БСТ | Яңылыҡтар
2.4K subscribers
5.17K photos
8.07K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
БСТ телеканалы Башҡортостаның иң яҡшы ауыл мәҙәниәт йортон билдәләй!

Конкурста муниципаль этапта еңеү яулаған ауыл клубтары ҡатнаша. Тауыш биреүҙең республика этабы 15 февралгә тиклем дауам итәсәк. Конкурс БР Мәҙәниәт министрлығы менән берлектә ойошторола. Еңеүселәр «Телеүҙәк» тапшырыуы эфирында бүләкләнәсәк.

Тауыш биреү өсөн үрҙә беркетелгән хәбәргә баҫығыҙ һәм исемлектән районығыҙҙың/ауылығыҙҙың мәҙәниәт йортон һайлағыҙ.
ИҪКӘРМӘ: Бер кеше бер тапҡыр ғына тауыш бирергә мөмкин. Махсус бот телеграмм-каналға өҫтәлгән һәр кешегә хәбәр ебәрә һәм тауыш биреүселәр һанын теркәп бара. Каналдан сыҡҡандарҙың тауыштары иҫәпләнмәйәсәк.
https://t.iss.one/+M7ILuY35mcViMjUy
👍144
Иң яҡшы ауыл клубы
1. 1. Архангел районының Ҡыҫынды ауылы мәҙәниәт йорто
2. 2. Асҡын районының Ҡашҡа ауылы мәҙәниәт йорто
3. 3. Ауырғазы районының Семенкин ауылы мәҙәниәт йорто
4. 4. Баймаҡ районының Ниғәмәт ауылы мәҙәниәт йорто
5. 5. Баҡалы районының Ҡамышлытамаҡ ауылы мәҙәниәт йорто
6. 6. Балаҡатай районының Урғалы ауылы мәҙәниәт йорто
7. 7. Балтас районының Үрге Ҡарыш ауылы мәҙәниәт йорто
8. 8. Белорет районының Ғәбдүк ауылы мәҙәниәт йорто
9. 9. Бишбүләк районының Ҡаныҡай ауылы мәҙәниәт йорто
10. 10. Благовар районының Таң ауылы мәҙәниәт йорто
11. 11. Благовещен районының Покровка ауылы мәҙәниәт йорто
12. 12. Борай районының Бигәнәй ауылы мәҙәниәт йорто
13. 13. Бөрйән районының Килдеғол ауылы мәҙәниәт йорто
14. 14. Бөрө районының Үрге Ласынтау ауылы мәҙәниәт йорто
15. 15. Бүздәк районының Төрөш ауылы мәҙәниәт йорто
16. 16. Бәләбәй районының Приют ҡасабаһы мәҙәниәт йорто
17. 17. Ғафури районының Родина ауылы мәҙәниәт йорто
18. 18. Дүртөйлө районының Иҫке Кәңгеш ауылы мәҙәниәт йорто
19. 19. Дыуан районының Өлкөндө ауылы мәҙәниәт йорто
20. 20. Дыуан районының Арый ауылы мәҙәниәт йорто
21. 21. Дәүләкән районының Бик-Ҡарамалы ауылы мәҙәниәт йорто
22. 22. Ейәнсура районының Юнай ауылы мәҙәниәт йорто
23. 23. Иглин районының Таутөмән ауылы мәҙәниәт йорто
24. 24. Илеш районының Иштирәк ауылы мәҙәниәт йорто
25. 25. Ишембай районының Үрге Әрмет ауылы мәҙәниәт йорто
26. 26. Йәрмәкәй районының Исламбаҡты ауылы мәҙәниәт йорто
27. 27. Йылайыр районының Ҡашҡар мәҙәниәт һәм ял үҙәге
28. 28. Көйөргәҙе районының Яҡут ауылы мәҙәниәт йорто
29. 29. Краснокама районының Арлан ауылы мәҙәниәт йорто
30. 30. Кушнаренко районының Иҫке Ғүмәр ауылы мәҙәниәт йорто
31. 31. Күгәрсен районының Исем күп функциялы ауыл мәҙәниәт йорто
32. 32. Ҡалтасы районының Красный Холм күп функциялы ауыл мәҙәниәт йорто
33. 33. Ҡариҙел районының Байҡыбаш ауылы мәҙәниәт йорто
34. 34. Ҡыйғы районының Иҫке Мөхәмәт ауылы мәҙәниәт йорто
35. 35. Ҡырмыҫҡалы районының Бишауыл-Уңғар ауылы мәҙәниәт йорто
36. 36. Мишкә районының Оло Шаҙы ауылы мәҙәниәт йорто
37. 37. Миәкә районының Миәкәтамаҡ ауылы мәҙәниәт йорто
38. 38. Мәләүез районының Әбет ауылы мәҙәниәт йорто
39. 39. Мәсетле районының Абдулла ауылы мәҙәниәт йорто
40. 40. Нуриман районының Иҫке Күл ауылы мәҙәниәт йорто
41. 41. Өфө районының Таптыҡ ауылы мәҙәниәт йорто
42. 42. Саҡмағош районының Ҡалмашбаш ауылы мәҙәниәт йорто
43. 43. Салауат районының Лаҡлы ауылы мәҙәниәт йорто
44. 44. Стәрлебаш районының Буҙат ауылы мәҙәниәт йорто
45. 45. Стәрлетамаҡ районының Ҡырмыҫҡалы ауылы мәҙәниәт йорто
46. 46. Туймазы районының Төмәнәк ауылы мәҙәниәт йорто
47. 47. Тәтешле районының Иҫке Һикәяҙ ауылы клубы
48. 48. Учалы районының Истамғол ауылы мәҙәниәт йорто
49. 49. Федоровка районының Юрматы ауылы мәҙәниәт йорто
50. 50. Хәйбулла районының Әбүбәкер күп функциялы ауыл мәҙәниәт йорто
51. 51. Шаран районының Яңауыл ауылы мәҙәниәт йорто
52. 52. Шишмә район мәҙәниәт һарайы
53. 53. Шишмә районының Әлбәй ауылы мәҙәниәт йорто
54. 54. Әбйәлил районының Әбделғәзе ауылы мәҙәниәт йорто
55. 55. Әбйәлил районының Әлмөхәмәт ауылы мәҙәниәт йорто
56. 56. Әлшәй районының Мырҙағол ауылы мәҙәниәт йорто
57. 57. Яңауыл районының Иҫке Ҡоҙаш ауылы мәҙәниәт йорто

