БСТ | Яңылыҡтар
2.41K subscribers
5.18K photos
8.13K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Башҡортостанда Сәнәғәт үҫеше концепцияһы ҡабул ителде

Комплекслы программа 2030 йылға тиклем иҫәпләнгән. Сәнәғәт үҫеше буйынса өс төрлө фараз билдәләнә. Тәүгеһенә ярашлы, тышҡы иҡтисади шарттар насарая, санкциялар көсәйә. Был осраҡта йыллыҡ сәнәғәт үҫеше 3,6 проценттан ҙур булмай. Тағы бер фараз буйынса һәр йыл һайын 6,7 процентҡа тиклем алға китеш көтөлә. Иң яҡшы шарттар тыуғанда иһә тармаҡта үҫеш ике тапҡырға артырға тейеш.
Башҡортостандың 10 ауылында почта бүлексәләре яңыртылды

Был эш илдә Президент Владимир Путин ҡушыуы буйынса алып барыла. Ауырғазы, Бөрө, Борай, Дәүләкән, Ҡырмыҫҡалы һәм Кушнаренко райондарында биналар ремонтланған. Быйыл республиканың 22 районында 35 ауыл почта бүлексәһен яңыртыу маҡсаты ҡуйылған.
😍Башҡортостанда 250 меңенсе сабый тыуған!

Ул — билдәле ғалимдар Бүләковтар ғаиләһендә донъяға килгән кескәй генә Нуриман, тип хәбәр итә республика башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин.

Тарих фәндәре кандидаттары Гөлсәсәк һәм Илнур Бүләковтарҙың улы Республика перинаталь үҙәгендә тыуған. Бөгөн әсә һәм сабый бала табыу йортонан сыҡҡан. Ейәнен ҡаршы алырға билдәле ғалимә, филология фәндәре кандидаты Ғәҙилә Мөҙәрис ҡыҙы Бүләкова ла килгән. Максим Забелин матур ваҡиға менән ҡотлап, йәш әсәгә гөлләмәлә тапшырған.

Бүләковтар ғаиләһен ҡотлайбыҙ!💐
🙏1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
😭Әсиргә эләкмәҫ өсөн үҙ-үҙен дошман менән бергә шартлатҡан

Әбйәлил районының Асҡар ауылынан Артур Ғиләжев 2022 йылдың сентябрендә үҙ теләге менән махсус операцияға юллана. Октябрь айында уҡ Авдеевка йүнәлешендә ҡаты яралана. Яугир отпускыға ҡайтарыла, дауаланғандан һуң йәнә ашығып алғы һыҙыҡҡа китә. Әммә әсе яҙмыш үҙенекен итә, теүәл бер йыл үткәс, Артур Ғиләжев ошо уҡ йүнәлештә һәләк була.

Ошо ваҡытта яугирҙың әсәһе Әлфиә Ғиләжева социаль селтәрҙә ҡамауға ҡалған Рәсәй һалдатының видеояҙмаһы менән уртаҡлаша. «Азов»сылар* төшөргән видеояҙмала һалдат әсиргә эләкмәҫ өсөн үҙ-үҙен дошман менән бергә шартлата. Әсә видеояҙмала үҙенең улы төшөрөлгәнен уйлап та бирмәй. Артурҙың тауышына оҡшаған, ти ул.

🎖️Артур Ғиләжев ҡаһарманлығы өсөн һәләк булғандан һуң Батырлыҡ ордены менән наградаланған.

*Рәсәйҙә тыйылған ойошма.
😱3👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республика мәктәптәре ашханаларында урындағы аҙыҡ-түлек күләме 78 процент биләй

Был турала социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә республика башлығы Радий Хәбиров яҙып сыҡты. Шишмә йәшелсә-емеш питомнигында үҫтерелгән продукция менән Башҡортостандың 14 муниципалитетындағы белем усаҡтары һәм балалар баҡсалары файҙалана. Уларға питомникта үҫтерелгән еләк, алма һәм еләк компоты, ҡарабойҙай, картуф оҙатыла.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Әсә көнөнә арналған тантаналы сара уҙҙы

