йыллығына арналған тантаналы йыйылышта белдерҙе. Радий Хәбиров яугир-интернационалистарға ил алдындағы бурысын лайыҡлы үтәгән өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе, Шайморатов ордендарын һәм миҙалдарын тапшырҙы. Сарала ҡатнашыусылар бер минут тынлыҡ менән хәрби бәрелештәрҙә һәләк булғандарҙы иҫкә алды.
👍10
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Рәсәй фәндәр академияһының 300 йыллығын билдәләнеләр

Өс йөҙ йыл элек нигеҙ һалынған фәнни үҙаллылыҡ бөгөн дә көнүҙәклеген юғалтмай. Ватаныбыҙ бөгөн дә фән һәм технологиялар суверенитеты, импортҡа алмаш табыу йүнәлешендә көрәшә. Һәм был көрәштә ғилми йәмғиәттең хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Бөгөн фән өлкәһе хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамдарын билдәләй. Быйыл илдә фәндәр академияһы барлыҡҡа килеүгә лә өс йөҙ йыл. Ғалимдарҙы республика башлығы Радий Хәбиров тәбрикләне.
🔥5👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Стәрлебаш районында «Атайсал - Ватан көсө» зональ форумы үтте

«Атайсал»ға яңы һулыш биреп. Республикала тыуған төйәктәге проблемаларҙы хәл итеүгә йүнәлтелгән проект уңышлы эшләп килә. Уның тирәләй меңәрләгән кеше берләшеп, яҡташтарының тормошон яҡшыртыусы изге эштәр башҡарыуын дауам итә. Проектҡа яңы һулыш биреү өсөн нимәләр кәрәк? Был турала Стәрлебаш районында үткән «Атайсал - Ватан көсө» зональ форумында һөйләштеләр. Унда һигеҙ муниципалитет вәкилдәре ҡатнашты.
🔥9👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Илин районында мемориал хоккей турниры үтте

Спорт ярышы яугир-интернационалист көнө сиктәрендә, ҡыҙыу нөктәләрҙә, махсус хәрби операция биләмәһендә һәләк буған һалдаттар иҫтәлегенә арналды. Иглин районында ойошторолған спорт сараһы хаҡында тулыраҡ киләһе яҙмала.
🔥163👍1
❗️Бәләбәйҙә 15 йәшлек малай үҙ-үҙенә ҡул һалған

Бәләбәй ҡалаһында әсә улының үле кәүҙәһен сарлаҡта тапҡан. 8-се класс уҡыусыһы бығаса яҡындарына бер ни ҙә һөйләмәгән. Полиция вәкилдәре ваҡиға урынынан кеҫә телефоны табып алған.

Бала тулы ғаиләлә тәрбиәләнгән: әсәһе рәсми рәүештә бер ҡайҙа ла эшләмәгән, атаһы урындағы предприятиела экскаваторсы булып эшләгән. Шулай уҡ ғаиләлә тағы бер ҡыҙ тәрбиәләнгән, ул 4-се класта белем ала. Үҫмер хаҡында барыһы ла яҡшы фекерҙә, ул психиатрҙа иҫәптә тормаған.

Енәйәт эше ҡуҙғатылған.
👍8😢5😱1
Башҡортостанда мал зыяраттары юҡ ителә

Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтайҙа ветеринарияға бәйле законға үҙгәреш әҙерләнә. Уға ярашлы, республикала яңы мал зыяраттары булдырыу тыйыла. Бындай ҡарар кешеләр һәм малдар араһында йоғошло ҡурҡыныс ауырыуҙар таралыуын иҫкәртеү өсөн ҡабул ителә. Ғәмәлдәге мал зыяраттарын 2030 йылға тиклем ҡулланыу рөхсәт ителә, элеккеләрен юҡ итеү бурысы ҡуйыла. Әле республикала 900-гә яҡын мал зыяраты иҫәпләнә. Улар нығытылған биотермик соҡор ҡоролмаларын хәтерләтә.
👍10
Башҡортостанда илдә тәүгеләрҙән булып шәхси ҡарттар йорттары булдырыла

Республика Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, дәүләт-шәхси партнерлыҡ шарттарында биш пансионат асыла. Бының өсөн 43 миллион һум инвестиция йәлеп ителә. Республикала 22 район һәм ҡалала буш торған социаль ойошмалар исемлеге әҙерләнгән. Килешеү буйынса инвесторға ер һәм бина түләүһеҙ тапшырыла. Шәхси ҡарттар йорттарында 130-ҙан ашыу урын барлыҡҡа киләсәк.
👍7🤔2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда төҙөкләндерелгәндән һуң 35 почта бүлексәһе үҙ эшен башланы

Бөгөн уларҙы асыу тантанаһында республика етәксеһе Радий Хәбиров менән «Рәсәй почтаһы» генераль директоры Михаил Волков ҡатнашты. Республика халҡының өстән бер өлөшө ауыл ерендә йәшәй, улар өсөн почта бүлексәләре мөһим социаль һәм күп функциялы үҙәк булып тора тип билдәләне республика етәсеһе.