Чтобы проголосовать нажмите на кнопку с вариантом ответа.
Результаты голосования будут доступны по ссылке https://poll.vogrot.ru/report/DsnFWm.
👍18638🔥9👏4👎3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Астанала Ҡаҙағстан президенты Ҡасым Жомарт Токаев Радий Хәбиров менән осрашты

Күп яҡлы хеҙмәттәшлеккә яңы этәргес. Астанала Ҡаҙағстан президенты Ҡасым Жомарт Токаев Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән осрашты. Дәүләт етәксеһе билдәләүенсә, был өсөнсө осрашыу. Тәүгеһе 2021 йылда ошо уҡ ҡалала үтһә, икенсеһе 2022 йылдың июнендә Санкт-Петербург иҡтисади форумы сиктәрендә үтте. Индустрия, агросәнәғәт комплексы булһынмы, гуманитар өлкәне - хеҙмәттәшлек мөмкинлектәре киң һәм күп яҡлы.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Ҡаҙағстандың идара итеү командаһы менән тығыҙ хеҙмәттәшлек булдырылыуын билдәләне. Һуңғы ике өс йылда тауар әйләнеше күләме артҡан, сәнәғәт кооперацияһы үҫешә.
👍4💩3🔥1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Астанала «Ҡаҙағстан - Башҡортостан» форумы старт алды

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, бөгөн Астанала «Ҡаҙағстан - Башҡортостан» форумы старт алды. Күләмле сарала Радий Хәбиров етәкселегендәге ҙур башҡорт делегацияһы эшләй. Сәнәғәт, нефть химияһы, машиналар төҙөлөшө, ауыл хужалығы һәм башҡа тармаҡтарҙа эшләгән компания етәкселәре эшҡыуарҙар яңы партнерҙар табып, мөһим килешеүҙәргә ҡул ҡуйҙы.
🤮1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Хәүефһеҙ ҡала ниндәй булырға тейеш

Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса берҙәм дәүләт системаһы белгестәре ошо турала баш вата. Бөгөн улар баш ҡаланың «Торатау» конгресс-холына йыйылды. Сарала шулай уҡ гражданлыҡ оборонаһы, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү, янғын хәүефһеҙлеген һәм һыу объекттарында именлекте тәьмин итеү буйынса эшмәкәрлек һөҙөмтәләре барланды, киләсәккә бурыстар билдәләнде.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда «Башҡорт вахтаһы» проекты старт алды

Вахтаға! Тик Себергә түгел, Башҡортостанға. Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы вахта юлы менән эшләүселәрҙе тыуған ерҙә ҡалдырыуға иҫәпләнгән «Башҡорт вахтаһы» проектына старт бирҙе. Бөгөн Бөрө ҡалаһында Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе кадрҙар һайлап алыу буйынса халыҡ менән осрашыу уҙғарҙы.
😁2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Владимир Путин менән аралашҡан Әхмәровтар ғаиләһе бөгөн Башҡортостанға ҡайтты

«Йыл ғаиләһе» Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәрен «Өфө» аэропортында ҡаршы алдылар.
👍2
Былтыр район һәм ҡалаларҙа бизнесты үҫтереү өсөн 187 миллион һум тотонолған

Аҡса төбәк һәм муниципаль бюджеттан бүленгән. Башҡортостан Хөкүмәтендә эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү саралары ҡаралды. 2023 йылда Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Өфө райондары, Межгорье һәм Ағиҙел ҡалаларында бәләкәй һәм урта бизнес ойошмалары һаны артҡан. Быйыл эшҡыуарлыҡты үҫтереү программаһына төбәк ҡаҙнаһынан финанслауҙы арттырып 200 миллион һум йүнәлтеү ҡарала.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальондың бронялы группаһы алғы һыҙыҡта пехота менән бер сафта

Егеттәрҙең ғүмере йыш ҡына хәрби машиналарҙың төҙөклөгөнә бәйле. Уны тәьмин итеүҙе хәрбиҙәрҙе оҙатып барыусы ремонт ротаһы күрһәтә. Ентекләберәк киләһе яҙмала.
👍1
1 100-ҙән ашыу кеше адреслы социаль ярҙам программаһы ярҙамында эшҡыуар булған

Бының өсөн былтыр 383 миллион һум аҡса йүнәлтелгән. Программала ҡатнашҡандар матурлыҡ, йорт таҙартыу, фото төшөрөү, юридик һәм бухгалтер хеҙмәттәр күрһәтеү, шулай уҡ ремонт, төҙөлөш йүнәлештәрендә шәхси эш асҡан. Эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә теләгән һәр кешегә 350 мең һумлыҡ адреслы социаль ярҙам күрһәтелә.
👍1
Радий Хәбиров студенттарҙы байрам менән ҡотланы

-Бөгөн Республика ВУЗдарында 100 меңдән ашыу студент белем ала. Һеҙ фәнни тикшеренеүҙәрҙә, инновация проекттары әҙерләүҙә, ирекмәндәр хәрәкәтендә, ижади конкурстарҙа, спорт ярыштарында әүҙем ҡатнашаһығыҙ. Тиҙҙән Евразия фәнни-мәғариф үҙәгенең ВУЗ-ара кампусы ишектәрен аса. Башҡортостандан өс юғары уҡыу йорто "Приоритет" федераль программаһында ҡатнаша. План һәм хыялдарығыҙ тормошҡа ашыр, Башҡортостан һәм Рәсәй үҫешенә ҙур өлөш индереүегеҙгә ышаныс белдерәм, - ти Радий Хәбиров.
🤮1
Рәсәй президентын һайлауҙа видеокүҙәтеү илдең бөтә төбәктәрендә ойошторола

Был турала Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Николай Булаев белдерҙе. Рәсәйҙә президент 6 йылға һайлана. Кандидаттар өсөн өс көн эсендә тауыш бирергә мөмкин. Һайлау 15, 16 һәм 17 мартта үтә.
👍3
Башҡортостан һәм Ҡаҙағстан хеҙмәттәшлек юлдарын барлай

