БСТ | Яңылыҡтар
2.42K subscribers
5.12K photos
7.85K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
💞Башҡортостандан Әсә махсус операцияға улы янына барып ҡайтҡан

Благовещен ҡалаһынан Елена махсус хәрби операция биләмәһенә улының хәлен белешергә барған.

😇 Яугирҙың әсәһе — ирекмән. Ул башҡа ҡатын-ҡыҙҙар менән бергә гуманитар ярҙам әҙерләй, күптәренең улдары СВО-ла хеҙмәт итә.

«Улым санитар инструктор булып хеҙмәт. Беренсе ярҙам күрһәтә, һалдаттарҙың ғүмерен ҡотҡара. Бер нисә ай хеҙмәт иткән осорҙа командирҙарынан бик күп йылы һүҙҙәр һәм рәхмәт ишеттем. Бындай һүҙҙәр күңелгә май булып яғыла», — тип яугир әсәһе.

💌Ҡатын СВО биләмәһенә дарыуҙар, тәмлекәстәр, хаттар һәм башҡа кәрәкле әйберҙәр алып барған.
2👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
25 июлдә Башҡортостан юлдаш телевидениеһында «Батырҙар дәүере» телемарафоны

Еңеү өсөн бөтә ил менән, һалдаттарҙың тиңһеҙ батырлығы, ватанға тоғоролоҡ һәм хәрби туғанлыҡ, яугирҙар һәм уларҙың ғаиләләренә ҡаралған федераль һәм төбәк түләүҙәре, контракт өсөн бер миллион һум. Махсус хәрби операция буйынса һорауҙар һәм яуаптар «Батырҙар дәүере» телемарафонында. Башҡортостан юлдаш каналы эфирына ҡушылығыҙ, илдең киләсәге өсөн «Батырҙар дәүере»нең мөһимлеген һәм әһәмиәтен тойоғоҙ.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ районында йәшәүсе ғаилә бәшмәк үҫтереү менән шөғөлләнә

Бәшмәк үҫтереү килемлеме? Был һорауға яуапты Баймаҡ районы Темәс ауылында шампиньон үҫтереүгә социаль адреслы ярҙам алыусы Марковтар ғаиләһе белә. Тулыраҡ БЮТ ижади төркөмө әҙерләгән яҙмала.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан башлығы социаль контракт буйынса бизнес-проекттың уңышлы миҫалы менән тыныштырҙы

Ябай ғына идея һәм дәүләт яғынан ярҙам кешенең, тотош ауылдың тормошон яҡшы яҡҡа үҙгәртергә мөмкин. Башҡортостан башлығы социаль селтәрҙәрҙә социаль контракт буйынса бизнес-проекттың уңышлы миҫалы менән тыныштырҙы. Һүҙ Ейәнсура районынан Әлфиә Ураҙаева һәм уның клининг бизнесы хаҡында бара.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда йәшәүселәр тәүлек эсендә 23 миллион ярым һум аҡсаһын юғалтҡан

Антирекорд тураһында республика буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте. Халыҡты алдауҙың 45 осрағы буйынса ла енәйәт эштәре ҡуҙғатылған. Радий Хәбиров күптән түгел ауыл биләмәләре башлыҡтарынан халыҡҡа телефон аша мутлашыусылар тураһында мәғлүмәт еткереүҙәрен һораны. Аңлауығыҙса, алдау юлы менән аҡса алыу схемаларын махсус хеҙмәттәр әҙерләгән, был аҡса туранан-тура Украина хәрби көстәрен финанслауға йүнәлтелә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Евразия күсмә халыҡтар цивилизацияһы музейының визит-үҙәге аша ун өс меңгә яҡын кеше үткән

Ике аҙна эсендә Шишмә районындағы Евразия күсмә халыҡтар цивилизацияһы музейының визит-үҙәге аша ун өс меңгә яҡын кеше үткән. Турахан кәшәнәһе эргәһендә асылған яңы объект мөмкинлектәрен Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән килгән туристар ҙа юғары баһалап, Өфөгә яҡын урынлашыуы айырыуса ҡыуаныслы булыуын билдәләне.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Сираттағы төркөм яугирҙар ялдан һуң махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды

Уларҙы оҙатырға яҡындары, власть вәкилдәре һәм хәрбиҙәр килде. Ватан һаҡсыларын Өфө-Арена боҙ һарайы алдынан тантаналы шарттарҙа оҙаттылар. Яҡташтарыбыҙҙы хеҙмәт иткән урындарына тиклем илтеү өсөн уңайлы автобустар бүленгән.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
25 июлдә Башҡортостан юлдаш телевидениеһында «Батырҙар дәүере» телемарафоны

Еңеү өсөн бөтә ил менән, һалдаттарҙың тиңһеҙ батырлығы, ватанға тоғоролоҡ һәм хәрби туғанлыҡ, яугирҙар һәм уларҙың ғаиләләренә ҡаралған федераль һәм төбәк түләүҙәре, контракт өсөн бер миллион һум. Махсус хәрби операция буйынса һорауҙар һәм яуаптар «Батырҙар дәүере» телемарафонында. Башҡортостан юлдаш каналы эфирына ҡушылығыҙ, илдең киләсәге өсөн «Батырҙар дәүере»нең мөһимлеген һәм әһәмиәтен тойоғоҙ. 25 июлдә иртәнге сәғәт 7-нән төнгө 10-сы яртыға тиклем республиканың төп телеканалаында.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда ярты йыл эсендә 32 кеше сысҡан биҙгәген йоҡторған

Әле республика клиник инфекция дауаханаһында геморрагик биҙгәк менән буйынса тикшереү үткәрелә, биш осраҡта диагноз теркәлгән. Ялан, урман, баҡса шарттарында сысҡан ҡалдыҡтарынан йоҡҡан сир айырыуса йәйге осорҙа күпләп тарала.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә сифатлы медицина ярҙамында пациентҡа хәрәкәтләнеү мөмкинлеге ҡайтарылды

Пациентҡа хәрәкәтләнеү мөмкинлеген ҡайтарыу. Өфөнөң 21-се ҡала клиник дауаханаһы табиб-нейрохирургы, медицина фәндәре кандидаты Артемий Новиков арҡа мейеһенә әмәлиәт яһап, ауырыуҙың йәшәү кимәлен бер-нисә кимәлгә еңеләйтергә ярҙам иткән. Ваҡытында сифатлы медицина ярҙамы алған пациент һәм уның һаулығы һағында тороусылар менән БЮТ ижади төркөмө аралашты.
👍31👌1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Балаларҙың теле туған телдәрендә асылһын. Киләсәктә улар башҡортса уҡыһындар, һөйләшһендәр, уйлаһын һәм йырлаһындар өсөн, эште күңелле «Әлифба» менән таныштырыуҙан башлайыҡ!

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров.
🔥3👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Шаран районында Вәзих Сөнәғәтуллин иҫтәлеге мәңгеләштерелде

Урман һаҡсыһына стела. Шаран районының Яңы Тамъян ауылында урмансы Вәзих Сөнәғәтуллин иҫтәлеге мәңгеләштерелде. Ерҙең йәшел ҡалҡанын булдырыусы уңған, эшйһөйәр урмансы иҫтәлегенә арналған тантана хаҡында ентекләберәк киләһе яҙмала.
6👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ районында Әхмәҙуллиндарҙың шәжәрә байрамы үтте

Тамыры йыраҡ ағастың ғүмере оҙаҡ. Рәсәйҙә иғлан ителгән ғаилә йылы сиктәрендә Башҡортостандың төрлө төбәктәрендә йәшәгәндәр үҙенең быуын сылбырын барлай. Баймаҡ районының Үрге Яйыҡбай ауылында ла ошондай сараларҙың береһе - Әхмәҙуллиндарҙың шәжәрә байрамы үтте.
🔥5
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ырымбур өлкәһендә башҡорт мәҙәниәте байрамы үтте

