БСТ | Яңылыҡтар
2.42K subscribers
5.14K photos
7.89K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә махсус хәрби операция барышын яҡтыртҡан республика журналистары бүләкләнде

Беҙҙең менән бергә булыуығыҙ өсөн рәхмәт! «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы командованиеһы махсус хәрби операция барышын яҡтыртҡан республика журналистарына рәхмәт белдерҙе. Бүләкләнеүселәр араһында - журналистар десанты составында барған шағирә һәм йәмәғәт эшмәкәре Лариса Абдуллина, коллегабыҙ, БСТ каналы журналисы Гүзәл Хәмитова ла бар. Тиҫтәләрсә телесюжет, тапшырыуҙар һәм гәзит-журналдар өсөн махсус яҙылған мәҡәләләр Рәсәйҙең яңы төбәктәрендә әҙерләнгән.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республика йәмәғәтселеге Илдар Ғәбитовты һуңғы юлға оҙатты

Республика йәмәғәтселеге Өфө фән һәм технологиялар университеты доценты, иҡтисад фәндәре кандидаты Илдар Ғәбитовты һуңғы юлға оҙатты. Мәрхүм менән хушлашыуға сәйәсмәндәр, ғалимдар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, яҙыусылар, журналистар, уның хеҙмәттәштәре һәм студенттары йыйылды. 80-дән ашыу ғилми хеҙмәт һәм публицистик мәҡәләләр, башҡортса сканвордттар авторы булараҡ билдәле Илдар Ғәбитов тыуған яғы Әбйәлил районы Буранғол ауылы зыяратында шәмбе ерләнә. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
😢2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиаданың быйылғы еңеүселәре тәбрикләнде

39-сы тапҡыр ойошторолған сарала республика район-ҡалаларынан тыш, Ырымбур, Силәбе, Ҡурған өлкәләренән һәм Татарстан республикаһынан 316 уҡыусы ҡатнашҡан. Еңеүселәргә Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы дипломы менән бергә, аҡсалата премия тапшырылды.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Илеш районы Бишҡурай ауылында йәшәүсе Әнисә Хафизова 100 йәшлек юбилейын билдәләй

Илеш районы Бишҡурай ауылында йәшәүсе Әнисә Хафизоваға - 100 йәш. Ғүмере буйы уҡытыусы булып эшләгән ханым юбилейын үҙ йортонда, ҡунаҡҡа ҡайтҡан балалары менән ҡаршылай. Бөйөк Ватан һуғышы, һуғыштан һуңғы йылдарҙа илде тергеҙеү - былар барыһы ла Әнисә Закир ҡыҙын да урап үтмәй. Ләкин белем алыу, уҡытыу хыялы көслөрәк була. Төрлө уҡыу йорттарын тамамлап, 40 йылдан ашыу уҡытыусы булып эшләй.
👍1
Башҡортостандан 2 500 бала Ҡыш бабайҙың “ҡыҙыу линияһы”на шылтыратҡан

Был турала Республика Һанлы үҫеш министрлығынан хәбәр итәләр. Балалар телефон номеры һандарын йыйып, ҡыш темаһына йомаҡтар сискән, Ҡарһылыуға Яңы йылға ниндәй бүләк көткәндәрен һөйләгән, Ҡыш бабайға теләктәр ҡалдырған.
1👍1
Өфөлә юл инфраструктураһы үҫеше концепцияһы раҫланды

Ул 2042 йылға тиклем иҫәпләнгән. Бының өсөн 253 миллиард һум тотоноу планлаштырыла. Концепцияға ярашлы, юлдарҙа тығындар кәмергә тейеш, хәрәкәт ҡағиҙәләре йыш боҙолған урындарҙа камералар һаны арттырыла. 72 юл объекты төҙөлөшө ҡаралған. Был исемлектә урамдар, күперҙәр күрһәтелгән.
Башҡортостан һунарсылыҡ биләмәләрендә рейдтар уҙғарылды

Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, инспекторҙар 29 декабрҙән башлап 162 тапҡыр сыҡҡан, 327 һунарсы тикшерелгән. 13 кешенең һунар ҡағиҙәләрен боҙоуы теркәлгән. Бөтә материалдар суд ҡарауына тапшырылған. Бөгөн ҡабан сусҡаһы, бүре, ҡуян һәм төлкөгә һунар рөхсәт ителгән.
👍2
Өфөлә бер табип пациентты 65 мең һумға алдаған

Октябрь район суд мутлашыу статьяһы буйынса хөкөм ҡарары сығарҙы. Уҙған йылда бер ҡатынды операция эшләү өсөн дауаханаға һалғандар. Пациентҡа мотлаҡ медицина страховкалау полисы буйынса бушлай хеҙмәт күрһәтелергә тейеш булған. Әммә табип операцияның түләүле булыуы тураһында белдергән. Уны тәртип һаҡсылары тотҡан. Суд ҡарары менән табип ике йылға шартлы рәүештә иркенән мәхрүм ителгән.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Тыуған илгә хыянат итмәйбеҙ» хәйриә концерты үтте

Тыуған илгә хыянат итмәйбеҙ. Республика быйылғы мәҙәни саралар программаһын бөгөн «Башҡортостан» концерт залында ошондай исем аҫтындағы хәйриә концерты менән башлап ебәрҙе. Һәм был осраҡлы түгел. 2025 йыл Рәсәйҙә-Ватан һаҡсылары, ә Башҡортостанда-махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре тураһында хәстәрлек йылы тип иғлан ителде. Хәйриә концерты Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Рәмил Баҙамшин тарафынан ойошторолған. Илһөйәрлек рухы менән һуғарылған саранан
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Шаран районы халҡы махсус хәрби операцияға ярҙам итеүен дауам итә

Шаран районы халҡы махсус хәрби операцияға ярҙам итеүен дауам итә. Әйтәйек, Дүртөйлө ауылындағы ирекмәндәр штабы 2022 йылдың мартынан бирле эшләй. Яҡташ яугирҙарыбыҙ өсөн улар маскировка селтәрҙәре үрә, окоп шәмдәре яһай, туҡмас ҡырҡа, бейәләй-ойоҡбаштар бәйләй. Был уларҙың йөрәк ҡушыуы буйынса башҡарылған эштең бер өлөшө генә.
👍16👏2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бөрө ҡалаһында бишенсе тапҡыр «Бөрө билмәндәре» аш-һыу фестивале үтте

Был юлы ул 8 билмән етештереүсене һәм меңдән ашыу ҡунаҡты бер майҙанға йыйҙы. Бөрө ҡалаһы брендтарының береһенә әйләнгән сара был юлы башҡа район туристарын да күпләп йәлеп итте.
3👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә туған телдәр буйынса республика конкурсы еңеүселәре билдәләнде

Интеллектуаль бәйге Башҡортостандың төрлө район-ҡалаларынан 9-11 класс уҡыусылары араһында барҙы. Йәмғеһе 141 үҫмер татар, сыуаш, мари, удмурт һәм мордва теле һәм әҙәбиәте буйынса белемен һынаны. Олимпиадала балаларҙың яҙма һәм телмәр оҫталығы баһаланды. Ҡасим Дәүләткилдиев исемендәге республика художество гимназия-интернатында уҙған еңеүселәрҙе билдәләү тантанаһында финалистарҙы Мәғариф һәм фән министрлығы, Хөкүмәт вәкилдәре сәләмләп, бүләктәр тапшырҙы.
👍6
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре Мазһар Иҫәнбаев арабыҙҙан китте

Иҡтисад фәндәре докторы, профессор, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре Мазһар Иҫәнбаев арабыҙҙан китте. Мазһар Насип улы 1936 йылда Баймаҡ районы Икенсе Этҡол ауылында тыуған. Темәс педагогия училищеһын һәм Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. 1963 йылдан СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының иҡтисади тикшеренеүҙәр бүлегендә эшләй. Мәрхүм менән хушлашыу 12 ғинуарҙа көндөҙгә сәғәт 1-ҙә Октябрь проспекты, 71 адресы буйынса Рәсәй фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәгендә үтәсәк.
1😢1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
«Торатау» геопаркында тәүге тапҡыр ат сабышы буйынса турнир үтте

