Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә танылған композитор Шамил Ҡолбарисовтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған Хәтер кисәһе үтте
Яҙ илсеһенә дан. Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында танылған композитор, йырсы, режиссер Шамил Ҡолбарисовтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған Хәтер кисәһе үтте. Башҡортостан артистары хәтирәләре менән уртаҡлашып, мәшһүр ижадсының әҫәрҙәрен тамашасыға еткерҙе.

👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Былтыр республикала 1 миллон 500 меңдән ашыу кеше диспансеризация үткән
Былтыр республикала 1 миллон 500 меңдән ашыу кеше диспансеризация һәм профилактик тикшереү үткән. Уның һөҙөмтәләре буйынса, 300 мең кешелә тәүгә төрлө ауырыуҙар асыҡланған. Төбәктә быйыл да медицина тикшереүе дауам итә, диспансеризацияны йәшәү урыны буйынса поликлиникала бушлай үтергә мөмкин.

Өфө һәм Минск төҙөлөш өлкәһендә хеҙмәттәшлек итә
Башҡортостан һәм Белоруссия араһында төҙөлөш өлкәһендә хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө. Беҙҙең республика бизнес-сәфәр менән Минскиға барҙы. - Башҡортостанда аҙ ҡатлы һәм шәхси торлаҡ төҙөлөшө үҫешә. Был килешеүгә ярашлы, сифатлы төҙөлөш материалдары килтереү, яңы технологиялар ҡулланыу планлаштырыла, - тип белдерҙе Башҡортостан төҙөлөш һәм аритектура министры вазифаһын башҡарыусы Владислав Сидоркин.

Хәрби ветерандар реабилитация кәрәк-ярағы менән тәьмин ителә
Махсус хәрби операция ветерандарына техник реабилитация сараларын алыуға электрон сертификат бирелә. Был эш менән Социаль фонд шөғөлләнә. Хәрбиҙәргә ғариза яҙырға кәрәкмәй. Фонд инвалидлыҡ тураһындағы мәғлүмәттәргә ҡарап үҙ аллы эшләй. Уҙған йылда Социаль фондтың Башҡортостан бүлексәһе ребилитация саралары һәм протездар өсөн 1 миллиард 671 миллион һум йүнәлткән.

Белоруссияның «Белкоммунмаш» холдингы Өфө трамвайҙарын модернизациялау эшен башларға ниәтләй
Башҡортотстан үҙ сиратында Минск предприятиеларына йәмәғәт транспорты өсөн комплект частәр оҙатасаҡ. Бөгөн хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары-сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев «Белкоммунмаш» заводында электр транспорты йыйыу барышы һәм ике яҡ араһында кооперация мөмкинлектәре менән танышты.

👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Был аҙнала Радий Хәбиров рәйеслегендә Башҡортостан делегацияһы Белоруссияға рәсми эш сәфәре менән барҙы
Өс көнгә иҫәпләнгән программа илдең машиналар эшләү өлкәһе, аҙыҡ-түлек тармағы менән хеҙмәттәшлекте нығытыу, бизнес даирәләрен киңәйтеүгә ҡоролған. Ошо маҡсатта ике республика араһында Халыҡ-ара бизнес форум үтте. Унда ике яҡтан меңгә яҡын эшҡыуарлыҡ өлкәһе вәкилдәре ҡатнашты. Белоруссия Башҡортостан өсөн төп эшлекле партнер. Был сәфәрҙән дә республика етәкселеге яңы хеҙмәттәшлек һәм инвестициялар интеграцияһына нигеҙ һалырға иҫәп тота.

Былтыр Башҡортостан ауыл хужалығы предприятиелары 783,2 мең тонна һөт етештергән
Биш алдынғы хужалыҡ исемлегендә Стәрлетамаҡ районынан Калинин исемендәге агросәнәғәт предприятиеһы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте лә бар.

👍2❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Мәсетле районынан Кудрявцевтар ғаиләһенә ярҙам кәрәк
Улар янғында йортон, машинаһын һәм бөтә документтарын юғалтҡан. Бынан тыш, ҡыҙыл әтәс ДЦП менән яфаланған баланың инвалид креслоһын һәм махсус карауатын юҡ иткән. Ентекләберәк киләһе яҙмала.
Улар янғында йортон, машинаһын һәм бөтә документтарын юғалтҡан. Бынан тыш, ҡыҙыл әтәс ДЦП менән яфаланған баланың инвалид креслоһын һәм махсус карауатын юҡ иткән. Ентекләберәк киләһе яҙмала.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ҡырмыҫҡалы районы Үтәгән ауылында «Урал батыр ирмәктәре « фестивале ойошторолдо
«Айыҡ ауыл « конкурсы сиктәрендә үткән сарала урындағы халыҡ , ирекмәндәр, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре , өлкәндәр һәм кескәйҙәр ҡатнашты. Былтыр ауылдаштар конкурстың муниципаль этабында өсөнсө урын яулаған, быйыл улар республика кимәлендә еңеүгә өмөтләнә.
«Айыҡ ауыл « конкурсы сиктәрендә үткән сарала урындағы халыҡ , ирекмәндәр, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре , өлкәндәр һәм кескәйҙәр ҡатнашты. Былтыр ауылдаштар конкурстың муниципаль этабында өсөнсө урын яулаған, быйыл улар республика кимәлендә еңеүгә өмөтләнә.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Нефтекама инклюзив театры Өфө тамашасыһына яңы спектакль тәҡдим итте
Ике телдә барған «Прасковья» тип исемләнгән тамаша республика бәйгеһендә беренсе урынға лайыҡ булған. Инклюзив театры тиҫтәнән ашыу «үҙенсәлекле» артистарҙы берләштерә.

