БСТ | Яңылыҡтар
2.41K subscribers
5.22K photos
8.34K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баш ҡалала Z-быуыны үҫмерҙәр майҙаны асылды

Башҡортостандың патриотик тәрбиә биреү һәм хәрби хеҙмәткә әҙерлек үҙәгендә Z-быуыны үҫмерҙәр майҙаны асылды. Рәсәй Президенты грантына тормошҡа ашырыласаҡ проект хаҡында репортаж.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң Затон биҫтәһендә Яңы йыл шыршыһы ҡуйылды

«Тулҡын» мәҙәниәт һәм ял паркында байрам майҙансығын Затон биҫтәһендә үҫкән ҡупшыҡай биҙәй.
Башҡортостан халҡы географиянан белемен һынай

Халыҡ-ара акция 19 ноябрҙә башлана. География диктантын яҙыу өсөн Өфөлә 20 майҙансыҡ әҙерләнә. Ул ҡала китапханаларында урынлашҡан. 45 минут дауамында 40 һорауға яуап бирергә кәрәк. География буйынса тесты онлайн да үтергә була. Сайтта яуаптар 1 декабргә тиклем ҡабул ителә. География диктанты 2015 йылдан ойошторола. Былтыр беҙҙең республиканан 30 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан.
Башҡортостанда Халыҡ-ара бизнес аҙналығында эшҡыуарлыҡ киләсәге ҡарала

Мәртәбәле сара Өфөлә киләһе аҙнала ойошторола. Унда 15 илдән делегациялар ҡатнашыуы көтөлә. Эшлекле йыйында санкциялар шарттарында эшмәкәрлек алып барыу, килемде арттырыу өсөн экспортта ниндәй алымдар ҡулланыу кеүек мәсьәләләр күтәрелә.
Социаль өлкәгә сығымдар ҙур була

Башҡортостан бюджетына бәйле закон проекты парламентта ҡаралды.Республика Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, вице-премьер–Финанс министры Лира Иғтисамова Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтайҙың профилле комитеттары ултырыштарында сығыш яһаны. 2024 йылда төбәк ҡаҙнаһы 289 миллиард һумға тулылана, сығым 10 миллиард һумға күберәк. Аҙаҡ ике йылда бюджет дефицитһыҙ була. Ҡаҙна социаль йүнәлешле булып ҡала. Уның төп өлөшө мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәткә йүнәлтелә.
Башҡортостанда эшһеҙлек кәмей бара

Бөгөнгә 12 меңгә яҡын кеше халыҡ мәшғүллеге үҙәктәрендә иҫәптә тора. Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова социаль селтәрҙә яҙыуынса, эшһеҙлек кимәле 2 процент менән баһалана. Бындай түбән күрһәткес булғаны юҡ ине. Шул уҡ ваҡытта хеҙмәт баҙарында эшсе һөнәрҙәргә ҙур ихтыяж күҙәтелә. Слесарь, тегенсе, токарь, электрик, иретеп йәбештереүсе талап ителә.
Радий Хәбиров “Рәсәй Транспорты” форумына йомғаҡ яһаны

Республика Башлығы етәкселегендәге делегация Мәскәүҙә мәртәбәле сарала ҡатнашты. Форумда транспорт өлкәһендә төп проекттар ҡаралды. Радий Хәбиров әйтеүенсә, Өфөлә Көнсығыш сығыу юлы киләһе йыл башында файҙаланыуға тапшырыла. Мәскәүҙә “Рәсәй транспорты” халыҡ-ара форумында Башҡортостан айырым стенд әҙерләне. Унда төп проекттар күрһәтелгән.
Башҡортостан Йәмәғәт палатаһының яңы составы раҫланды

Ултырышта төрлө йәмәғәт ойошмаларынан 10 кандидат һайлап алынды. Быға тиклем 20 кешене Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай һәм Республика Башлығы тәҡдим итте. Йәмәғәт палатаһының етенсе составы декабрҙә эшләй башлай. Ул өс йылға тәғәйенләнә.
Өфөлә трамвайҙар селтәре яңыртыла