"Ҡаҙағстан Башҡортостандың төп иҡтисади партнерҙарының береһе. Төбәктәр араһында бәйләнештәрҙе киңәйтеү өсөн яҡшы мөмкинлектәр бар”. Республика Башлығы Радий Хәбиров Ҡаҙағстанға эш сәфәре барышында шулай тип белдерҙе. Ике-өс йылда Ҡаҙағстан менән тауар әйләнешен миллиард долларға еткереү маҡсаты бар.
🤮3
Ҡаҙағстанда Башҡортостан ВУЗдарының береһе филиалы асылыуы көтөлә

Республика Башлығы Радий Хәбиров шулай тип белдерҙе. - Өфө дәүләт нефть-техник университеты, йә Өфө дәүләт фән һәм технологиялар университеты була. Астана хәл итә, шунан һуң ҡарар ҡабул ителәсәк. Беҙҙең республика университеттарына Ҡаҙағстандан бер нисә йөҙ кеше белем ала, тине Радий Хәбиров. Башҡортостан делегацияһы Ҡаҙағстанға рәсми сәфәр менән барҙы.
👍3💩3
Башҡортостанда быйыл урман янғындары менән көрәш планы билдәле булды

4 миллион гектар биләмә һауанан күҙәтелә. 1 миллион 600 мең гектарҙа ғәҙәти патрулдәр ойошторола. Шулай уҡ урман янғыны хәүефе ҙур булған урындарҙа видеокамералар урынлаштырылған. Улар тәүлек әйләнәһенә эшләй. Быйыл 39 миллион һумға 7 техника алыу планлаштырыла.
"Хеҙмәт етештереүсәнлеге" милли проектында ҡатнашыусылар һаны артҡан

Республика Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, әле шундай 165 предприятие бар. Уларҙың өс меңдән ашыу хеҙмәткәре етештереүҙе яҡшыртыу буйынса уҡыу үткән. Милли проект Владимир Путин ҡушыуы буйынса ғәмәлгә ашырыла. Рәсәй хеҙмәт етештереүсәнлеген йыл һайын 5 процентҡа арттырып барыу маҡсаты ҡуйылған.
👍2
Ирәмәл Рәсәйҙәге иң матур тауҙар исемлегенә индерелде

Туристик сервистарҙың береһе халыҡ фекерен белешкән. Унда 2 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. Рейтингта беренсе һәм икенсе урындарға Кавказдағы Эльбрус һәм Ахун тауҙары ҡуйылған. Артабан Алтайҙағы Белуха, Кавказдағы Казбек һәм Фишт, Себерҙәге Саян тауҙары күрһәтелгән. Башҡортостанда Көньяҡ Уралдағы–Ирәмәл түбәһе 7-се урында килә. Әйткәндәй, яңы йыл каникулында “Ирәмәл” тәбиғәт паркында 1 мең 500-ҙән ашыу турист булған.
👍21
Башҡортостанда эҫе һыу иҫәпләгестәре тикшерелә

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан белдереүҙәренсә, “БашРТС” компанияһы белгестәре йорттар буйлап йөрөй. Тикшереү ваҡытын ойошманың сайтына инеп ҡарарға була. Белгестәр эҫе һыу иҫәпләгес торошон баһалай һәм күрһәткестәрҙе яҙып ала. Бының өсөн аҡса алынмай.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ейәнсура районы халҡы урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһында әүҙем ҡатнаша

Ейәнсура районы халҡы республикала быйыл да тәүгеләрҙән булып урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһына ҡушылды. Һуңғы ун йылда райондың төрлө ауыл биләмәләрендә был программа буйынса күп эштәр башҡарылған. Ауыл биләмәләрен төҙөкләндерелгән, төрлө төҙөлөш эштәре, халыҡ ихтыяждары өсөн ҡорамалдар һәм техник ҡулайламалар һатып алынған
👍5
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында булды

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Рәсәй студенттары көнөндә Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында булды. Уҡыу йортонда республика етәксеһе уҡытыусылдар коллективы һәм студенттар менән аралашты.