Һайылмыш йылғаһының киң ярын Көйөргәҙе районының милли башҡорт ихаталары биҙәне. Сарала ҡатнашыусыларҙы абруйлы ҡунаҡтар сәләмләне.
Байрамда традицион халыҡ кәсептәре һәм биҙәү-ҡулланма сәнғәте күргәҙмәһе, шулай уҡ йәрминкә ойошторолдо. Килгән ҡунаҡтар сувенирҙар һатып алды һәм милли ризыҡтарҙан ауыҙ итте.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Көньяҡ ҡапҡа» техник рәүештә август аҙағында асылыуы көтөлә

Өфөнөң күләмле юбилей объектында төҙөлөш эштәре тамамланыу алдында. «Көньяҡ ҡапҡа» техник рәүештә август аҙағында асылыуы көтөлә. Әлеге ваҡытта Генерал Рыленко урамындағы төҙөлөш кенә мәҫәлән, 82 процентҡа тиклем теүәлләнгән. Урында барьер ҡоролмаларын урынлаштырыу, йәшелләндереү кеүек эштәр алып барыла.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Шаҡша күперенең яртыһы буйлап автотранспорт хәрәкәте тергеҙелде

Подряд ойошмалары, көн һайын һәм тәүлек әйләнәһенә эшләп, бөтә графиктарҙы үтәп, кәрәкле сараларҙы бер аҙ алдараҡ тамамланы. Объектта капиталь ремонт «Хәүефһеҙ сифатлы юлда»«милли проекты сиктәрендә алып барыла. Күперҙең беренсе сиратын реконструкциялау өсөн 758 тонна металл конструкция, 500 кубометрҙан ашыу бетон талап ителә.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Башҡортостан» полкы яугирҙары Иглин районында «Барыһы ла еңеү өсөн» штабы ирекмәндәре менән осрашты

«Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы яугирҙары Иглин районында «Барыһы ла еңеү өсөн» штабы ирекмәндәре менән осрашты. Быға тиклем улар бер-береһенең барлығын да белмәй, әммә был активистарға ярҙам итергә ҡамасауламай. Волонтерҙар ватан һаҡсылары өсөн маскировка селтәрҙәре үрә, кәрәкле костюмдар тегә, һалдаттарға хисле хаттар яҙ. Әлбиттә, тыл ярҙамы хәрбиҙәрҙең рухын нығыта. Шуға ла улар рәхмәт йөҙөнән ирекмәндәр менән осрашып, шәхсән рәхмәт әйтергә ҡарар итә.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡорт дәүләт аграр университеты белгестәре инкубаторҙарҙа мал үрсетә

Башҡорт дәүләт аграр университетының прогрессив технологиялар, эмбриология һәм генетика үҙәге белгестәре инкубаторҙарҙа мал үрсетә. Йәш ғалимдар лаборатория шарттарында күҙәнәктән эмбриондар яралта. Һуңынан улар хужалыҡтарға оҙатыла. Шул рәүешле ҡураларҙа юғары етештереүсәнле, сирһеҙ, таҙа тоҡомло малдар барлыҡҡа килә.
👍1🔥1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Однажды в Башкортостане» фильмы төшөрөлә башланы

Романтик комедия Мәскәү кинокомпанияһы төркөмө менән берлектә ойошторола. Баш ҡаланан тыш фильм сәхнәләре Шүлгәнташ мәмерйәһе эргәһендә, Нөгөш һыуһаҡлағысында, Торатау геопаркында төшөрөләсәк. Кинотаҫмаға республика театрҙары артистары ла йәлеп ителгән.
🔥3
БСТ-ла «Батырҙар дәүере» телемарафоны: иртәнге эфир!

Республиканың төп телеканалында «Батырҙар дәүере» старт ала.

Иртәнге эфирҙа ҡарағыҙ: Рәсәйҙең Оборона министрлығы менән нисек килешеү төҙөргә, хәрбиҙәргә ниндәй түләүҙәр ҡаралған һәм башҡа бик күп мәғлүмәттәр.

https://vk.com/wall-85076499_73182
👍2