Республика Башлығы Радий Хәбиров Мәскәүҙә “Рәсәй транспорты” форумы барышында “Мовиста төркөмө” ойошмаһы директорҙар советы ағзаһы Михаил Хромов менән осрашты. Унда концессия шарттарында Өфөнөң көньяҡ өлөшөндә трамвай юлдарын төҙөкләндереү мәсьәләһе буйынса фекер алышыу булды. Бының өсөн 7 миллиард һум федераль грант йәлеп итеү ҡарала. Осрашыу барышында Республика Хөкүмәте һәм “Мовиста төркөмө” ойошмаһы араһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Өфөлә трамвай селтәрҙәре оҙонлоғо 86 километрға етә. Былтыр 8 миллионға яҡын кеше йөрөткән.
Башҡортостандың иң яҡшы хирургы асыҡланды

Башҡорт дәүләт медицина университетында “Алтын скальпель” премияһы тапшырыу сараһы уҙҙы. Ғүмәр Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы хирургия бүлегенең баш табибы урынбаҫары Антон Сафонов республиканың иң яҡшы хирургы тип танылды. Юғары награда табипҡа 56 йәшлек пациентҡа ҙур шеште алып ташлау буйынса үҙенсәлекле операция яһағаны өсөн тапшырылды. Республика Башлығы Хакимиәте Етәксеһе Максим Забелин был турала социаль селтәрҙә яҙып сыҡты. “Антон Сафонов – минең уҡыусым. Бергә эшләгәндә белем һәм тәжрибәм менән ихлас уртаҡлаштым, тип билдәләй Максим Забелин. Башҡортостан Хирургтар ассоциацияһы премияһы 1996 йылдан тапшырыла.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Рәсәйҙә полицияның участка уполномоченныйҙары бүлексәләре ойошторолоуға 100 йыл

Тарихи дата айҡанлы Өфөнөң Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле янындағы майҙанда тантаналы митинг ойошторолдо, хеҙмәт алдынғылары бүләкләнде. Сарала ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тәбрикләне.
1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
29 ноябрҙә Башҡортостан Башлығы менән тура элемтә булдырыла

Радий Хәбиров халыҡ һорауҙарына яуап бирә. 29 ноябрҙә Башҡортостан Башлығы менән тура элемтә булдырыла. Һорауҙар бөгөндән ҡабул ителә башлай. Уны социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбировтың шәхси сәхифәһендәге яҙмалар аҫтында ҡалдырырға, шулай уҡ Башҡортостан Башлығының рәсми сайтына яҙырға мөмкин. Бынан тыш, видео яҙҙырып мөрәжәғәт итергә була. Видеояҙмалар 28 ноябрь киске 7-гә тиклем ҡабул ителә.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Иглин районындағы «Барыһы ла еңеү өсөн» ирекмәндәр штабы яңы бинаға күсте

Район хакимиәте ярҙамында бүленгән иркен өс бүлмәлә маскировка селтәрҙәре, «Леший» костюмдары һәм ҡоро душ эшләү өсөн яңы станоктар ҡуйыу мөмкинлеге бар. Иң мөһиме ирекмәндәр өсөн эш урындары артҡан. Райондың хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзы ирекмәндәр штабы, эшҡыуарҙар, урындағы халыҡ менән берлектә алғы һыҙыҡҡа ебәреү өсөн яңы гуманитар ылау йыя башланы.
👏1
Радий Хәбиров халыҡ һорауҙарына яуап бирә

