БСТ | Яңылыҡтар
2.39K subscribers
5.18K photos
8.11K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Республикала хәрбиҙәргә һәр яҡлап ярҙам күрһәтелә

Башҡортостанда махсус хәрби операция башынан 25 меңдән ашыу хәрби һәм уларҙың ғаилә ағзалары медицина ярҙамы алған. Был турала хөкүмәттә үткән кәңәшмәлә белдерелде. - Иң мөһим бурыстарҙың береһе - сифатлы медицина реабилитацияһы һәм психологик ярҙам ойоштороу. Беҙҙә махсуслашҡан дауалау учреждениелары бар, -тине Премьер-министр Андрей Назаров. Республика һаулыҡ һаҡлау министрлығына махсус хәрби операцияла яҡындарын юғалтҡан ғаиләләргә психологик ярҙам күрһәтеү сифатын яҡшыртырға ҡушылды.
🤡2
Башҡортостанда өс китапханаға республиканың мәҙәниәт эшмәкәрҙәре исемдәре бирелә

Документ менән рәсми мәғлүмәттәр порталында танышырға мөмкин. Бишбүләк районы Уҫаҡ-Кисеү ауыл китапханаһы башҡорт яҙыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре Таһир Ахунйәнов исемен ала. Бүздәк районы Ҡаңны-Төркәй ауыл китапханаһы халыҡ шағиры Факиһа Туғыҙбаева исемен йөрөтә. Өфөләге 17-се балалар китапханаһына башҡорт әҙәбиәте белгесе Морат Рәхимғолов исеме бирелә.
Христиандар оло дини йолаһын билдәләй

18 ғинуарҙан 19-ына ҡарай төндә теләгән һәр кем һыуға сума ала. Дини байрамға бәйле Өфөлә бер нисә урамда транспорт йөрөшө сикләнә. 18 ғинуар киске етенән 19 ғинуар иртәнге һигеҙгә тиклем Маяковский, Бехтерев, Киров, Амур һәм Крәҫтиән урамдарының бер өлөшө ябыла.
🤔1
Фаил Алсыновты* ни өсөн хөкөм иттеләр?

https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2024-01-18/fail-alsynovty-ni-s-n-h-k-m-ittel-r-3608143

* – включен в перечень террористов и экстремистов по данным Росфинмониторинга.
🤔3🤡2🌚2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Башҡортостан» мотоуҡсылар полкының хәрби часы яугирҙары махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды

«Башҡортостан» мотоуҡсылар полкының хәрби часы яугирҙары тыуған яҡта ял иткәндән һуң, махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Яҡташтарыбыҙҙы оҙатыу тантанаһы «Өфө-Арена» спорт комплексы алдындағы майҙанда үтте. Юлға сығыр алдынан хәрбиҙәрҙең береһе яуҙа күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн Башҡортостан башлығы Указына ярашлы Миңлеғәле Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде. Яугирҙар өйҙәренә ярты йыл хеҙмәт иткәндән һуң, ике аҙналыҡ ялға ҡайтҡан булған. Улар әйтеүенсә, тыуған ер һауаһын һулап, яҡындары менән аралашыу еңеүгә көс-дәрт өҫтәгән.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда быйыл өҫтәмә 13 газ заправкалау станцияһы төҙөү бурысы ҡуйылған

Республикала машиналарҙы газға ташлама менән күсерергә мөмкин. Сығымдарҙың бер өлөшөн дәүләт һәм «Газпром» ойошмаһы ҡаплай. Ғөмүмән, Башҡортостанда быйыл өҫтәмә 13 газ заправкалау станцияһы төҙөү бурысы ҡуйылған. Әле республикала ошондай 51 станция иҫәпләнә, улар һаны буйынса республика илдә икенсе урында.
👍1
Республикала тимер-бетон изделиелар етештерелә башлай

“Уралстройтранс” заводы Нефтекамалағы йылдам үҫеш биләмәһе резиденттары исемлегенә индерелде. Компания йорт һәм биналар төҙөлөшөндә ҡулланылған тимер-бетон изделиелар сығарыуға 4 миллион һум самаһы инвестиция индерергә ниәтләй. Предприятиела 12 яңы эш урыны булдырыла. Беренсе продукцияны киләһе йылдың беренсе кварталында сығарыу ҡарала. Хөкүмәт премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов белдереүенсә, республика делегацияһы февраль башында эш сәфәре менән Белоруссияға бара. Уның составында йылдам үҫеш биләмәһе резиденттары ла була.
👍2
Республикала ҡырағай хайуандар өсөн 170 тонна аҙыҡ әҙерләнгән