👍5
Башҡортостанда күп балалы әсәләрҙең тағы бер төркөмө бүләкләнә
Радий Хәбиров "Әсәлек даны" миҙалын тапшырыу тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Награда алыусылар исемлегендә 50 әсә бар. "Әсәлек даны" миҙалы биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ҡатын-ҡыҙҙарға тапшырыла. Уларға шулай уҡ бер тапҡыр 50 мең һум бирелә.

Морондоғо ла, бәйе лә булырға тейеш
Башҡортостанда морондоҡһоҙ һәм бәйһеҙ эт менән йөрөүселәргә штраф 4 тапҡырға арта. Республика парламентында ошо турала проект әҙерләгән. Әле штраф суммаһы 500 һумдан 2 мең һумға тиклем ҡаралған. Документ авторҙары фекеренсә, был норма ун йыл элек ҡабул ителгән, күптәр бәләкәй штрафҡа иғтибар итмәй.

👍1
Рингта Учалы егетенә тиңдәр юҡ!
Учалы районының Ҡорама ауылы егете, Мейәс бокс мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Вилдан Минасов халыҡ-ара ярыштарҙа уңышлы сығыш яһауын дауам итә. Элгәре көн ул RCC Boxing Promotions турнирында Ингушетия республикаһынан Иса Чаниевты нокаутҡа ебәрҙе һәм еңеүгә лайыҡ булды.
Вилдан Минасов - Рәсәйҙең спорт мастеры, бокс буйынса Рәсәй һәм Европа чемпионы, 2020 йылда Бөтә донъя боксерҙар советы билбауына лайыҡ булған! Яҡташыбыҙҙы еңеүе менән ҡотлайбыҙ!

👍4❤1👏1
🕯Кушнаренко районынан алты бала атаһы СВО-ла һәләк булған
Кушнаренко районының Яңы Ҡормаш ауылында махсус хәрби операцияла һәләк булған Урал Исламовты һуңғы юлға оҙаттылар. Матәм сараһында Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Виктор Гурьев, район хәрби комиссары Константин Прохоров ҡатнашты. Район хакимиәте башлығы Марат Латипов һүҙҙәренсә, ир-уҙаман үҙ теләге менән ил һағына юлланған. Уның алты балаһы атайһыҙ ҡалған.
«Урал Рауил үҙенең ғаиләһен һәм алты балаһын ҡалдырып, Ватан өсөн һәләк булды. Бындай фиҙакәр аҙымға һәр кеше бара алмай. Илебеҙ халҡы уға мәңге рәхмәтле буласаҡ» - тип белдерҙе үҙенең сығышында Марат Латипов.

Радик Юлъяҡшин ике ҡулһыҙ ҡалған Илназ Дәүләтовҡа бүләк яһаған
Кисә Туймазыла Элвин Грей (Радик Юлъяҡшин) үҙенең концертында 10 йәшендә ток һуҡҡандан һуң ғәрип ҡалған Илназ Дәүләтовҡа китап бүләк иткән. Йырсы кескәй малайҙы йылы һүҙҙәре менән дәртләндергән, Илназ ошо көндәрҙә Өфөлә ҡатмарлы операция үткәрергә тейеш.
«Һин спорт менән шөғөлләнәһең, мәктәптә тик «бишле»гә белем алаһың, һынып ҡалмағанһың – был бик шәп! Тормошта төрлө хәлдәр була, ә һин юғалып ҡалмағанһың. Һәр саҡ шулай батыр булып ҡал, башҡаларға өлгө бул. Атай-әсәйҙәреңә ҙур рәхмәт», - тип баланы ҡанатландырған йырсы.

👍4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Инвалид бала тәрбиәләүсе ата-әсәләр дәүләт реабилитация үҙәктәрендә ял итә аласаҡ
Беренсе марттан һаулыҡ мөмкинлектәре сикле өлкәндәр реабилитация үтеү өсөн 52 мең һум күләмендә сертификаттар алыу мөмкинлегенә эйә. Шулай уҡ инвалид бала тәрбиәләүсе ата-әсәләр дәүләт реабилитация үҙәктәрендә ял итә аласаҡ. Майҙан был халыҡ ҡатламы өсөн социаль такси эшләй башлаясаҡ. Был яңылыҡтар бөгөн республика башлығы Радий Хәбиров етәкселегендә үткән оператив кәңәшмәлә яңғыраны.