Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә йәшәүселәр күп ҡатлы йорт баҙын һыу баҫа тип зарлана
Өфөлә йәшәүселәр күп ҡатлы йорт баҙын һыу баҫа тип зарлана. Өй подъезында һаҫыҡ еҫ, дым тора, хатта торлаҡтың нигеҙе боҙола башлаған. Өфө һыу каналы яуаплылығындағы участкаларҙа мәсьәлә бер нисә ай хәл ителмәй, ти дәғүә белдереүсе граждандар. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
Өфөлә йәшәүселәр күп ҡатлы йорт баҙын һыу баҫа тип зарлана. Өй подъезында һаҫыҡ еҫ, дым тора, хатта торлаҡтың нигеҙе боҙола башлаған. Өфө һыу каналы яуаплылығындағы участкаларҙа мәсьәлә бер нисә ай хәл ителмәй, ти дәғүә белдереүсе граждандар. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда бәләкәй һәм урта бизнес үҫешә
Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәре хәҙер республикала 147 меңдән ашыу иҫәпләнә. Үҙ эшен Благовар районында табыусылар ҙа етерлек. Фермер Алик Ғәниев мәҫәлән, баҡсасылыҡ йүнәлешендә махсуслашҡан. Йүнсел тиҫтәләп төр йәшелсәләрҙән тыш, селекция ярҙамында сығарған алмалар ҙа үҫтерә. Республика климатына яраҡлаштырылған «Башҡорт зөбәржәте» тип исемләнгән сортты өйрәнеүгә генә 40 йыл самаһы ваҡыт талап ителгән.

Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ ауылы 225 йыллығын билдәләне
Кесе Ватанының юбилейын урындағы халыҡ юғары кимәлдә ҡаршыланы: тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү буйынса түңәрәк өҫтәл, мәҙәни һәм спорт саралары уҙғарылды. Биләмәнең үткәне, бөгөнгөһө һәм киләсәккә үҫеш мөмкинлектәре тураһында киләһе яҙма.

❤1
Башҡортостанда тағы 23 ауылға интернет үткәрелде
Халыҡ һаны 500-ҙән ашмаған ауылдарҙа юғары тиҙлекле элемтә булдырылды. Һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин белдереүенсә, бындай эш федераль проект буйынса алып барыла. Ауыл халҡының дәүләт хеҙмәттәре порталы менән ҡулланыу, яңылыҡтар уҡыу, аралашыу мөмкинлеге була. Республикала ике йыл эсендә 250-гә яҡын ауылға интернет үткәрелгән.

Йылайыр районында Крепостной Йылайыр йылғаһы аша күпер ремонтлана
Күпер Магнигорск-Ира юлында Ҡашҡар ауылы янында һалынған. Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Ҡашҡар, Исҡужа, Юлдыбай ауылдарында йәшәүселәр күпер аша район үҙәгенә бара. Был биләмәләрҙә ике меңдән ашыу кеше йәшәй. Күперҙе ремонтлау хәүефһеҙлек өсөн бик мөһим. Төҙөкләндереүҙе август аҙағына тиклем тамамлау планлаштырыла.

