БСТ | Яңылыҡтар
2.41K subscribers
5.22K photos
8.37K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республиканың йәш геройҙары баш ҡаланың йәмәғәт ярҙамы штабында тәбрикләнде

Башҡортостан башлығы гранты сиктәрендә тормошҡа ашырылған проект ҡаһарманлыҡ күрһәткән йәш быуынды хуплауға йүнәлтелгән. Уттан, һыуҙан ҡотҡарыусылар менән бергә, беренсе медицина ярҙамын күрһәтеүселәр ҙә айырым билдәләнде.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бөгөн Рәсәйҙә хәрби хеҙмәткә саҡырыулысылар көнө билдәләнә

Ошо уңайҙан Республиканың йыйылыу пунктында тантаналы митинг үтте. Сара буласаҡ ил һаҡсыларын әрме сафына тантаналы оҙатыу менән тура килде. Егеттәр алдында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, төбәктең хәрби комиссары полковник Михаил Блажевич, дини конфессиялар вәкилдәре, хәрби хеҙмәт ветерандары сығыш яһап изге теләктәрен еткерҙе.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Гүзәл Хамматоваға арналған ҡәҙер һәм хәтер кисәһе үтте

Өфөлә тел белгесе, Башҡортостан Яҙыусылар Союзы ағзаһы Гүзәл Хамматоваға арналған ҡәҙер һәм хәтер кисәһе үтте. Ошо көндәргә уға 70 йәш тулған булыр ине.
1
Башҡортостан йыл аҙағына тиклем тағы ла 10 мәктәп автобусы ала

Республика Башлығы Радий Хәбиров был турала социаль селтәрҙә хәбәр итә. Ул белдереүенсә, балаларҙы йөрөткән транспорт ГЛОНАСС системаһы һәм тахографтар менән йыһазландырылған. Уҡыусыларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн бөтә саралар ҡаралған. Яңыраҡ мәктәптәргә ГАЗ, УАЗ һәм ПАЗ маркалы 39 автобус тапшырылды.
👍2
Өфөләге 147-се мәктәп "Иң яҡшы мәктәп ашханаһы" конкурсында еңеү яуланы

Ул халыҡ һаны миллиондан артҡан ҡалаларҙағы учреждениелар араһында иң яҡшыһы тип танылды. Нуриман районы Ҡыҙыл Шишмә ауылы мәктәбе ауыл белем усаҡтары араһындағы конкурста өсөнсө урын алды. Шулай уҡ Нефтекама ҡалаһының башҡорт гимназияһы ике номинацияла лауреат тип танылды, махсус дипломға лайыҡ булды. Конкурс еңеүселәре Мәскәүҙә бүләкләнде.
Өфөлә төп яңы йыл ҡаласыҡтары өсөн 41 миллион һум аҡса бүленә

Байрам майҙансыҡтарын ойоштороусыға шундай контракт тәҡдим ителә. Боҙ ҡаласыҡтар Конгресс-холл янында һәм Ленин исемендәге майҙанда була. Бында боҙҙан һындар ҡуйыла, һырғалаҡ эшләнә. Байрам биләмәләре 22 декабргә тиклем әҙер булырға тейеш. Бынан тыш улар ғинуар аҙағына тиклем тәртиптә тотола, февралдә боҙ ҡаласыҡтар һүтелә.
Рәсәйҙә хәрби пенсия индексациялана

Түләүҙәр киләһе йылдың октябренән арта. Сумма 4,5 процентҡа күтәрелә. Дәүләт Думаһы ошо турала закон ҡабул итте. 2022 йылды хәрби пенсиялар 19,5 процентҡа артты, быйыл октябрҙә тағы 10,5 процентҡа ҙурайҙы. -Ил хәүефһеҙлеген тәьмин иткәндәргә ярҙам күрһәтергә бурыслыбыҙ, тине парламент рәйесе Вячеслав Володин.
Башҡортостанда эшҡыуарҙар һаны 6 процентҡа артҡан

