БСТ | Яңылыҡтар
2.42K subscribers
5.14K photos
7.9K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Торатау» геопаркында тағы бер визит үҙәк төҙөләсәк

Ул Ғафури районындағы «Таш Аҫты» биләмәһендә барлыҡҡа киләсәк. Был турала Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға мөрәжәғәтнамәһендә Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығына бурыс ҡуйғайны. «Торатау» геопаркы 2024 йыл эсендә миллионға яҡын туристы йәлеп иткән, уларҙың 350 меңе шихандарҙы күргән. Әйткәндәй, былтыр Торатау итәгендә яңы этнокомплекс сафҡа ингәйне.
👍32
Мәктәптәрҙә метапневмовирус арҡаһында сикләүҙәр ҡабул ителмәй

Был турала Мәғариф министры Сергей Кравцов белдерҙе. - Рәсәй белем биреү системаһы ғәҙәти тәртиптә эшләй, тине ул. Ҡайһы бер төбәктәрҙә метапневмовирус таралыуы тураһында мәғлүмәттәр бар. Рәсәйҙә уҡыусыларҙың каникулы был аҙнала тамамлана.
👍3
Башҡортостанда баҡса юлдары тәртипкә килтерелә

3 йылда 212 баҡсасылыҡ ширҡәтенә илткән юлдар ремонтланған. Был программа Радий Хәбиров башланғысы менән 2022 йылдан алып ғәмәлгә ашырыла. - 2024 йылда эштәрҙе башҡарып сығыу өсөн 154 миллион һум тотонолдо, быйыл да шундай сумма ҡаралған, тип хәбәр итәләр Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан.
👍3
Иҡтисад фәндәре кандидаты Илдар Ғәбитов вафат булды

Илдар Миҙхәт улы 1961 йылда Әбйәлил районы Буранғол ауылында күп балалы ғаиләлә тыуған. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң Дондағы Ростов дәүләт университетының иҡтисад факультетын тамамлай. 1983-1990 йылдарҙа Өфө дәүләт авиация техник институты, 1990-1997 йылдарҙа Өфө юридик институты доценты була. 2004 йылдан Башҡорт дәүләт университетында (хәҙерге Өфө фән һәм технологиялар университетының Финанстар институтында) эшләй.
80-дән артыҡ ғилми хеҙмәт, күп публицистик әҫәрҙәр, төрлө башватҡыстар авторы.
😢7😁1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә яугирҙарҙың сираттағы төркөмө махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды

Ҡыҫҡа ваҡытлы отпусктан һуң йәнә Ватанды һаҡларға. Бөгөн яугирҙарҙың сираттағы төркөмө махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Һауа торошо боҙолоп тороуын иҫәпкә алып оҙатыу сараһы «Өфө-арена» боҙ һарайы фойеһында үтте. Хәрби хеҙмәткәрҙәр яңы йылды ғаиләләре менән ҡаршылаған, яҡындары һәм иптәштәре менән осрашҡан, көнкүреш мәсьәләләрен хәл иткән. Яугирҙар алыҫ юлға үҙҙәренең әйберҙәренән тыш, хеҙмәттәштәренә посылкалар ҙа алған.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә иҡтисад фәндәре кандидаты Илдар Ғәбитов арабыҙҙан китте

Өфө фән һәм технологиялар унивеситеты доценты, иҡтисад фәндәре кандидаты Илдар Ғәбитов арабыҙҙан китте. Уға 63 йәш ине. Илдар Миҙхәт улы 1961 йылда Әбйәлил районы Буранғол ауылында тыуған.
😢3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Кушнаренко ауылында Яңы йыл байрамдары алдынан 320 урынға иҫәпләнгән поликлиника асылды

Заманса медицина ҡоролмалары менән йыһазландырылған учреждение ғинуарҙан тулы ҡеүәтенә эшләй башлаған - бында балалар ҙа, өлкәндәр ҙә ҡабул ителә. «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты буйынса төҙөлгән поликлиникала төрлө йүнәлештә диагностика үтеү, дауаланыу бүлектәре ҡаралған. Яңы объект эшмәкәрлеге менән Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров танышты.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республикала Рәсәй оборона министрлығы менән контрактҡа ҡул ҡуйған ир-егеттәргә түләүҙәр арттырылды