This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Мах мессенджерында үҙ каналын асты
Был турала төбәк етәксеһе социаль селтәрҙәр аша хәбәр итте. Яңы каналда ул иң мөһим яңылыҡтар, идара итеү командаһы ҡабул иткән ҡарарҙар, шулай уҡ республиканың нисек йәшәүе һәм яҡшы яҡҡа үҙгәрештәре менән таныштырып барасаҡ. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, программа Рәсәй президенты Владимир Путин башланғысы менән булдырылды.
Был турала төбәк етәксеһе социаль селтәрҙәр аша хәбәр итте. Яңы каналда ул иң мөһим яңылыҡтар, идара итеү командаһы ҡабул иткән ҡарарҙар, шулай уҡ республиканың нисек йәшәүе һәм яҡшы яҡҡа үҙгәрештәре менән таныштырып барасаҡ. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, программа Рәсәй президенты Владимир Путин башланғысы менән булдырылды.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Владимир Севастьянов водителдәрҙе һәм йәйәүлеләрҙе юлда иғтибарлы булырға саҡырҙы
Башҡортостандың баш дәүләт автоинспекторы Владимир Севастьянов водителдәрҙе һәм йәйәүлеләрҙе юлда иғтибарлы булырға саҡырҙы. Республика төбәктәрендә ямғыр, урыны менән боҙборсаҡ яуа, елдең тиҙлеге секундына 20 метрға тиклем етә. Владимир Севастьянов иртәле-кисле томан һәм ямғыр ваҡытында киҫкен манёврҙарға бармаҫҡа, тиҙлек режимы һәм дистанция һаҡларға, боролоштар һәм йәйәүлеләр үткәүелдәре алдынан тиҙлекте алдан кәметергә кәңәш итә.
Башҡортостандың баш дәүләт автоинспекторы Владимир Севастьянов водителдәрҙе һәм йәйәүлеләрҙе юлда иғтибарлы булырға саҡырҙы. Республика төбәктәрендә ямғыр, урыны менән боҙборсаҡ яуа, елдең тиҙлеге секундына 20 метрға тиклем етә. Владимир Севастьянов иртәле-кисле томан һәм ямғыр ваҡытында киҫкен манёврҙарға бармаҫҡа, тиҙлек режимы һәм дистанция һаҡларға, боролоштар һәм йәйәүлеләр үткәүелдәре алдынан тиҙлекте алдан кәметергә кәңәш итә.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Синоптиктар һауа торошоноң тиҙҙән яҡшырыуы тураһында хәбәр итә
Ел-ямғырҙы эҫе көндәр алыштырасаҡ. Аҙна аҙағына термометр бағаналарының ике-дүрт градусҡа юғары күтәрелеүе көтөлә. Иртәгә көндөҙ 23 градус йылы булһа, артабанғы көндәрҙә 26 градус күрһәтә. Гидрометүҙәк мәғлүмәттәренә ярашлы, йәкшәмбегә һауа 30 градусҡа тиклем йылынасаҡ.
Ел-ямғырҙы эҫе көндәр алыштырасаҡ. Аҙна аҙағына термометр бағаналарының ике-дүрт градусҡа юғары күтәрелеүе көтөлә. Иртәгә көндөҙ 23 градус йылы булһа, артабанғы көндәрҙә 26 градус күрһәтә. Гидрометүҙәк мәғлүмәттәренә ярашлы, йәкшәмбегә һауа 30 градусҡа тиклем йылынасаҡ.
❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Ғәҙел Рәсәй» минималь эш хаҡын һәм пенсияны 50 меңгә еткереү яҡлы
Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа «Ғәҙел Рәсәй-патриоттар-Хәҡиҡәт өсөн» сәйәси партияһының матбуғат конференцияһы үтте. Осрашыуҙа көнүҙәк тема булараҡ эш хаҡы һәм пенсиялар, шул иҫәптән хеҙмәткә түләүҙең минималь хаҡына бәйле мәсьәләләр сығарылды. Депутаттар билдәләүенсә, даими рәүештә индексация уҙғарылыуға ҡарамаҫтан, граждандарҙың сығымдары килемгә ҡарағанда тиҙерәк үҫә, ә эш хаҡы үҫеше инфляцияны ҡыуып етә алмай.

1 сентябрҙән Рәсәйҙә рөхсәт ителмәгән социаль селтәрҙә реклама ҡуйыу тыйыла
Яңы талаптарҙы үтәмәгән осраҡта, физик шәхестәргә 2500 һумға тиклем, ә юридик шәхестәргә ярты миллион һумғаса штраф һалыныуы мөмкин. Санкциялар тағы ла ҡатыраҡ булыуы-аккаунтты бөтөнләй ябыуҙары ла ихтимал. Компаниялар һәм блогерҙар социаль селтәрҙәрҙе продукцияны танытыу маҡсатында файҙалана, шул уҡ ваҡытта ул-килем сығанағы ла.

Мәләүез районының «Ашҡаҙар» агрокомплексы штат һанын ике тапҡырға арттырырға йыйына
900 миллиард һумлыҡ 2 меңдән ашыу инвестиция проекты. Республикала өҫтөнлөклө социаль-иҡтисади үҫеш проекттары иҡтисадтың төрлө тармаҡтарында яңы эш урындары булдырыуҙы ла күҙ уңында тота. Мәләүез районындағы «Ашҡаҙар» предприятиеһы, мәҫәлән, республиканың көньяҡ биләмәһендәге иң ҙур агрокомплекстарҙың береһе. Үҫемлекселек һәм малсылыҡ йүнәлешендә махсуслашҡан хужалыҡ йөҙҙән ашыу кешене эш урындары менән тәьмин иткән.