Республика Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, әле 133,6 мең бәләкәй һәм урта бизнес вәкиле иҫәпләнә. Был күрһәткес былтырғы осорға ҡарағанда, 7 меңгә күберәк. Башҡортостанда үҙмәшғүлдәр ҙә арта. Әле 174 меңгә яҡын кеше ошондай статус йөрөтә. Быйыл 10 айҙа эшҡыуарҙар төбәк ҡаҙнаһына 16 миллиард һум һалым түләгән.
Өфөлә Халыҡ-ара Европа-Азия медицинаһы форумы бара

Һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре белемен камиллаштырыуға йүнәлтелгән сарала тәжрибәле табиптар һәм студенттар ҡатнаша. Улар араһында Ҡырғыҙстан, Төркиә, Үзбәкстан, Тажикстан, Беларусь вәкилдәре бар. Форумда 12 эшлекле секция ултырышы ҡаралған, күргәҙмә ойошторолған. Форумда медицина ярҙамы күрһәтеү сифатын үҫтереү, тәжрибә уртаҡлашыу, юғары белемле кадрҙар әҙерләү мәсьәләләре күтәрелә.
Республикала 116 мең гектар буш ятҡан баҫыу ерҙәрен эшкәртеү ҡарала

Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән ултырышта мелиорацияны үҫтереү мәсьәләһе күтәрелде. Баҫыуҙарҙы һуғарыу, гидротехник ҡоролмалар төҙөү өсөн быйылдан федераль бюджеттан аҡса бүленә. Һуңғы йылдарҙа хужалыҡтар 3,5 мең гектарҙа гидромелиоратив саралар үткәргән. Ултырышта федераль проектта ҡатнашыу өсөн тейешле заявка әҙерләү бурысы ҡуйылды.
👍1
Ҡыш Бабайҙың эш хаҡын атанылар

Яңы йыл байрамдарында уның ролендә эшләүселәргә 35 меңдән 150 мең һумға тиклем аҡса түләнә. Был турала “Зарплата.ру” сервисы хәбәр итә. Новосибирскиҙа Ҡыш Бабай яңы йыл каникулдарында 150 мең һум аҡса эшләй ала. Мәскәүҙә 100 мең һум самаһы түләргә вәғәҙә итәләр. Өфөлә Яңы йыл тылсымсыһына 70 мең һум түләргә әҙерҙәр.
Радий Хәбиров Башҡортостандың төп транспорт проекттары менән таныштырҙы

Республика Башлығы етәкселегендә делегация Мәскәүҙә “Рәсәй транспорты” тигән халыҡ-ара форумда ҡатнаша. Башҡортостан айырым стенд әҙерләгән. Уны Рәсәй Хөкүмәте вице-премьеры Марат Хөснуллин ҡараны. Радий Хәбиров төп проекттар менән таныштырҙы. Республика Башлығы әйтеүенсә, Өфө – Ырымбур трассаһында Стәрлетамаҡтан Ергәнгә тиклем өлөшөн киңәйтеү ҡарала.
Форумда билдәләүҙәренсә, Рәсәй транспорт өлкәһендә сикләүҙәр мәсьәләһен хәл итә алды. Көнсығыш, Азов-Ҡара диңгеҙ һәм Төньяҡ-Көньяҡ транспорт коридорҙары аша 500 миллион тонна йөк ташылған. Президент Владимир Путин форумда ҡатнашҡандарға мөрәжәғәт итеп тармаҡты үҫтереү өсөн үҙебеҙҙә етештерелгән алдынғы технологияларҙы әүҙемерәк ҡулланырға саҡырҙы.
Күгәрсендәр хәрбиҙәргә ярҙам әҙерләй

“Хаттар яугирҙәрҙең кәйефен күтәрә, күстәнәстәр тыуған өй йылыһын алып килә”. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар шулай тип белдерә. Күгәрсен районы Мораҡ ауылындағы Мортаза Рәхимов исемендәге башҡорт гимназияһы алғы һыҙыҡҡа ебәреү өсөн ярҙам туплаған. “Акцияла олоһо ла, кесеһе лә ихлас ҡатнашты”, ти белем усағы директоры Фәйрүзә Ибраһимова.
Владимир Путин һайлау комиссиялары вәкилдәре менән осрашты