Кешеләрҙең хәстәрлеге мышы, ҡабан, ҡоралай, ҡуян һәм башҡа кейектәрҙең һанын һаҡлап ҡалырға ярҙам итә. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов белдереүенсә, зоология заказниктары һәм тәбиғәт парктарында 200-гә яҡын махсус урын булдырылған. Һалҡында һәм тәрән ҡар ятҡанда хайуандарға аҙыҡ табыу ауыр. Беҙ уларҙы хәстәрләргә бурыслы, ти ведомство етәксеһе. Республика урмандарында һәм фермер хужалыҡтарында болан-маралдар йәшәй. Белоруссиянан килтерелгән зубрҙар ҙа Башҡортостан тәбиғәтен үҙ итте.
Башҡортостанда "Айыҡ ауыл" конкурсы ярҙамында социаль мәсьәләләр хәл ителә

4 йыл эсендә был бәйгелә ҡатнашҡан ауыл биләмәләрендә 30 яңы балалар баҡсаһы һәм спорт майҙансығы, 12 парк булдырылған, урамдар төҙөкләндерелгән 2023 йылда дөйөм приз фонды 40 миллион һум булған. Еңеүселәр алған аҡсаны биләмәләрҙе төҙөкләндереүгә тотонған. "Айыҡ ауыл" конкурсы Республиканың ауыл биләмәләре араһында уҙғарыла.
"Башҡорт оҙон ғүмерлелеге" программаһы киңәйтелә

Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова белдереүенсә, быйылдан яңы йүнәлештәр ҡаралған. Программала ҡатнашыусылар Мәскәү, Санкт-Петербург һәм Ҡаҙағстанға сәфәр ҡыла аласаҡ. Проект Радий Хәбиров башланғысы менән ғәмәлгә ашырыла. Өлкән йәштәгеләрҙең сәләмәтлеген яҡшыртыу, уларҙы әүҙем ялға йәлеп итеү маҡсаты ҡуйыла.
Республика игенде күберәк һата башлаған

Башҡортостан ауыл хужалығы предприятиелары бер йылда сит илдәргә 471 мең тонна иген оҙатҡан. Был 2022 йылдағынан ике тапҡырға күберәк. Ауыл хужалығы күҙәтеү хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, Башҡортостан игенен ғәҙәттә Әзербайжан, Бельгия, Беларусь, Германия, Грузия, Дания, Ҡаҙағстан һәм Үзбәкстан ала. Экспортҡа башлыса бойҙай һәм арпа сығарылған.
Башҡортостанда пилотһыҙ осоу аппараттары менән идара итергә өйрәтәләр

Быйыл 30 төбәктең колледж һәм мәктәптәрендә яңы система һынала, улар пилотһыҙ авиацияны ҡулланыуҙы өйрәтеү буйынса тейешле ҡорамалдар менән йыһазландырыла. Мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙин социаль селтәрҙә хәбәр итеүенсә, проектҡа ярашлы, быйыл 21 белем биреү ойошмаһында махсус кластар һәм түңәрәктәр булдырыла, уҡытыусылар әҙерләнә. -Башҡортостанда 3 мең ярымдан ашыу мәғариф учреждениеһы бар. Уларҙа 854 мең кеше белем ала, - тине министр.
Башҡортостанда быйыл йәшәү минимумы яҡынса 9 процентҡа артты

Республика Хөкүмәте бойороғо донъя күрҙе. Уға ярашлы ярашлы, 1 ғинуарҙан йәшәү минимумы 13 мең 753 һум була. Бындай күрһәткес социаль түләүҙәрҙе иҫәпләү өсөн кәрәк. Йәшәү минимумы артыу менән балалы мохтаж ғаиләләргә лә пособие күберәк була. Яңы йылдан минималь хеҙмәт хаҡы ла артты. Беҙҙең республикала урал һәм төбәк коэффициенттарын иҫәпкә алғанда, 23 мең 389 һумға етә. Бюджетҡа ҡарамаған тармаҡтарҙа эш хаҡы ошо сумманан кәм булмаҫҡа тейеш.
💩1
Башҡортостандан ике коллектив “Волга буйы театрҙары” фестивале финалында ҡатнаша