Мәртәбәле ярышта республиканың төрлө райондарынан йыйылған һыбайлылар ҡатнашты. Турнир сиктәрендә ылаҡ, уҡтан атыу буйынса ярыш уҙғарылды, ҡунаҡтар өсөн йәрминкә һәм концерт ойошторолдо. Тулыраҡ мәғлүмәт киләҙе яҙмала.
1
Өфөлә 2025 йылда йәрминкә уҙғарыу урындары билдәләнде

Хакимиәт башлығы Ратмир Мәүлиев тейешле документҡа ҡул ҡуйҙы. Уға ярашлы, сауҙа майҙансыҡтары ҡаланың һәр районында була. Ҡышын һәм март айында ит йәрминкәләре ойошторола. Апрелдән июнгә тиклем халыҡҡа баҡса эштәре өсөн кәрәк-яраҡ тәҡдим ителә. Шулай уҡ еләк, бал менән сауҙа ҡаралған. Көҙгө айҙарҙа ауыл хужалығы йәрминкәләре була.
1
Рәсәйҙә апрелдә социаль пенсия индексациялана

Дәүләт Думаһы депутаты Никита Чаплин ошо турала белдерҙе. Социаль пенсия 14,75 процентҡа арта тине ул. Уның һүҙҙәренсә, илдә йыл аҙағына тиклем уртаса түләүҙәр 15 мең 456 һум була. Социаль фонд башлығы Сергей Чирков белдереүенсә, Рәсәйҙә 42 миллиондан ашыу кеше пенсия ала.
1👍1
Өфөнөң Нуғай ауылында яңы балалар баҡсаһы төҙөлә

Ул Еңеүҙең 65 йыллығы урамында, 147-се мәктәп янында урынлаша. Баш ҡаланың Октябрь районы хакимиәте башлығы Антон Тарасов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ошо турала хәбәр иткән. “Был объект ҙур әһәмиәткә эйә. Район тиҙ үҫә, белем һәм тәрбиә биреү учреждениеларына ихтыяж арта. Эштәр быйыл башлана. Төҙөлөштө контролдә тотасаҡмын”, - тип яҙған хакимиәт башлығы.
👍3
Радий Хәбиров Башҡортостан журналистарын Рәсәй матбуғаты көнө менән ҡотланы

13 ғинуарҙа журналистар һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын – Рәсәй матбуғаты көнөн билдәләй. Ошо байрам айҡанлы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика журналистарын ҡотланы.

Башҡортостандың дәүләт киң мәғлүмәт сараларында ғына 2,5 меңдән ашыу кеше эшләй. Республикала гәзит-журналдар 6 телдә сыға.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең сираттағы төркөмө Донбассҡа юлланды

Яңы йылды ғаилә менән ҡаршылап йәнә алғы һыҙыҡҡа. Хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең сираттағы төркөмө Донбассҡа юлланды. Ғәҙәттәгесә, үҙәкләштерелгән оҙатыу тантанаһы «Өфө-Арена» алдындағы майҙанда үтте. Ватан һаҡсылары отпускты башлыса өйҙә, яҡындары менән үткәрә, көнкүреш мәсьәләләрен хәл итә.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә күренекле ғалим Мазһар Иҫәнбаев менән хушлаштылар

Академик, иҡтисад фәндәре докторы, профессор. Өфөлә күренекле ғалим Мазһар Иҫәнбаев менән хушлаштылар. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре 89-сы йәшендә вафат булды. Һуңғы көндәренә тиклем Мазһар Насип улы Рәсәй фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең социаль-иҡтисади тикшеренеүҙәр институтында эшләй. Ул Башҡортостандың иҡтисади һәм социаль үҫешенең төп йүнәлештәрен әҙерләүгә ҙур өлөш индерә.
👍1😢1