БСТ | Яңылыҡтар
2.42K subscribers
5.14K photos
7.91K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ауыл халҡының үтенесе буйынса ФАП асылды

Баймаҡ районының Ишмырҙа ауылында БР Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән асылған фельдшер-акушерлыҡ пункты хаҡында депутат Гөлнур Ҡолһарина һөйләй.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Беларусь республикаһы президенты Александр Лукашенко менән осрашты

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Беларусь республикаһы президенты Александр Лукашенко менән осрашты. Эшлекле һөйләшеүҙә республикалар араһында сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлекте үҫтереү юлдары ҡаралды. Яҡтар араһында булдырылған үҙ-ара ышаныслы һәм һөҙөмтәле бәйләнештәр барланды.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Беларусь Премьер-министры Роман Головченко менән осрашты

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Беларусь Премьер-министры Роман Головченко менән дә осрашты. Яҡтар төрлө өлкәләрҙә хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса юл картаһын ғәмәлгә ашырыу һорауҙарына туҡталды. Беларусь премьер-министры Башҡортостанда инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу, сәнәғәт предприятиеларын асыу өсөн ҡаралған дәүләт ярҙамы өсөн рәхмәтен белдерҙе.
👍31
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Минск һәм Өфө предприятиелары хеҙмәттәшлек киңәйтә

Башҡортостанда Минск автомобиль заводы менән Өфө трамвай-троллейбус предприятиеһы берлектә эшләй башлаясаҡ. Был килешеү ярҙамында республикала электр транспорты ике тапҡырға күберәк етештерелә башлаясаҡ. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Белоруссия республиканың төп иҡтисади партнеры тип билдәләне. Ике республика араһында сәнәғәт, ауыл хужалығы, төҙөлөш, эшҡыуарлыҡ, мәҙәниәт һәм туризм йүнәлештәрендә ышаныслы хеҙмәттәшлек ойошторолған.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Оса» ҡушаматлы яугирҙың ғаиләһендә икеләтә туй

Бер көндә ике байрам. Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан «Оса» ҡушаматлы яугирҙың улы кәләш алды, ә ҡыҙы кейәүгә сыҡты. Икеләтә никах тантанаһы Өфөләге «Хәмзә» мәсетендә үтте. «Оса» ҡушаматлы яугир 2023 йылдың майында үҙ теләге менән ил именлеген һаҡларға махсус хәрби операцияға юллана.
👍61
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә отельерҙарҙы берләштергән тәүге форум үтте

Унда 200-ҙән ашыу бизнес вәкиле, туроператор саҡырылғайны. Фекер алышыуҙа ҡунаҡхаларға бәйле мөһим мәсьәләләр, уларҙың үҫеш мөмкинлектәре ҡаралды. Отельерҙар панель дискуссиялар һәм оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашып, идара, туристарҙы йәлеп итеүҙә, хәүефһеҙлек мәсьәләһендә иң яҡшы практикаларҙы ҡараны.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан ғалимдары яңы фәнни баҫмаларын тәҡдим итте

Рәсәй фәне көнө алдынан Өфө федераль ғилми тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты һуңғы ике йылда донъя күргән фәнни баҫмаларҙың исем туйын уҙғарҙы. Ғалимдарҙың хеҙмәте ярҙамында донъя илдәре Башҡортостандың үҙенсәлекле мәҙәниәте, йолалары, фән һәм йәмғиәт үҫешенә индергән өлөшө хаҡында танып белә. Уларҙың тикшеренеүҙәре милли үҙенсәлекте һәм мәҙәни-ара диалогты нығытыу нигеҙе булып тора.
👍21
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Хәлисә Багаеваның шәхси күргәҙмәһе асылды

Сәйләндәрҙә - күңел нурҙарым. Ошо исем аҫтында бөгөн Республика халыҡ ижады үҙәгенең «Урал» этноүҙәгендә Хәлисә Багаеваның шәхси күргәҙмәһе асылды. Мәғариф ветеранының күптән түгел билдәгән юбилейы уңайынан ойошторолған экспозицияға ҡул эштәре менән бергә, хеҙмәт ҡаҙаныштары ла сығарылған.
2🔥1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Яңы йыл ғаилә уйындары» республика фестивале еңеүселәре билдәләнде

Күләмле сарала быйыл республиканың төрлө район-ҡалаларында һайлап алыу этаптарын уңышлы үткән 69 ғаилә, барлығы ике йөҙгә яҡын кеше ҡатнашты. Һырғалаҡ майҙансығында ойошторолған финал уйындарынан репортаж.
👍31
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Ғалимдарҙы һәм тикшеренеүселәрҙе һөнәри байрамдары менән ҡотланы

Бөгөн 25-се тапҡыр Рәсәй фәне көнө билдәләнә. Ғалимдарҙы һәм тикшеренеүселәрҙе һөнәри байрамдары менән Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡотланы.
2🤩1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Минскиҙа Радий Хәбиров Борис Грызлов менән осрашты

Минскиҙа Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Рәсәйҙең Беларусь Республикаһындағы Ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Борис Грызлов менән осрашты. Яҡтар хеҙмәттәшлекте нығытыу һәм эшмәкәрлектең төрлө йүнәлештәрендә үҙ-ара интеграция мәсьәләләрен тикшерҙе.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Асҡын районынан 34-се гуманитар колонна махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды

Ылау алғы һыҙыҡтағы егеттәрҙең ихтыяжын иҫәпкә алып кәрәкле әйберҙәрҙән тупланған. Изге эшкә район эшҡыуарҙары ла, ирекмәндәр ҙә, халыҡ та дәррәү ҡушылған. Асҡындар махсус хәрби операция башланғандан алып яугирҙарға 260 тоннанан ашыу эсәр һыу, 50-нән ашыу мунса һәм автомобиль, шулай уҡ төҙөлөш материалдары, дарыуҙар, аҙыҡ-түлек, маскировка селтәрҙәре оҙатҡан. Гуманитар ярҙам йыйыу әле лә дауам итә.
👍21
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ялда бер аҙ көс туплаған яугир йәнә алғы һыҙыҡҡа юллана

Баймаҡ районынан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Урал Ниғмәтуллин Луганск халыҡ республикаһында барған ҡаты бәрелештәрҙең береһендә яраланып, бер нисә ай госпиталдә дауалана. Ул 2024 йылдың майынан хәрби контракт нигеҙендә хеҙмәт итә. Бөгөн замандашыбыҙ махсус хәрби операция биләмәһенә әҙерләнә. Әле ул ғаиләһе янында.
3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Сибай уҡыусылары өсөн яңы офоҡтар

3-сө республика полилингваль күп тармаҡлы гимназия-интернатында пилотһыҙ авиация системаларын өйрәнеү кабинеты эшләй башланы.
Махсус бүлмәне асыр алдынан йәштәр бер нисә ай дауамында пилотһыҙ авиация системаларын өйрәнеү буйынса курс үткән. Яңы предметты уҡытыу педагогтарға бер ниндәй ауырлыҡ тыуҙырмай. Махсус кабинет заманса ҡоролмалар менән йыһазландырылған.
👍21🔥1
Башҡортостанға Белоруссиянан тағы бер нисә зубр килтерелә

Был турала Радий Хәбиров белдерҙе. - Республикаға килтерелгән зубрҙар һаны артты, биш быҙау тыуҙы. Тағы бер партия менән ошо хайуандарҙы килтереү тураһында килештек, - тине ул. Башҡортостанға 2023 йылда Белоруссиянан 18 зубр килтерелде. Улар Мораҙым тарлауығында йәшәй. Уҙған йылда Экология форумында зубрҙар популяцияһын күпкә арттырыу мөмкинлеге тураһында белдерелде.
👍2
Өфө ҡалаһында яңы сквер булдырыла

Баш архитектура идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, ул Яҙыусылар союзы бинаһы янында була. Яңы йәмәғәт биләмәһе "Өфө йүкәләре" тип атала. Совет йылдарында Яҙыусылар союзы идаралығы рәйесе Назар Нәжми һәм композитор Рим Хәсәнов Өфөнөң рәсми булмаған гимнын яҙа. "Өфө йүкәләре" тигән йыр киң танылыу ала.
👍1
Ишембайҙа стела урынын халыҡ һайлай

Ишембайҙа "Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы" стелаһын ҡуйыу урыны халыҡ фекерен иҫәпкә алып билдәләнә. Йәмәғәт тыңлауҙары старт алды, тип хәбәр итте "Берҙәм Рәсәй" партияһы Үҙәк башҡарма комитеты етәксеһе Александр Сидякин. - Халыҡ тәҡдимдәре үтә мөһим. Ошо маҡсатта предприятиелар коллективы, йәмәғәт ойошмалары, халыҡтан мөрәжәғәттәр анализлана, тип яҙа ул социаль селтәрҙә. Ил президенты Ишембайға "Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы" исемен биреү тураһында указға ҡул ҡуйҙы.
👍1
Өфөлә Волга буйы округындағы иң ҙур мәктәп төҙөлөшө дауам итә

Уны быйыл файҙаланыуға тапшырыу көтөлә. Мәғариф учреждениеһы 34 мең квадрат метр майҙан биләй, бында 2 мең 200 уҡыусы белем аласаҡ. Белем йорто Кузнецов Затонында урынлаша. Вице-премьер Рөстәм Ғәзизов белдереүенсә, төҙөлөш планға ярашлы бара, әле объект 54 проценҡа әҙер.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров: «Беҙҙең башҡорт аттары – тибендә!»

Республика баҫыуҙарын ҡар ҡапланы. Әммә ниңәлер урыны менән ҡар юҡ һәм үлән күренә. Ни өсөн? Был һорауҙы Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров уҙған аҙнала социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙғайны. Фотоһүрәт Баймаҡ районына эш сәфәре ваҡытында төшөрөлгән. Төбәк етәксеһе элекке посына яуап итеп видеояҙма һалды. «Беҙҙең башҡорт аттары - тибендә. Ҡарағыҙ әле, ниндәй матурлыҡ!», тип яҙған Башҡортостан башлығы.
1👍1🔥1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ауырғазы районында экологик акция үтте

Боҙ быраулап балыҡтарҙы ҡотҡарабыҙ. Ауырғазы районында экологтар, ирекмәндәр, уҡыусылар ҡатнашлығында экологик акция үтте. Ауырғазы районы һыу ятҡылыҡтарында балыҡтарҙы ҡотҡарыу буйынса акция 16 йыл рәттән уҙғарыла. Сарала ҡатнашыусылар быйыл Иҫке Кәлсер ауылы биләмәһендәге күлдә боҙҙо уйып сыҡты. Боҙ аҫтындағы балыҡтар өсөн уларҙың һәр береһе кислород сығанағы.
👍4