Бөгөн Башҡортостанда 11 ғаилә «Ата-әсәлек даны» һәм «Ата-әсәлек ҡаһарманлығы» миҙалдарына лайыҡ булды. Бүләкләү тантанаһы «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үтте. Унда республиканың барлыҡ тарафтарынан гүзәл заттар - күп бала тәрбиәләүсе әсәләр, опекун ғаиләләр, лайыҡлы улдар - Ватан һаҡсыларын үҫтергән гүзәл заттар саҡырылды.
4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә финанс партнерлыҡтың эшҡыуарлыҡты үҫтереүҙәге урыны ҡаралды

Өфөлә ун алтынсы халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙналығы дауам итә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, форумда быйыл дүрт меңдән ашыу кеше ҡатнаша. Тармаҡ белгестәре иҡтисадта, бизнеста киләсәккә йүнәлештәр билдәләй.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда иң яҡшы күп фатирлы йорт билдәләнә

Быйылғы конкурс тәртибенә үҙгәрештәр индерелгән. Номинациялар исемлеге 12-гә арттырылған. Еңеү яулаған йортта йәшәүселәргә аҡсалата бүләк тапшырыла. Субсидияны ихатаны төҙөкләндереү йәки йорт советы рәйесенә премия итеп тапшырырға мөмкин.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Ҡайҙа хит?» «Юлдаш» радиоһында заманса эстраданың торошо тикшерелде

Республиканың йыр сәнғәте ниндәй хәлдә? Ни өсөн милли эстрадала яңы хиттар аҙ? Башҡорт эстрадаһы үҫешендәге көрсөктөң сәбәптәре ниҙә? «Юлдаш» радиоһы коллективы ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап эҙләне. Халыҡсан радио ойошторған «Ҡайҙа хит?» конференцияһынан репортаж.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Ләйсән Рәхмәтуллинаның күргәҙмәһе асылды

Бер тында. Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Ләйсән Рәхмәтуллинаның Халыҡ-ара акварель көнөндә о һынлы сәнғәт һөйөүселәргә тәҡдим иткән яңы күргәҙмәһе шулай тип атала. Михаил Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейының «Ижад» күргәҙмәләр залында урынлашҡан экспозицияның исеме акварель жанрында ижад иткән рәссамдарҙың эш алымын сағылдыра.
Башҡортостанда 6 меңдән ашыу эшҡыуар һанлы майҙансыҡ менән файҙаланған

Халыҡ-ара бизнес аҙналығында шулай тип әйтелде. Рәсәй Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ корпорацияһы электрон сервис булдырҙы. Унда бизнес вәкилдәре өсөн төрлө хеҙмәттәр тәҡдим ителә. Мәҫәлән, электрон сервис аша микрокредит юлларға, франшиза һатып алырға була.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
"Юлдаш"- "Радиомания 2023" еңеүсеһе

"Теге өсәү" проекты "Радиоуйын" номинацияһында - беренсе, "Ҡараш" тапшырыуы "Интервью" номинацияһында икенсе урынға сыҡты. Рәсәй Радио Академияһының 52 академигынан торған абруйлы жюри башҡорт телендәге проекттарҙы шулай юғары баһаланы. "Был Башҡортостан өсөн оло еңеү! Милли радиостанциялар араһынан ошондай ҙур еңеүгә өлгәшкән тәүге радионың беҙҙең республиканан булыуы оло мәртәбә", - ти "Юлдаш" радиоһы баш мөхәррире Миләүшә Ғәлиева.
👍2
Ғафури районында яңы фельдшер-акушер пункттары төҙөлә

Заманса йыһазландырылған медицина ойошмалары Ҡормантау, Ҡурғашлы, Архангел ауылдарында асылды. “Сәләмәтлек” милли проектына ярашлы ауылда медицина ярҙамы күрһәтеү сифаты яҡшыра. Ташбүкән ауыл биләмәһе башлығы Илдар Ҡотов әйтеүенсә, Ҡурғашлы халҡы өсөн фельдшер-акушер пункты көтөп алған ваҡиға.
3
Бөгөн "Салауат Юлаев" командаһының тыуған көнө

