БСТ | Яңылыҡтар
2.41K subscribers
5.22K photos
8.39K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Владимир Путин Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәрен тәбрикләне

“Бөгөн беҙ закон һәм тәртип һағында тороусыларҙы, кеше хоҡуҡтарын яҡлаусыларҙы хөрмәтләйбеҙ. Уларҙың хеҙмәте хәүефле, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә лә эшләргә тура килә. Әммә полиция хеҙмәткәрҙәре енәйәт менән көрәштә алғы һыҙыҡта тора, ҡыйыулыҡ күрһәтә. Эске эштәр органдарының абруйын арттыра һәм легендар традицияларға нигеҙ һала”, - тине Рәсәй Президенты.
Башҡортостандың өс йылға социаль-иҡтисади үҫеш мөмкинлектәре тәҡдим ителде

Иҡтисади үҫеш һәм инвестицион сәйәсәт министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтай депутаттарын документ менән таныштырҙы. Ул өс вариантта әҙерләнә. Төп планға ярашлы 2024 йылда төбәк тулайым продукты 2,5 триллион һумға баһалана. Сәнәғәт һәм төҙөлөш тармаҡтарында үҫеш күҙәтелә, эш хаҡы 10 процентҡа артып уртаса 61 мең һумға етергә тейеш.
Башҡортостанға байраҡ тапшырылды

Участка полицияһы хеҙмәтенең 100 йыллығы уңайынан ойошторолған эстафета байрағы Башҡортостанға килеп етте. Эстафетала илдең 40 төбәге ҡатнаша. Ырымбур өлкәһе полицияһы флагты Күмертауҙа Башҡортостандағы коллегаларына тапшырҙы. Рәсәй участка полицияһы хеҙмәте байрағы Торатау һәм Ҡуштауҙа күтәрелде. Эстафета Рәсәй Геройы Миңлеғәли Шайморатов һәм 112-се Башҡорт атлы дивизияһы яугирҙәре иҫтәлегенә ҡуйылған мемориалда ла булды.
Башҡортостанда ит етештереүҙе 7 процентҡа арттырыу планлаштырыла

454 мең тоннаға еткереү маҡсаты ҡуйылған. Вице-премьер-Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, быға малсылыҡ һәм ҡошсолоҡ фермаларында етештереү ҡеүәтен арттырыу аша ирешергә мөмкин. Әле Борай, Илеш, Көйөргәҙе һәм Федоровка райондарында мал һимертеү комплекстары төҙөлә.
Башҡортостан Башлығы Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәрен ҡотланы

“Ил һәм республика өсөн был мөһим байрам. Беҙ ауыр мәлдәрҙә тап полиция хеҙмәткәрҙәренә мөрәжәғәт итәбеҙ. Ғәҙелһеҙлек һәм хоҡуҡ боҙоуҙар булғанда уларҙан ярҙам һорайбыҙ. Полиция закон һәм тәртип һағында тора, йәмғиәт именлеген тәьмин итә. Улар енәйәтселек һәм терроризм менән көрәшә. Бөтә полиция хеҙмәткәрҙәренең ҡулын ҡыҫам. Уларға сәләмәтлек һәм уңыштар теләйем. Иҫән-һау хеҙмәт итеп, өйҙәрегеҙгә ҡайтырға яҙһын” ти Полиция көнө уңайынан ҡотлауында Радий Хәбиров.
Башҡортостанда йәштәрҙе иҫәпләнеләр

Рәсәйҙә ҡабул ителгән законға ярашлы, 14 йәштән 35 йәшкә тиклемгеләр йәш тип һанала. Башҡортостанда ошо йәштәге 1 миллион 84 мең кеше бар. Уларҙың 550 меңе - ир-егеттәр. Ҡатын-ҡыҙҙар 15 меңгә аҙыраҡ. Бөгөн бөтә донъя йәштәр көнө билдәләнә.
Башҡортостан хәрбиҙәргә ярҙам итә

