БСТ | Яңылыҡтар
2.4K subscribers
5.17K photos
8.07K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Ҡытай инвесторҙары Башҡортостанда фиброцемент материалдар етештереүҙе яйға һала

Республика Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, етештереү майҙансыҡтарын "Алға" биләмәһендә урынлаштырыу тәҡдим ителә. Бында төрлө ташлама ҡаралған. Ҡытай инвесторҙары менән тәүге осрашыу Башҡортостан делегацияһының был дәүләткә сәфәре барышында булды. Һөйләшеүҙәр Өфөлә Халыҡ-ара бизнес аҙналығында дауам итте. Ошо көндәрҙә Ҡытай эшҡыуарҙары етештереү өсөн тәҡдим ителгән биләмәне ҡараны.
Бөгөн Өфөлә Бөтә Рәсәй юристар форумы башлана

Ул илдә билдәләнгән Юристар көнө уңайынан ойошторола. Бөгөн “Шәхси хоҡуҡ тураһында диалог” тигән фәнни-ғәмәли конференция була. 1 декабрҙә Рәсәй Президенты янындағы гражданлыҡ закондарын камиллаштырыу Советының күсмә ултырышы үтә. Унда федераль закон проекттары хаҡында фекер алышыу ҡаралған. Форум барышында Павел Крашенинниковтың китабы менән таныштырыу була. Эшлекле йыйын программаһына Рәсәй юристар берләшмәһенең Башҡортостан бүлексәһе конференцияһы ла ингән. Сара аҙағында “Йыл юрисы” премияһы тапшырыла.
Рәсәй Ҡыш Бабайының тимер юл сәйәхәте дауам итә

Поезд 11 ноябрҙә Бөйөк Устюгтан ҡуҙғалып китте. Кисә ул Ханты-Мансы автономиялы округында – Нижневартовскийҙа булды. Иртәгә Омск ҡалаһына барып етә. Поезд 32 мең километрҙан ашыу юл үтә, Рәсәйҙең 80 ҡалаһында туҡталыш яһай. 19 декабрҙә Ҡыш Бабайҙы Өфөлә ҡаршылайҙар. Байрам ойоштороусылар 27 декабрҙә Мәскәү халҡын тәбрикләй. Яңы йылды Петрозаводск ҡалаһында ҡаршылай.
Шаҡша күпере көтөлгәндән тиҙерәк файҙаланыуға тапшырылыуы мөмкин

Ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, контракт буйынса эштәр 2025 йылдың апрелендә теүәлләнергә тейеш. Әлеге графикка ярашлы 2024 йылдың декабрендә төҙөп бөтөү мөмкинлеге бар. Шаҡша ауылы янында Өфө йылғаһы аша күпер милли проектҡа ярашлы төҙөкләндерелә. Ремонт быйыл июлдә башланды. Капиталь эштәр өсөн 2 миллиард һумдан ашыу аҡса тотонола.
Башҡортостанда быйыл 2,6 миллион квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылды

Төҙөлөш һәм архитектура министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, йыл аҙағынаса тағы 500 мең квадрат метр торлаҡ тапшырыу бурысы ҡуйылған. Торлаҡ төҙөлөшө күрһәткесе буйынса беҙҙең республика Волга буйы округында икенсе урында килә. Лидерҙар араһында Өфө, Стәрлетамаҡ, Октябрьский, Нефтекама ҡалалары, Өфө, Иглин, Стәрлетамаҡ, Ҡырмыҫҡалы һәм Әбйәлил райондары күрһәтелгән.
Башҡортостан вәкилдәре Russian Event Awards конкурсында 31 наградаға эйә булды

Ошо көндәрҙә Түбәнге Новгородта Бөтә Рәсәй туристик премияһының финалы уҙҙы. Беҙҙең республиканан алты проект Гран-при яуланы. “Башҡорт аты” халыҡ-ара фестивале, “Әйҙә уйнарға!” балалар байрамы, Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумы, “Шүлгәнташ” музей комплексы, Бөрө ҡалаһы һәм Башҡортостан республикаһы иң юғары бүләккә лайыҡ булды. Быйыл “Туризм” милли проекты буйынса беҙҙең республика 552 миллион һум йәлеп иткән.
Мәскәүҙә Башҡортостан менән яҡындан танышырға була

