БСТ | Яңылыҡтар
2.4K subscribers
5.16K photos
8.02K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Рәшит Назаровҡа бюст әҙер

Һөйөнөслө яңылыҡ менән бюст авторы Илдус Закиров уртаҡлашты. Бюст күренекле шағирҙың исемен йөрөткән Талбазы башҡорт гимназияһы алдында ҡуйыла.

Был эштә гимназия коллективы һәм өлкән класс уҡыусылары советы ҙур тырышлыҡ һалған. Улар «Мәктәп башланғысын бюджетлау» проектында ҡатнашып, грант алған. Грант аҡсаһына гимназия биләмәһен төҙөкләндереү һәм Рәшит Назаровҡа бюст асыу планлаштырыла.
👍62
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Владимир Путинға студенттар кампусының тәүге бинаһы менән таныштырҙы

Ил президенты Владимир Путин бөгөн Өфөләге Евразия фәнни-мәғариф үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусының тәүге бинаһын файҙаланыуға тапшырыуға старт бирҙе.
Ил субъекттарында заманса студент кампустарын асыу буйынса видеокәңәшмәлә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән Өфө фән һәм технологиялар университеты ректоры Вадим Захаров күләмле проекттың планы һәм эшмәкәрлеге менән таныштырҙы. IQ - паркта фәнни эҙләнеүҙәр, ғилми эштәр өсөн заманса шарттар булдырылған.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Өйҙә» студенттар форумы үтте

Өфөлә ойошторолған «Өйҙә» студенттар форумы республиканан ситтә уҡыған яҡташтарыбыҙҙы бер майҙанға йыйҙы. Улар өсөн уңышлы карьера төҙөү, стажировкалар үтеү, вакансиялар эҙләү буйынса тематик саралар уҙғарылды. Тыуған яғына эшкә ҡайтырға әҙер аҡыллы быуын менән БЮТ ижади төркөмө лә осрашты.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда «Ғаилә йылы»на старт бирелде

Тантаналы сара Өфөнөң Колонна залында оойшторолдо. Сараға оҙаҡ йылдар бергә йәшәгән, ишле бала тәрбиәләгән, ил, республика кимәлендәге конкурстарҙа еңеү яулаған өлгөлө парҙар саҡырылды. Байрам ҡунаҡтарын Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин, Хөкүмәт рәйесе урынбаҫары Лира Иғтисамова, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова тәбрикләне, «Герой-әсә», «Ата-әсә даны» наградаларын тапшырҙы.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан менән Ҡаҙағстан араһында кәсепселек эшмәкәрлеген үҫтереү мөмкинлектәре

Ике республика ҡатнашлығында үткән форумда «Ағиҙел» башҡорт художество кәсептәре предприятиеһының урындағы ике ҙур компания менән хеҙмәттәшлеккә килешеү төҙөүе тураһында хәбәр иткәйнек инде. Бөгөн Өфөлә яҡтарҙың берҙәм проекттарының береһе тормошҡа ашырыла ла башланы.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Иглин районы үҙәгендә яңы мәктәп төҙөлөшө дауам итә

1225 урынға иҫәпләнгән белем биреү усағы Звёздный биҫтәһендә урынлашҡан. Объект төҙөлөшөнә «Мәғариф» милли проекты сиктәрендә 1 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. Йәмғеһе Иглин ауылында, шул иҫәптән Звёздныйҙа, 30 меңдән ашыу кеше йәшәй, һәм был күрһәткес тағы ла үҫә. Ә мәктәп юҡ. Әле объектта эш ниндәй этапта бара? Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Махсус хәрби операцияла һәләк булған Альфред Усманов иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асылды

