Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә тележурналист Уйылдан Ғәлин менән хушлаштылар
Башҡортостан журналистикаһы оло юғалтыу кисерҙе. Коллегабыҙ Уйылдан Ғәлин вафат булды. Уға ни бары 45 йәш ине. Ғүмеренең күп өлөшөн ул яратҡан эшенә - телевидениеға хеҙмәт итеүгә арнаны. Уйылдан Нурғәле улы беҙҙең менән «Яңылыҡтар» хеҙмәтендә эшләне.

😢11
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә бер төркөм яугирҙарҙы МХО биләмәһенә оҙатыу тантанаһы үтте
Ике аҙналыҡ ялдан һуң йәнә махсус хәрби операция биләмәһенә. Бөгөн иртә менән «Өфө-Арена» эргәһендәге майҙандан бер төркөм яугирҙарҙы оҙатыу тантанаһы үтте. Хәрби комиссариат, район хакимиәте вәкилдәре үҙ сығыштарында ил мәнфәғәтен яҡлап хәрби бурыс үтәгән яҡташтарыбыҙҙың ҡаһарманлыҡ, илһөйәрлек өлгөһө булыуын билдәләне. Яугирҙарҙы ғаиләләре, туғандары оҙатты. Ир-егеттәр алғы һыҙыҡта республика ярҙамын тойоп эшләй, үҙҙәре менән дә гуманитар ярҙам алғандар.

🤬3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостандан махсус хәрби операция биләмәһенә 135-се гуманитар ылау оҙатылды
Колонна составындағы 15 йөк автомобиленә республика дәүләт органдары, 9 муниципалитет әҙерләгән әйберҙәр тейәлгән. Бүрәнә, бульдозер, генератор, маскировка селтәрҙәре, эсәр һыу, 4 мотоцикл, 375 пилотһыҙ осоу аппараты, хәрбиҙәрҙең яҡындарынан посылкалар һәм башҡа кәрәк -яраҡтар ебәрелде.

👍2❤1👎1
Алан Марзаев ҡулға алынды
Рәсәй Тәфтиш комитеты Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Алан Марзаевҡа ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатты, тип хәбәр итә Башҡортостан Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәте. Чиновник Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 290-сы статьяһының 6-сы өлөшө буйынса айырыуса ҙур күләмдә ришүәт алыуҙа ғәйепләнә.
Ведомство версияһы буйынса, Алан Марзаев юл-төҙөлөш компанияһы етәкселәренән ҡурсалау һәм юлдар һалыу өсөн дәүләт килешеүҙәрен төҙөүҙе тәьмин итеү өсөн 37 миллион һум аҡса алған.
«Ришүәт биргәндә аралашсы Башҡортостандың транспорт министры вазифаһын биләгән Александр Клебанов булған. Енәйәт эшен тикшереү дауам итә», — тип белдерҙеләр Рәсәйҙең Тәфтиш комитетында.

😁1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда яңы төбәктәрҙең Рәсәйгә ҡушылыу Көнөн билдәләйҙәр
Бөгөн илебеҙҙә Донецк, Луганск халыҡ республикалары , Запорожье һәм Херсон өлкәләренең Рәсәйгә ҡушылыу көнө билдәләнә. Ике йыл элек беҙ тарихи ваҡиға шаһиты булдыҡ. Был төбәктәрҙә йәшәүселәр үҙҙәрен оло Рәсәйҙең бер өлөшө булып йәшәүгә теләк белдерҙе. Рухи, мәҙәни, ғөрөф-ғәҙәттәр һәм әхлаҡи ҡиммәттәр буйынса яҡын халыҡтар йәнә бер ғаилә булып йәшәй башланы, тип яҙҙы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрендә. Беҙҙең дөйөм тарихтың төрлө мәлдәрендә яугирҙар иңгә-иң терәшеп Ватанды һаҡлаған. Бергә дөйөм маҡсатҡа-ил үҫешенә табан барған тигән республика етәксеһе. Донбасс төбәктәренең Рәсәйгә ҡушылыу көнөндә Өфөлә автоуҙыш һәм концерт ойошторолдо.

👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Социаль учреждениеларҙа 1 октябрҙән йылытыу миҙгеле башлана
Был хаҡта бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров рәйеслегендә уҙған оператив кәңәшмәлә билдәләнде. Көн тәртибендә шулай уҡ урып-йыйыу компанияһы барышы, мәктәп стоматология кабинеттарын яңыртыу, эш урындарын рәсмиләштереү менән бәйле һорауҙар ҙа ҡаралды.

👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Салют»балалар реабилитация комплексы асылды
Республикала һәм тотош ил кимәлендә уникаль комплекс. Радий Хәбиров «Салют»балалар реабилитация комплексын асыу тураһында иғлан итте. Йыл һайын 7 мең самаһы үҙенсәлекле бала реабилитация үтәсәк яңы учреждение 7 октябрҙә үҙ ишектәрен аса. Төбәктә объектты булдырыу башланғысын республика башлығы тәҡдиме менән тормошҡа ашырылды. Комплекс хаҡында тулыраҡ киләһе яҙмала.

❤2👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Туймазы районында махсус хәрби операцияға ярҙамға 20-нән ашыу ирекмән үҙәге эшләй
Уларҙың берәүһе Нөркәй ауылында урынлашҡан. Һуңғы ике йылда «Илһөйәрҙәр» штабы ирекмәндәре 400-ҙән ашыу маскировка селтәрҙәре үргән.

👎3❤2👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республикала шәкәр сөгөлдөрө уңышы юғары булыуы билдәләнә
Бөгөн яҡынса 2 миллион ярым тоннанан ашыу татлы тамыр ҡаҙып алынған, ул төбәк ихтыяжынан 7 тапҡырға тиклем юғары. Республикалағы ике шәкәр заводы ла эш күләмен арттырып үтәүгә күскән.

❤2😁2👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан йәмәғәтселеге Уйылдан Ғәлинды һуңғы юлға оҙатты
Башҡортостан йәмәғәтселеге билдәле тележурналист, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре Уйылдан Ғәлинды һуңғы юлға оҙатты. Хеҙмәттәшебеҙгә ни бары 45 йәш ине. Уйылдан Нурғәле улы беҙҙең менән «Яңылыҡтар» хеҙмәтендә эшләне. Республика президенты хакимиәте һәм хөкүмәте журналистары пулында булды. Һуңынан, телевидение студияһының социаль-иҡтисади программалар бүлеге етәксеһе итеп тәғәйенләнгәйне, унда «Телеүҙәк», «Йәнле ауыл», «Арыҫлан ирҙәр клубы» һәм «Власть менән һөйләшеү» проекттарының авторҙашы һәм алып барыусыһы булды. һуңғы йылдарҙа ул «Башҡортостан» дәүләт теле-радиокомпанияһы филиалы директоры урынбаҫары булып эшләне. Күренекле журналист менән хушлашыу Телеүҙәк алдындағы майҙанда үтте.

😢12🎉2🤩2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан - «Пушкин картаһы» премияһы лауреаты
Беҙҙең республика программаны тормошҡа ашырыу буйынса илдең иң яҡшы ун төбәге иҫәбенә инде. Шулай уҡ Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы «Иң яҡшы төбәк концерт майҙансығы» номинацияһында еңеү яуланы. Һуңғы йыл ярым эсендә программа буйынса бында 80 меңдән ашыу билет һатылған. Был турала социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров яҙҙы.

❤4👎4👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Рәсәйҙең баш ҡалаһында Мәскәү һәм Мәскәү өлкәһе башҡорттары ҡоролтайының киңәйтелгән йыйылышы үтте
Башҡарма комитет ағзалары осрашыуҙа башҡорт мәҙәниәтен һәм йолаларын һаҡлауға йүнәлтелгән күләмле проекттар менән таныштырҙы. Төп иғтибар Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының 6-сы съезынана әҙерлек мәсьәләлренә арналды. Биш йылға бер тапҡыр үткәрелгән күләмле форум быйыл 12-14 декабрҙә Өфөлә уҙа.

