БСТ | Яңылыҡтар
2.4K subscribers
5.16K photos
8.01K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Былтыр 490 меңдән ашыу кеше контракт төҙөп махсус хәрби операцияға ҡушылған

Оборона министрлығы уҙған йылға йомғаҡ яһаны. Махсус хәрби операция барышында 320 меңдән ашыу яугиргә дәүләт наградалары тапшырылған, 272 кеше Рәсәй Геройы исеменә лайыҡ булған. Башҡортостандан 7 яугир юғары хәрби дәрәжәгә эйә булды.
Башҡортостанда ҡояш күберәк яҡтырта

Өфө планетарийынан хәбәр итеүҙәренсә, төньяҡ ярымшарҙа декабрҙән алып февраль аҙағынаса көн оҙонлоғо 3 сәғәт ярымға арта. Ҡояш юғарыраҡ күтәрелә һәм әкренләп йылыта башлай. 2 февралдә көн оҙонлоғо 8 сәғәт 45 минут булһа, ай аҙағына ул ике сәғәткә күберәк була.
3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда Рәсәй Президентын һайлау барышында 10 меңгә яҡын бойондороҡһоҙ күҙәтеүсе эшләйәсәк

Ғәҙел һәм асыҡ һайлау. Башҡортостанда Рәсәй Президентын һайлау барышында тауыш биреү участкаларында 10 меңгә яҡын бойондороҡһоҙ күҙәтеүсе эшләйәсәк. Махсус уҡыу үткән күҙәтеүселәр йәмәғәт палатаһы штабы тарафынан әҙерләнә. Өфөлә йәмәғәт күҙәтеүселәрен уҡытыу уҙған йылда ноябрь айында уҡ башланды. Уларҙың күбеһе сәйәси кампаниялар барышын тикшергән тәжрибәле белгестәр. Юристар, уҡытыусылар, студенттар, ауыл эшсәндәре һәм башҡа һөнәр эйәләре бойондороҡһоҙ рәүештә тауыш биреү процессын күҙәтеп барасаҡ.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Салауат районында «Сәләмәтлек» милли проекты йылдам тормошҡа ашырыла

Быйыл районда 7 заманса модулле фап асыу күҙаллана. Тимәк, яңы шарттарҙа халыҡ йәшәгән урынында диспансер тикшереүе үтә, һаулыҡ торошон күҙәтә ала. Бындай мөмкинлектән Салауат районы Мәсетле ауылында йәшәүселәр ҙә ҡуллана.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнән ҡул эштәре оҫтаһы коллекционерҙарҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан блайз уйынсыҡтар етештерә

Һәр ҡурсаҡ - ысын сәнғәт өлгөһө. Өфөнән ҡул эштәре оҫтаһы Гүзәл Исмәғилева коллекционерҙарҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан блайз уйынсыҡтар етештерә. Ҙур башлы, күҙҙәренең төҫөн алмаштырып булған ҡурсаҡтарҙы эшләү процессын беҙҙең ижади төркөм дә күҙәтте.
👍4
Башҡортостан федераль кинокомпанияларҙы йәлеп итергә ниәтләй

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа рибейт системаһын индереү мәсьәләһе өйрәнелә. Бындай алымға ярашлы айырым төбәктә кино төшөргән компанияға субсидия бирелә. Рибейт системаһы Пермь һәм Краснодар крайҙарында “Чебурашка”, “По щучьему велению”, “Семейный бюджет” фильмдарын төшөрөүҙә ҡулланылған. “Федераль кинокомпаниялар Башҡортостанды танытыуға булышлыҡ итәсәк”, - тип билдәләй парламент депутаттары.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда «Герой ҡатыны» федераль проекты буйынса фотосессиялар дауам итә

Акцияла яҡындары махсус хәрби операцияла булған гүзәл заттар, уларҙың балалары ҡатнаша. Фотостудияла эш барышын БЮТ ижади төркөмө күҙәтте.
👍2
Башҡортостанда яңы уҡыу йылынан ике яңы фән уҡытыла башлай

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙан хәбәр итеүҙәренсә, федераль законға үҙгәреш индерелде. Дәреслеккә “Тыуған илде яҡлау һәм хәүефһеҙлек нигеҙҙәре”, шулай уҡ “Хеҙмәт” (“Технология”) тигән фәндәр индерелә. Мәғариф өлкәһендәге үҙгәрештәргә ярашлы, уҡыусылар мәктәп мөлкәтенә һаҡсыл ҡарарға, таҙалыҡ һәм тәртип һаҡларға тейеш.
👍61
Башҡортостанға ретропоезд килә

Рәсәй ҡалаларынан"Еңеү паровозы" үтәсәк. Уға бер нисә Т-34 танкы урынлаштырылған платформа ла тағыла. Ретропоезд 27 апрелдә ҡуҙғала. Маршрутҡа 11 станция ингән, паровоз Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта туҡтала.
🔥2👍1
Бөгөн Өфөлә Айрат Ҡобағошовты иҫкә алалар

Өфөлә танылған композитор һәм педагог Айрат Ҡобағошовҡа арналған хәтер кисәһе үтә. Унда ижадсының дуҫтары, коллегалары, уҡыусылары һәм яҡташтары ҡатнаша. “Ул әҫәрҙәре менән халыҡ һөйөүен яулаған ижадсы булды. Уҡытыусы, остаз, патриот”, - ти Көйөргәҙе район хакимиәте башлығы урынбаҫары Данил Акилов.
“Айрат Ҡобағошов ябай, эскерһеҙ булды. Ундайҙар тураһында яҡты күңелле кеше тиҙәр. Коллегалары һәм студенттары уны ихтирам итте, яратты”, - ти сәнғәт белгесе Гөлназ Галина.
Айрат Ҡобағошовҡа арналған кисә бөгөн Өфө сәнғәт училищеһында ойошторола, киске сәғәт биштә башлана.
👍5
Башҡортостан урман хужалыҡтары махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итә

