БСТ | Яңылыҡтар
2.4K subscribers
5.16K photos
7.99K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң 2-се балалар баҡсаһында яңы уйын майҙансығы асылды

Кескәйҙәр ҡаласығын «Башнефть» компанияһы төҙөгән. Был эш Башҡортостан менән «Роснефть» араһындағы хеҙмәттәшлек килешеүенә ярашлы башҡарылған. Заманса уйын биләмәһен асыу тантнанаһынан репортаж.
👍3👎31
Республикала 27 ҡала һәм районда йылытыу миҙгеле башланды

Бөгөнгә 1 мең самаһы күп фатирлы йортҡа, 700-ҙән ашыу социаль объектҡа йылы бирелгән. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрығынан ошо турала белдерәләр. Башҡортостанда йылылыҡ миҙгелен башлауҙың берҙәм көнө ҡаралмаған. Һәр хакимиәт үҙе ҡарар ҡабул итә.
👎2
Башҡортостанда миллион тонна шәкәр сөгөлдөрө ҡаҙып алынды

Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөнгә баҫыуҙарҙың 40 процентында эш теүәлләнгән. Һәр гектар уртаса 438 центнер уңыш бирә. Шәкәр заводтары 141 мең тоннанан ашыу сеймал эшкәрткән, 17 мең тонна шәкәр етештерелгән. Быйыл шәкәр сөгөлдөрөнән 2 миллион 400 мең тонна уңыш көтөлә.
👍2👎2👏1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Курск өлкәһе губернаторы Алексей Смирнов Радий Хәбировҡа һәм республика халҡына рәхмәт белдерҙе

«Украина Ҡораллы көстәренең террористик һөжүме һөҙөмтәһендә Курск өлкәһенең күп кенә халҡы эвакуацияланырға мәжбүр була. Кешеләр ауыр тормош хәлендә ҡала, яҡындарын, торлаҡтарын юғалта. Рәсәйҙең бөтә субъекттары ла беҙгә теләктәшлек күрһәтә. Балаларыбыҙҙы, ғаиләләребеҙҙе туғандары кеүек ҡаршы ала. Курск өлкәһенә көн һайын гуманитар ярҙам килә. Беҙ бик рәхмәтлебеҙ! Һеҙҙең һәм Башҡортостан халҡының күрһәткән ярҙамы баһалап бөткөһөҙ. Бергәләп бөтә ауырлыҡтарҙы еңеп сығырбыҙ, тағы ла көслөрәк булырбыҙ һәм еңербеҙ, тип ышанам», - тиелә Башҡортостан башлығы исеменә килгән хатта.
👍3🤬3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә сираттағы йәмәғәт урыны асылды

Яңы сквер Телеүҙәк артында, тарихи һыу башняһы майҙанында урынлашҡан. Майҙанда ағастар ултыртылған, ял өсөн уңайлыҡтар булдырылған.
🔥3👎1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Александр Доставалов исемендәге Башҡорт кадет корпусы Волга буйы федераль округында иң яҡшыһы

Иң яҡшы кадет корпусы байрағы йәнә Ишембайҙа. Рәсәй Геройы Александр Доставалов исемендәге Башҡорт кадет корпусы Волга буйы федераль округында иң яҡшыһы тип билдәләнде. Был исемгә уҡыу йорто икенсе йыл рәттән лайыҡ була. Еңеү менән уларҙы үҙенең социаль селтәрҙәрендә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров та ҡотланы. «Бында ҡаты дисциплина, көслө уҡыу базаһы, бер нисә тел өйрәтелә, күп түңәрәктәр һәм секциялар эшләй, спортҡа айырым баҫым яһала», - тип яҙған төбәк етәксеһе.
👍4👎31👏1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Башҡортостан Халыҡтар дуҫлығы йортоноң «Минең күп милләтле ғаиләм» проектына йомғаҡ яһалды

