БСТ | Яңылыҡтар
2.4K subscribers
5.16K photos
8.01K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баш ҡаланың Глумилин биҫтәһендә 1225 урынлыҡ мәктәп төҙөлә

Объект Өфөнөң 450 йыллығы уңайынан һалынған мәғариф комплекстарының береһе булып тора. Тағы ла яңы мәктәптәр Дим районында һәм Затонда барлыҡҡа киләсәк.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Балтас районынан Хәбиповтар ата-әсә наҙынан мәхрүм ҡалған 9 баланы тәрбиәләй

Балтас районынан Хәбиповтар үҙҙәренең өс балаһынан башҡа, төрлө сәбәптәр арҡаһында ата-әсә наҙынан мәхрүм ҡалған 9 баланы бәхетле иткән. Бөгөн уларҙың икәүһе студент, ҡалғаны мәктәп йәшендәгеләр. Миһырбанлы ғаилә тураһында ентекләберәк киләһе яҙмала.
Гармун ҡайһы клубҡа эләгер?

БСТ телеканалы Башҡортостандың иң яҡшы ауыл мәҙәниәт йортон билдәләй! Конкурстың республика этабы 15 февралгә 22:00 сәғәткә тиклем дауам итәсәк.

Районығыҙҙың клубына тауыш биреү өсөн үрҙә беркетелгән хәбәргә баҫығыҙ һәм исемлектән районығыҙҙың/ауылығыҙҙың мәҙәниәт йортон һайлағыҙ.

ИҪКӘРМӘ: Бер кеше бер тапҡыр ғына тауыш бирергә мөмкин. Махсус бот телеграмм-каналға өҫтәлгән һәр кешегә хәбәр ебәрә һәм тауыш биреүселәр һанын теркәп бара. Каналдан сыҡҡандарҙың тауыштары иҫәпләнмәйәсәк.
https://t.iss.one/+M7ILuY35mcViMjUy
👍92
Башҡортостанда ишле ғаиләләрҙе социаль яҡлау арта

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай тейешле закон проектын әҙерләй. Республика Парламенты рәйесе Константин Толкачев һүҙҙәренсә, ҡануниәттә ҡаралған социаль ярҙам саралары күп балалы ғаиләләге өлкән балаға 18 йәш тулғансы, әгәр ул көндөҙгө бүлектә уҡый икән, 23 йәшкә тиклем күрһәтелә. Закон Рәсәй Президентының “Күп балалы ғаиләләргә социаль ярҙам саралары тураһында” Указына ярашлы әҙерләнә.
👍31
Ауылға эшкә ҡайтҡан йәш белгестәргә 750 мең һум түләнә

Ауыл хужалығы министрлығы дәүләт ярҙамы алыу өсөн документтар ҡабул итә. Конкурста агросәнәғәт ойошмаларында эшләгән йәш белгестәр ҡатнаша ала. Ғаризалар 14 февралгә тиклем ҡабул ителә.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
🥲20 йәшлек ҡыҙ аварияла һәләк булған

Әбйәлил районында полицейскийҙар үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһының сәбәптәрен асыҡлай. Авария иртәнге сәғәт туғыҙ тирәһендә Озерный - Күсем руднигы автомобиль юлының 24-се саҡрымында теркәлгән.

Daewoo Nexia водителе, 2004 йылғы ҡыҙ, идара итеү һәләтен юғалтып, ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡан һәм Renault Duster менән бәрелешкән. Nexia водителе ашығыс медицина ярҙамы бригадаһы килеп еткәнсе йән биргән. Renault водителе дауаханаға оҙатылған.
😢41👀1
Халыҡ 2 000 000 һумға алданған