Башҡортостанда яңы йылдан Рәсәй оборона министрлығы менән контрактҡа ҡул ҡуйған ир-егеттәргә түләүҙәр арттырылды. Хәҙер бер тапҡыр бирелә торған аҡса күләме 2 миллион һумға етә, ә һуңынан ай һайын 210 мең һум тирәһе эш хаҡы бирелә. Шулай итеп, хеҙмәттең беренсе йылында һәр контрактсы кәмендә 4 миллион ярым аласаҡ. Бынан тыш яугирҙарға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына 40-тан ашыу ярҙам сараһы ҡаралған. Контрактҡа хәрби комиссариатта йәки «Защитник» берҙәм үҙәгендә ҡул ҡуйырға мөмкин.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан юлдарын ҡарҙан таҙартыу тәүлек әйләнәһенә алып барыла

Федераль, төбәк һәм муниципаль әһәмиәттәге трассаларға 800-ҙән ашыу берәмек техника йәлеп ителгән. Өфө урамдарына ғына йәмғеһе 262 транспорт сараһы сығарылған.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Өйәҙе-тау» тау саңғысылары комплексында булған низағҡа ойошма етәкселеге аңлатма бирҙе

Диагнозды үҙҙәре ҡуйған, табиптарға мөрәжәғәт итеүсе булмаған. «Өйәҙе-тау» тау саңғысылары комплексында булған низағҡа ойошма етәкселеге аңлатма бирҙе. Мәскәү туристарының ял урыны тураһында насар баһаһынан һуң, Роспотребнадзор белгестәре урында тикшереү ойошторҙо. Ғауға сәбәптәрен БЮТ ижади төркөмө асыҡланы.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республика кардиология үҙәге хирургтары сираттағы уникаль операция яһаны

Яңы йыл байрамдарында улар йөрәк сире менән яфаланған пациентҡа стент-графт урынлаштырҙы. Ҡан тамырҙарын нығытыу өсөн ҡулланылған көпшәне индереү ҡатмарлы әмәлиәт. Өфө белгестәре уны үҙенсәлекле ысул менән яһай. Һөҙөмтәлә операция күпкә тиҙерәк үтә һәм уның сифаты ла яҡшы. Пациент та әле үҙен яҡшы тоя.
👍2
“Башҡорт ихаталары” программаһы буйынса 98 ихата төҙөкләндерелә

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан белдереүҙәренсә, һуңғы биш йылда 1326 ихатаны тәртипкә килтереү өсөн алты миллиард һумдан ашыу аҡса тотонолған. Программаны ғәмәлгә ашырыуға аҡса башлыса республика бюджетынан бүленә. Уҙған йылда 143 ихатаға ремонт эшләнгән. Бының өсөн республика ҡаҙнаһынан яҡынса 1 миллиард һум йүнәлтелгән. Ихаталарҙы төҙөкләндергәндә хәүефһеҙ резина япмалы балалар һәм спорт майҙансыҡтары төҙөү, йәшелләндереү, парковка урындарын тәртипкә килтереү, яҡтыртыу, видеокүҙәтеү, эскәмйәләр, урналар ҡуйыу мотлаҡ башҡарылырға тейешле эштәр булып тора.
👍1
Сабыйҙарға ҡушылған иң үҙенсәлекле исемдәр аталды

ЗАГС реестры 1 ғинуарҙан 8-енә тиклемге мәғлүмәттәрҙе иғлан итте. Ҡыҙҙарға һирәк исемдәр араһында Дилиә, Мәликә, Рамина, Камилла һәм Ғәйшә. Малайҙарға Сармат, Альмир, Мөхәммәт һәм Данияр тигән үҙенсәлекле исемдәр ҡушылған. Иң популяр исемдәр Әминә, Йәсминә, Эмилия, Мирослава, Артем, Эмир, Матвей, Әмир һәм Даниэль булған.
Башҡортостанда китапханалар ремонтлана