Өфөлә Махсус хәрби операцияла һәләк булған Альфред Усманов иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ менән герой партаһы асылды. Тантаналы сара баш ҡаланың 35-се мәктәбендә үтте. Таҡтаташ асыуҙа мәктәп хеҙмәткәрҙәре һәм уҡыусыларынан тыш, яугирҙың әсәһе, дуҫтары һәм ҡала хакимиәте вәкилдәре йыйылды. Альфред Усманов 2022 йылдың ноябрендә БАРС-30 ирекмән отрядына ҡушылып махсус хәрби операция биләмәһендә хәҙмәт итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы 2023 йылдың мартында хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк була. Яугирҙың ҡаһарманлығы дәүләт наградалары - «Батырлыҡ ордены» һәм «Ҡыйыулыҡ миҙалы» менән бүләкләнгән.
Өфөлә Мортаза Рәхимовҡа һәйкәл ҡуйыу буйынса эштәр аҙағына яҡынлаша

Башҡортостандың Беренсе президенты һыны Ленин исемендәге паркта, Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтай бинаһы алдында урынлаштырыла. Мортаза Рәхимовҡа һәйкәл 7 февралдә, Башҡортостандың беренсе президентының тыуыуына 90 йыл тулған көндә асыла. Бынан тыш, Өфөлә Энгельс һәм Беренсе Май урамдарында, Мортаза Рәхимов йәшәгән һәм эшләгән ике йортта мемориаль таҡтаташтар беркетелә.
3
Өфөлә ҡар төшөүҙән 1 кеше һәм 3 автомобиль зыян күргән

Граждандарҙы яҡлау идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, бындай хәлдәр Совет, Киров һәм Орджоникидзе районында теркәлгән. Халыҡты биналар янынан йөрөмәҫкә саҡыралар. Коммуналь хеҙмәттәр хәүефле участкаларҙы уратып ҡуйған сигнал таҫмалар аша үтеү тыйыла.
Ишембай районынан йәш ҡатын мутлашыусылар тоҙағына эләгә яҙған

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, полицияға 30 йәшлек ҡатын мөрәжәғәт иткән. Уға үҙен банк хеҙмәткәре булараҡ таныштырған кеше шылтыратҡан һәм 1 миллион һумға кредит алырға күндергән. Аҙаҡ аҡсаны “хәүефһеҙ” иҫәпкә күсерергә ҡушҡан, әммә ҡатын алдағандарын аңлап ҡалған һәм һөйләшеүҙе туҡтатҡан. Полиция таныш булмаған телефон номерҙарына яуап бирмәҫкә, мутлашыусылар менән аралашмаҫҡа һәм йәшерен мәғлүмәтте хәбәр итмәҫкә кәңәш итә.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә сираттағы яугирҙар төркөмөн хеҙмәт итеү урынына оҙаттылар

Улар барыһы ла махсус хәрби операцияға өлөшләтә мобилизация буйынса саҡырылыусылар. Ир-егеттәр ике аҙна дауамында ғаиләләре, яҡындары менән аралашып, йәнә алғы һыҙыҡҡа юлланды.Яугирҙар хеҙмәттәштәренә тыуған яҡ күсәтәнәстәрен дә алып бара. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.
🥰1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Иғтибар үҙәгендә сабыйҙар сәләмәтлеге

Бөгөн Республика перинаталь үҙәгендә уҙған кәңәшмә ошо темаға арналды. Сарала Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Евгения Котова ҡатнашты. Кәңәшмәгә Рәсәй субъекттарының һаулыҡ һаҡлау министрлыҡтары етәкселәре, Волга буйы федераль округы буйынса штаттан тыш белгес-неонатологтар саҡырылған. Һүҙ сабыйҙарҙың сәләмәтлеге, үлем осраҡтарын кәметеү тураһында бара. Был күп ҡырлы эшмәкәрлекте үҙ эсенә алған оҙайлы процесс.
Өфөлә ҡала халҡы ярҙамында 36 мең квадрат метрҙан ашыу биләмә ҡарҙан таҙартылды

Баш ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев өмә иғлан итте. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренә төрлө ойошма хеҙмәткәрҙәре, битараф булмаған халыҡ ярҙамға сыҡты. Өмәлә 35,5 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан, 700-ҙән ашыу берәмек махсус транспорт йәлеп ителгән. Ҡала урамдарынан 10 мең кубометр ҡар сығарылған. Өмөләр бөгөн һәм иртәгә лә дауам итә.
1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Федоровка районы Динес ауылы халҡы дәүләт программаһында ҡатнашырға ниәтләй