Сара Кремлдә уҙҙы. Быйыл илдә һайлау системаһы ойошторолоуға 30 йыл тула. Әле 900 меңгә яҡын кеше комиссия ағзаһы булып тора. Рәсәй Президенты әйтеүенсә, һайлау комиссиялары мөһим дәүләт институты иҫәпләнә һәм ҙур әһәмиәткә эйә.
Быйыл һайлауға бәйле федераль законға үҙгәреш индерелде. Уға ярашлы, һайлау комиссиялары ултырыштарына хеҙмәт килешеүе буйынса эшләгән журналистар ғына индерелә. Хәрби хәл ғәмәлдә булған төбәктәрҙә тауыш биреү айырым шарттарҙа ойошторола. Административ язаға тарттырылған кешеләр һайлау комиссияһында эшләй алмай.
Башҡортостанда Халыҡ-ара бизнес аҙналығында төрлө илдәрҙән эшҡыуарҙар ҡатнаша

Мәртәбәле сара Өфөлә киләһе аҙнала үтә. Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының рәсми вәкиле Мария Захарова форумға ҡунаҡтар саҡырҙы. Быйыл унда санкциялар шарттарында эшмәкәрлек алып барыу, килемде арттырыу өсөн экспортта ниндәй алымдар ҡулланыу кеүек мәсьәләләр күтәрелә.
Донбасс өсөн алышта ҡатнашҡандар хәрби хәрәкәттәр ветераны исемен аласаҡ

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай закон проекты әҙерләй. Уға ярашлы, 2014 йылдан Донбасты яҡлауҙа ҡатнашҡан яугирҙәргә лә ветеран исеме бирелә. Документ ноябрҙәге пленар ултырышта ҡарала. Ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандар хәрби хәрәкәттәр ветераны йәки инвалиды статусын алырға хоҡуҡлы. Тиҙҙән Донбаста булған бөтә яугирҙәр ҙә тейешле льготалар менән файҙалана аласаҡ.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Мәскәүҙә «Рәсәй транспорты» халыҡ-ара форумы тамамланды

Өфө-Ырымбур трассаһының Стәрлетамаҡ эргәһенән алып Ергән ауылына тиклемге өлөшөн киңәйтеү киләһе йылдың яҙында башлана. Был турала Мәскәүҙә «Рәсәй транспорты» халыҡ-ара форумда белдерелде. Транспорт яңылыҡтары күргәҙмәһен үҙ эсенә алған форум бөгөн тамамланды. Һуңғы көндә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров бер нисә эшлекле осрашыу үткәрҙе. Фекер алышыуҙар барышында яңы юлдар һалыу, сафтан сыҡҡандарын тергеҙеү, Өфөнөң трамвай селтәрен яҡшыртыу, яңы юлдар төҙөү кеүек мәсьәләләр күтәрелде.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге журналистар премияһы лауреаттары бүләкләнде

Башҡортостан Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге журналистар премияһы лауреаттары бүләкләнде. 2023 йыл өсөн абруйлы премияға «Бер ғүмер етмәй икән» очеркы һәм «Ҡыҙарып сейә бешкән мәл ине» юлъяҙмалары өсөн «Ағиҙел» журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин, «Тәмле. Беҙ бергә!» проекты өсөн «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы журналистары коллективы һәм «Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ» мәҡәләләр циклы өсөн «Благоварские вести» гәзите редакцияһы журналистары лайыҡ булды.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Октябрьский ҡалаһы хакимиәте федераль конкурста еңеү яулаған

Урындағы власть «Халыҡ мөрәжәғәттәрен эшкәртеү» номинацияһында иң яҡшы 5 муниципалитет исемлегенә ингән. Йәмғеһе «Иң яҡшы муниципаль практикалар» конкурсына Рәсәйҙең 78 төбәгенән 1300 заявка ҡабул ителгән. Уңышлы тәжрибәләрҙең береһе - ҡалала төҙөкләндерелгән «башҡорт ихаталары».
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республика онкология диспансерында диагностика үткәреү мөмкинлектәре киңәйә

Эндоскопия бүлегенә алынған яңы видеоколоноскоп тура һәм йыуан эсәк лайлаһының торошон баһаларға, яман шеш процесын асыҡларға мөмкинлек бирә. Быйыл алынған заманса ҡорамалдарҙа йөҙҙән ашыу тикшереү һәм операциялар үткәрелгән