“Рәсәй” халыҡ-ара күргәҙмә-форумы барышында 3 декабрҙә Башҡортостан Республикаһы көнө уҙа. Унда Радий Хәбиров етәкселегендә рәсми делегация ҡатнаша. Ҡунаҡтарға бай мәҙәни программа тәҡдим ителә. ВДНХ-ла “Терра ҡыш” фестивале һәм “Башҡорт оҙон ғүмерлеге” проекты презентациялана, башҡорт биҙәүестәре һәм ҡурай эшләү, башҡорт бейеүҙәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторола, милли ризыҡтарҙан ауыҙ итергә була. Башҡортостан сәнғәт оҫталары әҙерләгән ҙур концерт программаһы ла күрһәтелә.
Рәсәй Хөкүмәте доброволецтарға страховка түләү тәртибен раҫланы

2022 йылдың 24 февраленән үҙ теләге менән махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә яраланған йәки контузия алған, шулай уҡ инвалид булған осраҡта компенсация бирелә. Яуҙа һәләк булған доброволецтар өсөн страховканы уның яҡын туғандары алырға хоҡуҡлы. Компенсацияны юллау өсөн хәрби комиссариатҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Быйыл августа Рәсәй Президенты Владимир Путин доброволецтарҙы мотлаҡ страховкалау буйынса указға ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы, махсус хәрби операцияла һәләк булған яугир өсөн туғандары 3,1 миллион һум ала, беренсе төркөм инвалидтарға 2,3 миллион һум түләнә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан Йәмәғәт палатаһының 6-сы составы эш һөҙөмтәләрен барлай

Бөгөн палатаның йомғаҡлау ултырышы үтте. Коронавирус пандемияһы, махсус хәрби операция... Алтынсы составҡа ил, республика өсөн ҡатмарлы шарттарҙа эшләргә тура килә. Әммә йәмәғәт палатаһы ағзалары әүҙем гражданлыҡ позицияһы күрһәтә, илһөйәрлек өлгөһө булып тора.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө районының Шамонин ауылы халҡы һирәк йөрөгән йәмәғәт транспортына зарлана

Ауыл йылдам үҫешә, әле унда 3 мең ярым кеше йәшәй. Уларҙың күбеһе көн һайын Өфөгә йөрөп эшләй, уҡый. Йәмәғәт транспорты хеҙмәте менән ҡулланыусылар ҙа бихисап. Ләкин автобустарҙың хәрәкәт итеү интервалы бер сәғәткә тиклем еткәне лә бар, ти урындағы халыҡ.
🔥3😱1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң 2-се балалар поликлиникаһын яңырыу көтә

Медицина учреждениеһы эшмәкәрлеге менән бөгөн Башҡортостан башлығы яҡындан танышты. Поликлиника Киров районы балалары сәләмәтлеге һағында тора. Өфөлә уның 6 бүлексәһе эшләй, 7 -сеһе тиҙҙән Һынаусылар урамында сафҡа инергә тейеш. 40 меңдән ашыу пациент беркетелгән. Башҡортостан башлығы 2-се балалар поликлиникаһының Степан Кувыкин урамындағы филиалында булды. Ул табиптарҙың эш бүлмәләрен, процедура кабинетын, фтизиотерапия, рентген, функциональ диагностика һәм УЗИ бүлмәләрен ҡараны.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбировҡа мөрәжәғәттән һуң соҡорло юл ярты көн эсендә ямап ҡуйылған

Тура бәйләнеш мөғжизәһе. Радий Хәбировҡа мөрәжәғәттән һуң Өфөнөң Зорге урамындағы соҡорло юл ярты көн эсендә ямап ҡуйылған. Был тура линия һөҙөмтәһендә хәл ителгән проблемаларҙың бәләкәй генә бер миҫалы. Башҡортостан башлығы адресына килгән бер мөрәжәғәт тә иғтибарһыҙ ҡалмаясаҡ. Әммә эксперттар фекеренсә, күп кенә мәсьәләләрҙе Республика етәксеһенең ҡушыуын көтмәйенсә лә хәл итергә мөмкин ине.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә 9-сы Дөйөм Рәсәй юридик форум старт алды

