БСТ | Яңылыҡтар
2.39K subscribers
5.18K photos
8.09K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Бөрөлә Ағиҙел аша боҙҙан үтергә мөмкин

Бындағы ҡышҡы күпер йәнә асылды. Ул хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирә. Боҙ юлынан ауырлығы 3 тоннанан артмаған машиналар үтә ала. 7 ғинуарҙа был урында фажиғә булды. Ауыр фура батты, водителенең ғүмере өҙөлдө. Йөк машинаһы ауырлығы боҙ күперендә рөхсәт ителгән норманан күп тапҡырға ҙур булған.
Ауыл һәм ҡалаларҙа урамдар яҡты була

Был турала Радий Хәбиров социаль селтәрҙә хәбәр итә. Уҙған йылда 3 мең бағана, 8 мең яҡтыртҡыс урынлаштырылды. Бының өсөн 300 миллион һум бүленде. Бөтә проблеманы бер юлы хәл итеп булмай. Эҙмә-эҙлекле эш алып барабыҙ, - ти Радий Хәбиров. Башҡортостанда урамдарҙы яҡтыртыу программаһына быйыл 200 миллион һум йүнәлтелә.
🤣1
"Башҡортостан тауары" тип тамғаланған продукция артҡан

Проект дипломанттары һаны күбәйә бара. Сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев белдереүенсә, бөгөн ошо бренд аҫтында 767 етештереүсе эшләй. Уларҙың күбеһе аҙыҡ-түлек етештерә. Республикала сығарылған 29 мең тауар "Башҡортостан тауары" тип тамғалана. Продукция сит илдәргә лә һатыла. Беҙҙең республика етештергәнде Ҡаҙағстан, Беларусь, Үзбәкстан, Төркиә, Ҡытай һәм Берләшкән ғәрәп әмирлектәре күпләп ала.
Башҡортостанда "Минең шәжәрәм" конкурсына эштәр ҡабул итеү ваҡыты оҙайтылды

Ижади бәйге - йәштәрҙә илһөйәрлек тәрбиәләү, тарихты өйрәнеү маҡсатында уҙғарыла. Был юлы эштәр Өфө тарихына бағышлана. Конкурста 8-11-се класс уҡыусылары ҡатнаша. Уларҙың эштәре 1 мартҡа тиклем ҡабул ителә, тип белдерәләр Башҡортостандың милли архивынан.
😁3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
⚡️Владимир Путин Башҡортостанды яратыуын белдерҙе

❗️Бөгөн ил Президенты рәсми рәүештә Ғаилә йылына старт бирҙе һәм Стәрлетамаҡ районынан Әхмәровтар ғаиләһе менән осрашты. Былтыр яҡташтарыбыҙ «Йыл ғаиләһе» конкурсында «Ғаилә – йолалар һаҡсыһы» номинацияһында еңеү яулаған. Хәҙер иһә яңы федераль конкурста үҙ көстәрен һынайҙар.

Путин Башҡортостанды яратыуын һәм борон-борондан Ватанын һаҡлаған яугирҙар менән ғорурланыуын белдерҙе.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров эш сәфәре менән Ҡаҙағстанға юлланды

Берҙәм хеҙмәттәшлек - үҫешкә нигеҙ. Иртәгә Астанала «Ҡаҙағстан - Башҡортостан» бизнес-форумы старт ала. Радий Хәбиров республиканың рәсми делегацияһын етәкләй. Уның составына төбәктең Хөкүмәт, төрлө министрлыҡ-ведомство етәкселәре, бизнес-берләшмә вәкилдәре ингән. Мәртәбәле сара сиктәрендә эшлекле осрашыуҙар көтөлә. Әлегә Ҡаҙағстандың иген союзы һәм Аҙыҡ-түлек контракт корпорацияһы менән һөйләшеүҙәрҙең уңышлы үтеүе билдәле.
👍3💩2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров бөгөн республика гәзит-журналдарының баш мөхәррирҙәре менән осрашты

Матбуғат йортона капиталь ремонт, ваҡытлы матбуғат баҫмалары журналистарына эш хаҡын күтәреү, Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейына әҙерлек. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров бөгөн республика гәзит-журналдарының баш мөхәррирҙәре менән осрашты. 2024 йыл республикала төбәк, федераль һәм халыҡ-ара кимәлдәге мөһим ижтимағи-сәйәси ваҡиғалар менән билдәләнәсәк. Дәүләт Президентын һайлау, Өфөлә үтәсәк Рәсәй һәм Ҡаҙағстандың төбәк-ара хеҙмәттәшлек һәм халыҡ-ара спорт форумдары. Республика киң мәғлүмәт саралары алдында мөһим бурыстар тора.
👍2💩1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баш ҡалала Башҡортостан башлығын хуплап концерт ойошторола