Башҡортостанда мутлашыусыларҙан алданыусылар бар
Өфөнән 26 йәшлек ҡатынға шылтыратыусылар үҙҙәрен Үҙәк банк хеҙмәткәре тип танытҡан. Дәүләт хеҙмәттәре порталында шәхси кабинетҡа мутлашыусылар үтеп инеүе тураһында белдергәндәр. 300 мең һум аҡсаһын йәнәһе лә хәүефһеҙ иҫәпкә күсерергә күндергәндәр. Стәрлетамаҡтан 34 йәшлек ҡатынды ошондай уҡ юл менән 450 мең һумға алдағандар. Октябрьскийҙан 63 йәшлек ҡатындан түләнмәгән пенсияһын түләргә вәғәҙәләп СМС кодты әйттергәндәр, уның 750 мең һумы юҡҡа сыҡҡан. Был турала Эске эштәр министрлығынан хәбәр итәләр.

Яңы хирургия корпусы тәүге айҙарҙа 5 меңдән ашыу операция һәм тикшеренеү үткәрҙе
Республика кардиология үҙәгенең яңы хирургия корпусы асылыу менән табиптар 5 мең 300-ән ашыу тикшеренеү һәм операция уҙғарған. Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте.
Республика кардиология үҙәгенең яңы хирургия корпусы асылыу менән табиптар 5 мең 300-ән ашыу тикшеренеү һәм операция уҙғарған. Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнән 100-гә яҡын яугир махсус хәрби операция биләмәһенә китте
Ике аҙналыҡ ялдан һуң йәнә алғы һыҙыҡҡа. Өфөнән отпускыла булған хәрбиҙәрҙең сираттағы төркөмө-100-гә яҡын яҡташыбыҙ махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды.
Һауа торошона бәйле, оҙатыу тантанаһы «Өфө-Арена» комплексы фойеһында үтте. Хәрбиҙәрҙе оҙатырға баш ҡалаға яҡындары, дуҫтары, хеҙмәттәштәре килде.

Өфөлә 41 йыл хеҙмәтен Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына арнаған генерал-майорҙы оҙаттылар
Өфөлә генерал-майор Марат Латиповтың Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Башҡортостан буйынса баш идаралығының байрағы менән хушлашыу тантанаһы үтте. Быйыл июндә ул отставкаға китергә ғариҙа яҙҙы һәм уға «Башҡортостандың атҡаҙанған ҡотҡарыусыһы» типгән маҡтаулы исем бирелгәйне. Марат Латипов төбәк идаралығына ун йылға яҡын етәкселек итте. Ошо ваҡыт эсендә ойошма күп тапҡырҙар илдә иң яҡшыһы тип танылды.

Өфөлә «Технопром» заводы киңәйтелә
Заманса производство. Башҡортостанда автомобиль двигателдәрен һәм сәнәғәт ҡоролмаларын етештереүсе завод майҙанын киңәйтеү күҙаллана. Өҫтөнлөклө инвестиция проектына ярашлы, «Технопром» заводы Өфөнөң Дим биҫтәһендә төҙөлә башлаған. Заманса проект производство ҡеүәтен арттырырға, яңы эш урындары булдырырға мөмкинлек бирә.

Өфөлә ритейл көндәре үтә
Сауҙа өлкәһе мәсьәләләрен тикшереү өсөн республикаға 700-ҙән ашыу бизнес һәм ведомство вәкилдәре йыйылды. Форумда ҡатнашыусылар ҡулланыусылар баҙарын үҫтереүҙәге яңы тенденциялар, шулай уҡ ярҙам сараларын тикшерә. Юл буйы сервисын үҫтереү маҡсатында мәҫәлән, киләсәктә урындағы халыҡ етештергән продукция төрҙәрен тәҡдим иткән автокибеттәр асыу күҙаллана.

Өфө сәхнәһендә «Севиль сәс алыусыһы» операһы яңғыраясаҡ
Республика сәхнәһендә донъя классикаһы. 88-се яңы ижад миҙгелендә Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театрында яңы премьера: Джоаккино Россиниҙың «Севиль сәс алыусыһы» операһы ҡуйыласаҡ. Яңы операға йәлеп ителгән рәссамдар, костюмерҙар, бутафор цехы хеҙмәткәрҙәре эшмәкәрлеге менән беҙҙең ижади төркөм дә танышты.

❤1🥰1