Әбйәлил һәм Балаҡатай хужалыҡтары 25 кубик метр ағас материал оҙатҡан. Таҡта оборона ҡоролмаларын төҙөүҙә ҡулланыла. Башҡортостан урмансылары быға тиклем 1 мең кубометрҙан ашыу ағас оҙатҡан. Хәрбиҙәр өсөн шулай уҡ утын әҙерләнә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Үҙ теләге менән МХО-ға ҡушылған район хакимиәте башлығы пилотһыҙ осоу аппараттары отрядында хеҙмәт итә

Етәксе костюмын бронежилетҡа, ә йылы кабинетты окоп һәм блиндаждарға алмаштырҙы. Былтыр үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға ҡушылған район хакимиәте башлығы пилотһыҙ осоу аппараттары отрядында хеҙмәт итә. Әле подразделение фронттың иң ҡыҙыу урындарында тора. Алғы һыҙыҡта БЮТ хәбәрселәре лә булды.
👏1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда «Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү» программаһы сиктәрендә йомғаҡлау йыйылыштары башланды

Юлдарҙы төҙөкләндереү, зыяраттарҙы кәртәләү, спорт майҙансыҡтары төҙөү, почта бүлексәләре асыу - проект йүнәлештәре күп төрлө. Конкурс сиктәрендә төбәктәрҙә мәҙәни һәм спорт саралары ойошторола. Бынан тыш, субсидияның бер өлөшө урында йәшәүселәрә көсө менән ҡапланырға тейеш.
👍1
Өфөлә балалар өсөн яңы сәнғәт мәктәбе асыла

Был турала ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев хәбәр итте. Учреждение Ферин урамында урынлаша. Ике мең квадрат метр биләмәлә ремонт эшләнә, бында балалар шөғөлләнәсәк. Мәктәп 1 марттан эш башлай. Балалар өсөн музыка, театр, спорт йүнәлештәре булдырыла.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ялан шарттарында тәүге ярҙам күрһәткәндә, нисек юғалып ҡалмаҫҡа

Башҡорт дәүләт медицина университетында студенттар өсөн оҫталыҡ дәресе ойошторолдо. Унда хәрби хирургтар буласаҡ табиптарҙы беренсе медицина ярҙамы күрһәтеү алымдары менән яҡындан таныштырҙы. Тактик медицина буйынса лекцияны Дәүләт Думаһы депутаты Бадма Башанкаев үткәрҙе. Уҡыу барышын беҙҙең ижади төркөм күҙәтте.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Драматург, тележурналист, сценарист Сәрүәр Сурина Кинйә Арыҫланов миҙалы менән бүләкләнде.

Абруйлы награда башҡорт халҡының данлыҡлы батырының тыуыуына 300 йыл тулыуға арналған сара сиктәрендә тапшырылды. Сәрүәр Рәшит ҡыҙы Кинйә Арыҫлановтың исемен мәңгеләштереү өсөн күп көсөн һалған шәхестәребеҙҙең береһе.
👍5
Быйыл Башҡортостанда яңы ҡотҡарыусылар отряды ойошторола

Нөгөш һыуһаҡлағысында 20-нән ашыу хеҙмәткәр эшләй. Әле команда туплана, тип хәбәр итәләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан. Һыуһаҡлағыста туристар күпләп ял итә, башҡа төбәктәрҙән дә килеүселәр байтаҡ. Был урында хәүефһеҙлекте тәьмин итеү маҡсаты ҡуйылған.
👍4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Айыҡ ауыл» конкурсы еңеүселәренә 48 миллион һум

Быйыл Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса республика конкурсының приз фонды арттырылған. Был турала бөгөн Башҡортостан башлығы рәйеслегендә уҙған оператив кәңәшмәлә белдерелде. Министрлыҡ, ведомстволар етәкселәре ҡатнашлығында үткән кәңәшмәлә шулай уҡ Сәнәғәт фондының эш һөҙөмтәләре, туризм үҫеше, «Управдом» форумын ойоштороу талаптары тураһында һүҙ барҙы.
👍4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров «Башҡортостан» полкының 9 яугирына Шайморатов миҙалы тапшырҙы

Яҡташтарыбыҙ махсус хәрби операцияла бер йылға яҡын, егеттәр әле ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан. Ошо көндәрҙә улар яңынан алғы һыҙыҡҡа юллана. Яугирҙар араһында төрлө быуын вәкилдәре, төрлө һөнәр эйәләре бар.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә күп яуған ҡар арҡаһында юл буйҙарын көрт баҫты

Өфө юлдары - ҡар аҫтында. Күп яуған ҡар арҡаһында ихаталарҙы, юл буйҙарын көрт баҫты. Баш ҡала халҡы юлдарҙың тейешенсә таҙартылмауына дәғүә белдерҙе. Өфөлә иретеү станцияһына тәүлегенә 21 мең кубометр ҡар сығарылыуға ҡарамаҫтан, һауа шарттары үҙенекен итә, синоптиктар тағы ла ҡар вәғәҙәләй.