Башҡортостан халҡы республика башлығы Радий Хәбировты яҡлап концерт ойошторорға теләк белдерә. Был тәҡдимде билдәле йәмәғәтселәр, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, табиптар, уҡытыусылар яҡлап сыҡты. Сараның маҡсаты күп милләтле республиканың берҙәмлеген, татыулығын күрһәтеү. Йәмәғәтселек Башҡортостан башлығы алып барған сәйәсәтте хуплап, баш ҡалала йыйылырға ниәтләй. Митинг-концерт йома, 26 ғинуарҙа Өфөнөң Телеүҙәк алдындағы майҙанда, көндөҙгө сәғәт 1-ҙә башлана
💩5👍2
Зөһрә Рәхмәтуллина: "Республика халыҡтары дуҫлыҡ менән көслө"

Беҙ республиканың һәм күп милләтле халыҡтың берҙәм булыуын күрһәтәбеҙ. Был аҙнала Өфөлә концерт була. Танылған мәҙәниәт эшмәкәрҙәре һәм йәмәғәтселәр Башҡортостан Башлығына хуплау белдереү маҡсатында сара ойоштороу башланғысы менән сыҡты. “Республика халыҡтары дуҫлыҡ һәм берҙәмлек менән көслө”, - ти Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы Советы рәйесе, Өфө Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры Зөһрә Рәхмәтуллина.
👍1🤮1
Башҡортостан Ҡаҙағстанға иген һата

Беҙҙең республика делегацияһы был көндәрҙә рәсми сәфәр менән Астанала. Хөкүмәттән хәбәр итеүҙәренсә, Ҡаҙағстан Иген союзы менән һөйләшеүҙәр уҙғарылған. Аҙыҡ-түлек баҙарын көйләү темаһы ҡаралған. - Башҡортостандан бер компания тәүҙә мең тонна иген оҙата. Сауҙа өсөн яҡшы башланғыс, тигән ышаныс белдерҙе Сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев. Ҡаҙағстан логистика, рөхсәт документтары алыуҙа ярҙам вәғәҙәләне.
“Рәсәй – мөмкинлектәр иле” милли премияһына заявкалар ҡабул ителә

Унда 18 йәше тулған һәр кем ҡатнаша ала. Милли премияға 13 номинация буйынса проекттар ҡабул ителә. “Һаулыҡ һаҡлау һәм медицина”, “Эшҡыуарлыҡ”, “Ижад һәм сәнғәт”, “Мәғариф” һәм башҡа йүнәлештәрҙә тәҡдим һәм тәжрибәләр менән уртаҡлашырға була. Заявкаларҙы милли премия сайтында ҡалдырырға кәрәк. Еңеүселәр Мәскәүҙә “Рәсәй” халыҡ-ара форум-күргәҙмәһендә асыҡлана.
Башҡортостан депутаттары йылдар буйы тәбиғәткә килгән зыянды баһаларға ниәтләй

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа Экология кодексына үҙгәреш әҙерләнә. Уға ярашлы дәүләт власы органдарына тирә-яҡты һаҡлау мөнәсәбәттәре өлкәһендә вәкәләттәр өҫтәлә. Сүплектәр һәм ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигондары, элекке сәнәғәт ойошмалары майҙансыҡтарын иҫәпкә ҡуйыу бурысы тора. Бындай мәғлүмәт экологик зыян эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн планлы эш алып барырға мөмкинлек бирәсәк, тип белдерәләр парламенттан. Закон проекты был аҙнала Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың пленар ултырышында ҡарала.
Бөгөн Астана ҡалаһында "Ҡаҙағстан-Башҡортостан" бизнес-форумы асылды

Радий Хәбиров белдереүенсә, Ҡаҙағстан Башҡортостан өсөн төп тышҡы сауҙа партнеры. Беҙҙе шулай уҡ дөйөм мәҙәниәт, дөйөм йолалар яҡынайта. Бизнес бәйләнештәр өсөн инфраструктура булдырылған. Кооперация үҫеше буйынса эшсе төркөм ойошторолған. Шулай уҡ гуманитар, мәҙәни хеҙмәттәшлекте нығытыу, туризмды үҫтереү буйынса эш алып барыла, тине Республика Башлығы. Радий Хәбиров Ҡаҙағстан вәкилдәрен быйыл көҙ Өфөлә Рәсәй һәм Ҡаҙағстан төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумына саҡырҙы.
🤮1
Башҡортостандан махсус хәрби операция биләмәһенә 108-се гуманитар ылау оҙатылды

Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, колонна менән 8 йөк машинаһы юлға сыҡты. Хәрбиҙәргә машиналар, ағас материалдар, мобиль мунсалар, мейестәр, эш ҡоралы, кейем, аҙыҡ-түлек алып барыла. Йөк 10 хәрби подразделениеға тәғәйенләнә.
Башҡортостанда шәкәр етештерелә

Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөнгә Шишмә һәм Раевка заводтары 1 миллион 250 мең тонна сөгөлдөр эшкәрткән. 187 мең тоннанан ашыу шәкәр сығарылған. Уҙған йылда республикала шәкәр сөгөлдөрө 19 районда үҫтерелде, 1 миллион 600 мең тонна йыйып алынды.
"Яҡтыкүл" тау саңғыһы үҙәгенә тиклем маршрутта мобиль элемтә яҡшырҙы

Туристик биләмәлә яңы ҡоролмалар урынлаштырылды. Йәлембәт, Күлле, Михайловка, Красная Башкирия ауылдарында 4G элемтә булдырылды. "Яҡтыкүл"гә Башҡортостан халҡынан тыш, Силәбе, Свердловск, Төмән, Татарстан, Һамар туристары күпләп килә. Навигация приборҙары, социаль селтәрҙәрҙе ҡулланған элемтә һәм интернет сифаты ҙур әһәмиәткә эйә, - тип хәбәр итәләр Һанлы үҫеш министрлығынан.
Прокуратура Өфө урамдарын ҡарҙан таҙартыуҙы һөҙөмтәһеҙ тип тапты

Ҡарлы урамдарҙа оҙон тығындар барлыҡҡа килә. “Ихаталарҙа машиналар көрттә бата, бер-береһенә килеп бәрелә”, - тип яҙа социаль селтәрҙә баш ҡала халҡы. Күҙәтеүсе ведомствонан белдереүҙәренсә, коммуналь хеҙмәттәрҙең эшен көсәйтеү өсөн тейешле саралар күрелә.Өфө урамдарын таҙартыуға көн һайын 400 берәмек торлаҡ-коммуналь техника 1 мең 300 хеҙмәткәр йәлеп ителә. Шул уҡ ваҡытта халыҡ баш ҡала хакимиәте сайтында 6 мең самаһы заявка ҡалдырған.
Башҡортостанда юл хеҙмәттәре бер йылда 100 меңдән ашыу соҡор ямаған

Махсус электрон система ярҙамында юлдағы етешһеҙлектәр теркәлә һәм ремонт үткәрелә. Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан белдереүҙәренсә, юл соҡорҙарын ямау йыл әйләнәһе алып барыла. Ҡышын юл хәрәкәте хәүефһеҙлегенә йоғонто яһаған ҙур соҡорҙар ремонтлана. Дүрт йылда электрон система ярҙамында 500 меңдән ашыу соҡор асыҡланған һәм юҡ ителгән.
Рәсәйҙә күп балалы ғаилә статусы аныҡланды

Президент Владимир Путин тейешле указға ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы, өс һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ғаилә күп балалы тип атала. Уҡып йөрөгән өлкән балаға 23 йәш тулғансы социаль ярҙам күрһәтелә. Күп балалы ғаиләләргә дәүләт пособиеһы түләнә, әсә кешегә ваҡытынан алда пенсия тәғәйенләнә, музей, күргәҙмә, ял һәм мәҙәни парктарына бушлай инергә рөхсәт ителә. Указ эстәлеге менән рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында танышырға була. 2024 йыл Рәсәйҙә Ғаилә йылы тип иғлан ителде.
Өфөлә Агросәнәғәт форумы барышында 9 һөнәри конкурс ойошторола

Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, малсылыҡта заманса технологиялар ҡулланыу, ауыл хужалығында яңы сорттар сығарыу, үҫемлекселекселектә фәнни тикшеренеүҙәр алып барыу һәм башҡа йүнәлештәр буйынса иң яҡшылар асыҡлана. "Агрокомплекс" күргәҙмәһе һәм Агросәнәғәт форумы Өфөлә март аҙағында уҙғарыла.
2👍1