БСТ | Яңылыҡтар
2.4K subscribers
5.16K photos
8K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Башҡортостанда 8 һәм унан күберәк бала тәрбиәләүсе ғаиләләргә 622 мең һум түләнә

Уҙған йылда 33 ғаиләгә ошонда сумма бирелгән, тип хәбәр итәләр Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан. Әле республикала 18 йәшкә тиклем балаһы булған 472 меңгә яҡын ғаилә бар. Уларҙың 29 меңе - күп балалы.
👍2
Башҡортостандың ике район үҙәгендә рөхсәтһеҙ сүплектәр бөтөрөлә

Бының өсөн 26 миллион һумға тиклем аҡса бүленә, улар быйыл әҙер булырға тейеш. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Ейәнсура районы Иҫәнғол һәм Краснокама районы Николо-Березовка ауылында сүплектәр юҡ ителә. Быйыл Башҡортостанда сүп-сар ташлау урындарын тәртипкә килтереү өсөн 132 миллион һум ҡаралған.
Рәсәй халҡы Һиндостан бананын ашай

Был дәүләттән емеш килтерелә башлаған. Тәүге партия ғинуарҙа алынған. Тиҙҙән Һиндостандан башҡа төр емеш импортлау планлаштырыла. Күптән түгел Эквадорҙан банан һатып алыу туҡтатылды. Ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәте бындағы продукцияны хәүефле тип атаны.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров рәйеселегендә Башҡортостан делегацияһының Белоруссияға рәсми эш сәфәре башланды

Бөгөн Радий Хәбиров рәйеселегендә Башҡортостан делегацияһының Белоруссияға рәсми эш сәфәре башланды. Өс көнгә иҫәпләннән программа Белоруссияның машиналар эшләү өлкәһе, аҙыҡ-түлек тармағы менән хеҙмәттәшлекте нығытыу, ике яҡ араһындағы бизнес даирәләрҙе киңәйтеүгә ҡоролған. Төп саралар иртәгә Башҡортостан-Белоруссия халыҡ-ара бизнес форумында үтәсәк. Унда ике яҡтан меңгә яҡын эшҡыуарлыҡ өлкәһе вәкилдәре ҡатнашыуы көтөлә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө фән һәм технологиялар университетында «Октава» лабораторияһы эшләй башланы

Рәсәй фәне көнө уңайынан Өфө фән һәм технологиялар университетында «Октава» фәнни-тикшеренеү акустик лабораторияһы эшләй башланы. Ул «Приоритет – 2030» программаһы сикәтәрендә төҙөлгән.
2025 йылдың 1 сентябренән Башҡортостан мәктәрендә яңы фән уҡытыла башлай

"Тыуған төйәк тарихы. Башҡортостан" тигән курс индерелә. Был турала Мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙин белдерҙе. - Авторҙар коллективы билдәләнгән. 1 апрелгә тиклем курс буйынса ҡулъяҙманы әҙерләргә тейешбеҙ, - тине ул. Яңы предметты 5-7-се класс уҡыусылары өйрәнәсәк.
👍3
Яңы ВУЗ-ара студенттар кампусында 4 меңдән ашыу студент белем аласаҡ

Бында IQ-парк, Геном үҙәге һәм төп корпус урынлаша. Яңы, заманса комплекс күберәк абитуриенттар йәлеп итеү, белем сифатын яҡшырыу мөмкинлеге бирәсәк тип көтөлә. Кампустың тәүге өлөшө файҙаланыуға тапшырылды.
👍4
“Айыҡ ауыл” конкурсының республика этабына 52 ауылдан ғариза ҡабул ителгән

Ярышта ҡатнашыусылар 4 номинация буйынса - эре, ҙур, уртаса, бәләкәй ауылдарға бүленгән. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова ошо турала белдерҙе. Ярыш еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы 25 апрелдә Өфөлә була.
4👍1
Әбйәлил районының Яҡтыкүл ауылында модулле фельдшер-акушер пункты асылды

Бинаға коммуникациялар, һалҡын һәм эҫе һыу, электр уты үткәрелгән. Яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктында ҡабул итеү, процедура-прививка кабинеттары, санузел, гардероб бар, халыҡ диспансеризация, вакцинация үтә һәм башҡа дауалау процедуралары алыу мөмкинлегенә эйә. ФАП-та 300-гә яҡын кешегә медицина ярҙамы күрһәтелә.
👍1
Башҡортостан йәш хоккейсылары "Алтын шайба" ярыштарында 3-сө урын яуланы

Кушнаренко районы командаһы бронза миҙалға лайыҡ булды. 2009-2010 йылғы үҫмерҙәрҙән тупланған ауыл командалары араһында турнир Салауат һәм Ишембай ҡалаларында үтте. Ярыштарҙа илдең 16 төбәге вәкилдәре ҡатнашты.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Белоруссияның Витебск өлкә башҡарма комитеты рәйесе Александр Субботин менән осрашты

Радий Хәбиров Минскиҙа Белоруссияның Витебск өлкә башҡарма комитеты рәйесе Александр Субботин менән осрашты. Аралашыуҙың төп темаһы иҡтисад һәм социаль өлкәлә үҙ-ара эш итеүҙе нығытыу булды. Бынан тыш, Витебск өлкә башҡарма комитеты етәксеһе республика делегацияһын июнь айында үтәсәк Рәсәй һәм Белоруссия төбәктәре форумына саҡырҙы.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бөгөн Башҡортостан Республикаһы рәсми делегацияһының Белоруссияға эш сәфәренең икенсе көнө