Унда йәштәр һәм балалар театрҙары сығыш яһай. 5-се юбилей миҙгелендә 14 төбәктән 28 спектакль һайлап алынды. Беҙҙең республиканан “Табын” халыҡ ижады коллективы һәм “Күңел күҙе” халыҡ инклюзив театры ҡатнаша. Ошо көндәрҙә эксперттар видеоспектаклдәрҙе ҡарап рейтинг әҙерләй. Еңеүселәр Ижевскиҙа 27 мартта, Бөтә донъя театр көнөндә, иғлан ителә.
🤮1
Башҡортостанда былтыр йәшелсә һәм емеш импорты дүрт тапҡырға кәмегән

Ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәте төбәк идаралығынан белдереүеҙәренсә, 2023 йылда 1 миллион 177 мең тонна индерелгән. Үзбәкстан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Төркиә һәм Ҡытайҙан кәбеҫтә, борос, сөгөлдөр, алма, нектарин, хөрмә, һары сейә, мандарин, ҡарбуз һәм ҡауын импортланған. Картуф, помидор, ҡыяр үҙебеҙҙә етештерелгән.
Өфөлә юғары уҡыу йорттары студент ҡаласығында киберспортсылар әҙерләнә

IQ-паркта виртуаль ысынбарлыҡ майҙансығы булдырыла. Былтыр Өфө фән һәм технологиялар университеты командаһы Башҡортостан чемпионатында еңеү яуланы. Әле 900-ҙән ашыу кеше киберспорт менән ныҡлы шөғөлләнә. Быйыл февралдә Ҡазанда Киләсәк уйындары уҙа. Унда бөтә донъянан 2 меңдән ашыу киберспортсы ҡатнаша. Турнирға Өфө вәкилдәре лә саҡырылған.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡорт батырының ҡыйыулығына дрондар ҙа ҡаршы тора алмаған!

Кадрҙа Силәбе өлкәһенең Ҡомкүл ауылынан «Бабай» позывнойлы һалдат. Ул алғы һыҙыҡта үҙенә һөжүм иткән дошман дронын шартлатҡан. Был үҙенсәлекле видеояҙма бөтә донъяға таралды һәм күптәр һоҡланыуын белдерә.

Әлеге осраҡ башҡорт яугирҙәренең батырлығын һәм ҡыйыулығын асыҡ күрһәтә. Бирешмәгеҙ, яҡташтар!
👍7
Башҡортостанда Йылҡысылыҡ үҙәге булдырыла

Проект әҙерләнгән, төҙөлөш киләһе йылда башланырға тейеш. Йылҡысылыҡ үҙәге Евразия күсмә цивилизациялар музейына инә. Был турала Радий Хәбиров белдерҙе. "Башҡорт аты институтын булдырҙыҡ, йылҡысылыҡ үҫешенә иғтибар арта", - тине ул.
💩4🤡1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә аутизмды дауалауҙа заманса алымдарға арналған Бөтә Рәсәй конференцияһы үтте

Сараны республиканың Һаулыҡ һаҡлау һәм Мәғариф министрлыҡтары «Бәхет биләмәһе» хәйриә фонды менән берлектә ойошторҙо. Аутизмдың этиологияһы әлегә тиклем асыҡ түгел. Сир һәр кешелә төрлө булыуы ихтимал һәм уны дауалау алымдары ла айырыла. Шуға күрә һәр кемгә индивидуаль ҡараш талап ителә.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда медицина ҡалдыҡтарын эшкәртеү буйынса тағы ла бер завод асыу ҡарала

Уны Мәскәү өлкәһенең «Стериум» компанияһы төҙөргә ниәтәлй. Был инвесторҙарҙың Башҡортостандағы тәүге проекты түгел. Бөгөн Иглин районында медицина ҡалдыҡтарын эшкәртеү буйынса Рәсәйҙәге тәүге завод сафҡа индерелде, ул Б класлы хәүефле ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү буйынса махсуслашҡан. Завод эшенә оператив кәңәшмәнән онлайн рәүештә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров старт бирҙе.