БСТ | Яңылыҡтар
2.39K subscribers
5.18K photos
8.09K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Прокуратура хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән тәбрикләне

Ведомствоға нигеҙ батша Петр 1-се указы менән 302 йыл элек һалына. Прокуратура 3 быуаттан ашыу илдәге тәртип, хоҡуҡ һағында тора. Башҡортостан Рәсәйҙә иң һөҙөмтәле эшләгәндәрҙән һанала.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Кушнаренко районы ирекмәндәре махсус хәрби операция биләмәһендәге яугирҙарға ярҙам әҙерләй

Ирекмәндәрҙән махсус хәрби операция биләмәһендәге яугирҙарға ярҙам. Кушнаренко районында был игзге эште Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр шатабы ойоштора. Улар эшмәкәрлеге хаҡында репортаж.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Мәскәү милләттәр йортонда Гөлдәриә Йосопова менән ижади осрашыу үтте

Мәскәү милләттәр йортонда яҙыусы, шағирә һәм журналист, Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы Гөлдәриә Йосопова менән ижади осрашыу үтте. Уны Мәскәү башҡорттарының ижади берекмәһе ойошторҙо. Әҙәби-музыкаль сарала илебеҙҙең баш ҡалаһында йәшәгән милләттәштәребеҙ менән бергә Мәскәү ижади ойошмалары ағзалары, шиғриәт һөйөүсе төрлө быуын вәкилдәре ҡатнашты.
👍21🤮1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда «Һөт кухняһы» сиктәрендә 15 тоннанан ашыу һөт эшкәртелгән

Ул 2019 йылда тергеҙелеп, бөгөн республиканың бер нисә нөктәһендә эшләй. Ошо ваҡытта һөт ризыҡтары 70 меңдән ашыу кешегә таратылған. Цехтарҙа эш нисек алып барыла һәм кем бушлай һөт ризыҡтарына дәғүә итә? Нефтекама «Һөт кухняһы»нан репортаж.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Белорет районында милли һәм этник спорт төрҙәренең республика ярышы үтте

Белорет районында Биграрыҫлан Солтанов иҫтәлегенә милли һәм этник спорт төрҙәренең республика ярышы үтте. Уның исеме күптәргә профессиональ башҡорт һынлы сәнғәтенә нигеҙ һалыусы Ҡасим Дәүләткилдиевтың «Башҡорт һунарсыһы» картинаһы аша таныш. Икенсе тапҡыр ойошторолған спорт сараһы шәхестең исемен мәңгеләштереп, географияһын да киңәйтте.
Башҡортостандың көньяғында медицина белгестәре әҙерләнә башлай

Хәйбулла районының Исмәғил Тасимов исемендәге Аҡъяр тау байыҡтырыу колледжы етәкселеге яңы уҡыу йүнәлешен асыу тәҡдиме менән сыҡты. Радий Хәбиров ошо турала белдерҙе. Республика Башлығы әйтеүенсә, яңы бүлек республиканың көньяҡ райондарын һәм күрше төбәктәрҙе медицина кадрҙары менән тәьмин итергә мөмкинлек бирә.
Аҡъяр тау байыҡтырыу колледжында медицина белгестәренә студенттарҙы тәүге ҡабул итеү 2025 йылда планлаштырыла.
Башҡортостанда “Ярҙам поезы” яугирҙәрҙе һәм уларҙың ғаиләләрен хәстәрләй

Белгестәр махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандар һәм ветерандарға консультация бирә. Ғинуарҙа граждандар менән осрашыу Нефтекама һәм Дүртөйлө ҡалаларында үтте. Белгестәр документтар юллау, медицина хеҙмәте һәм социаль ярҙам сараларына бәйле һорауҙарға яуап бирә. Поездың киләһе туҡталышы 26 ғинуарҙа Борайҙа була. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандар шулай уҡ “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондының төбәк филиалына мөрәжәғәт итә ала. Ул Өфөнөң Минһажев урамындағы 107-се йортта урынлашҡан. Үҙәк көн һайын иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем эшләй. Бәйләнеш телефоны: 8 (347) 268-01-02.
👌1
Балалар онкология һәм гематология үҙәге бәләкәй пациенттарҙы ҡабул итә башланы

Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан белдереүҙәренсә, дауахана ошо кесаҙна, 25 ғинуарҙа, рәсми асыла. Үҙәк “Сәләмәтлек” милли проекты буйынса 2021 йылда төҙөлә башланы. Бының өсөн яҡынса 4 миллиард һум тотонолдо. Клиникала яман шеште дауалау буйынса юғары медицина ярҙамы күрһәтелә. Дауахана 92 урынға иҫәпләнгән.
Башҡортостанда Еңеү байрағы күсермәһен дөрөҫ ҡулланмаған өсөн штраф була

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары закон проектына төҙәтмә әҙерләгән. 9 майҙа дәүләт һәм муниципаль ойошмалар биналарында Еңеү байрағы күсермәһе ҡуйылырға тейеш. Бындай талапты үтәмәгән йәки боҙоп башҡарған өсөн 10-25 мең һум штраф һалына.
👎1
Йәш ауыл уҡытыусыларына гранттар тураһында указға төҙәтмәләр индерелде

Хәҙер халыҡ һаны 20 меңгә тиклем булған ауыл-ҡалаларҙа йәшәүселәр ҙә дәүләт ярҙамына дәғүә итә ала. 35 йәшкә тиклемге педагогтарға 700 мең һумға яҡын аҡса ҡаралған. Конкурста ҡатнашыу өсөн документтарҙы 1 февралдән һуң тапшырырға мөмкин.
Хәрбиҙәргә дәүләт программаһы буйынса ярҙам күрһәтелә

Башҡортостанда "Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү" программаһына ярашлы, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтелә. Хәрбиҙәр һәм уларҙың ғаиләләренә социаль түләүҙәр сираттан тыш бирелә. Республика хөкүмәтенең шундай ҡарары бар. Дәүләт ярҙамы торлаҡ төҙөлөшөнә, йорт-фатир алыуға тотонола. 2023 йылда 14 ғаиләгә 40 миллион һумлыҡ ярҙам булған. Программаға ярашлы, бындай эш быйыл да дауам итә.
Быйыл Өфөлә ремонт буласаҡ урамдар аталды

Дөйөм оҙонлоғо 29 километр юл тәртипкә килтерелә. Эштәр 11 урында алып барыла. Исемлектә Благовар, Магистраль, Зорге урамдары, Өфө-Дим юлы бар. Шулай уҡ халыҡ мөрәжәғәттәренән һуң Шаҡша-Базилевка һәм Федоровка-Йылҡыбай юлдары ремонтлана.
Бөрөлә Ағиҙел аша боҙҙан үтергә мөмкин

Бындағы ҡышҡы күпер йәнә асылды. Ул хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирә. Боҙ юлынан ауырлығы 3 тоннанан артмаған машиналар үтә ала. 7 ғинуарҙа был урында фажиғә булды. Ауыр фура батты, водителенең ғүмере өҙөлдө. Йөк машинаһы ауырлығы боҙ күперендә рөхсәт ителгән норманан күп тапҡырға ҙур булған.
Ауыл һәм ҡалаларҙа урамдар яҡты була

Был турала Радий Хәбиров социаль селтәрҙә хәбәр итә. Уҙған йылда 3 мең бағана, 8 мең яҡтыртҡыс урынлаштырылды. Бының өсөн 300 миллион һум бүленде. Бөтә проблеманы бер юлы хәл итеп булмай. Эҙмә-эҙлекле эш алып барабыҙ, - ти Радий Хәбиров. Башҡортостанда урамдарҙы яҡтыртыу программаһына быйыл 200 миллион һум йүнәлтелә.
🤣1
"Башҡортостан тауары" тип тамғаланған продукция артҡан