Башҡортостанда уҙған тәүлектә мутлашыу осраҡтарына бәйле туғыҙ енәйәт эше ҡуҙғатылған, енәйәтселәр халыҡты 2 миллионға һумға алдаған. Стәрлетамаҡ ҡалаһында полицияға аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан ҡатын мөрәжәғәт иткән. Ул спорт ставкаларында байырға уйлап 1 миллион һумдан ашыу аҡсаһын юғалта. “Таныш булмаған кешеләргә аҡса күсермәгеҙ. Банк хеҙмәткәремен тип шылтыратһалар, трубканы һалығыҙ. Шуны онотмағыҙ: мутлашыусылар ялған номерҙар ҡулланыуы мөмкин. Социаль селтәрҙә аралашҡанда һаҡ булығыҙ. Таныштарығыҙҙан шикле хәбәр алһағыҙ, уларҙың шәхси номерына шылтыратып белешегеҙ. Бындай һылтанмаларҙы асмағыҙ, тикшерелмәгән сайттарға инмәгеҙ”, — тип иҫкәртәләр Республика буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Башҡорт оҙон ғүмерлелеге» программаһы буйынса бер төркөм хаҡлы ялдағылар Белоруссияға юлланды

Бөгөн иртән «Өфө» аэропортынан бер төркөм хаҡлы ялдағылар Белоруссияға юлланды. Сәфәр «Башҡортостан-Белоруссия оҙон ғүмерлелеге» программаһы буйынса ойошторолған. Тур үҙ эсенә бер аҙналыҡ программаны ала, уға иҫтәлекле урындар буйлап экскурсиялар ҙа, етештереү предприятиеларының эшмәкәрлеге менән танышыу ҙа ҡаралған.
Башҡортостанда “Иң яҡшы Яңы йыл ҡаласығы" конкурсына йомғаҡ яһалды

Унда меңдән ашыу боҙ ҡаласығы ҡатнашты. Төрлө номинацияларҙа Өфөнөң Дим районы, Стәрлетамаҡ, Учалы, Ағиҙел ҡалалары, Тәтешле районы еңеп сыҡты. “Бөтә ҡатнашыусылар ҙа йәмәғәт урындарында яңы йыл сараларын үткәреүгә әҙерләү буйынса ҙур һәм етди эш башҡарҙы”, ти торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова. Еңеүселәргә республика бюджеты иҫәбенә аҡсалата премиялар тапшырыла. Ул йәмәғәт һәм ихата биләмәләрен төҙөкләндереү буйынса сараларҙы тормошҡа ашырыуға йүнәлтелә.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзалары менән осрашты

Асыҡтан-асыҡ әңгәмә. Бөгөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзалары һәм башҡорт милли интелегенцияһы вәкилдәре менән осрашты. Һүҙ йәмәғәт ойошмаһының эш һөҙөмтәләре, алда торған бурыстар хаҡында барҙы. Осрашыуҙа Әр-Рәхим мәсетен төҙөү, Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялау, Өфө-2 ҡаласығы яҙмышы менән бәйле киҫкен һорауҙар ҙа күтәрелде. Баймаҡтағы ваҡиғалар ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалманы.
👍4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Сергей Тимофеевич Аксаковтың Өфөләге йорт-музейы реставрацияланасаҡ

Бөгөн Рус география йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе попечителлек Советы ултырышында ошондай ҡарар ҡабул ителде. Йыйылышта Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан ауыл хужалығы министрлығында малсылыҡ тармағының былтырғы эш йомғаҡтары барланды

Саҡмағош районының «Герой» ауыл хужалығы етештереү кооператив-колхозы һауым күрһәткестәре буйынса республикала алдынғы урындарҙы биләй. Хужалыҡ эшмәкәрлеге менән БЮТ ижади төркөмө лә ҡыҙыҡһынды.
2🎄1
Мортаза Рәхимовтың тыуыуына 90 йыл

Бөгөн Башҡоростандың данлы улы, республиканың беренсе президенты Мортаза Рәхимовтың тыуыуына 90 йыл. Ул бөтә тормошон Башҡортостан халҡына хеҙмәт итеүгә бағышланы. Ҡатмарлы осорҙа йәмғиәтте берләштерҙе, республиканы ҡеүәтле төбәк итеүгә өлгәште. “Мортаза Ғөбәйҙулла улы кешеләрҙең рухи донъяһын байытыу маҡсатында ла күп эштәр башҡарҙы”, - ти Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин.
👍8
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Мортаза Рәхимовҡа һәйкәл асылды

Бөгөн, 7 февраль, Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовтың тыуыуына 90 йыл тулды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров указына ярашлы, республикала дәүләт эшмәкәре Мортаза Рәхимовтың исемен мәңгеләштереү буйынса саралар ойошторола.