Федоровка районы Динес ауылы советы биләмәһендә йәшәүселәр урындағы башланғыстар программаһы ярҙамында Кирюшкин мәктәбенең спорт залын ремонтларға ниәтләй. Бинаның ҡыйығын һәм тәҙрәләрен алыштырыу талап ителә.
👍2
Рәсәйҙә спиртлы эсемлектәрҙе ҡойоп һатыу кибеттәрен ябырға рөхсәт ителде

Дәүләт Думаһы тейешле закон проектын ҡабул итте. Төбәктәр ресторан, бар, кафе һәм буфеттарҙа хәмер һатыуға талаптар ҡуя ала. Бынан тыш, күп фатирлы йорттар йәки улар эргәһендә урынлашҡан йәмәғәт туҡланыу урындарында иҫерткес эсемлектәр һатыу ваҡытын сикләргә рөхсәт ителә. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа ла бындай кибеттәрҙе тыйыуға бәйле закон проекты әҙерләнә.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәге асыу тантанаһы үтте

Рәсәй президенты Владимир Путин Өфөлә асылған балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәген юғары баһаланы. Объект төҙөлөшө «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты буйынса алып барылғайны. Яңы учреждениела елек күсереп ултыртыу һәм интенсив терапия бүлексәһе, молекуляр-генетик лаборатория эшләйәсәк. Медицина учреждениеһын асыу тантанаһынан репортаж.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров вуз-ара студенттар кампусын республиканың ғилми берләшмәһенә тәҡдим итте

Евразия фәнни-мәғариф үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусын төҙөү Владимир Путин ҡушыуы буйынса Һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының «Фән һәм университеттар» милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә алып барыла. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, кисә ил субъекттарында заманса студент кампустарын асыу буйынса видеокәңәшмәлә уны асыуға старт бирелде.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Махсус хәрби операциянан ялға ҡайтҡан Сибай егеттәре ваҡыттарын файҙалы һәм һөҙөмтәле итеп үткәрә

Яугирҙар уҡыусылар, студенттар менән осраша, патриотик сараларҙа ҡатнаша. «Сибай» һәм «Кир» ҡушаматлы яугирҙар ҡала хакимиәте башлығы Азамат Юлдашбаев менән осрашып яҡташтарына рәхмәт һүҙҙәрен дә еткерҙе. «Сибай» алғы һыҙыҡҡа үткән йылдың майында контракт буйынса юлланған. .Әле яугир «Башҡортостан» полкы составында хеҙмәт итә. Ошо көндәрҙә ул тыуған яғына ялға ҡайтҡан, күптән түгел донъяға килгән ҡыҙын ҡулына алған. «Кир» ҡушаматлы Сибай егете лә махсус хәрби операцияға күңел ҡушыуы буйынса юлланған. Ул Башҡортостан халҡына даими ярҙамы өсөн рәхмәт белдерҙе.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Стәрлетамаҡта «Аврора» тарафынан уҡытыу курстары ойошторолған

«Аврора» таланттарҙы уҡыта. Робототехника йүнәлеше буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк этабында ҡатнашасаҡ малай-ҡыҙҙар белемдәрән камиллаштыра. «Аврора» тарафынан ойошторолған уҡытыу курстары Өфө фән һәм технологиялар университетының иң ҙур филиалы Стәрлетамаҡта үтә.
👍3
Башҡортостанда “Мәҙәниәт һәм сәнғәтте үҫтереү” дәүләт программаһы раҫланды

Республика Хөкүмәте ҡабул иткән документ интернетта рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында урынлаштырылған. Программала мәҙәни сараларға халыҡты күберәк йәлеп итеү, рухи-әхлаҡи ҡиммәттәр нигеҙендә илһөйәр кешеләр тәрбиәләү бурысы ҡуйыла. Ҡала һәм райондарға модулле мәҙәниәт йорттары төҙөү, китапханалар һәм виртуаль концерт залдары асыу өсөн конкурс шарттарында субсидиялар бирелә.
👍3