2019 йылдан башлап 289 бина капиталь төҙөкләндерелгән. 19 китапхана өсөн заманса ҡорамалдар һатып алынған. Эштәр "Мәҙәниәт" милли проектына ярашлы башҡарылған. Республика мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, китапханалар 81 миллион һумлыҡ гранттар алған. Шулай уҡ хеҙмәткәрҙәргә адреслы ярҙам күрһәтелә.
👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Республика юлдарында транспорт хәрәкәте өсөн барлыҡ сикләүҙәр ҙә алынған

Һауа шарттарына бәйле, кисәнән алып сикләүҙәр 12 юл участкаһында индерелгәйне. Хәл айырыуса ҡатмарлы юл участкаларында Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ҡотҡарыусылары тарафынан дежур постар ойошторолған, йылытыу пункттары йәйелдерелгән. Төндә ҡотҡарыусылар М-5, М-7 трассалары һәм һәм Өфө-Инйәр-Белорет автомобиль юл-транспорт осрағына тарып туңа башлаған 5 кешегә ярҙамға килгән.
2👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Йылдың тәүге эш аҙнаһында Константин Толкачев депутаттар менән кәңәшмә уҙғарҙы

Йылдың тәүге эш аҙнаһында Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев депутаттар менән кәңәшмә уҙғарҙы. Көн тәртибенә парламенттың яҙғы сессияға эш планы сығарылды. Депутаттар ҡарамағына 65-кә яҡын закон проекты тәҡдим ителде. Уларҙы яҙғы сессия дауамында ҡарау күҙаллана.
2👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиаданың быйылғы еңеүселәре тәбрикләнде

39-сы тапҡыр ойошторолған сарала республика район-ҡалаларынан тыш, Ырымбур, Силәбе, Ҡурған өлкәләренән һәм Татарстан республикаһынан 316 уҡыусы ҡатнашҡан. Еңеүселәргә Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы дипломы менән бергә, 7 мең һум күләмендә аҡсалата премия тапшырылды. Шулай уҡ киләсәктә ул уҡыусыларға Республика юғары уҡыу йорттарына уҡырға ингәндә өҫтәмә балл да бирә.
👍71
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан колледждарында 2 мең өҫтәмә бюджет урындар барлыҡҡа киләсәк

Улар башлыса иҡтисадтың өҫтөнлөклө йүнәлештәренә эшсе һәнәрҙәр әҙерләүгә тәғәйенләнә. Был турала Радий Хәбиров урта һөнәри белем биреү буйынса республика советы ултырышында белдерҙе.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баш ҡалала Аксаков шыршыһы үҙҙы

Аксаков шыршыһы дуҫтарын йыя. «Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе» фондының попечителдәр советы башланғысы менән 5 йыл элек нигеҙ һалынған проект хәҙер йылдың иң йылы, иҫтәлекле сараларының береһенә әйләнгән. Быйыл Аксаков шыршыһына республиканың төрлө төбәктәренән 300-гә яҡын бала саҡырылған. Улар физик мөмкинлеге сикәләнгәндәр һәм махус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары. Хәйриә акцияһы Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында үтте. Балалар яратҡан әкиәт геройҙары менән фотоға төштө, аквагрим менән биттәренә биҙәктәр яһатты, шыршы тирәләй әйләнде, «Щелкунчик» спектаклен ҡараны.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Стәрлетамаҡтан Матвей Ғәлиуллиндың машинист булыу тураһындағы хыялын тормошҡа ашырҙы

Был «Теләктәр шыршыһы» хәйриә акцияһында мөмкин булды. 5 йәшлек малай поездар менән ҡыҙыҡһына, киләсәктә һөнәрен дә ошо йүнәлеш менән бәйләргә теләй. Бөгөн тимер юл хеҙмәткәрҙәре малайҙы, әсәһе һәм өләсәһе менән бергә ҡаршы алып, «Финист» электропоезын күрһәтте. Уға Яңы йыл күстәнәсе лә тапшырылды. Матвей машинист кабинаһында булып, уның эсендәге йыһаздар менән танышты.
👍1