29 ноябрҙә Башҡортостан Башлығы менән тура элемтә булдырыла. Һорауҙар бөгөндән ҡабул ителә башлай. Уны социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбировтың шәхси сәхифәһендәге яҙмалар аҫтында ҡалдырырға, шулай уҡ Башҡортостан Башлығының рәсми сайтына яҙырға мөмкин. Бынан тыш, видео яҙҙырып мөрәжәғәт итергә була. Видеояҙмалар 28 ноябргә тиклем ҡабул ителә. Башҡа һорауҙар тура эфир барышында ла ҡарала. Ул 29 ноябрҙә киске етелә башлана. Уны республиканың төп телеканалдарында һәм интернетта ҡарарға, шулай уҡ “Юлдаш” радиоһында тыңларға була. Былтыр Радий Хәбиров менән тура элемтә октябрь аҙағында уҙҙы. Ул 4 сәғәт самаһы дауам итте. Халыҡтан 3 меңдән ашыу һорау килгән.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Октябрьский ҡалаһында милли проект сиктәрендә энергия үҙәге төҙөлгән

Объект яҡынса 98 процентҡа әҙер, ноябрь аҙағында файҙаланыуға тапшырыласаҡ. 40 мегаватҡа иҫәпләнгән ҡаҙанлыҡ ҡаланың бер нисә биҫтәһен йылылыҡ һәм эҫе һыу менән тәьмин итәсәк.
👍1
Башҡортостан яугирҙәре ҡайтанан алғы һыҙыҡҡа юлға сыҡты

Бөгөн “Өфө-Арена” алдындағы майҙанда яҡташтарыбыҙҙы махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатыу сараһы уҙҙы. Республика башлығы исеменән яугирҙәрҙе Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов сәләмләне. Вице-премьер әйтеүенсә, хәрбиҙәр һәм уларҙың яҡындарына һәр яҡлап ярҙам күрһәтелә.
Ир-егеттәрҙе хеҙмәт урынына махсус автобустарҙа алып баралар. Транспорт Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса ойошторола.
Өфөлә тәүге яңы йыл шыршыһы урынлаштырылды

"Тулҡын” паркында 23 метрлыҡ ағас ҡуйылды. Баш ҡаланың Ленин районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, һауа шарттарына ҡарамай Яңы йылға әҙерлек башланған. Байрамға парк матур биҙәлә, яҡтыртҡыстар ҡуйыла, “2024” тигән ҙур яҙма ҡуйыла.
“Ватанды һаҡлаусылар” фондына 5 айҙа 9 мең мөрәжәғәт ҡабул ителгән

Фондтың төбәк филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина ошо турала белдерҙе. 8 меңдән ашыу мәсьәлә хәл ителгән. Яугирҙәр һәм уларҙың ғаиләләре документ юллауға бәйле ҡыйынлыҡтар килеп сыҡҡанда фондтан ярҙам һорай. Унда шулай уҡ психолог һәм табип ярҙамы күрһәтелә. “Ярҙам поезы” ҡала һәм райондарға сыға, министрлыҡ һәм ведомство хеҙмәткәрҙәре консультация бирә”, тине ул. Фонд филиалы Өфөлә 1 июндә асылды. Унда эшләү өсөн 40 социаль координатор уҡытылды.
👍1
Өфөнән Көнсығыш юл киләһе йылдың ғинуар-февралендә файҙаланыуға тапшырыла

- Республика етәксеһе Радий Хәбиров Мәскәүҙә "Рәсәй транспорты" форумы барышында ошо турала белдерҙе. “Р-240 трассаһының Стәрлетамаҡтан Ергәнгә тиклемге өлөшөн 4 һыҙатлы итеү бурысы тора, - тине Башҡортостан етәксеһе. Интернациональ урамы янында, шулай уҡ Кузнецов затонында Ағиҙел аша күпер һалыу ҡарала.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә беренсе креатив индустрия мәктәбе асылды

Өҫтәмә белем биреү учреждениеһын асыу тантаһында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Музыка етештереү, тауыш режиссеры, анимация, фото һәм видео йүнәлештәрендәге белгестәрҙе әҙерләү мәктәбе «Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә ойошторолдо. Анкета буйынса һайлап алынған уҡыусылар заманса һөнәрҙәргә бушлай белем аласаҡ.