Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Гөлназ Мусина: халыҡ һаулығын һаҡлап, күңелдәрҙе йыр менән дауалай
Республиканың иң яҡшы табип-офтальмологы Гөлназ Мусина күптәнге хыялын тормошҡа ашырып, йырҙар яҙа башлаған. Яңыраҡ ҡына ул «Туғандарым булғанда» тип исемләнгән йырына клип та төшөргән. Ижадтан эшкә илһам алған медицина хеҙмәткәре менән беҙҙең ижади төркөм дә осрашты.

🥰1
Башҡортостанда мобиль сауҙа объекттарын урынлаштырыу тәртибе ябайлаша
Премьер-министр Андрей Назаров белдереүенсә, республикала 32 меңдән ашыу сауҙа объекты бар. Уларҙың 7 меңдән күберәге мобиль нөктәләр. - Республикала 800-ҙән ашыу ауылда кибет юҡ. Мобиль сауҙаны үҫтереү халыҡты иң кәрәкле тауарҙар менән тәьмин итеүҙә ҙур әһәмиәткә эйә, - тине Андрей Назаров. Башҡортостанда мобиль сауҙаны үҫтереү концепцияһы әҙерләнә. Ул 2028 йылға тиклем иҫәпләнгән.

Өфө урамдарына яңы троллейбустар сыға
Өфө трамвай-троллейбус заводында йыйылған тағы 5 машина ҡалаға тапшырылды. Улар 90 пассажирға иҫәпләнгән. Быйыл яҙ ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев заводта булды, унда 15 яңы заманса троллейбус алыу тураһында килешелде. 10 техника августа тапшырылырға тейеш. Тағы бишәүһен киләһе йыл башында сығарыу планлаштырыла.

Ҡалтасы районынан Диләрә Низаметдинова 7 йыл дауамында башҡорт тоҡомло аттар үрсетә
Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә яҙып сыҡты. «Юғары уҡыу йортон тамамлағандан һуң ул беҙҙең аграр университетта өҫтәмә белем алған һәм ата-әсәләре ярҙамы менән «Экони» йылҡы фермаһы асҡан. Бөгөн Диләрә ҡеүәтле крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы. Уның хужалығында 450 баш мал иҫәпләнә. Фермер әйтеүенсә, ул башҡорт тоҡомло аттар фанаты.

👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда хәрби хеҙмәткә контракт буйынса ҡабул итеү дауам итә
Өфөләге «Защитник» үҙәгендә республика район-ҡалаларынан ғына түгел, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән дә килеүселәр өсөн бөтә шарттар булдырылған. Үҙәктә банк хеҙмәткәрҙәре финанс буйынса аңлатыу эштәре алып бара, табиптар тикшереүҙәр үткәрә, ә инструкторҙар хәрби әҙерлек уҙғарыу менәнә шөғөлләнә. Хәрби хеҙмәткә һайлап алыныу процедураларын бер көн эсендә тулыһынса үтергә була.

Иглин районында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы табип менән осрашыу үтте
Иглин районының «Барыһы ла Еңеү өсөн» ирекмәндәр штабында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы табип менән осрашыу үтте. «Космос» ҡушаматлы яугир яҡташтары менән аралашып, алғы һыҙыҡтағы яңылыҡтар менән уртаҡлашты. Яугир махсус хәрби операцияға үҙ теләге менән 2022 йылда юлланған. Рәсәй оборона министрлығы менән контракт килешеүе төҙөгәндән һуң Достовалов исемендәге батальонда хеҙмәт итә башлаған. Алғы һыҙыҡта ул тиҫтәләрсә яраланған һалдат ғүмерҙәрен ҡотҡарған.

This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Сибай тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы МХО биләмәһенән экспонат менән тулыланды
Сибай тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы махсус хәрби операция биләмәһенән экспонат менән тулыланды. Гаубица гильзаһы хәҙер ҡала халҡына һәм ҡунаҡтарына күрһәтеләсәк. Уны активист һәм ирекмән Руслан Таһиров тапшырҙы. Ул даими рәүештә яугирҙарға гуманитар йөк ташый. Музейға Руслан улы Вадим менән килде, ул да гуманитар миссияларҙа ҡатнаша.

Ҡотҡарыусыларҙың дүрт аяҡлы хеҙмәттәштәре
Улар ҡотҡарыусыларҙың үҙҙәренә ярҙам итә. Һүҙ янғын һүндереү частары, авария-ҡотҡарыу хеҙмәттәрендә йәшәгән эт һәм бесәйҙәр тураһында. Берәүҙәре биләмәне һаҡлауҙа тоғролоҡ күрһәтһә, икенселәре емереклектәр араһынан кешеләрҙе эҙләп таба. Ҡотҡарыусылар менән бергә хеҙмәт иткән кесе дуҫтарыбыҙ тураһында репортаж.

❤1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Шаран районындағы «Бригантина» һауыҡтырыу лагерында дзюдосыларҙың күнекмә сборы үтте
Шаран районының Шаранбаш-Кенәз ауылындағы «Бригантина» һауыҡтырыу лагерында дзюдосыларҙың күнекмә сборы үтте. Сарала Шаран, Туймазы райондары, Приютов ҡасабаһы, Дәүләкән, Бөрө һәм Бәләбәй ҡалаларынан 6 йәштән 18 йәшкә тиклемге спортсылар ҡатнашты. Лагерҙа бындай йыйындар 8 йыл рәттән, Рәсәйҙең спорт мастеры, Шаран районының балалар ижады һәм спорт үҙәге етәксеһе Салауат Хөсәйеновтың тәҡдиме менән үтә.