Башҡортостандан 100-сө гуманитар ылау махсус хәрби операция биләмәһенә барып етте. Йөк машиналарынан колонна 8 ноябрҙә Өфөнән ҡуҙғалғайны. Уны Республика Башлығы Радий Хәбиров оҙатып ҡалды. Гуманитар йөктө туплауҙа дәүләт һәм шәхси ойошмалар, район һәм ҡала хакимиәттәре, мәғариф учреждениелары, ябай халыҡ ҡатнашты. Яҡташ-яугирҙәргә «УАЗ» һәм «Нива» автомобилдәре, ағас-таҡта, мейес, квадроцикл, тепловизор, рация, генератор, квадрокоптер, аҙыҡ-түлек, дарыуҙар һәм туғандарынан күстәнәстәр тейәп ебәрҙеләр.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәрен Полиция көнө менән ҡотланы

Тәбрикләү һүҙҙәре менән Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә бүлеште. «Ил һәм республика өсөн был мөһим байрам. Беҙ ауыр мәлдәрҙә тап полиция хеҙмәткәрҙәренә мөрәжәғәт итәбеҙ. Ғәҙелһеҙлек һәм хоҡуҡ боҙоуҙар булғанда уларҙан ярҙам һорайбыҙ. Полиция закон һәм тәртип һағында тора, йәмғиәт именлеген тәьмин итә. Улар енәйәтселек һәм терроризм менән көрәшә. Бөтә полиция хеҙмәткәрҙәренең ҡулын ҡыҫам. Уларға сәләмәтлек һәм уңыштар теләйем. Иҫән-һау хеҙмәт итеп, өйҙәрегеҙгә ҡайтырға яҙһын» - тигән Полиция көнө уңайынан ҡотлауында Радий Хәбиров
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан Халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса лидерҙар рәтендә

Төбәк сәйәсәтен үҫтереү үҙәге санкциялар баҫымы шарттарында Рәсәй төбәктәренең сит ил бизнесы менән бәйләнеш булдырыуҙа яңы форматтар индереүе тураһында доклад баҫтырҙы. Дөйөм алғанда, был йүнәлештә әүҙемлектең кәмеүе билдәләнә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан-Ҡаҙағстан араһында сәнәғәт бәйләнештәре үҫешә

Ике яҡлы килешелгән юл картаһы нигеҙендә сәнәғәт буйынса хеҙмәттәшлекте нығытыу күҙ уңында тотола. Башҡортостан Сода компанияһы, Баҡыр- Стальконструкция, Урал пружина заводы, нефть эшкәртеү линияһы буйынса булған инвестиция проекттары тауар әйләнешен арттырыу мөмкинлеге бирә.Санкция баҫымы булмаһын өсөн Төркиә, Азия баҙарҙарына тап Ҡаҙағстан аша етештереү һәм сығыу уңай. Башҡортостан предприятиелары аҡса һалырға әҙер. Сағыу миҫал, Радий Фәрит улы инвестиция сәғәтендә хуплағандан һуң яңы производствоны яйға һалған Урал пружина заводы Костанайҙа завод төҙөй. Бөгөн бында предприятие үҫешә, тауар әйләнеше күләме арта.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан тантаналы йыйылыш үтте

Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан бөгөн Өфөлә тантаналы йыйылыш үтте. Хоҡуҡ һаҡсыларын Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров тәбрикләне.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан профсоюздары һөнәри байрамын билдәләй

Был дата быйыл тағы ла бер иҫтәлекле ваҡиға менән тап килә, социаль партнерлыҡ системаһы булдырылыуға 30 йыл. Ошо айҡанлы бөгөн Өфөлә Башҡортостан Профсоюздар федерацияһы советының ултырышы һәм социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса Республика өс яҡлы комиссияһының тантаналы ултырыш үтте. Сарала Рәсәй, Башҡортостан конкурстары еңеүселәре тәбрикләнде.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бишбүләк районындағы хужалыҡ мул уңыш менән ҡышҡы осорға инә

Уҫаҡкисеү ауылынның элекке колхоз биләмәһендә ойошторолған крәҫтиән-фермер хужалығы быйыл да планды арттырып эшләгән. Һөҙөмтәлә келәттәр төрлө культуралар менән тулы. Бөгөн ойошманы уны һатыу мәсьәләһе борсой.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баш ҡалала хоҡуҡ һаҡлау органдары көнөнә арналған сара үтте