Программала эшлекле осрашыуҙар ҡаралған. Шулай уҡ Башҡортостан - Белоруссия -халыҡ-ара бизнес форумы үтәсәк. Быға тиклем республиканың бизнес өлкәһе вәкилдәре битуби форматында осрашыуҙар үткәрҙе. Теманы Белоруссиянан БЮТ хәбәрсеһе Айнур Кәбиров дауам итә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Иглин районында йәшәгән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны 100 йәшлек юбилейын билдәләне

Әхмәтзәки Нурғаян улы Сакаев 1924 йылда Әмир ауылында тыуған. 1942 йылдың 15 авгусында атаһы менән Бергә Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла һәм Хәрби-Диңгеҙ флотында хеҙмәт итә башлай. Бөйөк Ватан һуғышы тамаланғандан һуң ул биш йыл дауамында флотта эшләгәс кенә демобилизациялана. Оҙаҡ йылдар Әмит ауылы мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй, ғаилә ҡороп биш бала тәрбиәләп үҫтерә.
👍3
Рәсәй президентын һайлауҙа видеокүҙәтеү илдең бөтә төбәктәрендә ойошторола

Был турала Үҙәк һайлау комиссияһынан хәбәр итәләр. Рәсәйҙә президент 6 йылға һайлана. Кандидаттар өсөн өс көн эсендә тауыш бирергә мөмкин. Һайлау 15, 16 һәм 17 мартта үтә. Башҡортостанда 3 меңдән ашыу һайлау участкаһы булдырылған.
Башҡортостанда ҡаргиҙәрҙәрҙе иҫәпләнеләр

Дәүләт техник күҙәтеү хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бөгөнгә 5 мең 400 ошондайт транспорт бар. Ҡар мотоциклы хәүефле техника һанала, уны файҙаланыу һәм теркәү ҡағиҙәләре үтәлергә тейеш. Был техниканы А категорияһы булған водителдәр йөрөтә ала. Башҡа категориялар өсөн инструктаж үтергә кәрәк.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Белоруссияла Башҡортостанда сығарыласаҡ техника өлгөләре менән танышты

Амкодор компанияһы заводы Өфөлә төҙөлә. Радий Хәбиров әйтеүенсә, завод быйыл уҡ сафҡа индереләсәк һәм Башҡортостандың машиналар эшләү өлкәһендә ҙур алға китеш буласаҡ.
Автогрейдер, бульдозер, экскаваторҙар. «Амкодор» заводы сығарған махсус техника Башҡортостанда ла етештерелә башлаясаҡ. «Алға» махсус иҡтисади биләмәһендә төҙөләсәк заводты быйыл уҡ сафҡа индереү күҙаллана. Йылына бында мең берәмек техника йыйыу мөмкинлеге буласаҡ.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә быйыл былтырғы күрһәткестәр менән сағыштырғанда, ҡар күберәк яуған

Баш ҡалала быйыл былтырғы күрһәткестәр менән сағыштырғанда, ҡар күберәк яуған. Коммуналь хеҙмәттәр көсөргәнешле режимда эшләһә лә, бөтә ҡарҙы таҙартып өлгөрмәй. Был йәһәттән тағы ла ниндәй саралар күрелә? Тулыраҡ киләһе яҙмала.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһында яңы корпус файҙаланыуға тапшырылды

Заманса йыһазландырылған кабинеттар һәм уңайлы палаталар. Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһында яңы корпус файҙаланыуға тапшырылды. Декабрь аҙағында уҡ сафҡа ингән учреждение, Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса яңыраҡ тулы ҡеүәттә эш башланы. Пациенттарҙы дауалау корпусы менән беҙҙең ижади төркөм танышты.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республика кардиология үҙәгенең хирургия корпусы төҙөлөшө тамамланыу алдында

9 ҡатлы заманса бинала төҙөлөш эштәре 90 процентҡа теүәлләнгән. Май айында объектты медицина ҡоролмалары менән йыһазландырыу, биҙәү көтөлә. Кардиология үҙәгенең яңы корпусында 320 пациентты хеҙмәтләндереү мөмкин буласаҡ. Бында диагностика, операция блогы, балалар һәм өлкәндәр бүлектәре эшләп торасаҡ.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Стәрлетамаҡта халыҡтың бөтә йәш категориялары өсөн «Финанс тураһында диалогтар» ойошторолдо

Башҡортостанда финанс грамоталылығы буйынса саралар уңышлы тормошҡа ашырыла. Стәрлетамаҡта халыҡтың бөтә йәш категориялары өсөн «Финанс тураһында диалогтар» ойошторолдо. Төрлө аудиторияларҙа уҡыусылар, студенттар, хеҙмәт коллективтары, пенсионерҙар, педагогтар, эшҡыуарҙар, шул иҫәптән үҙмәшғүл граждандар өсөн бушлай лекциялар, оҫталыҡ дәрестәре, методик семинарҙар үтте. «Финанс тураһында диалогтар» проекты тураһында тулыраҡ киләһе яҙмала.
1