БСТ | Яңылыҡтар
2.39K subscribers
5.18K photos
8.09K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Республика райондары 9 яңы сүп ташыу машинаһы алған

Улар Бәләбәй, Саҡмағош, Бүздәк, Баҡалы райондарында һәм Октябрьский ҡалаһында йөрөй. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, техника махсус программа буйынса килтерелгән. Башҡортостан ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу өсөн тәғәйенләнгән яңы машиналар алыу буйынса илдә алдынғы төбәк тип танылды.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республика парламентарийҙарының көҙгө сессияһы башлана

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары эшкә тотона. Йәйге каникулдан һуң тәүге кәңәшмәлә парламент спикеры Константин Толкачёв эш планы менән уртаҡлашып, көҙгө сессияға бурыстарҙы билдәләне. Закон сығарыусыларҙы төбәктә уңайлы инвестиция климаты булдырыу буйынса тәҡдимдәр өҫтөндә эшләү, ҡарауһыҙ ҡалған хайуандар мәсьәләһендә мәрхәмәтлелеккә ирешеү, шулай уҡ республика халҡын социаль яҡлау сараларын киңәйтеү йүнәлешендә эшмәкәрлек көтә.
1👍1
Республика парламенты көҙгө сессияла 30-ҙан ашыу закон проектын ҡараясаҡ

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев белдереүенсә, тәү сиратта төбәк ҡануниәтен федераль нормаларға яраҡлаштырыу бурысы тора. Шулай уҡ киләһе йылға бюджет тураһында закон әҙерләнә. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам мәсьәләләренә айырыуса иғтибар була. Көҙгө сессия барышында һыу буйҙарында хәүефһеҙлек, хәрби операция ветерандарына ярҙам, сәнәғәт сәйәсәте буйынса парламент тыңлауҙары ҡаралған. Тәүге пленар ултырыш 25 сентябргә тәғәйенләнгән.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң Өфөнән махсус хәрби операция биләмәһенә бер төркөм яугирҙар юлланды

Ошо уңайҙан «Өфө-Арена» алдындағы майҙанда тантаналы митинг уҙҙы. Яугирҙарға Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов мөрәжәғәт итеп, уларҙың Рәсәйҙең хәрби дан көнө-милитаристик Японияны еңеү һәм 2-се донъя һуғышы тамамланған көндә юлға сығыуын тәрән мәғәнәгә эйә булыуын билдәләне.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Шишмә районынан махсус хәрби операция биләмәһенә сираттағы гуманитар ылау оҙатылды

Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының Башҡортостан бүлексәһенән «Рух менән көслөләр-102» командаһы төбәктең Рус йәмғиәте һәм хәрби бәрелештәр ветерандары союзы менән берлектә алғы һыҙыҡтағыларға даими ярҙам күрһәтә. Машиналарға дронға ҡаршы япмалар, маскировка халаттары, генератор, кер йыуыу машиналары, һыуытҡыстар, оҙаҡ һаҡлана торған аҙыҡ-түлек, йылы кейем, юрғандар тейәлгән.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров тәүге мобиль реабилитация комплексын ҡараны

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров терәк-хәрәкәт аппараты эшмәкәрлеге боҙолған кешеләргә тәғәйенләнгән мобиль реабилитация комплексын ҡараны. Тәүге күсмә модуль Президент гранты фонды аҡсаһына 2024 йылдың ноябрендә етештерелгән. Ошо ваҡыт эсендә ике йөҙҙән ашыу пациентҡа, шул иҫәптән махсус хәрби операция ветерандарына һауыҡтырыу-реабилитация хеҙмәттәре күрһәтелгән. Республика кимәлендә был комплекс мөмкинлектәрен тәүгеләрҙән булып Шишмә районында йәшәүселәр һынап ҡараған. Төбәк етәксеһе иғтибарына шулай уҡ күп маҡсатлы гидрореактив катер ҙа тәҡдим ителде.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ғәйепһеҙлек дәлилләнәсәк: адвокат Рәсим Ғарифуллин Рәиф Әбдрәхимовты яҡланы