Һәләттәр ҡалаһы ижадты үҫтереү үҙәгендә хоҡуҡ һаҡлау органдары көнөнә арналған сара үтте. 7-се саҡырылыш Ҡоролтай Депутаты , Генерал Шайморатов һәм Батырлыҡ ордены кавалеры Артур Ғәлиев юнармия сафындағы үҫмерҙәргә ҡаһарманлыҡ һәм ватансылыҡ тойғоһо тураһында һөйләне.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң 28-се һуҡырҙар мәктәп-интернатында тактиль күргәҙмә ойошторолдо

Үҙенсәлекле балалар донъяны яҡшыраҡ танып-белә, предметтарҙы төплө өйрәнә ала. Өфөнөң 28-се һуҡырҙар мәктәп-интернатында Халыҡ-ара һуҡырҙар көнө сиктәрендә тактиль күргәҙмә ойошторолдо. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты һынлы сәнғәт һәм графика бүлеге студенттарының төрлө тәбиғәт күренештәре, ҡоштар, йәнлектәр донъяһы, архитектура ҡомартҡылары, милли нағыштарға арналған макеттары күргәҙмәһе хаҡында киләһе яҙмала.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Ватаныма хеҙмәт итәм» тип аталған яңы проект старт алды

БСТ телеканалы төркөмө Донбассҡа барып Башҡортостан яугирҙары тураһында интервьюлар һәм башҡа видеояҙмалар алып ҡайтты. 12 бәләкәй роликтар форматында төшөрөлгән документаль фильмдар күплеге Шайморатов исемендәге батальон яугирҙары тураһында һөйләйәсәк. Гүзәл Хәмитова етәкселегендәге төркөм Башҡортостан яугирҙарынан тыш, башҡа төбәк вәкилдәре һалдаттары менән дә осрашты. Төшөрөлгән кадрҙарҙа яугирҙарҙың кәйефен, батырлығын, хеҙмәттәштәре менән мөнәсәбәттәрен тулыраҡ бирергә тырыштыҡ тип әйтәләр проект авторҙары.
👍1
Рәсәйҙә льготалы ипотека программаһына өҫтәмә 95 миллиард һум йүнәлтелә

Федераль министрҙар кабинетынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл 700 меңдән ашыу кеше ташламалы шарттарҙа торлаҡ кредитын юллай ала. Балалы ғаиләләр һәм Алыҫ Көнсығышта йорт һатып алырға теләгәндәр ҙә дәүләт ярҙамы менән файҙаланырға мөмкин. Льготалы ипотека программаһы башланғандан алып 8,5 триллион һумға 2 миллиондан ашыу займ бирелгән.
“Ағиҙел” хоккей командаһы ҡыҙҙары “Йондоҙҙар матч”ында ҡатнаша

Ул 2 һәм 3 декабрҙә Тула ҡалаһында уҙа. Көнсығыш командаһына Өфөнән 8 хоккейсы саҡырылған. Әле “Ағиҙел” командаһынан 5 спортсы Минскиҙа Спорт клубы президенты кубогы өсөн турнирҙа ҡатнаша. Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһында даими чемпионат барышында киләһе аҙнала Өфөгә Түбәнге Новгородтан “Торпедо” командаһы килә.
Өфө халҡы еңел аҡса эшләргә теләп мутлашыусылар тоҙағына эләгә

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 53 йәшлек ирҙе 2,6 миллион һумға алдағандар. Ул мутлашыусылар менән мессенджерҙар аша аралашҡан. 62 йәшлек ир үҙҙәрен финанс биржа хеҙмәткәрҙәре булараҡ танытҡан кешеләр менән эләмтәгә инә. Ул тиҙерәк байырға теләп 2 миллион һумын юғалтҡан. 49 йәшлек ҡатынға кеҫә телефоны аша шылтыратҡандар. Мутлашыусылар уны шикле инвестицияларға 4 миллион һум күсерергә күндергән. Полиция бындай алдаҡ алымдарға ышанмаҫҡа кәңәш итә.
Башҡортостан сыры Сербияға оҙатылды

Ауыл хужалығын күҙәтеү идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, Бәләбәйҙә етештерелгән һөт ризығы лабораторияла тикшерелгән һәм тейешле сифат тамғаһын алған. Заводтан 19 тонна сыр экспортҡа ебәрелде. Быйыл 10 айҙа беҙҙең республиканан 450 мең тонна ауыл хужалығы тауары ситкә оҙатылды.