1961 йылдың 25 ноябрендә Өфө хоккей командаһы беренсе рәсми уйынын уҙғара. “Салауат Юлаев” көйәрмәндәрҙе еңеүҙәре менән һөйөндөрә. Ул Рәсәй чемпионы булды, Гагарин кубогын яуланы. Салауат Юлаев" бөгөн "Трактор" менән көс һынаша. Континенталь хоккей лигаһының даими беренселегендә был уйын Өфөлә үтә. Ул 16 сәғәт 30 минутта башлана. Осрашыуҙы БСТ күрһәтә.
🔥2
Башҡортостан һауыҡтырыу туризмы күрһәткесе буйынса округта беренсе урында

Туристик порталдарҙың береһе рейтинг әҙерләгән. Быйыл 9 айҙа республикала 182 меңдән ашыу кеше шифаханаларҙа ял иткән. Былтыр ҙа шул сама кеше курорттар ҙа булған. Шул уҡ ваҡытта быйыл шифаханалар килеме 13 процентҡа артып яҡынса 5 миллиард һумға еткән.
Башҡортостан һәм Төркиә араһында сауҙа 88 процентҡа артҡан

Өфөлә Халыҡ-ара бизнес аҙналығы барышында Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Төркиәнең Ҡазандағы Генерал консулы Угур Йылмаз менән осрашты. Унда сәнәғәт, ауыл хужалығы, туризм өлкәләрендә хеҙмәттәшлекте нығытыу буйынса фекер алышыу булды. Өфө – Истанбул авиарейсын тергеҙеү, киләһе йылда Анкарала Өфө көндәрен ойоштороу, Төркиә делегацияһының Сибайҙа Инвестиция һабантуйында ҡатнашыу, Өфөлә Рәсәй-Төркиә хөкүмәт-ара комиссияһы ултырышын үткәрәү мәсьәләләре ҡаралды.
Өфөлә танылған ғалим Нияз Мәжитовтың мемориаль класс-музейы булдырылды

Ул Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернатында асылды. Нияз Мәжитов ҡасандыр ошо мәктәпте тамамлаған. Ул ғалим-археолог булараҡ ҙур уңыштарға ирешкән шәхес. “Нияз Мәжитов – ысын патриот. Уҡыусыларҙы уның өлгөһөндә тәрбиәләйбеҙ”, - ти белем усағы директоры урынбаҫары Азамат Шәмсетдинов. Ғалимдың тыуған яғы Ғафури районы Красноусол гимназияһында ла ошондай уҡ класс ойоштороу ҡарала. Белем усағы Нияз Мәжитов исемен йөрөтә.
1
Республикала быйыл 1 мең 400 километр юл төҙөкләндерелә

Был турала Транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов белдерҙе. Юлдың 900 километрҙан күберәге урындағы әһәмиәттә, 450 километры – республика трассалары. Башҡортостан юлдары 50 мең километрға һуҙыла. Беҙҙең респулика был күрһәткес буйынса ил төбәктәре араһында икенсе урында.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ауырғазы районынан Вера Ивановаға «Герой-Әсә» исеме бирелде

Указға Президент Владимир Путин ҡул ҡуйған. Ире Алексей Яковлевич менән бергә улар 11 бала тәрбиәләй. Уларҙың береһе тәрбиәгә алынған. Маҡтаулы исемдән тыш, ғаиләгә 1 миллион һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата бүләк тапшырыла.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Яҡташтарыбыҙ Рәсәй армияһының иң заманса танктарында хәрәкәт итә

Километрҙар аша тура сәпкә. Сергей Зорин исемендәге «Башҡортостан» полкы яугирҙары Рәсәй армияһының иң заманса танктарында хәрәкәт итә. Т90М Прорыв танкы бер нисә километр арауыҡтан дошмандың бронетехникаһын, блиндаждарын юҡҡа сығара ала. Яҡташтарыбыҙ әле Рәсәй Ҡораллы көстәре составында Красный Лиман йүнәлешен яулай.