Эшлекле сара «Шәхси хоҡуҡ тураһында диалогтар» тип исемләнгән ғилми-ғәмәли конференциянан башланды. Рәсәй президенты ҡарамағындағы Сергей Алексеев исемендәге шәхси хоҡуҡ тикшеренеү үҙәге ойошторған форумдан репортаж.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Шаран районының ҡатын-ҡыҙҙар советы яугирҙар өсөн кәрәкле әйберҙәр туплауҙы дауам итә

Шаран районының ҡатын-ҡыҙҙар советы Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙар союзы акцияһына ҡушылып яугирҙар өсөн кәрәкле әйберҙәр туплауҙы дауам итә. Район ҡатын -ҡыҙҙары туҡмас ҡырҡыу, ҡоро душ яһау, маскировка селтәрҙәре үреү, шәм эшләү кеүек эштә әүҙем ҡатнаша. Шаран районының битараф булмаған халҡы был юлы «Шаран һалдаттарына йылы» акцияһы буйынса юрған һәм пледтар, ойоҡбаш- бирсәткәләр, башҡа кәрәк- яраҡтар йыйҙы.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Белореттар - беҙ бергә!» концерты үтте

Өфөлә Белорет районынан сыҡҡан яҡташтар осрашты. Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында ул «Белореттар- беҙ бергә!» исеме аҫтында үтте. Белорет районы хакимиәте һәм «Артыш» яҡташтар ойошмаһы тарафынан уҙғарылған сара махсус хәрби операцияға ярҙам маҡсатында ойошторолдо. Концертҡа билет һатыуҙан килгән аҡса тулыһынса алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға ебәрелә.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан бөгөн Рәсәй иҡтисади үҫеш министрҙарының тәүге координация кәңәшмәһен ҡабул итә

Рәсәй Президенты Владимир Путин оҙайлы иҡтисади үҫеште тәьмин итеү бурысын ҡуйҙы. Был эште яҡын киләсәктә тормошҡа ашырыу талап ителә. Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министры Максим Решетников белдереүенсә, пандемияға, санкцияларға ҡарамаҫтан, илдә тотороҡло иҡтисади үҫеш күҙәтелә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың комитет ултырыштары «Патриот» паркында үтә

Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың комитет ултырыштары Константин Толкачев тәҡдиме буйынса Шишмә районындағы «Патриот» паркында үтә. Күсмә ултырыштарҙы парламенттың Фән, мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса комитеты башлап ебәрҙе. Ул комитет рәйесе Айбулат Хажин етәкселегендә үтте.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Рәсәй төбәктәре иҡтисади үҫеш министрҙарының координация кәңәшмәһе үтте

Бөгөн Өфөлә Рәсәй төбәктәре иҡтисади үҫеш министрҙарының тәүге координация кәңәшмәһе үтте. Абруйлы форумда илдең иҡтисади үҫеш министры Максим Решетников, Федерация Советы рәйесе урынбаҫары Николай Журавлев, Дәүләт Думаһы комитеты рәйесе Максим Топилин, Рәсәйҙең 80 төбәгенән иҡтисади үҫеш министрҙары һәм делегаттар ҡатнашты. Сара ҡунаҡтарын Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тәбрикләне. Иҡтисади үҫеш буйынса тәүге коррдинация кәңәшмәһенең Өфөлә үтеүе нигеҙһеҙ түгел, форумда республиканың тышҡы һәм төбәк-ара хеҙмәттәшлек буйынса эш тәжрибәһе уңышлы тип баһаланды. Төп темалар хаҡында киләһе яҙмала.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Гражданлыҡ ҡануниәтен камиллаштырыу буйынса ултырыш үтте

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Рәсәй президенты ҡарамағындағы Гражданлыҡ ҡануниәтен кодификациялау һәм камиллаштырыу буйынса совет ултырышында ҡатнашты. Эшлекле сара сиктәрендә күсемһеҙ милек, атап әйткәндә, күршеләр хоҡуғына бәйле айырым положениеларҙы яҡшыртыу мәсьәләһе, интеллектуаль милек, банктролыҡҡа бәйле статьяларға үҙгәрештәр индереү буйынса федераль закон проекттары ҡаралды.