👍4👎4❤3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
1 октябрь халыҡ-ара музыка көнө билдәләнә
Бөгөн халыҡ-ара музыка көнө. Туймазы районы «Дуҫлыҡ» халыҡ ансамбле лә өс тиҫтә йылдан ашыу милли моңға тоғролоҡ һаҡлай. Ижади коллектив - республика һәм халыҡ-ара музыкаль конкурс һәм фестивалдәр еңеүселәре. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Йәш ярымға тиклем бала тәрбиәләгән өсөн түләү 69 мең һумға етеүе мөмкин
2025 йылға йәш ярымға тиклем бала тәрбиәләгән өсөн түләүҙең максималь күләме, 1,4 тапҡырға артып, айына 69 мең һумға етеүе ихтимал.
Был хаҡта «Рәсәй Федерацияһы Пенсия һәм социаль страховкалау фондының 2025 йылға һәм 2026, 2027 йылдарҙың план осорона бюджеты тураһында» закон проектына аңлатмалы яҙмаһынан билдәле булды.

👎4👍2👏1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң генерал Рыленко менән Пугачев урамдары киҫелешендәге юл үткәргес сафҡа инде
Радий Хәбиров баш ҡаланың Көньяҡ ҡапҡаһын 1 октябрь асырға ҡушҡайны. Ул этаптарға бүленеп эшләнә. Төҙөлөш ике йыл элек башланғайны. Объектты файҙаланыуға тапшырыу даими күсерелеп килде. Бөгөн 7 һыҙатлы генерал Рыленко урамы һәм уны Пугачев урамы менән тоташтырыусы юл үткәргес файҙаланыуға тапшырылды.

👍5👎4❤2👏1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан баҫыуҙарында көнбағыш уңышын урып-һуғыу дауам итә
Әле республика райондарында майлы культура 5 мең гектар майҙанда йыйып алынған. Ауыл хужалығы эшсәндәре гектарынан уртаса 15 центнер ҡеүәте менән уңыш һуғып ала һәм был күрһәткес уҙған йыл менән сағыштырғанда, 2 процентҡа күберәк. Йәрмәкәй районы баҫыуҙарында көнбағыш йыйыу тамамланыу алдында . «Байрак» йәмғиәте аграрийҙары алдағы ике-өс көндә көнбағышты теүәлләп, етен һуғырға төшөргә әҙерләнә .

👍4👎4❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Хәйбулла районында «Ветерандар ихатаһына - хәстәрлек һәм иғтибар!» төбәк смотр-конкурсы тамамланды
Хәйбулла районында «Шәфҡәтлелек» айлығы буйынса «Ветерандар ихатаһына - хәстәрлек һәм иғтибар!» төбәк смотр-конкурсы тамамланды. Өлкән йәштәгеләрҙе әүҙемләштереүгә, уларҙың мәшғүллеген ойоштороуға, шәхси ярҙамсы хужалыҡтарын үҫтереүгә йүнәлтелгән сара хаҡында киләһе яҙмала.

👍6👎4❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡта «Алтынға торошло ғүмер көҙҙәре» байрам кисәһе ойошторолдо
Бөгөн - Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнө. Был көндө хеҙмәт коллективтарында хаҡлы ялдағылар ҡатнашлығында байрам саралары үтте, сал сәсле ветерандарға ихтирам һәм рәхмәт һүҙҙәре еткерелле.

👎5👍4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Юлдаш»тар Ишембайҙа оло йәштәгеләргә һәм инвалидтарға социаль хеҙмәтләндереү бүлегендә булды
1 октябргә тап килгән ике байрам - Ололар һәм музыка көнөн «Юлдаш»тар Ишембайҙа билдәләне. Радионың ижади төркөмө ҡаланың психоневрология интернатында булып, өлкән йәштәгеләрҙе һәм мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе ҡотланы. Мәҙәни программаға килгәндә, асыҡ һауалағы концертты «Теге өсәү» проекты егеттәре алып барҙы, шулай уҡ тамашасылар Башҡортостандың халыҡ артисы Гөлшат Ғайсина һәм йырсы Зөлфир Басировтың йырҙарын ихлас ҡабул итте.

👎4👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баш ҡалала ҡотҡарыусылар араһында 20-се республика ярыштары старт алды
Республиканың эҙләү-ҡотҡарыу подразделениелары күпалыш буйынса көслөләрҙе асыҡлай. Иң яҡшылар исемен йөрөтөүгә Башҡортостандың төрлө төбәгенән 9 команда көрәшә. Юбилей ярыштарын асыу тантанаһында ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Ирек Сәғитов тәбрикләне.