Барлыҡ инстанцияларҙа ла ғәҙеллеккә ирешеп, тикшереүгә ғәйепһеҙ булыу тураһында аныҡ дәлилдәр килтереләсәк. Адвокат Рәсим Ғарифуллин «Башспирт» ационерҙар йәмғиәте генераль директоры Рәиф Әбдрәхимовтың вазифа вәкәләттәрен арттырыуҙа ғәйепләнеүе бер ниндәй логикаға ла тура килмәүен һәм аңлайышһыҙ булыуын билдәләне.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Родион Әлимовты бадминтон буйынса BWF халыҡ-ара серияһы турнирында еңеүе менән ҡотланы

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Өфө спортсыһы Родион Әлимовты бадминтон буйынса BWF халыҡ-ара серияһы турнирында еңеүе менән ҡотланы. Яҡташыбыҙ Мәскәүҙән Максим Оглоблин менән сығыш яһап, финалда егеттәр Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре спортсыларынан көслөрәк булып сыҡҡан. Был Рәсәй бадминтонсыларының халыҡ-ара аренала 2022 йылдан алып тәүге еңеүе.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республика аграрийҙары шәкәр сөгөлдөрө баҫыуҙарына сыҡты

Әле дөйөм майҙандарҙың 4 проценты, йәғни ике мең гектарға яҡын баҫыуҙа татлы тамыр ҡаҙып алынған. Бер үк ваҡытта Башҡортостандың ике шәкәр заводында ла эш йәнләнде. Был турала кисә үткән оператив кәңәшмәлә Республика Хөкүмәте Премьер-министпы урынбаҫары- ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдергәйне. Беҙҙең ижади төркөм Шишмә шәкәр заводында булып, быйылғы уңыш, етештереү ҡеүәттәре менән ҡыҙыҡһынды.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Аборттар: закон боҙоуҙар һәм йәмғиәттә бәхәсле ҡараштар

Башҡортостанда аборттар темаһы йәнә киҫкен бәхәстәр тыуҙыра. Белгестәр әйтеүенсә, ҡайһы бер медицина ойошмалары законда ҡаралған ҡағиҙәләрҙе тулылығында үтәмәй. Шул уҡ ваҡытта ҡатын-ҡыҙҙарға үҙ ҡарарын ҡабул итеүҙә йоғонто яһау, баҫым күрһәтеү осраҡтары ла күҙәтелә. Адвокаттар һәм табиптар аборт — айырым кешенең шәхси хоҡуғы, уны бер кем дә тыйырға йә мәжбүр итергә тейеш түгел, тип билдәләй.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә террорға ҡаршы көрәштә теләктәшлек көнөнә арналған түңәрәк өҫтәл үтте

Иҫегеҙҙә тотоғоҙ һәм иҫкәртегеҙ. «Торатау» конгресс-холының ултырыштар залында террорға ҡаршы көрәштә теләктәшлек көнөнә арналған түңәрәк өҫтәл үтте. Осрашыу Японияның капитуляцияһы тураһындағы актҡа ҡул ҡуйылыуҙың 80 йыллығына,икенсе донъя һуғышы тамамланыуына һәм Буденовскиҙа теракттың 30 йыллығына ла арналды.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Заманса шарттарҙа белем һәм һаулыҡ: Буранғол ауылында социаль объекттар сафҡа индерелде

Белем алыуға заманса шарттар. Капиталь ремонттан һуң Әбйәлил районы Буранғол ауылында интернат, балалар баҡсаһы, табип амбулатрияһы файҙаланыуға тапшырылды. Инвестор, яуаплылығы сикләнгән «Салауат» йәмғиәте ярҙамында асылған социаль обьекттар хаҡында репортаж.
🥰1
“Урал аръяғы” инвестиция һабантуйында 400 миллион һумлыҡ килешеү төҙөлә

Документ юл буйы сервисын һәм ҡулланыусылар баҙарын үҫтереүгә ҡағыла. Проекттарҙы тормошҡа ашырыу республика халҡының йәшәү сифатын яҡшыртыуға, яңы эш урындары булдырыуға ярҙам итә. Форум бөгөндән 6 сентябргә тиклем Сибай ҡалаһында уҙа. Унда илдең ундан ашыу төбәгенән, Кувейт, Иран, Көньяҡ Африка, Ҡытай, Төркиә, Берләшкән Ғәрәп әмирлектәре, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан вәкилдәре ҡатнашыуы көтөлә.