This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфө еңел атлетика буйынса «Сәләмәт Ватан» ЗоБЕГпроектына ҡушылды
Марафонда теләгән һәр кем ҡатнаша алды. 3 һәм 5 километр арауыҡтағы дистанцияларға еңел атлетиканы үҙ иткән 1500 кеше сыҡты. Яңы проект Рәсәйҙең 4 төбәгендә уҙып өлгөргән. Унда ҡатнашыу бушлай. ЗОБЕГҡа ҡушылырға теләүселәр теркәү үтеп старт номерҙары алырға, спорт формаһын тикшерергә һәм хәленән килгән дистанцияны һайларға тейеш булған.

❤1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Белем көнөндә алкоголь һатыу осрағы теркәлде
Белем көнөндә Рәсәйҙең ҡайһы бер төбәктәрендә, шул иҫәптән Башҡортостанда берәмләп сауҙа итеү магазиндарында алкоголь һатыу тыйылғайны. Сикләү балалар, ата-әсәләр һәм уҡытыусылар өсөн 1 сентябрҙә тыныс һәм хәүефһеҙ мөхит булдырыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Республика законына ярашлы, был талап алкоголь, шул иҫәптән һыра һәм алкоголь миҡдары түбән булған эсемлектәргә лә ҡағыла. Ләкин ҡайһы бер һатыусылар, был тыйыуға ҡарамаҫтан, спиртлы эсемлектәр һатырға тырышҡан.

1 сентябрҙә Башҡортостан мәктәптәрендә хәрбиҙәрҙең балаларына айырым ҡотлау яңғыраны
Быйыл беренсе класҡа уҡырға барған 45 мең малай-ҡыҙҙың 1 мең 200-ҙән ашыуы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары. Уларҙың һәр ҡайһыһы яңы уҡыу йылы башланыуға арналған тантаналы линейкаларҙа айырым иғтибар менән уратып алынды.
Быйыл беренсе класҡа уҡырға барған 45 мең малай-ҡыҙҙың 1 мең 200-ҙән ашыуы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары. Уларҙың һәр ҡайһыһы яңы уҡыу йылы башланыуға арналған тантаналы линейкаларҙа айырым иғтибар менән уратып алынды.
❤1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Шишмә районында тәүге ҡыңғырау тантаналары райондың 22 мәктәбендә үтте
Шишмә районында тәүге ҡыңғырау тантаналары райондың 22 мәктәбендә лә үтте. Төбәктә быйыл 501 бала беренсе класҡа уҡырға килде. Дөйөм алғанда, район мәктәптәрендә барлығы 5700 уҡыусы иҫәпләнә.
Шишмә районында тәүге ҡыңғырау тантаналары райондың 22 мәктәбендә лә үтте. Төбәктә быйыл 501 бала беренсе класҡа уҡырға килде. Дөйөм алғанда, район мәктәптәрендә барлығы 5700 уҡыусы иҫәпләнә.
❤1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Азатлыҡ урамындағы йортта сыҡҡан янғын ваҡытында кешеләр эвакуацияланды
Өс кеше янғындан ҡотҡарылған. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, Өфөнөң Азатлыҡ урамындағы күп фатирлы йортта ут сыҡҡан, ваҡиға урынына ашығыс хеҙмәттәр саҡыртылған. Янғын һүндереү-ҡотҡарыу подразделениеһы хеҙмәткәрҙәре ҡуйы төтөн араһынан өс кешене, шул иҫәптән ике баланы алып сыҡҡан, йортта йәшәүселәр эвакуацияланған. Асыҡ янғын ҡыҫҡа ваҡыт эсендә һүндерелгән.

Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Дәүләкән районы Суйынсы ауылында йәшәүселәр ташландыҡ мәҙәниәт йортона ҡарата борсолоу белдерә
Дәүләкән районы Суйынсы ауылында йәшәүселәр ташландыҡ мәҙәниәт йортона ҡарата борсолоу белдерә. Бер нисә йыл элек бина авария хәлендә булыуға бәйле, клубты ябыу тураһында ҡарар ҡабул ителгән. Урындағы халыҡ беҙҙең редакцияға мөрәжәғәт итеп, объекттың емерелеү ихтималлығын хәбәр иткәйне. Әле мәҙәниәт учреждениеһы элекке балалар баҡсаһы бинаһында эшләй. Күптәрҙе хәүефкә һалған мәсьәлә тураһында киләһе сюжетта.

👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Синоптиктар хәбәр итеүенсә, быйыл сентябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була
Гидрометүҙәк мәғүүмәттәренә ярашлы, уртаса һауа температураһының норманан бер градусҡа юғарыраҡ булыуы көтөлә. Шулай уҡ айлыҡ яуым-төшөмдөң норманан тайпылмауы күҙаллана. Алдараҡ синоптиктар көҙҙөң тәңге өс көнө республикала эҫе тороуын хәбәр иткәйне. Бөгөн көндөҙ республикала һауға температураһының-29, иртәгә 28 градус йылыға етеүе фаразлана.

🥰2🤩1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан аграрийҙарын ҡатмарлы ураҡ көтә
Республика аграрийҙарын ҡатмарлы ураҡ көтә- ямғырлы көндәр фаразланыуға бәйле, көнбағыш майҙандарында урып-йыйыу ваҡыты һуҙыла. Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров етәкселегендә үткән оператив кәңәшмәлә хәбәр ителде. Бынан тыш төбәк етәксеһе Донбассҡа эш сәфәренә йомғаҡ яһап был аҙнала Ураларъяғында ойошторолған ҙур саралар тураһында хәбәр итте.

Радий Хәбиров ҡулға алынған Рәиф Абдахимовҡа ҡарата яҡлау һүҙе менән сығыш яһаны
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡулға алынған «Башспирт» акционерҙар йәмғиәте директоры Рәиф Абдахимовҡа ҡарата яҡлау һүҙе менән сығыш яһаны.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәиф Абдрахимов 30 августа вәкәләтен арттырыуҙа ғәйепләнеп ҡулға алынғайны. Радий Хәбиров билдәләүенсә, Рәиф Рамаҙан улы банкрот хәленә еткән «Башспирт» компанияһын тәртипкә килтереүгә, уны үҫтереүгә тос өлөш индерҙе.

Радий Хәбиров Рәсәй Хөкүмәтенең торлаҡ төҙөлөшө мәсьәләләре буйынса стратсессияһында ҡатнашты
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров видеоконференция режимында Рәсәй Хөкүмәтенең торлаҡ төҙөлөшө мәсьәләләре буйынса стратсессияһында ҡатнашты. Кәңәшмәне алып барыусы Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин белдереүенсә, киләһе йылдан льгота ставкалары булған ипотека программалары икенсел торлаҡҡа ҡарата ла ҡулланыласаҡ.

Электрон сауҙа үҫешенә республикала ҙур иғтибар бирелә
Былтыр Благовещен районында Ozon логистика үҙәге файҙаланыуға тапшырылһа, әле «Вайлдберриз» халыҡ-ара компанияһы менән «Сбер» экосистемаһы төҙөгән тағы ике логистика комплексында эш бара. Был турала Башҡортостан башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә яҙған.
Былтыр Благовещен районында Ozon логистика үҙәге файҙаланыуға тапшырылһа, әле «Вайлдберриз» халыҡ-ара компанияһы менән «Сбер» экосистемаһы төҙөгән тағы ике логистика комплексында эш бара. Был турала Башҡортостан башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә яҙған.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан гранатометсылары дошман оборонаһын йыра
Артиллерия кесе, әммә нацизмға килтерелгән юғалтыуҙар ҙур. АГС- Автоматлаштырылған станоклы гранатомет расчеттары дошман оборонаһын йырыуҙа хәл иткес роль уйнай. Ҡорал ярҙамында шулай уҡ ҡаршы пехотаһы, бронетехника һөжүме лә кире ҡағыла. Яугирҙар штурмға барыусыларға ла ут менән ярҙам итә.

Башҡортостанда 130 һунарсыға айыу ауларға рөхсәт бирелде
130 һунарсыға айыу ауларға рөхсәт бирелде. Бөгөн Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында ҡырағай йәнлектәргә һунар итеү өсөн йәрәбә ойошторолдо. Быйыл ул тәүге тапҡыр электрон рәүештә, махсус программа ярҙамында уҙғарылды. Әйткәндәй, һуңғы йылдарҙа айыуҙарҙың кешеләр янына сығыу осраҡтары арта.