Күләмле сарала башҡарма власть органдары, дини ойошмалар, милли-мәҙәни үҙәктәр, «Ватан һаҡсылары» дәүләт фонды филиалы вәкилдәре ҡатнашты.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан ирекмәндәре «Һаҡлаусы фәрештә» почет билдәһенә лайыҡ булды

Награданы бөгөн Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала Мәскәүҙән килгән ҡунаҡтар-Рунет яҙыусылар союзы етәкселәре тапшырҙы. Республикала тәүге тапҡыр бирелгән Почетлы билдә менән 8 ирекмән бүләкләнде.
1🤬1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөгә Татарстандың дәүләт йыр һәм бейеү ансамбле килде

Өфөгә «Бейеү - халыҡ күңеле» Халыҡ-ара хореография сәнғәте фестивале сиктәрендә Татарстандың дәүләт йыр һәм бейеү ансамбле килде. Ижади коллектив бер сәхнәлә Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле менән сығыш яһаны. Донъя халыҡтары бейеүҙәре оркестр башҡарыуындағы тере музыка менән оҙатылып барҙы.
👍3👎1
Башҡортостан күп функциялы үҙәге илдә иң яҡшыһы тип танылды

Ул Бөтә Рәсәй конкурсында өс номинацияла юғары баһа алды. - Бер юлы өс номинацияла еңеү - тәүге тапҡыр. Республикала күп функциялы үҙәктәр эшен яҡшыртыу буйынса ҙур эш башҡарыла. Офистарҙы уңайлыраҡ итәбеҙ. Йыл һайын беҙҙең үҙәктәр 3 миллиондан ашыу кешене хеҙмәтләндерә. Башҡортостанда 77 офис һәм 443 бүлексә бар. Ҙур команда эше өсөн рәхмәт, - тип яҙа Радий Хәбиров.
👍1👎1🤔1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Рәсәйҙең бөтә педагогик университеттары исемен йөрөтәсәк йүкәләр ултыртылды

Мәғариф аллеяһы Башҡорт дәүләт педагогия университеты майҙанында «Йәшел Башҡортостан» акцияһы буйынса барлыҡҡа килде. Сара сиктәрендә республика район-ҡалаларында 40 меңдән ашыу төп ағас һәм ҡыуаҡлыҡтар ултыртылған.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
7 октябрҙә Башҡортостанда «Салют» балалар реабилитация комплексы асыла

Был хаҡта социаль селтәрҙә Радий Хәбиров хәбәр итте. «Бер нисә йыл элекүҙенсәлекле балаларҙың ата-әсәләре менән осрашыуҙа беҙҙә мотлаҡ ҙур, заманса реабилитация үҙәге барлыҡҡа киләсәк тип вәғәҙә бирҙем. Һәм был вәғәҙәмде үтәнем. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, балалар ауырый. Бындай осраҡтарҙа улар өсөн иң яҡшы шарттар булдырырға, дауалау, реабилитациялау һәм уҡытыуҙың иң яҡшы методикаларын тупларға кәрәк», - тип яҙҙы төбәк етәксеһе.
3👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Нуғай ауылында йәшәүсе ханым үҙ ихатаһында ҡомартҡы күргәҙмәһе ойошторған

Теплица урына тирмә, ә тирмәлә музей. Нуғай ауылында йәшәүсе ханым үҙ ихатаһында ҡомартҡы күргәҙмәһе ойошторған. Заманса тирмә эсендә ике йөҙ йыллыҡ тарихы булған экспонаттар ҙа күрергә мөмкин. Һәм был музейҙы ул тулыһынса үҙ көсө менән туплаған.
4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә оҫталар республика төрлөлөгөн сағылдырған үҙенсәлекле сувенирҙар тәҡдим итте