Проект дипломанттары һаны күбәйә бара. Сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев белдереүенсә, бөгөн ошо бренд аҫтында 767 етештереүсе эшләй. Уларҙың күбеһе аҙыҡ-түлек етештерә. Республикала сығарылған 29 мең тауар "Башҡортостан тауары" тип тамғалана. Продукция сит илдәргә лә һатыла. Беҙҙең республика етештергәнде Ҡаҙағстан, Беларусь, Үзбәкстан, Төркиә, Ҡытай һәм Берләшкән ғәрәп әмирлектәре күпләп ала.
Башҡортостанда "Минең шәжәрәм" конкурсына эштәр ҡабул итеү ваҡыты оҙайтылды

Ижади бәйге - йәштәрҙә илһөйәрлек тәрбиәләү, тарихты өйрәнеү маҡсатында уҙғарыла. Был юлы эштәр Өфө тарихына бағышлана. Конкурста 8-11-се класс уҡыусылары ҡатнаша. Уларҙың эштәре 1 мартҡа тиклем ҡабул ителә, тип белдерәләр Башҡортостандың милли архивынан.
😁3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
⚡️Владимир Путин Башҡортостанды яратыуын белдерҙе

❗️Бөгөн ил Президенты рәсми рәүештә Ғаилә йылына старт бирҙе һәм Стәрлетамаҡ районынан Әхмәровтар ғаиләһе менән осрашты. Былтыр яҡташтарыбыҙ «Йыл ғаиләһе» конкурсында «Ғаилә – йолалар һаҡсыһы» номинацияһында еңеү яулаған. Хәҙер иһә яңы федераль конкурста үҙ көстәрен һынайҙар.

Путин Башҡортостанды яратыуын һәм борон-борондан Ватанын һаҡлаған яугирҙар менән ғорурланыуын белдерҙе.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров эш сәфәре менән Ҡаҙағстанға юлланды

Берҙәм хеҙмәттәшлек - үҫешкә нигеҙ. Иртәгә Астанала «Ҡаҙағстан - Башҡортостан» бизнес-форумы старт ала. Радий Хәбиров республиканың рәсми делегацияһын етәкләй. Уның составына төбәктең Хөкүмәт, төрлө министрлыҡ-ведомство етәкселәре, бизнес-берләшмә вәкилдәре ингән. Мәртәбәле сара сиктәрендә эшлекле осрашыуҙар көтөлә. Әлегә Ҡаҙағстандың иген союзы һәм Аҙыҡ-түлек контракт корпорацияһы менән һөйләшеүҙәрҙең уңышлы үтеүе билдәле.
👍3💩2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров бөгөн республика гәзит-журналдарының баш мөхәррирҙәре менән осрашты

Матбуғат йортона капиталь ремонт, ваҡытлы матбуғат баҫмалары журналистарына эш хаҡын күтәреү, Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейына әҙерлек. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров бөгөн республика гәзит-журналдарының баш мөхәррирҙәре менән осрашты. 2024 йыл республикала төбәк, федераль һәм халыҡ-ара кимәлдәге мөһим ижтимағи-сәйәси ваҡиғалар менән билдәләнәсәк. Дәүләт Президентын һайлау, Өфөлә үтәсәк Рәсәй һәм Ҡаҙағстандың төбәк-ара хеҙмәттәшлек һәм халыҡ-ара спорт форумдары. Республика киң мәғлүмәт саралары алдында мөһим бурыстар тора.
👍2💩1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баш ҡалала Башҡортостан башлығын хуплап концерт ойошторола

Башҡортостан халҡы республика башлығы Радий Хәбировты яҡлап концерт ойошторорға теләк белдерә. Был тәҡдимде билдәле йәмәғәтселәр, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, табиптар, уҡытыусылар яҡлап сыҡты. Сараның маҡсаты күп милләтле республиканың берҙәмлеген, татыулығын күрһәтеү. Йәмәғәтселек Башҡортостан башлығы алып барған сәйәсәтте хуплап, баш ҡалала йыйылырға ниәтләй. Митинг-концерт йома, 26 ғинуарҙа Өфөнөң Телеүҙәк алдындағы майҙанда, көндөҙгө сәғәт 1-ҙә башлана
💩5👍2