Әлеге минуттарҙа Өфөлә Ленин исемендәге паркта ил ағаһы Мортаза Рәхимовҡа һәйкәл асылды.
👍10🔥4
“Өфө” халыҡ-ара аэропорты илдә иң яҡшылар иҫәбендә

“Рәсәйҙең һауа ҡапҡалары" милли премияһы һөҙөмтәләре буйынса “Иң яҡшы аэропорт” номинацияһында 3-сө урынға лайыҡ булды, тип хәбәр итә телеграмм-каналда Республика Башлығы Радий Хәбиров. “Өфө аэропорты “Йылдың иң яҡшы инвестиция проекты” номинацияһында ла почетлы награда алды. Һүҙ эске һәм халыҡ-ара терминалын тоташтырыусы төҙөлөш хаҡында бара. Эштәр декабрь аҙағында тамамланды. Өфө аэропорты пассажирҙар ташыу буйынса ла рекорд ҡуя. Уҙған йылда был күрһәткес 4 миллион 800 меңгә яҡын булған, алдағы йылға ҡарағанда 17 процентҡа күберәк. Пассажирҙарҙың 85 проценты ил буйынса рейстарға өҫтөнлөк биргән. Өфө аэропортын юғары һөҙөмтәләргә ирешеүе менән ҡотлайым”-, тип яҙа Радий Хәбиров.
Балаһы булған студент ғаиләләренә пособие арттырырға тәҡдим итәләр

Был турала Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова белдерә. “Күпселек ғаиләләр 250 һумлыҡ пособиены юлларға тырышмай. Әле 30 ғаиләгә генә ошондай аҡса түләнә. Пособиены 10 тапҡырға, айына 2 500 һумға тиклем арттырырға тигән тәҡдим индерәбеҙ, шуның өҫтөндә әүҙем эшләйбеҙ”, - тине ведомство етәксеһе.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бөгөн Өфөлә Башҡортостандың беренсе президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовҡа һәйкәл асылды

Скульптура республика парламенты бинаһы алдында урынлаштырылды. Тантаналы сарала төбәк етәкселеге, төрлө йылдарҙа эшләгән билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты, шулай уҡ район-ҡалаларҙан килгән йөҙҙәрсә кеше ил ағаһының исемен мәңгеләштереүгә шаһит булды.
Йәмәғәтселек Башҡортостандың Беренсе президентын иҫкә ала

Бөгөн Мортаза Рәхимовҡа 90 йәш тулған булыр ине. Ул 1937 йылдың 7 февралендә Күгәрсен районы Тәүәкән ауылында тыуа. Ул 1993 йылда Башҡортостан Президенты итеп һайлана, 17 йыл республиканы етәкләй. “Мортаза Рәхимов оло яуаплылыҡ, тыуған ер, халыҡ һәм туған телгә һөйөү һәм ихтирам символы”. Өфө Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры Зөһрә Рәхмәтуллина Башҡортостандың беренсе президенты тураһында шулай тип белдерҙе.
Халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев Мортаза Рәхимовтың ябай һәм ихлас булыуын хәтерләй. “Ул әҙәбиәтте яратты, яҙыусылар менән йыш аралашты, күптәребеҙҙең ғаиләһе хаҡында һорашып тора ине”, - ти әҙип.
3
Яугирҙәр һәм уларҙың ғаиләләре белгестәр менән осраша ала

“Ярҙам поезы” күсмә ҡабул итеү уҙғара. Министрлыҡ һәм ведомство хеҙмәткәрҙәре 9 февралдә Иглин районы үҙәгендә була. Улар документ юллау, медицина хеҙмәте һәм социаль ярҙам сараларына бәйле һорау яуап бирә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Башҡортостандың беренсе президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовҡа һәйкәл асылды

Скульптура республика парламенты һәм Хөкүмәт биналары эргәһендә урынлаштырылды. Тантаналы сарала төбәк етәкселеге, төрлө йылдарҙа эшләгән билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты, шулай уҡ район-ҡалаларҙан килгән йөҙҙәрсә кеше ил ағаһының исемен мәңгеләштереүгә шаһит булды.
3