❤2👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ишембайҙа ярты быуат элек һуҙылған торбалар алмаштырыла
Иҫкәртеү сараларына ҡарамаҫтан, селтәрҙәр туҙған-был йылылыҡ менән тәьмин итеү сифатына йоғонто яһай һәм юғалтыуҙарҙы арттыра. Бынан тыш, торбалар йылытыу миҙгелендә сафтан сығыуы ихтимал. Ремонт 30 сентябргә тиклем дауам итәсәк.
Иҫкәртеү сараларына ҡарамаҫтан, селтәрҙәр туҙған-был йылылыҡ менән тәьмин итеү сифатына йоғонто яһай һәм юғалтыуҙарҙы арттыра. Бынан тыш, торбалар йылытыу миҙгелендә сафтан сығыуы ихтимал. Ремонт 30 сентябргә тиклем дауам итәсәк.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республикала 800 студент маҡсатлы килешеү буйынса уҡый: Өфө предприятиелары менән киләсәккә юл
Өфө фән һәм технологиялар университетының урта һөнәри белем биреү институтына ҡабул ителгән 355 абитуриенттың 192-е маҡсатлы уҡытыуҙы һайлаған. Эре сәнәғәт менән төҙөлгән килешеүҙәр буйынса улар бер юлы биш һөнәр үҙләштерә ала, шулай уҡ юғары стипендияға дәғүә итә.
Өфө фән һәм технологиялар университетының урта һөнәри белем биреү институтына ҡабул ителгән 355 абитуриенттың 192-е маҡсатлы уҡытыуҙы һайлаған. Эре сәнәғәт менән төҙөлгән килешеүҙәр буйынса улар бер юлы биш һөнәр үҙләштерә ала, шулай уҡ юғары стипендияға дәғүә итә.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфө уҡыусылары Ломоносов маршрутын һынап ҡараны
«Торатау» геопаркы «Михаил Ломоносов. Донъяға яңыса ҡара». Фән һәм технологиялар ун йыллығы сиктәрендә тормошҡа ашырылған маршрутты тәүгеләрҙән булып Өфө уҡыусылары һынап ҡараны. Ломоносов исемендәге фәнни-популяр тур уникаль объекттар буйлап үтте.

Башҡортостанда боронғо скифтар ҡылысы - акинак табылған
Өфө фән һәм технологиялар университетының археология экспедицияһы Баймаҡ районында Ишмөхәмәт ҡурғанында ҡаҙылма эштәр алып бара. Ҡылыс беҙҙең эраға тиклем 8-се-7-се быуаттарға ҡарай, тип белдерә ғалимдар. Бында табылған бөтә ҡомартҡылар ентекле өйрәнеләсәк.

Башҡортостандан ашнаҡсы "Шефтар алышы" тамашаһында еңеү яуланы
Октябрьский ҡалаһынан Татьяна Абрамова балалар баҡсаларын аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү комбинатын етәкләй. Уның еңеүе тураһында социаль селтәрҙә Сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Азат Асҡаров яҙып сыҡты. Татьяна Абрамова кастингта ғөбәҙиә, сәк-сәк, бауырһаҡ һәм урама тәҡдим иткән. - Беҙҙең ашнаҡсылар, республика аш-һыуы менән ғорурланабыҙ, - ти министр. "Шефтар алышы" тамашаһы "Пятница" телеканалында бара.

Бүздәк-Саҡмағош-Дүртөйлө юлында ремонт бара
Саҡмағош районын үҙәге һәм Яңы Ҡото ауылдары араһы тәртипкә килтерелә. Милли проект буйынса башҡарылған төҙөкләндереү эштәре сентябрь аҙағында тамамланырға тейеш. Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, был юлға яҡын ауылдарҙа 60 меңгә яҡын кеше йәшәй. Трассанан тәүлегенә 2 мең машина үтә.

Башҡортостан Рәсәй баҙарына иген һатыуҙы арттырған
Ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, республика предприятиелары 315 мең тонна тауар оҙатҡан. Уның ҙур өлөшө - бойҙай һәм арпа. Башҡортостан продукцияһы 28 төбәккә һатылған. "Халыҡ-ара кооперация" һәм экспорт милли проекты ғәмәлгә ашырыла. Уға ярашлы, алдағы йылдарҙа экспортты арттырыу маҡсаты ҡуйыла.

👍1