Туризм өлкәһендә үҙ эшен аҡан кәсеп оҫталарына киң юлдар. Оҫталар «Туристик сувенир» бөтә Рәсәй конкурсының республика этабы сиктәрендә ярышты. Өфө районы Дорогин ауылынан Гөлсөм Хөсәйенова Дим буйы башҡорттарының күкрәк кейеме күсермәһен алып килгән. Үҙе аутентик материалдарҙан милли кейем өлгөләрен тергеҙеү менөн шөғөлләнә. Түшелдерек, һаҡалдарҙы боронғо көмөш тәңкәләр, ҡыҙыл мәрйендән муйынсаҡтар, тәбиғи таштар менән биҙәй, ә ситтәрен кител төймәләр менән нығыта.
4👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ҡырмыҫҡалы районында Шайморатов Кубогына «Йәйге Шайморатов уйындары»ның йомғаҡлау этабы үтте

Ҡырмыҫҡалы районында Рәсәй геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов Кубогына «Йәйге Шайморатов уйындары»ның йомғаҡлау этабы үтте. Республика район-ҡалаларынан йыйылған командалар - «Шайморатов клас»тарында белем алыусылар физик әҙерлеген күрһәтеп, етеҙлеккә, мәргәнлеккә ярышты.
👍3👎1
БСТ | Яңылыҡтар
Уйылдан Ғәлин - Башҡортостандың атҡаҙанған матбутат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре Хеҙмәттәшебеҙ награданы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡулынан алды. Ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!
Ҡайғылы хәбәр

Билдәле тележурналист, «Башҡортостан 24» телеканалының директоры урынбаҫары Уйылдан Ғәлин арабыҙҙан китеп барҙы. Яҡындарының һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
😢33
Башҡортостанда Дим йылғаһының төбө таҙартыла

Шишмә районында ошо мәсьәлә буйына кәңәшмә үтте, тип хәбәр итә Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры вазифаһын башҡарыусы Нияз Фазылов. "Экология" милли проекты буйынса эштәр 2022 йылда уҡ башланған. Бөгөнгә йылға төбөн таҙартыу тамамланған, әле сығарылған сүпте ташыу эштәре бара. 35 километр арауыҡ тәртипкә килтерелгән. Билдәләнгән планды 1 ноябргә тиклем теүәлләү маҡсаты ҡуйылған. Таҙартылған һыуға яҡын ауылдарҙа 6 меңгә яҡын кеше йәшәй.
👍3👎31
БСТ | Яңылыҡтар
Ҡайғылы хәбәр Билдәле тележурналист, «Башҡортостан 24» телеканалының директоры урынбаҫары Уйылдан Ғәлин арабыҙҙан китеп барҙы. Яҡындарының һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Билдәле тележурналист, «Башҡортостан 24» телеканалының директоры урынбаҫары Уйылдан Ғәлинды һуңғы юлға оҙатыу иртәгә, 30 сентябрҙә, 10:00 сәғәттә Телеүҙәк бинаһы алдында үтә.
😢23🤩41
Әсәлек капиталының артыуы көтөлә

Киләһе йылда беренсе бала өсөн уның суммаһы 646 мең һумға етеүе мөмкин. Икенсе бала тыуһа тағы 208 мең һум түләнә. Был турала Думаның социаль сәйәсәт буйынса комитетынан хәбәр итәләр. Быйыл Әсәлек капиталы беренсе бала өсөн 631 мең һумға тиң. Икенсе балаға 202 мең һум бирелә. Программа 2007 йылдан ғәмәлгә ашырыла.
👍4
Бәхил бул, Уйылдан Нурғәли улы...

Өфөлә республика йәмәғәтселеге арабыҙҙан йәшләй китеп барған хеҙмәттәшебеҙ, «Башҡортостан 24» телеканалының директоры урынбаҫары Уйылдан Ғәлинды һуңғы юлға оҙатты. Мәрхүм тыуған төйәге Ишембай районының Урман-Бишҡаҙаҡ ауылында ерләнәсәк.
😢18